Күңелендә ҡояш йәшәй

Күңелендә ҡояш йәшәйБөгөнгө геройым да тап шундай дан ҡатындар затынан. Белорет районы Береш ауылы һылыуы Маһинур апай Шаһисолтанова бөгөнгө көндә биш баланы аяҡҡа баҫтырып, ейәндәре, бүлә­ләренең бәхетенә һөйөнөп йәшәй. Яҡындары өсөн төп таяныр терәк тә, ярҙамсы ла, серҙәш тә ул. Олоғайған көнөңдә ҡә­ҙергә төрөнөп, оло хөрмәткә эйә ағинәй булып йәшәү өсөн әллә ниндәй юғары уҡыу йорттары тамамларға ла, “текә” урындар биләргә лә кәрәкмәй. Бары тик тәбиғәт тарафынан һалынған асылыңа – әсәлек бурысыңа тоғро булыу, уны намыҫ менән атҡара белеү генә шарт. Ана шул ғүмер буйы бөртөкләп яуланған ысын абруй ғына кешене ҡартайған көнөндә башҡалар алдында һөйөклө итә, бәхетле яһай. Әңгәмәсемдең ябай булмышына, матур күңеленә, түңәрәк донъяһына ҡарап, аңғармаҫтан ошондай һығымта яһаным.

– Ун ике бала араһында баш бала булып үҫтем. Ауылыбыҙҙа дүрт йыллыҡ мәк­тәпте тамамлағас, артабан Асыла уҡыным. Бәләкәй генә интернатта етмеш-һикһән бала йәшәй торғайныҡ. Тороуыбыҙға йыуынғыстағы һыу боҙ булып туңа ине. Әммә балалыҡ менән ауырлыҡтарға әллә ни иҫ китеп барылмаған. Ун етем тулып килгәндә тормошҡа сыҡтым. Ул ваҡиғаны ла өләсәйемдең һүҙе хәл итте. Ике туған йәштәш апайҙарым береһе комсомол путевкаһы менєн Североморскиға, икенсеһе тракторсылар курсына сығып киткәйне. Өләсәйем шуны өнәмәй, уйланып йөрө­гәндер инде, ниәте хәҙер нисек тә мине янда тотоп ҡалыу булғандыр. Ҡыҙҙарҙың уңғаны кейәүгә сыға ла донъя көтә ул, тине. Уның һүҙе закон була торғайны, атайым: “Љыҙым, һин кейәүгә барырға ризамы?” – тип ћораны. “Эйе, мин Әмир ағайға барырға риза”, – тинем. 1963 йыл өйләнештек, Берештамаҡта өс ай ғына йәшәнек, тормош иптәшем Ямашты яғын күреп йө­рөп ҡайтты ла, унда тормош еңелерәк, леспромхоз көслө, тигәс, кәңәш итеп, күсендек. Ун ете йыл йәшәнек унда. Балалар әҙерәк ҙурая биргәс, иптәшемә ярҙамға эшкә төштөм. Ул мастер ине, мин десятник булып ағас үлсәп йөрөп, иҫәп-хисап эшен ныҡлап өйрәндем. То­ра-бара икәүләшеп леспромхоз магазинына һатыусы булып күстек. Аҡсалыраҡ эш тинек, сөнки Әмир ҙур ғаиләнән, минең дә бә­ләкәй туғандарым күп, уларҙы ҡарашыр кәрәк ине. Шунан ғүмер буйы һатыу эшендә булдым. 1979 йылда тормош ип­тәшемдең тыуған ауылы Зөйәккә күсеп ҡайтҡас, ауыл мага­зинында эшемде дауам иттем. Һөнәремде лә, халыҡты ла шул тиклем яраттым, бер тапҡыр кеше менән һүҙгә килешкәнемде хәтерләмәйем, ғәҙел ҡарарға тырыштым, хисап эшендә яңылышып, өҫтөмә сығар­ғаным да булманы, Хоҙайға шөкөр! Мага­зин бит ул саҡтарҙа ауылдың төп мәғлүмәт үҙәге лә ине, кеше күреп, һөйөнөс һәм көйө­нөстәре менән уртаҡлашыр өсөн дә килә ине халыҡ. Норма ваҡыттарына тура килеп, бер әс­мүхә сәйҙе икегә бүлеп, келәттә меңәр­ләгән тоҡ он ятҡанда ла, ондо кеше башына туғыҙ килонан ғына һатып торған саҡтар бар ине. Кешенең хәленә лә инергә тырышаһың, әммә өҫтән төшкән бойороҡто ла үтәмәй хәлең юҡ. Әле булһа һирәкләп урам яғына сыҡһам, һатыусы Маһинур апайыбыҙ, тип ҡосаҡлап алалар, шунан оло баһа кәрәкмәй ҙә. Беҙ эшләгән саҡта етәкселектән дә уңдыҡ. Кешене, ниндәй һөнәр эйәһе ге­нә булмаһын, эшенә ҡарап баһалай ҙа белделәр. “Социалистик ярыштағы уңыштар өсөн”, “Иҡтисади бәйгеләге еңеүҙәр өсөн” ти­гән почет грамоталарымды һирәкләп сы­ғарып ҡарап, эшләп йөрөгән ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөп алам. “Әсәлек даны”, “Хеҙ­мәт ветераны” миҙалдарынан, “Сауҙа өл­кәһендәге ғәҙел һәм фиҙакәр хеҙмәт өсөн” билдәләренән дә ҡалдырманылар, шөкөр! Күңел һалып башҡарған эшеңде күрә белеүҙәре үҙе бер ҡыуаныс!

Тормош иптәшем дә, мин дә көнө бу­йы эштә булғас, донъя көтөү тулыһынса тиерлек балалар иңенә төштө. Улар, әмәл­гә ҡалғандай, тырыш, ярҙамсыл булды. Хужалығыбыҙ ҙур ғына ине, элек бит хәҙерге һымаҡ магазиндар бай булманы, үҙең етештерә, таба белһәң – бар, йыбан­һаң – юҡ ине. Тәүге өс улым бер-бер артлы ғына тыуғанға күрә, бер-береһенә ярҙамлашып, терәк булып үҫтеләр. Һәр љайћыныћының тәғәйен эше бар ине. Олоһо Ғамир мал менән булһа, уртансы­һы Дамир ашарға бешерә, Флүр ҡустыһы менән һеңлеһен ҡарай. Аҙаҡ, тағы ла ҙу­райыбы­раҡ, ҡул араһына ингәс, һәр береһе аш-һыу тәрбиәһенә өйрәнде. Мин эшләгән­дә бер баламды ла ситкә ҡыуманым, әсәй, мин дә мин, тип, бергә болға­нып, ҡуша йөрөнөләр. Хәҙер береһе өсөн дә ҡайғырмайым, ас та, яланғас та ултыр­маҫтар. Кәрәк булһа, туҡмас та ҡырҡалар, ҡоймаҡ та ҡойоп ебәрәләр, һис ҡатын-ҡыҙ эше бит әле тип тормайҙар. Аллаға шөкөр, дүрт улым да ҡыҙҙар һымаҡ ипле, ҡыҙым егеттәр ише тәүәккәл. Һәр береһе ғаиләле, бала-сағалы, йортло, эшле, үҙ-ара татыуҙар, әсәй өсөн шунан да ҙур бәхет юҡтыр, күҙ генә теймәһен үҙҙәренә!

– Маһинур апай, балаларығыҙ менән серҙәш булыуығыҙ һоҡландыра. Ҡыҙығыҙ ғына түгел, улдарығыҙ ҙа һәр ғәмәле ха­ҡында тиерлек кәңәшләшеп, күңелдәренә йыйылғанды һеҙгә һөйләп асылыуҙан ҡурҡмай. Ошо үҙ-ара дуҫтарса яҡынлыҡ күп ғаиләләргә етмәй, егеттәрҙең үҙҙә­ренә йомолоп, яңғыҙлыҡҡа дусар булып, хатта эскегә бирелеп китеүенә лә килтерә, минеңсә.

– Мин бер ҡасан да балаларымдан кисерештәремде йәшермәнем, һәр береһенә асылып, яҡшы яҡты ла, насарын да һөйләй барҙым, шулайтып улар мине йыуатып, миңә кәңәш биреп өйрәнгәс, аҙаҡ үҙҙәренең тойғолары, хәлдәре менән уртаҡлаша башланылар. Күңелдәрен ҡайтармай, ситкә тибәрмәй, ипләп кенә һәр береһенә үҙем аңлағанса кәңәш итергә тырышам. Ышанысты яулап алыуы еңел түгел, ләкин уны юғалтыу ҡурҡынысы тағы ла көслөрәк. Шунан бынауындай ҡатмарлы донъяла балаға әсәһе лә терәк, серҙәш булмаһа, ул нисек була инде ул. Беҙ эшләгән хаталарҙы һеҙ ҡабатлап ҡуймағыҙ, тип иҫкәртә барам. Кеше бит ул хаталанмай тормай, мәлендә бер-береңде аңлап, сабырлыҡ менән төҙәтеп барһаң – шул һәйбәт. Балаларығыҙға дөрөҫөрәк тәрбиә алып барығыҙ, берегеҙ асыуланғанда икенсегеҙ ҡыҫылмағыҙ, алдында яҡлап сыҡмағыҙ. Уның хаҡында үҙе булмағанда һөйләшеп кәңәшләшегеҙ, тием. Икәү-ара, һин хаталы бит әле, улай ярамай, тигәнде бала-саға ишетмәһен ул. Беҙ балалар алдында үрәпсеп сығып, бер-беребеҙҙең һүҙен ҡыйманыҡ, бик йөрәк һыҙ­лаған саҡтар булһа ла, Әмир өндәш­кәндә, мин сабыр иттем. Иптәшем дә, әсәйегеҙ әйткән икән, закон, ти торғайны. Әммә мин аталары уҫал тип, уларҙы ҡырға ла этәрмәнем, айырым алып һөйләшеп, һәр мәсьәләне яңынан, тыныста асыҡлап, ғәйеп үҙегеҙҙә, атайығыҙ дөрөҫ әйткән, тип ваҡытында әйтеп, аңлатып барҙым.
Йәй һайын ейәндәрем дә ауылға ҡайта, ата-әсәләренә ҡарап, улар ҙа миңә тартылды, хәҙер һәр эштә өләсәйҙән фатиха алырға күнегеп киттеләр шикелле. Бына кисә генә Булат ейәнем үҙ пландарын асып, өләсәй, шулайыраҡ итһәм нисек булыр икән, ошонда-ошондай уй­ҙарым бар, тип һөйләп алды. Ҡала балаһы булһа ла, донъя көтөүгә ихлас, илгәҙәк үҙе. Өләсәй, быйыл һуғымға йылҡы алһам, нисек була, нисә кило ите сығасаҡ, ҡалайтып һайларға һәм башҡа ауыл тормошона һәм хисапҡа бәйле һорауҙарын ҡойоп ҡына тора ул. Әйткәнемә ҡолаҡ һала үҙе, шөкөр! Башҡалары ла эргәмдән китмәй, оло кеше тип тормай, замана эштәрендә минән кәңәш итеүҙәренә ҡыуанам.

Балаларҙы бит ул махсус тәрбиәләп ултырмайһың, күмәк ғаиләлә улар бер-береһен ҡарай, тыя, төҙәтә, тәрбиәләй. Бергәләп шахмат, шашка, домино уйнап үҫтеләр. Аталары гармунсы булғас, малай­ҙарым да уйнарға өйрәнде, йәйгеһен гармун тартып бейешеп, мәж килә торғайныљ. Ҡайҙа уҡырға инәм тиһәләр ҙә, ҡаршы булманыҡ. Үҙҙәре лә яҡшы өлгәште. Һы­уыҡ үткәреп, грипп менән ауырып ҡаҡ­шатманы, күмәк бала ныҡ булып үҫә бит ул, бере беренә терәк тә. Береһе сабый сағында сырхауат (рахит) булып алды, табипҡа алып барғайным, үҙегеҙҙең дауалаусыға алып бар, тигәс, әбейгә йөрөт­төм, шулай үтеп китте. Ә кесе улымдың сабый сағындағы диатезын һеҙҙең журналдың тәүге һандарының береһендә сыҡҡан ысул менән, ерек йә имән ҡайырыһының итен генә ҡайнатып, төнәтмә­һенә мамыҡ манып, шуны баҫырға, тигән кәңәште файҙаланып дауаланым. Үлән йыйырға яратам. Мал йәнлемен. Бәләкәй­ҙән ҡул эше тоттом. Әле ейәндәремә ойоҡбаштар бәйләйем. Улдарым йөн илә­гес алып биргәйнеләр ҙә, тик ҡул менән иләүҙән йәм табам, машинкаға бик ашыҡ­ҡанда ғына тотонам. Балаларыма ул свитер, башлыҡ, гамаш, барыһын да бәйләп кейҙерә инем. Ул саҡта “спорт” тигән яҙыу модала ине, кәпәстәренә ҡыҙылдан шулай тип бәйләп яҙа инем әле. Һырып сигергә яратам, йәшерәк саҡта, ҡорған-шаршауҙарға ҡытлыҡ булғанда, мин сик­кән ҡорғандарҙы сират тороп һатып ала инеләр. Хәҙер күңел өсөн тип ҡулдан энә төшөрмәйем. Унан бармаҡтарға ла сигеү килешә, быуындарҙағы тоҙҙар күҙгә күренеп кәмеп китә, һыҙлауы баҫыла.
– Йортоғоҙҙан да ниндәйҙер яҡты йылылыҡ бөркөлгәндәй, ҡоттоң сере нимәлә икән?

– Бөтәһе лә кешенең күңел торошонандыр ул. Әсә кәйефһеҙ йөрөһә, уға ҡа­рап балалар ҙа бошонҡо була, бөтәһе лә бәйле ул. Шуға мин донъяла күп нәмә әсәйҙән тора тип аңғарам. Ирҙең кәйефен дә һин күрәһең, ир кешенең күңелен тө­шөрөү – ике тин дә бер аҡса, бер ауыҙ һүҙ етә. Улар бит күңелдәре менән бары­бер ҙә бала һымаҡ. Атай менән әсәй ара­һы йылы булһа, балалар ҙа шат. Эсеңдә дөрләп уттар янған саҡта ла дарҫ-дорҫ йөрөмәһәң, йылмайып-көлөп торһаң, бала күңеле бөтөн була. Сабый кешегә китек күңел менән йәшәүе бер ҙә еңел түгел бит ул, уның киләсәк яҙмышы, нин­дәй холоҡло булыуы әсәнең балаға ни ҡәҙәрем аяулы була белеүенән дә тора. Ҡатын кешегә әртис булырға кәрәк инде ул, уға ла һәләт кәрәк, унһыҙ булмай, сөнки теләйһеңме, теләмәйһеңме, һинең кәйефең ирҙә лә, балаларҙа ла сағыла. Ул яҡлап килендәремдән шул тиклем уң­дым, бына бөгөн генә рәхмәт әйтеп алдым әле, балаларҙы яҡшы тәрбиәләйһегеҙ, улдарым ҡараулы, тип. Ҡыҙыма бәләкәй сағында, ҡайһы саҡ турһайыбыраҡ китһә, улай асыуланып йөрөмә, һиңә бит шул тиклем йылмайыу килешә, ти инем, “әтеү, әсәй, гел көлөп кенә йөрөйөм дә ҡуям”, ти торғайны шунан, йөҙө яҡтырып.

Тормош иптәшем дә яҡшы булды, эс­мәне, ғәҙел эшләне, тормошобоҙға урлыҡ, алдаҡ керетмәне. Бойоғоп, бошоноп йө­рөгән сағы ла булманы, бик күңелсәк ине ул. Урыны ожмахта булһын инде! Бер-беребеҙгә таяныс булып донъя көттөк. Тормош ныҡ ауыр булды тип зарланырлыҡ түгел ул, һәр замананың да үҙенә күрә ҡыйынлығы була, үҙеңсә еңелләштерергә тырышып йәшәйһең инде. Күмәк баланы ла ҡарауы бер ни түгел, үҙеңде тәртиптә тотһаң, балаларың да һиңә ҡарап тартыла, тормош мәшәҡәттәрен еңергә өйрәнә ул.

Маһинур апай Шаһисолтанованың һәр әйткәне – үҙе оло һабаҡ. Һөйләүенән бигерәк үҙ өлгөһө менән иғтибарҙы йәлеп итә, ылыҡтыра ул. Ҡул эштәре менән йортон биҙәргә әүәҫ булһа, күңелен ши­ғыр уҡып баҫырға ярата икән. Тағы ла көндәлектәр алып барырға, тәҙрә төптә­рен, баҡса тултырып гөлдәр үҫтерергә лә өлгөрә. Ә иң төп хәстәре, шулай ҙа – балалары. Донъяның тәмен тойоп, йәмен табып йәшәй белеү маһирлығы бар унда. Ғүмере буйы ҡояш аҡылы менән йәшәгән ул, башҡаларҙан әллә нәмәләр талап итмә­йенсә, гел йылытҡан, кеше күңелдәренә яҡтылыҡ, яҡшылыҡ өләшкән. Аҫыл ағи­нәйҙең күңеле һәр ваҡыт әлегеләй нурлы һәм түңәрәк булһын!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Белорет районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook