Байыта ла, һағайта ла Себер

Байыта ла, һағайта  ла Себер Себер. Һуңғы йылдарҙа өмөтөбөҙ ҙә, бәхетебеҙ ҙә, хатта бәхетһеҙлегебеҙ ҙә шул Себер менән бәйле була бара түгелме?! Ауылдың дөлдөлдәй ир-егеттәре генә түгел, һәләтле, юғары белемле, типһә, тимер өҙөрҙәй көслө заттарыбыҙ ҙа, тыуған ерҙә толҡа тапмай, лайыҡлы эш хаҡы артынан шунда ағыла. Ә Себер ярлыҡаймы һуң беҙҙең йәштәрҙе? Сит төбәктә улар үҙҙәрен нисек тоя? Тиҫтә йылдар Себерҙә тир түккән ҡорос йәнле ир-аттарыбыҙҙың береһе, шағир Хисмәтулла Юлдашевтың был хаҡта үҙ фекере, үҙ тәьҫораттары. Уның хәтирәләре фиҙакәр яҡташтарыбыҙҙың хәлен анығыраҡ күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итер, моғайын.

“Гүйә яу яланы...”
– Бәхетебеҙҙе ишәйтеп, өсөнсө улыбыҙ Рамазан донъяға килде. Сабый һөйөнөсө, бәхет-шатлығы менән бер рәттән, мәшәҡәттәр ҙә артты. Ысын ир-аттың төп бурысы – ғаилә­һен матди яҡтан тәьмин итеү, балаларына белем һәм рухи тәрбиә биреү. Ошо изге ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыу маҡсаты менән юлландым Себергә. Тәүге мәлдәрҙә ныҡ ҡыйын ине: тыуған яҡтан, ғаиләнән ситтә­һең, эш ауыр, төрлө яҡтарҙан төрлө холоҡло кешеләр йыйылған. Яңы асылған нефть ятҡылығында төҙөлөш башланған ғына саҡ. Һыуыҡ вагондарҙа ҡунырға тура килә. Егеттәр һалҡынға ла түҙә, ауыр эшкә лә әрһеҙ, әммә күптәре хәмер менән күңел һыҙлауын баҫа. Эскән урында кәзек­ләшеп, яғалашып та алалар. Ошолар­ға йәнем әсенеп, барыһын да ташлап ҡайтайым да китәйем, тип йөрөгәй­нем. Арабыҙҙа Ғаяз Хәлитов тигән абруйлы ағай бар ине. Элекке хәрби офицер. Үҙе сығышы менән Башҡортостандың Федоровка районынан. Шул минең икеләнгәнде күреп: “Ҡус­тым, йәштәргә һине гел үрнәк итеп һөйләйем. Батыр рухлы, ҡайнар йө­рәкле, шиғри йәнле ысын башҡорт егете бит һин, ундайҙарҙың тормошо ла баһадирҙарса булырға тейеш”, – тигән һүҙҙәре, үҙемә ышанысты нығытып, ҡанатландырып ебәрҙе. Шул йылы һүҙҙәре өсөн әле лә рәх­мәтлемен уға. Эйе, бөтәһенә лә үрнәк булыу мөмкин түгел, ләкин ниндәй­ҙер яҡшы сифаттарым, еңеүҙәрем менән үҙ улдарыма өлгө була алһам, шул да бәхеттер ул, – тип үҙ кисерештәрен бәйән итә әңгәмәсем.

Хәйер, арыҫландай ир-егеттәребеҙҙең күбеһе, ошо оло ниәт менән тыуған ерҙәренән, ҡатындарының йылы ҡуйынынан айырылып, ғүмеренең аҫыл йылдарын һалҡын Себер ҡосағында үткәреүгә арнаған. Барыһы ла бала, матур тормош хаҡына. Тик шуныһы үкенесле: күптәре сабыйының тәүге тәпәй баҫҡан йә яңы теле асылған сағын, беренсе мәртәбә мәктәпкә барған көнөн күреү, ошо һөйөнөслө минуттарҙы уртаҡлашыу бәхетенән мәхрүм. Атайҙар алып ҡайтҡан аҡса ошо ҡиммәттәрҙе алмаштырырлыҡ әһәмиәткә эйәме һуң? Ә ҡатындар, һуғыш йылдарындағы кеүек, ирҙәренең вахтанан имен ҡайтыуын теләп, сабыр ғына көтөргә күнгән. Һәр ғаилә тиерлек матур көндөң бәхет ҡояшы яҡынмы-алыҫмы киләсәктә атасағына ышанып йәшәй. Ә бөгөн? Бөгөн нисек һуң?

– Һылыу, кешелек йәмғиәте, ғөмүмән, киләсәк менән йәшәй бит ул. Һәр бөгөнгө иртәгәгә нигеҙ һалыуға, ниәттәрҙе ғәмәлгә ашырыуға ҡоролған. Әлеге беҙҙең матдилыҡҡа өҫтөнлөк бирелгән аяуһыҙ заманда – айырыуса аҡса тип кешеләрҙең, әйтерһең, аңы томаланған. Балаларҙың атайһыҙ үҫеүе, йәмғиәттең киләсәк быуынға, кешеләрҙең бер-береһенә һәм тәбиғәткә миһырбанһыҙ мөнәсәбәте тетрәтә, әлбиттә. Әммә күптәрҙең заманға, йәмғиәткә ярашлы йәшәүҙән башҡа сараһы ҡалмай.

Сағыштырыуҙарығыҙ ҙа дөрөҫ, беҙҙең эшләгән ерҙе күрһәгеҙ, ысынлап та, яу яланы, тип уйлар инегеҙ. Нефть быраулау вышкалары, ауыр техника, йөк машиналары теҙелеп киткән, һалдаттар кеүек, бер иштән кейенгән кешеләр йүгерешеп йөрөй. Төҙөлөш башланған ваҡытта тәртип тә, йәшәү шарттары ла аламараҡ ине. Хәҙер, Аллаға шөкөр, барыһы ла яйланды. Тәртип ҡаты – эскән, йүн­һеҙ, боласыл кешеләрҙе эштә тотмайҙар. Эш сәғәте – иртәнге етенән киске етегә тиклем. Ул ваҡытта телефондан һөйләшеү ҙә, гәзит уҡыу ҙа тыйыла.
“Себер еле” тигән яңы китабыма ингән “Яурыныма ҡуна ҡарсыға” исемле шиғырым ошо кисерештәремде асығыраҡ һүрәтләйҙер, бәлки.
Ҡырыҫлығың,
Бәлки, оҡшаштыр ҙа
Даулы
Даланына даланың.
Шуғалыр ҙа,
Себер, һиңә табан
Ҡыл арҡандан баҫма һаламын.
Арҡа буйҙарына һыҙырғанда
Ҡыл арҡандың осо –
Сыбыртҡы,
Заманыңа
Шыңшып илаһаң һин –
Таманына
Түҙмәҫ йыбытҡы.
Себер киңлектәре ихлас түгел,
Ҡолас йәйеп
Сыҡмай ҡаршыға.
Яу урыны
Миңә улар, гүйә,
Яурыныма ҡуна
Ҡарсыға.

Юл сатындағы һәйкәлдәр
Тәүге ваҡыт, юл ситендә йыш осраған һәйкәлдәрҙе күреп, ғәжәплән­гәйнем. Сәскә һалынған рәшәткәле өйөмдәр, күңелгә шом һалып, ғүмер­ҙең мәңгелек булмауын аҙым һайын иҫкәртеп тора, әйтерһең. Асфальт йәйелгән киң генә трассаларҙа, етмә­һә, транспорт та әллә ни күп түгел, юл фажиғәләре шулай йыш күренеш­ме икән ни, тип хеҙмәттәштәремдән һорашам. “Ю-юҡ, юлда туңып мәр­хүм булғандарға ҡуйылған һәйкәлдәр ул”, – тигәс, йөрәгем сәнсеп алғандай булғайны.

Себерҙә ҡыштың шыңғырҙап тор­ған сатлама һыуыҡтары етеү ме­нән эштең иң ауыр һәм ҡатмарлы мәле башлана. Йылы көндәрҙә ауыр техника менән һаҙлыҡлы ерҙән йөрөү хәүефле, шуға ла ҡеүәтле ҡорамалдарҙы күсереү, нефть ятҡылыҡтарындағы аварияларҙы иҫкєртеү, торбаларҙы алмаштырыу кеүек мө­һим эштәр үҙәкте өҙгөс һал­ҡындарҙа башҡарыла. Әммә кеше һәм техника өсөн уның да ҡурҡыныс яғы бар. Машиналар, тиҙ эштән сығып, һыуыҡта һүнеп ултырыу ихтималлы­ғына эйә. Ә ҡола яланда ышыҡһыҙ ҡалған кеше нимә эшләргә тейеш һуң? Бер мәл минең менән дә шундайыраҡ хәл булды. Тәүге йылдары стропальщик (ауыр йөктәрҙе бушатыусы) булып эшләнем. Нефть ятҡылыҡтары буйлап торбалар бушатып йөрөп һуңға ҡалып киткәнбеҙ. Эшселәр ҡасабаһына ҡайтыу яғына ыңғайлағанда, эңер төшөп килә ине инде. Юлдың яртыһында машинабыҙ һүнде лә ҡуйҙы, күпме тырышһаҡ та, ҡыҙ­май. Тимер әйбер тиҙ һыуынды. Ә тышта – түҙеп торғоһоҙ әсе ел. Ҡалтырата. Һыуыҡ һеңергә тик­лем үтте – теш тешкә теймәй. Ошонда ғына ятып үлергә яҙғанмы икән ни, тигән төрлө хәүефле уйҙар килә башҡа. Шулай ҙа йәшәү өсөн көрәш­мәйенсә, тиҙ генә бирешкәндәрҙән түгелбеҙ: шофер менән машинаның запас тәгәр­мәсен алып яҡтыҡ. Шуның йылыһына әҙе­рәк тәнгә хәл ингәндәй булды. “Эй Раббым, үлемдән ҡот­ҡарһаң, артабан гел изгелектәр генә ҡылырбыҙ”, – тип Хоҙайға анттар биреп бөттөк. Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы булдымы, бәхетебеҙгә күрә, вездеход машинаһы килеп сыҡты. Улар яр­ҙамында машинабыҙҙы ҡабы­ҙып, имен-һау ятаҡханаға ҡайтып еттек. Ҡараһаҡ, йөҙҙәребеҙ, кейемдә­ребеҙ янѓан тәгәрмәс ҡоромона ҡарайып бөткән. Уға ла иғтибар итмәй, бәләнән имен ҡалыу бәхетенә иҫебеҙ китеп шатланабыҙ.

Шулай ҙа һалҡын, ҡырыҫ тәбиғәт кеше күңелен аяуһыҙ һәм ғәмһеҙ итмәгән, киреһенсә, Себерҙә халыҡ изгелекле, ярҙамсыл һәм киң күңелле ул. Юлда йәйәү ҡайтып барған кешене күреү менән, кеме булһа ла, машинаһын туҡтатып, ултыртып ала. Сөнки бындағы тәбиғәт һәм һауа торошо шарттарында һәр кем үҙе йәйәүле хәлендә ҡалыуы ихтимал. Ҡышын һыуыҡтар, һауа торошоноң киҫкен үҙгәреше, башҡа миҙгелдәрҙә оҙайлы ямғырҙар теңкәгә тейә. Шу­ғалыр ҙа, бәлки, Себер ҡояшы ба­ҙығыраҡ, яҡтыраҡ, йылыраҡ тойолалыр. Бигерәк тә ҡыштарын, бөтә тирә-яҡ ап-аҡ ҡар солғанышында ҡалып, тәбиғәт тын йоҡоға талғанда, уның са­ғыулығы күңелде нығы­раҡ иретә.

“Аһ, Тамараның бәлештәре…”
Вахтанан һуң һәр беребеҙ тыуған яҡтарына, һағынып көткән ғаилә­ләренә ашҡына. Ул көн ғаиләлә оло байрам кеүек ҡабул ителә. Минең Тамарам да, татлы бәлештәр, итле-һалмалы һурпалар, төрлө турамалар әҙерләп, ҙур табын ҡора. Һөйгән ҡатыным, уландарым янына мин дә буш ҡул ҡайтмайым. Ҡырыҫ төбәктең иң файҙалы ризығы һаналған муксун балығын, йәйҙәрен мүк еләге алып ҡайтам. Тамара унан тәмле ҡайнатмалар, компоттар яһай. Яҡындарым янында бер ай ваҡыттың нисек үткәнен дә һиҙмәй ҡалам. Һағыныу хисе лә ҡанып өлгөрмәй, китер мәл етә. Юлда һәм унда барғас ашарға тип, Тамара иттән, еләк-емештән төрлө ҡамыр аштары әтмәләй. Ишембайҙа йыл һайын ҡарағат ишелеп уңа. Шул ҡарағат ҡайнатмаһын айырыуса ярата егет­тәр. “Тамара апайҙың ҡарағат вареньеһы бигерәк тәмле була торған. Шуны алып кил әле“, – тип әйтеп ҡайтаралар. Вахтаға эшкә килгән көндө һәр кем ҡатынының уңғанлығы менән маҡтанырға форсат таба. “Ҡайҙа әле, Тамара апайҙың анау бәлешен тәмләп ҡарайым”, “Быныһы ҡалай телде йоторлоҡ булған”, “Үәт, ҡыҫтыбыйҙары”, тип ҡатындарҙы маҡтай-маҡтай, бер-беребеҙҙе ҡыҫ­тай-ҡыҫтай табын ойоштороп алабыҙ. Ҡатындарыбыҙ бешереп ебәргән аҙыҡ 3-4 көнгә етә. Төрлө көтөлмә­гәнлектәр һағалаған ауыр ҙа, ҡат­мар­лы ла эшкә шулай үҙебеҙҙе көйләп, тулы­һынса эш мәшә­ҡәтенә сумабыҙ.

Беҙҙең ир-аттарыбыҙ бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай: шиғырын да яҙа, ғаи­ләһен дә баға, Себерҙең аяуһыҙ һалҡынлығына ла бирешмәй, киреһенсә, ћынауҙар уларҙы сыныҡтыра һәм көсәйтә генә, тип әйтә алабыҙҙыр шағир тормошоноң сағыу миҫалында. Себерҙән ирҙәрен көтөп, ғаилә усағын һүн­дермәй һаҡлаған ҡатындарына ла һәйкәл ҡуйырлыҡ бит! Әйткәндәй, әҙиптең билдәле шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Тамара Юлдашева менән татыу ғаиләһе ысындан һоҡланыу уята. Уларҙың шиғри нурлы, мөхәббәтле донъяһы һынауҙар­ҙан, әйтерһең, нығына, яҡтыра ғына бара.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook