«Рәхмәтлемен яҙмыш тигәнемә!»

Фәндиҙә ХАРРАСОВА

Мин асылым менән хаҡланам

Төркәй ҡыҙы, тиеп, ҡаршылайҙар,
Сығыу менән баҫыу ҡапҡаһын.
Төркәйемдән алда ни эшләп һуң
Исем-шәрифтәрем аталһын.

Һис үпкәм юҡ, ялан тәпәй йөрөп,
Ер йылыһын тойған электән,
Исеменән бигерәк есемендә
Ауылының рухын йөрөткән.

Ғорурланам, эйе, миндә лә шул
Яҙылмаған ҡанун һаҡланған.
Мин исемем менән генә түгел,
Ә асылым менән хаҡланам.

Йыраҡтарға юлланамын икән,
Танышамын, мин, тип, Благовар.
– Ә, шул яҡтың ҡыҙымы ни,
тиҙәр, –
– Благоварҙа, тиҙәр, бары бар!

Килешәмен, эйе, бары ла бар,
Төйәк күрке булыр – таланттар:
Игенселә, ябай төҙөүселә
Үҙ хеҙмәтен данлар һәләт бар!

Ә инде ят ҡитғаларҙы гиҙеп,
Яҙмыш һынауҙарын үткәндә,
Башҡортостандан мин, тиеүем дә,
Абруйымды, мәгәр, күтәрә.

Йылыналыр ҡараш, тәмләнә тел,
(Татығанмы башҡорт балдарын?)
– Ҡурайҙы беҙ ишеткән бар, –
тиҙәр, –
Үҙенсәлекле бик моңдары.

Ә бит бында – ерем, илем рухы,
Һалынмай ул нота - ҡалыпҡа.
Шул рух беҙҙе кешелекле итә,
Ҡөҙрәт бирә һәм дә таныта.

Янайыҡ әйҙә,
йылы һирпеп янайыҡ

Данлы ҡырҡ биштә тыуғанһың һин,
Тарихты ул һиңә яҙаһы,
Лайыш һурпалары һемереп тә
Үҫә икән әҙәм балаһы...

Сит тарафҡа килеп, үҙ булғансы,
Йылдар аҡҡан, аҡҡан һыу һымаҡ,
Ағиҙел һәм Иҙел бөгөн инде
Күңелеңдә һинең ҡушылған...

Хаҡ Тәғәлә үҙе юл күрһәтеп
Тапшырғандыр хәйер-доғаһын.
“Уф Аллаға” егелһәң дә, шуға
Тайпылмайса, юлдан бараһың.

Тауышлылар бөгөн майҙан ҡормаҡ –
Даулашҡандың дан-шөһрәте арта,
Ә асылда, һиндәй егеттәр бит
Дәүер тынын, рухын яңырта.

Баҡҡан ҡиблаң гел ғәҙеллек булһын,
Буталғанда аҡ һәм ҡараһы.
Бирешмә, һин ҡырҡ биштә тыуған,
Һин бит, йәнем, Еңеү балаһы.

Офоҡтарҙа инде шәфәҡ дөрләй...
Уйланмайыҡ әле был хаҡта,
Янайыҡ беҙ, йылы һирпеп, дөрләп
Йәшәү тигән бөйөк Ғазапта!

Рәхмәтлемен яҙмыш тигәнемә
Романс
Һағынамын, өҙөлөп һағынамын
Күҙҙәреңдең балҡып ҡабынғанын.
Мин генәме икән табынғаның –
Ҡарашыңдан яуап эҙләй йәнем...

Мин түгелдер тәү ҡат һөйгән йәрең,
Һуңғыһымын тип тә йыуанмамын.
Һарыламын бары иңдәреңә,
Рәхмәтлемен яҙмыш тигәнемә.

Әрнемәйек, һөйөү һуңламаған,
Ул бит күрәсәкте уҙалмаған.
Үтенәмен, яҙмыш, ҡабаланма,
Биргәнеңде берүк тартып алма.

Ғәфү һорап, ҡыуам үткәндәрҙе –
Вәғәҙә – иман, тиеп көткәндәрҙе.
Һарыламын һинең иңдәреңә,
Рәхмәтлемен яҙмыш тигәнемә!




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook