«Башҡортостан ҡыҙы» яҙмышыма яҙылған

Бер көн ҡабаланып ҡына редакцияға килеп инһәм, тулы кәүҙәле, оҙон буйлы өлкән йәштәге бер инәй ҡабул итеү бүлмәһендә мине көтөп ултыра.
Кабинетыма саҡырып индерҙем.

– Мин һиңә тиклем эшләгән апайың­дың әсәһе булам. Ҡыҙымдың әйберҙәре ҡалғандыр, шуларҙы алайым, уның урынында эшләгән кешене лә күрәйем, тип ингәйнем, – ти инәй. Иламай, зарланмай, тауышы ла ҡәҙимгесә көр ишетелә, тик күҙҙәре генә һағыш менән тулы. Инәйгә алдан тултырып ҡуйған пакетты бирҙем (әлдә генә ремонттан һуң сыға­рып ташламағанмын). Юлдан килгән оло кеше һыуһаған. “Һарыштан икәнлегеңде ишеткәйнем, кем ҡыҙы һуң һин?” – тип ипләп кенә һораштырып та ала сәй эс­кәндә.

Киткән саҡта күңеле булып: “Күрше ауыл ҡыҙы, белгән-күргән, хөрмәт иткән кешеләрҙең балаһы икәнһең, иҫән-һау эшләргә яҙһын инде һиңә, минең ҡыҙым күргәндәрҙе күрергә яҙмаһын”, – тип, арҡамдан һөйөп сығып китте.
Апайҙың һуңғы шәхси әйберҙәрен тапшырғас, әсәһенең фатихаһын ишеткәс кенә, күңелем тынысланып, борсоу уйҙарҙан арынып, ҡанатланып, сәмләнеп яңы эшемде дауам иттем.

Редакцияла хеҙмәткәрҙәремдең ышанысы арта барыуын тоям.
Иртән эшкә килгәс тә, бүлмәләренә инеп, хәлдәрен һорашып сығам. Журналға ҡағылышлы һәр эште улар менән кәңәшләшеп башҡарам. Яңы идеялар, тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итеүселәрҙе дәртләндереп ебәрергә тырышам, премия, гонорар яҙып, уйланыбыраҡ, сәмләнеберәк эшләргә стимул тыуҙырам. Гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы, гонорар элек тә ҙур булманы, әле лә шул уҡ хәл. Профессиональ һәләттән тыш, фанатик булырға кәрәк беҙҙең эштә. Шунһыҙ ижади эшләү мөмкин түгел.

Күптән түгел генә фатирһыҙ интеккән етәксе булараҡ, хеҙмәткәрҙәремде фатирлы итеүҙе үҙемдең төп бурысым итеп ҡуйҙым. Йәшәргә урыны булмаған кешенән нисек итеп эш талап итмәк кәрәк?! Журналистың эше редакцияла ғына бөтмәй, очерк, мәҡәләләрен ул, ғәҙәттә, өйгә ҡайтҡас, төндә ултырып яҙа. Кәрәк булһа, һыуыҡ, буран-маҙар тип тормай, командировкаларға сығып китә. Ә унан арып-талып ҡайтып ял итер урыны ла булмаһа, ул нисек итеп башҡаларға редакция исеменән фатир юллашырға, тормош шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләрен күтәрергә күңеле төшһөн?

Хеҙмәткәрҙәрем менән яҡынданыраҡ таныштырып китәйем. Иң өлкәне – Яматов Зариф Сәлимгәрәй улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, алты бала атаһы, биш улдары, бер ҡыҙҙары бар. Ҡатыны Фәүзиә апай – йорт хужабикәһе. Журналдың яуаплы секретарының наҡыҫ ҡына эш хаҡына нисек йәшәй, балаларҙы кейендереп, ашатып, уҡыта алдылар икән ҡала ерендә, әле лә аптырайым. Ағай асылып өй хәлдәрен һөйләп бармай. Ошондай шарттарҙа йәшәп тә һәр саҡ ябай, бөхтә кейенеп йөрөй, оптимист рухлы, ғәҙел, кешеләргә ҡарата ихтирамлы, ярҙамсыл кеше. Башҡаларға ла, үҙенә лә талапсан. Ул редакцияла саҡта, эштә һәр саҡ тәртип булырына, материалдарҙа хата китмәҫенә шик юҡ. Тәүге етәкселек айҙарымда, йылдарымда миңә күрһәткән ҡурсалаулы мөнәсәбәте, фәһемле кәңәш­тәре, башҡа хеҙмәттәштәрем менән араларҙы көйләүсе булараҡ күрһәткән изгелектәрен һис ҡасан онотаһым юҡ. Мин дә уға ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә тырыштым. Үҙе мәҡәләләр яҙмағас, редакцияға русса яҙылып килгән материалдарҙы тәржемә итергә бирә инем. Журнал сыҡҡас, мул ғына гонорар яҙам. Тәр­жемә өлкәһендә унан оҫтарағы булмағандыр ҙа әле беҙҙең арала. Ағай зарланырға яратмай. Минең: “Ағай, һеҙҙең ғаилә хәлен яҡшыртыу өсөн мин нимә эшләй алам?” – тигән һорауыма ла көлөмһөрәп: “Кеше ыңғайына йәшәйбеҙ, бер нәмә лә кәрәкмәй”, – тине. Фәүзиә апайҙы редакцияға саҡырып, ошо уҡ һорауҙы уға бирәм. Ағай алып ҡайтҡан әҙ-мәҙ аҡсаны уға бит көнләп бүлергә, нимә алырға икәнен хәл итергә, нисек тә еткерергә тура килә.

Ағайҙы эш менән ҡайҙалыр сығарып ебәрҙем дә, тәүҙә еңгәгә самауыр ҡайнатып сәй эсерҙем. Оҙаҡ ҡына ихласлап һөйләшеп ултырҙыҡ. Ағай фронтта танкист булған, яралары ла бар икән. Татыу йәшәйҙәр. Тик ике генә бүлмәле “хрущев­ка”ла күмәк бала менән йәшәүе тығыныраҡ, бәләкәс ҡыҙҙан башҡа бөтәһе лә уҡыған малайҙарға дәрес әҙерләү өсөн дә мөм­кинселектәр юҡ икән. Эйе, был хәлде күҙ алдына килтереү ауыр түгел. “Ярҙам итергә тырышырмын”, – тинем апайҙы оҙатҡанда. Күп тә үтмәй, Матбуғат йортонда эшләүселәр өсөн йорт тө­ҙөлөп, типография, редакция хеҙмәткәрҙә­ренә фатир бүлә башланылар. Мин дә коллективты йыйҙым. Фатир мәсьәләһе киҫкен тора. Коллектив бәләкәй булғас, бирһәләр ҙә бер генә фатир бүлеүҙәре мөмкин. Ди­ректорға индем. «Республика гәзиттәрен­дә тиҫтәләрсә йылдар буйы фатирҙарын киңәйтә алмай интеккәндәр күп. Араларында фронтовиктар ҙа бар. Журнал коллективығыҙ ҙур түгел, үҙегеҙ яңы эшләй башланығыҙ, түҙегеҙ. Икенсе йорт һалғас, һеҙгә лә өлөш сығарырбыҙ”, – ти.

Йәш етәксенең сәменә ныҡ тейҙе был һүҙҙәр. “Йә мин һүҙемде һүҙ итеп әле фатир алыуға ирешәсәкмен, йә шулай гел генә ҡатын-ҡыҙ, йәш етәксе, тип киләсәктә лә минең менән иҫәпләш­мәйәсәктәр”, – тип уйлайым. Гәзит редакцияларының үҙҙәренең тәжрибәле, абруйлы мөхәррирҙәре бар. Ә журнал хеҙмәткәрҙәренең мәнфәғәте – минең яуаплылыҡта.

Киттем өлкә комитетына. “Һеҙҙең ярҙамһыҙ булмай. Фатирҙы алты үҫмер балаһы булған һуғыш һәм хеҙмәт ветеранына юллайбыҙ. Уның хәлендәге хеҙмәткәр Матбуғат йортонда башҡа юҡ!” – тим. “Ярай, ҡарарбыҙ”, – тигәнгә риза түгелмен. “Һеҙ директор менән һөй­ләшмәйенсә кабинетығыҙҙан сыҡмайым!” – тим. “Мин генә хәл итмәйем бит ул мәсьәләне, – тип, мине бүлмәһендә ҡалдырып, ҡайҙалыр йөрөп килде лә Урал Насир улы (бәлки, икенсе бүлмәнән тейешле кешеләргә шылтыратҡандыр): – Йә, бар, ҡайт, ут бөрсәһе, уйығыҙ барып сығырға тейеш”, – тине.

Бер нисә көндән исемлеккә ингәнебеҙҙе әйттеләр. “Башҡортостан ҡыҙы”на кесе метражлы дүрт бүлмәле фатир бүле­нә, – тим коллектив ағзаларына, – фатир­ҙы күмәк балалы ғаилә башлығы, яу һәм хеҙмәт ветераны Зариф Яматовҡа бирер­гә тәҡдим итәм. Тауышҡа ҡуяйыҡ”. Зариф ағайҙың хәлен бөтәһе лә яҡшы белә, барыһы ла уны хөрмәт итә. Шулай ҙа фатир мәсьәләһе һәр кемде борсой, бөтәһе лә йәшәү шарттарын яҡшыртып ҡалырға тырыша. Ҡасан төҙөлә әле яңы йорт, бүленәме һуң әле ул журнал коллективына.

– Ниңә бер кешегә дүрт бүлмәле фатир, ә икенселәр ятаҡта йәшәһә лә яраймы ни? – Өс-дүрт хеҙмәткәр ипләп кенә үҙ яғын ҡайыра: – Бер бүлмә метражын икенсе кешегә бирәйек.

– Мин һеҙгә һүҙ бирәм, ваҡыты еткәс, бөтәгеҙ ҙә фатирлы буласаҡһығыҙ, әгәр бер-берегеҙгә ҡаршы килеп ултырмаһағыҙ.
Ышандылармы, әллә башҡаса юл юҡ икәнен аңланылармы, дүрт бүлмәле фатир бер тауыштан яуаплы секретарға бирелеүе хаҡында коллективтың ҡарары ҡабул ителде.

Тыйнаҡ, ғәҙел кеше ине Зариф Сә­лим­гәрәй улы, ауыр тупрағы еңел булһын. Пенсияға ла сығырға өлгөрмәне, мейе­һендә яман шеш таптылар. Операциянан һуң ҡабат эшкә сыҡмаҫын белһәк тә, яуап­лы секретарь алманыҡ, күңеле тө­шөнкөлөккә бирелмәһен, тип, журналға ла уның исемен яҙҙыҡ. Бер саҡ хәл белергә барғас, журналды ентекләп ҡарап сыҡты ла: “Мин ауырыған айҙарҙа сыҡҡан журналдарға фамилиямды ҡуймағыҙ, хата-маҙар китһә, миңә яуап бирергә тура ки­ләсәк бит”, – тине. Шунда ғына мин ағайҙың үҙ ауырыуының ни тиклем етди икәнлеген белмәүен аңланым. Һауығыу хаҡында хыял иткән ул. Аҙаҡҡы көнгә тиклем журнал өсөн дә, үҙенең хеҙмәте өсөн дә яуаплылыҡ тойоп йәшәгән.

Гөлфиә ЮНЫСОВА.
(Редакциянан: Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының яҙмышы хаҡында тулыраҡ уның иҫтәлектәр китабында уҡырһығыҙ. Аҙағы. Башы – 9-11-се һандарҙа.)




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook