“Әлегенең ҡәҙерен беләйек!”

“Байыҡ” башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың халыҡ-ара бәйгеһе тиҙ арала донъя кимәлендә танылып өлгөрҙө.
Йыл дауамында ике меңдән ашыу ҡатнашыусыны йәлеп итеп, баһалама ағзаларын, телевидение хеҙмәткәрҙәрен, хореографтарҙы бер тупҡа туплап, бынамын тигән һөҙөмтә­ләргә өлгәшеү, шул арала халыҡ-ара кимәлгә сығып, төрлө төбәк бейеүселәре менән бәйлә­нештәр булдырыу һәм башҡа ҙур проекттарҙа ғына була торған күҙгә күренмәҫ мең мәшәҡәтте йырып сығыу өсөн ниндәй ҡыйыу, тәүәккәл һәм эшлекле булыр кәрәк! “Байыҡ” бәйгеһенең проект авторы һәм ойоштороусыһы Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаевала ошо һыҙаттарҙың барыһы ла бар. Шулай булмаһа, БЮТ каналының күңел асыу тапшырыуҙары редакцияһын етәкләгән мөләйем ханым “Байыҡ”тан тыш, тағы ла “Баш­ҡорт йыры” бәйгеһен, музыкаль фильмдар төшөрөүҙе ойоштороуҙы һәм бихисап эштәрҙе лә бер юлы алып бара алыр инеме?!

– Ғүмерҙең һәр осоро– күҙ асып йомор мәл генә. Әле миңә яҙмыш тарафынан телевидениела проекттарымды тормошҡа ашырыр мөмкинлек бирелгән икән, шуны файҙаланып ҡа­лырға кәрәк, тип уйлайым. Үҙемде һынап ҡарарға форсат сыҡҡанда, икеләнеп тормай, ятыраҡ өлкәләргә лә барып инәм. Ҡыйыулыҡ тигәндән, ул тәр­биәнән киләлер. Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡыным. Минең һәм класташтарымдың артынан этеп йө­рөткән кеше булманы, тормошта үҙ урыныңды табып, нығы­нып китер өсөн тик үҙеңә генә ышанырға икәнен мин иртә аңланым. Ул әллә ниндәй тә­үәккәллек тә түгелдер, әммә үҙем эш­ләмәһәм, минең өсөн бер кемдең дә ҡыбырламаясағын белеү үҙе үк этәргес көс булып торғандыр, бәлки. Әле бына Яңы йыл кисендә күрһәтер өсөн “Үрғала” тип аталған музыкаль фильм әҙерләйбеҙ. Режиссер Айнур Асҡа­ровҡа ла, сценарий авторына ла алдан әйтеп ҡуйҙыҡ, халҡыбыҙҙың холоҡ-фиғелен, күңел донъяһын сағылды­рырға ынтылайыҡ, тип. Беҙҙең милләт бит мәрәкә ярата, һәр әйткәнендә кинәйә ята, тамаша ваҡы­тында ла бейеп-йырлап ултыра. Шул матур яҡтарыбыҙға иғтибар итергә, үҙ күңелебеҙҙе үҙебеҙ күрергә өйрәнергә кәрәк беҙгә. Профессиональ сәнғәтте лә халҡыбыҙ­ҙың бай фольклоры һәм йолаларына нигеҙләнеп үҫтергәндә отор инек. Көй-моңдарҙағы, бейеү­ҙәребеҙҙәге үҙен­сәлектәребеҙҙе шул уҡ оркестрҙар, балет һәм башҡа йүнәлештәрҙә лә ҡулланып, яңынан-яңы ҡабатланмаҫ әҫәр­ҙәр тыуҙырып була. Эшемде бик яратам, унһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтермәйем. Әле беҙҙең телевидениеның бер матур мәле тип әйтер инем мин. Сөнки эшләгән кешене күрә, баһалай белгән етәкселәр менән эшләйбеҙ. Директорыбыҙ Ғәлим Миңлеғәле улы Яҡупов кешелекле, кеселекле булыуы, ышаныс күрһәтә белеүе менән үҙенә ҡарата хөрмәт тә, һоҡланыу ҙа уята. Беҙҙең берләшмәлә эштәренә мө­киббән кешеләр күп, уларҙан бик уңдым. Яңыраҡ “Башҡорт йыры”на Татарстандан ҡунаҡтар килде, баш­ҡортса сығыш яһанылар. Уларҙың продюсеры, Башҡортостанда үткән концерттар юғары мәҙәниәтле, ипле һәм зауыҡлы булыуы менән айырылып тора һәм тамашасыны арбай, тине, беҙгә һоҡланыуын белдереп. Баҡ­тиһәң, күр­ше республикала беҙҙең каналды яратып ҡарайҙар, хатта интернетта беҙҙең телевидениены һөйөүселәр төркөмө бар икән. Ғөмүмән, эште ихлас башҡар­һаң, ҡөҙрәте лә була, бәрәкәте лә. Хәҙер халыҡ төрлө яңғырауыҡ хәбәрҙән, шаҡ ҡатырғыс яңылыҡтарҙан арыны. Уны бары тик үҙлеге, милли рухы сағылған, кинәйә аша күрһәтелгән музыкаль фильмдар, клиптар менән генә экранға ылыҡтырып булалыр. Был йәһәттән үҙәктәге “Культура” каналы өлгө булып тора, сенсацияға түгел, ә ысын мәҙә­ниәткә, сәнғәткә иғтибар иткән был каналдың рейтингы юғары.

Үҙемә килгәндә, артыҡ тура һүҙлемендер, бәлки, ҡайһы саҡ ул хеҙмәттәш­тәремә оҡшамай ҙа китә. Мин нисек бар шулай итеп, мәсьәләне асып һалып тикшерергә яратам. Шул осраҡта ғына ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшергә була, тип һанайым. Ғөмүмән, беҙҙең ха­лыҡҡа асыҡтан-асыҡ һөйләшергә, хис-тойғоно ситкә ҡуйып, эшлекле диа­лог ҡорорға өйрәнеү зарур. Асыуланһам да, тиҙ онотам, бәлки, миңә шуға еңеле­рәктер ҙә. Зиһенемдән тормошомда ҡа­сандыр булған бөтә насар нәмәләр юйылып бара, уларҙы тәфсирләп иҫкә алып ултырыу – ахмаҡлыҡ, тип уйлайым.

Мине әлеге мәлдә нимә борсой? Моғайын да, күңелдәрҙең һоро төҫкә инә барыуылыр. Кешеләрҙең фекерҙә­рен еңел үҙгәртеүе, был етәкселек тә, депутаттар ҙа бара, тегенеһе лә, тип ғәмһеҙ ҡарауы... Халыҡтың һүҙ ҡөҙрә­тен ҡуллана алмауы, үҙ бәхете өсөн көрәшә белмәүе йәнде әсетә. Выждан, намыҫ, үҙеңә биргән һүҙеңдә тороу кеүек төшөнсәләрҙең юғала барыуы, гражданлыҡ позицияһының юҡҡа сы­ғыуы… Беҙҙең халыҡ бер ҡасан да бө­гөнгөләй һәлкәү һәм моңһоҙ булмағандыр. Үҙ мәнфәғәттәребеҙҙе, бөтөнлөгө­бөҙҙө һаҡлап ҡалабыҙ тиһәк, иң тәүҙә ошолар хаҡында уйланыу фарыз.

Ҡатын-ҡыҙ бәхете гәлсәр менән бер. Бер ҡараһаң түңәрәк, бер ҡараһаң сарпылған. Йәмғиәттәге урының менән шәхси тормошоң араһында алтын урталыҡ табып, күңелеңә ятҡан эш менән шөғөлләнә алһаң, шулдыр бәхет. Минең өсөн иң мөһиме – ҡыҙымдың, яратҡан кешемдең, ата-әсәйемдең именлеге, бәхетле булыуы. Донъя бит ул, иртәгә нимә көтөрөн бер кем белмәй. Әлеге мәлдең ҡәҙерен белеп йәшәү, иртәгәгә өмөт менән ҡарау.

Бик арып китһәм, Гөлсирә Ғиззә­туллина, Әмир Әминев, Нажиә Игеҙйә­новаларҙың китаптарын ҡулыма алам. Башҡорт әҙәбиәтен яратам. Ә иң яҡшы ял минең өсөн – Бөрйән урмандарын ҡыҙырыу, йә Ирәмәл, Ирәндек тауҙа­рына артылыу. Үҙеңде ышаныслы тойоу, ҡыуанып йәшәү өсөн мөхит булдырыу ҙа мөһим. Ыңғай фекерләгән, уңышлы кешеләр менән аралашыу, фекерҙәшлек тә шул тулҡынға көйләй. Тормошобоҙҙоң йөкмәткеһен үҙебеҙ төҙөйбөҙ ҙәһә.
Эше, шәхси тормошо һәм донъяға ҡараштары хаҡындағы һорауҙарыма Баймаҡ районы Йәнйегет ауылы һылыуы Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева ошолай ҡыҫҡа ғына яуап бирҙе лә тағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәренә сумды. Һәр хәрәкәтенән саялыҡ, ныҡлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта нәзәкәтлек тә бөркөлгән йәш етәксегә артабан да эштәренең уң булыуын, ижади асыштар теләйек.

Гөлнара БУРАНҠАЕВА.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook