“Бейеү – йөрәгең тибешен һүҙһеҙ әйтеү”

“Бейеү – йөрәгең тибешен һүҙһеҙ әйтеү”– Көмөш тояҡ сыңын хәтер­ләткән тыпырҙауҙар күңел­дәргә тыйып торғоһоҙ дәрт булып инә лә бейеүселәр менән бергә тыпырҙарға әйҙәй, тояҡ сыңы матур моң булып яңғы­раған серле илгә алып китә, – шулай тип уртаҡлашасаҡ тәьҫораттары менән талапсан да, нәзәкәтле лә француз тамашасыһы, Сибай балаларының данлыҡлы “Ҡара юрға” бейеүен ҡарағас. “Ҡара юрға”, “Яҙғы уйындар”, “Ҡоралай”, “Ҡурай” – Сибай ҡалаһы Балалар ижады үҙәгенең “Гөлдәр” бейеү ансамбле башҡарыуында ошо һәм башҡа милли бейеү­ҙәребеҙ быйыл “Елдәр розаһы – Францияла” халыҡ-ара мәҙә­ни-мәғариф проекты сиктәрендә үткән конкурста көслө алҡыштар ме­нән ҡабул ителә һәм ансамбль I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була. Ә ижади коллектив етәксеһе Луиза Яхинаға “Иң яҡшы педагог” исеме бирелә.

– Беҙҙең сығыштар һынсыл тамашасыны юғары башҡарыу оҫталығы менән генә түгел, хислелеге, бай йөкмәткеһе, милли кейемдәребеҙҙең матурлығы менән дә әсир итте. Ҡытайҙан килгән өлкән йәштәге бер бейеүсе балаларҙың тойғоларҙы бөтә тәрәнлегендә еткерә белеүенә таң ҡалһа, икенсеһен ҡыҙҙарыбыҙҙың толом-толом сәстәре хайран итте. Дүрт минутлыҡ бейеүҙә (һәр сығыш шунса ваҡыт дауам итә) уға һалынған хәл-ваҡиғанан тыш, халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреше, холоҡ-фиғеле, ҡабатланмаҫ асылы сағылыш таба, – тип һөйләй ансамбль етәксеһе Луиза Раил ҡыҙы Яхина. Эйе, бейеүҙәрҙә йәшәйешебеҙ генә түгел, сал тарихыбыҙ ҙа сағыу һынландырыла. Мәҫәлән, “Ҡурай” бейеүендәге образ – ыжғыр ел-дауылға һынмаған-бирешмәгән, туған тупрағынан һут йыйып, сәскә атҡан һәм донъяға илаһи моң таратҡан Ҡурай – баш эймәҫ, көслө халҡыбыҙҙың һоҡландырғыс, тетрәндергес яҙмышын бәйән итә...
“Бейеү – йөрәгең тибешен һүҙһеҙ әйтеү”

Франциялағы Жонзак ҡалаһындағы еңеү – өлгөлө исемен йөрөткән ансамблдең өс тиҫтәнән ашыу йыллыҡ тарихындағы тәүге ҡаҙаныш ҡына түгел. Уларҙың бер нисәһен – һуңғы йылдарҙағыһын ғына атап үтәйек: 2009 йылда Төркиәлә уҙған “Уңыш талисманы” халыҡ-ара конкурсында Гран-при алһалар, 2010-да Ҡабарҙы-Бал­ҡар Республикаһындағы “Алтын майҙан” этник сәнғәт фестивалендә “Урал этнохореографияһы” номинация­һында еңеү яуланылар, былтыр Төркиәләге “Уңыш талис­маны”нан йәнә Гран-при менән ҡайтһалар, быйыл яҙ “Мәскәү-Златоуст транзит” Бөтә Рәсәй конкурсында I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булдылар. Жюри аѓзаћы, данлыҡлы “Березка”дәүләт бейеү ансамбленең репетиторы Татьяна Евсюкова, “Гөлдәр”ҙе артабанғы һынау ярыштарында ҡатнаштырып тормайынса, туп-тура Франциялағы конкурсҡа ебәреү хаҡында иғлан иткәндә, былай ти: “Ансамбль бейеүселәренең илебеҙ исеменән лайыҡлы сығыш яһаясағына тамсы ла шикләнмәйем. Сөнки уларҙың һәр хәрәкәтендә халыҡ булмышы, уның ҡайнап торған тормошо сағыла һәм сығыштары дауамында бер генә хәрәкәт тә яңынан ҡабатланмай. ”

“Бейеү – йөрәгең тибешен, һулышың ҡайнарлығын, хистәрең ярһыу­лығын һүҙһеҙ еткереү”, – тигән был ила­һи сәнғәттең ҡөҙрәтле көсө хаҡында берәү. Һәр һүҙе үл­сәүле, ғәжәйеп ипле, үтә тыйнаҡ Луиза Раил ҡыҙын күреү менән, ирекһеҙҙән, шул һүҙҙәр иҫкә төшә. Үҙе ха­ҡында һөйләргә яратмаған ханымдың булмышын уның матур эше бәйән итә. Бына утыҙ йылға яҡын инде ул балаларға йөрәктәген һүҙһеҙ, дөрөҫөрәге, ябай һүҙҙән көслөрәк итеп еткереү серҙәренә төшөндөрә, “Гөлдәр” ансамблен етәкләүенә ун алтынсы йыл. Классика буйынса күнекмәләр алып барыусы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Нәбиуллин, концертмейстер Морат Өмөтбаев, иң бәләкәстәргә сәнғәт иле ишегенә юл асыусы Гөл­дәр Хєлитова менән улар бер һулышта ижад итә. Әлеге мәлдә ансамблдә ете йәш төркөмө буйынса өс йәштән ун дүрт йәшкә тиклемге ике йөҙгә яҡын бала шөғөлләнә.
“Бейеү – йөрәгең тибешен һүҙһеҙ әйтеү”

Бейеү теленең ҡәҙимге телебеҙҙән күп тапҡырҙар ҡеүәтлерәк, йоғонтолораҡ булыуын тап ошо балалар йәшендә аса ул. Атаһы менән әсәһе һөнәрҙәре буйынса сәнғәт кешеләре булмаһа ла, сәхнәнән төш­мәйенсә, халыҡ театрында уйнап йөрөйҙәр, әсәһе моңло итеп йырлай, атаһы гармунда өҙҙөрә. “Ғаилә ансамблен төҙөп, төрлө тамашаларҙың йәме булып йөрөнөк”, – тип хәтерләй Луиза. Бейеү түңәрә­гендә шөғөл­ләнә башлағас, һеңлеһе Сулпан да ныҡы­шып, уға эйәреп бара. Бәләкәй саҡта бар донъяларын онотоп бейергә өйрә­неүҙәре ҡыҙҙарҙың яҙмышын билдәләй ҙә инде: Сулпан бейеүҙе һөнәре итеп һайлаһа, апаһы ғүмерен балалар менән эшләүгә арнай.

– Мәктәп йылдарында телевизор­ҙан матур-матур кейемдәрҙә бейеүсе балаларҙы күреп, “Эх, беҙгә лә шундай кейемдәр эләк­һә ине!” – тип ҡыҙыға торғайным. Ләкин заман ауырыраҡ булғанғамы икән, ундай сәхнә кейемдәре тәтемәне. Аҫыл кейемдәр­ҙәге балаларыбыҙ сығыштарын ҡарағанда үҙемдең бәләкәй саҡтағы хыялымды ла тормошҡа ашырам, – ти ул.

Сибай Балалар ижады үҙәген кескәй күңелдәрҙә тыуған хыялдарға осор ҡанат ҡуйыусы йорт, тип атаһаҡ, һис кенә лә яңылышмаҫбыҙ. Үҙәктең йәш, егәрле етәксеһе Элиза Кирәева һәм уның фекерҙәштәре балаларҙың һәләттәрен асыу өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе булдырырға ынтыла. Бында мәктәптән һуң утыҙлап түңәрәк һәм секцияла ике меңгә яҡын малай һәм ҡыҙ шөғөлләнә.

– Ҡалала балалар ижадын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә һәм был етәкселектең, ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәновтың киләсәк быуын хаҡында атайҙарса ысын-ысындан ҡайғыртыуынан да килә, – тип бүлешә Элиза Ғүмәр ҡыҙы. – Ул, йөҙ мәшәҡәтен ташлап, беҙҙең тамашаларҙы ҡарарға килә һәм уңыштарыбыҙ өсөн ихлас ҡыуанып ултыра. “Гөлдәр”ансамбленең республикала, бөтә Рәсәй кимәлендә, сит илдәрҙә халҡыбыҙ сәнғәтен күрһәтеү мөмкинлегенә эйә булыуы ла – шул хәстәрлектең бер сағылышы.

– Бейеү – иҫ киткес ҙур тәрбиә. Балабыҙ ансамблгә йөрөй башлағас, эске тәртипкә, ваҡытын дөрөҫ бүлергә өйрәнде, уның хәҙер һәр минуты иҫәпле. Оло сабырлыҡ күрһәтеп, беҙҙең улдарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ менән эшләүсе Луиза Раил ҡыҙына рәхмәтебеҙ сикһеҙ, – ти балалары бейеүгә йөрөүсе әсәйҙәр.
Бер үк бейеү хәрәкәтен ҡат-ҡат ҡабатлап, сабыйҙар холҡон нығыта, ныҡышмалылығын үҫтерә. Был үҙе үк оло хеҙмәт. Һөҙөмтә булғансы эшләргә өйрәнеү – һәр өлкәлә уңышҡа илтеүсе сифат. Ул сифат кешегә ғүмер буйы ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, хәл-ваҡиғаларҙан өҫтөн булырға ярҙам итә.
– Тылсымлы бер донъя ул – бейеү. Уның серлелеген, илаһилығын бер күреп арбалған кеше, бейеүҙе һөнәре итәме, илһам сығанағымы – мөһим түгел, шул донъяла ҡала, – ти Луиза Раил ҡыҙы. Уның үҙенең, ул тәрбиәләгән балаларҙың, был гүзәл сәнғәт төрөн ғүмерлек юлдашы иткән ҡыҙы Элинаның яҙмышы – шуға дәлил.

Альмира КИРӘЕВА.
Сибай ҡалаһы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook