Өҫтә генә ята тәрәнлектәр

Өҫтә генә ята тәрәнлектәр Беҙ, ҡатын-ҡыҙ, күпселектә бик ҡыҙыҡ, ҡайсаҡ хатта ҡыҙғаныс тормош менән йәшәйбеҙ. Әллә нисә төрлө тәғлимәткә мөрәжәғәт итәбеҙ, аҡыллы китаптар уҡыйбыҙ, психологтарға таянабыҙ, юғары аң, энергетика, прана-мрана ... Баштар әйләнеп китә ҡайһы берҙә. Нимә менән генә булмайбыҙ, тик бәхетле генә итеп тоймайбыҙ үҙебеҙҙе, тыныслыҡ тапмайбыҙ. Ҡаңғыра торғас, ҡайһы саҡ тауға йә тын утрауға ҡасып китке, тәбиғи халәткә ҡайтҡы килә. Был мөмкин түгел, тиерһегеҙ, бәлки…

Яңылышаһығыҙ, тәбиғәтенән ябайлыҡ, тыныслыҡ ипкене бөркөлгән, үҙҙәре үҙҙәренә етеп кенә түгел, йөрәктәрен башҡаларға ла бүлеп еткерә алған, бәхет утрауы кеүек тойолған кешеләр янында табаһың ул һил­лекте. Билдәле журналист, «Яҙмыштарҙа – ете йәйғор төҫө» тапшырыуының авторы, баһалы ир ҡатыны, өс бала әсәһе, уңған хужабикә Альбина Фәйзуллина тап шундай заттан. Донъяһының аһәңе китә башлаған һәр кем өсөн уның менән аралашыу үҙе үк күңел бөтөнлөгө бүләк итә. Уны тың­лаған һайын «Ябайлыҡта – бөйөклөк» тигән ҡанундың ысынлап та мөғжизәле ҡөҙрәт икәненә инанаһың. Бай күңелен аса бирһә, ғәҙәти, тын, көндәлек ғәмәл­дәрҙең дә оло көсөн аңғара башлай­һың. Ябайлыҡты аңлай белеү, уның менән идара итеү донъяның ҙур мөғжизәләренең береһе, ахырыһы. 

Телевизор ҡараусылар һәр ваҡыт Альбина Әмир ҡыҙының ышаныслы, йомшаҡ тауышына арбала. Төрлө яҙмыштар хаҡында һөйләй башлаһа, уны сәғәттәр буйы тыңларға була, тиҙәр. Бәпес ҡарап өйҙә ултырған билдәле журналисты тамашасы онот­май, эфирға ҡасан сыға инде, тип түҙемһеҙләнеп көтә. Камиллыҡ­ҡа ын­тылып, ябайлыҡҡа таянып йәшә­гән һоҡланғыс ҡатындың тәрбиәгә, донъя көтөүгә һәм ижадҡа булған фекерҙәрен беләйек, уны әсә, ҡатын булараҡ та асып ҡарайыҡ әле. 

«Илгиз улыма – 18, Моратҡа – 10, Ильясҡа быйыл 3 йәш тула. Йәштәре лә, ҡыҙыҡһыныуҙары ла төрлө. Шулай булыуы яҡшылыр ҙа, тим. Бәләкәйерәк саҡтарында, минең иғтибарыма биге­рәк тә мохтаж ваҡыттарында, һәр бере­һенә күңел йылым, иғтибарым, ваҡы­тым етте. Үҫә килә үҙҙәре минең ярҙамсыма әйләнде. Әле һәр береһенә ваҡыт табырға, уй-хистәрен белеп торорға, күңелдәрен күрергә тырышам. Әсәйгә ҡыҙҙар яҡыныраҡ була, тиһәләр ҙә, барыһы ла тәрбиәнән торалыр, тип уйлайым. Балаға мөнәсәбәтең ниндәй, уныҡы ла һиңә ҡарата шулай. Малай­ҙарымды үҙемә серҙәш түгел, тип әйтә алмайым. Улар шул тиклем иғтибарлы, һиҙгер, кәйефһеҙ йөрөгәнемде яратмайҙар. Хәҙер генә тойоп алып, әсәй, ни булды, тип, килеп ҡосаҡлай һалалар. Морат бигерәк тә хисле, йәнде имләп, болоттарҙы таратып ебәреүгә бик оҫта. Эсем бошоп китһә, әсәй, көҙгөгә ҡара әле, ти, ҡараһам, унда донъялағы иң матур әсәй күренә, тип күңелде күтәрә, йәнде имләп, болоттарҙы таратып ебәреүгә бик оҫта. Асылда, гел яҡшы кәйефтә йөрөргә, булмаһа күрһәтмәҫкә тырышам. Ҡатын-ҡыҙ – йорттоң ҡояшы. Ә күңелһеҙләнеү, нимә эшләргә белмәү – миңә хас түгел. Миңә бер ҡасан да, хатта бер үҙем булһам да, күңелһеҙ булмай. Был яҡлап әсәйемә оҡшағанмын. Һәр ваҡыт ниндәйҙер шөғөлөм бар, баҡсасылыҡ, ҡул эше, әҙәби китап уҡыу булһынмы, миҙгелгә ҡарап, мауығыуҙарым алмашынып ҡына тора. Ә инде ниндәйҙер борсолоуҙар, ауырыраҡ хәстәрҙәр, ҡайһы саҡта хәс­рәттәр була икән, донъя бит, улдарымдан йәшермәйем. Мәсьәләне нисек бар, алдарына шулай асып һалам, тормошта төрлө хәл-ваҡиғалар булғанын, уның гел генә ал да гөл бармағанын белеп үҫһендәр, мине лә аңларға өйрәнһен­дәр, тием. Сөләймән батшаның балдағында яҙылған «Был да үтер», – тигән аҡылға төшөнһөндәр. Килеп тыуған хәлдәрҙе, ваҡиғаларҙы нисек сисеүем, улар аша ҡалайтып сығыуым­ды күреп йөрөү уларға ла фәһем бит. Аталары Иршатҡа ҡарағанда, мин ҡәтғиерәк, талапсаныраҡмын. Ә ул өндәшмәһә лә, күҙ ҡарашынан аң­лайҙар. Иптәшем менән икебеҙ ҙә бер үк йондоҙлоҡ аҫ­тында тыуғанбыҙ, шуға микән, тормошҡа ҡараштар оҡша­ған. Әйткәндәй, Илгиз менән Ильяс та «Ҡыҙ» билдәһе аҫтында тыу­ған. «Ҡыҙ»ҙар тәртип ярата, тип яҙа­лар. Ысынлап та, тап ки­лә. Өйҙә бөтә ғәмәл тәртипкә һалынған, һәр нәмәнең үҙ мәле, үҙ ваҡыты. Мин уны тикшермәйем дә хатта. Улдарымды эш белмәй, тимәйем. Кәрәк булһа, ашарға ла бешерәләр, һауыт-һабаны ла йыуалар. Әммә әйләнгән һайын, әйҙә, иҙән һөртөгөҙ, кер йыуығыҙ, тип йонсотмайым. Үҙем дә өлгөрәм, Аллаға шөкөр! Улар буласаҡ ирҙәр, үҙҙәренең бәҫен, баһаһын белһендәр. Ундай эштәрҙе ҡатындарынан алда, йүгереп йөрөп, башҡарырға тейеш түгелдәр, тип һанайым. Ә ир-егеттәргә ҡағылышлы йомоштарҙа, унда инде һүҙ ҙә юҡ, эшләһендәр. Иршат менән дә, нисектер, шулай өйрәнгәнбеҙ. Беҙ бер нә­мәне лә кәңәшләшмәй эшләмәйбеҙ, һәр кем үҙ фекерен мотлаҡ әйтә, әммә кәңәшләшкән хәлдә лә, ирем күберәк ҡатын-ҡыҙ иғтибарын талап иткән нәмәләргә бик ҡыҫылмай. Мин дә ирҙәр генә башҡара торған эштәргә, һин, әйҙә, шуны эшлә, тип бер ҡасан да өндәшмәйем. Һәр нәмәнең үҙ яйы, ул үҙе белә. Малайҙар менән дә шулай. Иршатҡа рәхмәт, улдарын хеҙмәткә ылыҡ­тыра белә. Ул, ғөмүмән, эште кешегә ҡушып эшләргә яратмай, шул һыҙаты ла ярҙам итә. Бына Илгиз 7-се синыфты бөткән йылда, атаһы менән икәүләп кенә заманса материалдар ҡулланып, өйөбөҙҙөң башын ябып ҡуйҙылар. Ҡала балалары өсөн ситтә ниндәйҙер хужалығың булыуы шул тиклем мөһим. Шунда тормошта кәрәкле бөтә эшкә өйрәнәләр. Аталары менән, нисә йәштә булыуҙарына ҡарамай, төҙөлөштө лә бергә алып баралар, баҡса эштәрен дә. Утын алып килгәй­нек, ҡыҙыҡ күреп ҡарап торҙом, ҙур­ҙары ярай инде, Ильяс, йәш ярымлыҡ ине әле унда, утын тотһонмо, тап эләк­терһенме, эләгә-йығыла бүтәндә­ренән ҡалмай, ташый. Шул ябай ғына нәмә­ләр, күренештәрҙә сағыла бит бергәлек, бәхет тә. 

Һуңғы ваҡыт Ай календары менән мауығып киттем. Уйлап ҡараһаң, ата-бабаларыбыҙ шуның буйынса йәшәгән бит. Унда һәр нәмә нигеҙләнгән. Ай башында, тулғанда, бөткәндә үҙемдең өйҙәгеләрҙе күҙәтеп, кеше кәйефенә иғтибар итергә өйрәндем. Төрлө саҡта эшләргә көстәре, сәм, дәрттәре лә үҙгәрә. Көндәлектә шуны күҙ уңында тоторға тырышам. Гөл үҫтергәндә лә ярҙам итә. Гөлдәрем күп, өйҙә генә түгел, күршеләр менән уртаҡ майҙансыҡта ла, йорттоң ҡаттары араһындағы баҫҡыста ла тулып ултыралар. Морат улым, әсәй, баҫҡыстар араһындағы оранжереяны бүтән ҡаттарҙағы апай­ҙар ҙа экскурсияға килеп ҡарайҙар, ти. Былтыр йорт алдында ла сәскәләр ултыртҡанда, башҡа ҡатындар ҙа дәрт­ләнеп ҡушылды. Ҡала ситендәге шәхси өйөбөҙ тирәһен дә төрлө гөлдәр менән биҙәргә яратам.

Балаларҙың киләсәген уйлайым. Хәҙерге ҡатмарлы заманда үҙ теләге, үҙ юлы, тип кенә әйтеп булмай. Үҫмер бала, нимәгәлер ылыҡһа ла, ҡайһы һөнәрҙең уға нисек тап килерен, тормошта уны ҡалайтып ҡулланырын күҙ алдына килтерер хәлдә булмай әле. Тәжрибәнән сығып, дөрөҫ йүнәлеш бирергә тейешбеҙҙер. Башта тормошта гел кәрәккән, донъяуи һөнәр алһалар, насар булмаҫ. Артабан инде үҙҙәре ҡарар. Илгизде шул уйҙан, туғыҙынсыны тамамлау менән, автотранспорт техникумына алып барҙыҡ. Ул техникаға әүәҫ, һыҙмаларын бик теүәл эшләй, тип маҡтап ҡына торалар. Быныһын уҡып бөтһә, тотоп алып эшләрлек һөнәре була. Артабан да йүнәлеш бирербеҙ, уҡыу йортон унда инде аңлы рәүештә һайлап, белем алыуын дауам итер, тип уйлайбыҙ, Алла бирһә. Морат иһә кеше хәлен белешергә, күңелен күрергә ярата, моғайын да, яҡшы табип була алыр ине. Үҙе лә шулай ти. 

Әрме хеҙмәтенә килгәндә, мин бик икеләнәм, тик аталары һаулыҡтары етһә, барһындар, егет кешегә ул тормошта ла, эшкә урынлашҡанда ла кәрәк була, ти. Балаларға бер-беребеҙҙең фекеренә ҡаршы килгән кәңәштәр бирмәйбеҙ. Улдарым уйнарға сыҡҡанда ла, минән һораһалар, атайығыҙҙан һорағыҙ, тием. Атай һинән һорарға ҡушты, тип, кире килеп һорайҙар шунан. Ҡыҙ тәрбиәләһәм, ҡайһы нәмәне, бәлки, үҙем хәл итер инем, малайҙар булғас, яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алмайым (көлә).

Йыш ҡына, эшләп йөрөнөң-йөрөнөң дә, ҡапыл декретҡа киттең дә барҙың, кире сыҡһаң, бөтә нәмәне өр-яңынан төшөнөп китеүе генә ни тора, тиҙәр. Кеше эш өсөн генә тыумай бит ул. Ҡатын-ҡыҙҙың ғаилә усағын йылытып, йортоноң яҡты мөйөшөн күреп, ваҡыты-ваҡыты менән өйҙә ултырып алыуы дөрөҫтөр, тием. Сөнки мин бәләкәс менән ултырғанда башҡаларға ла рәхәт. Бала өсөн өй йылыһын тойоп үҫеү бик мөһим. Ѓаилә менән төшкө, киске ашҡа йыйылыу – күңелле мәлдәрҙең береһе, үҙенә күрә тәрбиә лә. Тағы ла бер-береһен хәстәрләп, ололары бәләкәсен ҡарап өйрәнделәр – уныһы ла яҡшы. Дәртле, күңелле итеп йәшәгән кешеләргә һәр ваҡыт һоҡланып ҡарайым, үҙем дә һәр шөғөлдән йәм, тәм табам, һәр тыуған көнгә ҡыуанып йәшәйем. Күңел һалған кешегә шул тиклем өйрәнер, ҡыҙыҡ­һыныр, шөғөлләнер нәмә күп тормошта. Кеше ни уйлаһа – алдына шул килә, тиҙәр бит. Матур уйҙарға, күркәм шөғөлдәргә йышыраҡ тартылайыҡ. Тормоштоң төрлө сағы була. Әммә барыһы ла үтә: яҡшыһы, насары ла, уңыш та, уңышһыҙлыҡ та… Барыһына ла дөрөҫ баһа биреп, кисереп үткәреп ебәреү өсөн ҙур сабырлыҡ кәрәк. Һаулығы булған кеше донъяны ауыр­һынып көтөргә тейеш түгелдер. Интернетта, «Бәйләнештә» сайтында “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы” тигән төркөмөм бар. Унда ла мин гүзәл заттарҙы һәр көндөң ҡәҙерен белеп, тормоштоң йәмен күреп йәшәргә өндәйем. Иртәнсәк хәйерле иртәләр теләп, матур һүрәттәр, дәртле йырҙар ҡуйып күңел­дәрен күтәрергә тырышам. Ошо ябай ғына хеҙмәтем өсөн әллә күпме рәхмәт ишетәм. Рәхмәттәре өсөн үҙем дә бик рәхмәтлемен. Үҙеңде тәрбиәләүгә килгәндә, ваҡыты- ваҡыты менән табиптарға күренеп алыу мотлаҡтыр. Тырнағым буяулы, уны эш­ләмәйем, мин диетала, һеҙгә лә ит бешермәйем, тигән ашыныуҙар минең өсөн ят. Һәр нәмәлә сама кәрәк. Бассейнға йөрөргә яратам. Тыуған яҡтарыма ҡайтып, Инйәр буйҙарын ҡы­ҙырып, әсәйем менән серләшеп, йәнемә ял алам.

Минең өсөн ысын ирлек сифаты – ялҡау булмаһын! Ул яҡтан, шөкөр, иптәшем ғаиләне лайыҡлы ҡарай. Ял көнөнә лә, йәйге ялына ла хужалыҡ эштәрен билдәләп ҡуя. Был тәңгәлдә улдарыбыҙға иң яҡшы миҫал – аталары. Беҙ план менән йәшәргә яратабыҙ. Йәйгеһен – ҡышҡа, ҡышын йәйгә план ҡороп, башҡараһы эштәрҙе самалайбыҙ. Ата-әсәйем дә шулай булды. 

Улдар тәрбиәләгәс, уларҙың кемгә иш булыуҙарын да уйлайһың. Ҡатын-ҡыҙ тормош ауырлыҡтарына бирешеп бармай ул, ә ирҙәр өсөн бигерәк тә тормошта ҡатындан уңыу мөһимдер. Шуға ятһам да, торһам да тәүфиҡлы, тәрбиәле килендәр тап булһын инде, тип теләйем. 

Эшкә килгәндә, тапшырыуымды – «Яҙмыштарҙа ете йәйғор төҫө»н, инде нисә йыл эфирҙа булмаһа ла, һаман онотмайҙар, әленән әле Интернет аша яҙып, һорашып тора­лар. Киләсәктә лә үҙемде кешеләр тура­һындағы проект­тарҙа күрәм. Барыһына ла һәр ваҡыт үҙе кеүектәр яҙмышын белеү ҡыҙыҡ, фәһем алыу мөһим. Тамашасы бит үҙенә көс өҫтәр, йән аҙығы булырҙай тапшырыуҙарға ылыға. Кешенең үҙе, һөнәре хаҡында ғына түгел, эске донъя­һы, төрлө хәлдәрҙе нисек кисереүе, һынауҙарҙы нисек үтеүе тураһында ла һөйләгем килә. Элек, гел генә команди­ровкаларҙа йөрөп йонсоп киткәндә «Уф, арыным», – тиһәм, әсәйем, улай тимә, ҡыҙым, ҡәҙерен бел, мәл генә бит ул, ти торғайны. Ысынлап та, ул осор миңә ҙур тормош мәктәбе булды, геройҙарыма ҡарап үҙем дә үҙгәрҙем. Элек үтә дөрөҫ, башҡаларға ҡарата ҡәтғиерәк инем. Тапшырыу­ҙарым аша шул тиклем матур күңелле кешеләр ме­нән таныштым, шул үҙе ҙур бәхет». 
Өҫтә генә ятҡан тәрәнлектәргә иғтибар иттерә, бәхет асҡысының ҡырҙары бер ҙә ҡатмарлы семәрҙән түгел икәнен аңғарта белә ул хәстәр­лекле әсә, гүзәл ҡатын, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған журналист – Альбина Фәйзуллина.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook