Кемдәр Йылҡы йылынан?

Кемдәр Йылҡы йылынан?
Нурия Ирсаева, Рәсәйҙең, Баш­ҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы:
– Һәр йылға беҙ ниндәйҙер өмөттәр бағлап инәбеҙ, үҙе­беҙгә һәм яҡындарыбыҙға бәхет теләйбеҙ. Ат бит хеҙмәт өсөн яратылған, шу­ға киләһе йылда “ат кеүек егелеп” эш­ләрбеҙ, театрҙа яңы ролдәр булыр, тип өмөт итәм.
Элек йыл һайын 31 декабрҙә спектакль ҡуйыла ине. Халыҡ айырыуса яратып ҡараған “Ғәлиәбаныу”, “Ҡыҙ урлау”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” кеүек спектаклдәрҙә зал һәр саҡ шығырым тулы. Эштән һуң көскә өйгә ҡайтып етәбеҙ, сәғәт ун икегә өлгөрмәй ҡалған саҡ та була. Ә иртән, сәғәт 12-лә, йәнә тамаша залына йүгерәбеҙ. Байрамға ғаилә өсөн тәмле-татлы бешереп кенә ултыр ҙа бит... Шыршы аҫтына алдан әҙерләнгән бүләктәрҙе генә йәшереп өлгөрөлә. Яңы йыл шулай эш менән үтһә лә, тыуған көн­дәрҙе, ҙур иғтибар бүлеп, бик матур итеп үткәрергә тырыша инек.

Театрҙа актерҙар өсөн байрам ки­сә­ләре лә бик күңелле үтә ине. Көлкө бүлмәләре эшләйбеҙ, мода күрһәтәбеҙ. Костюм тегеүселәр батшабикәләр булып кейенә, беҙ – уларҙың хеҙмәт­селәре, ә кассала ултырған ҡыҙҙарыбыҙ аҡҡош булып бейей...

Йондоҙнамәлә йылҡы йылында тыуғандарҙы билдәләгән сифаттар ми­ңә тап килә. Ат – ул эшсән, тыңлаусан, күндәм, әммә артыҡ сыбырт­ҡылаһаң, түҙә-түҙә лә, тәртәне емереп ҡасып китеүе лә бар! Ат яратам, улай ғына түгел, аттың еҫен яратам. Күҙҙә­ренә ҡарағанығыҙ бармы, шундай аҡыллы хайуан бит ул!
Бәләкәй саҡта бигерәк шуҡ булғанбыҙ: атайымдың төшкә ҡайтып ашарға ултырғанын көтөп кенә торабыҙ. Үҙе күрмәгәндә генә атына апайым менән икәүләп менеп ултырабыҙ, ә ул беҙҙе сөйә лә төшөрә. Атайым ҡыҙҙары өсөн ҡурҡҡандыр инде, рөхсәт итмәй. Беҙгә иһә ҡыҙыҡ ҡына! Саптар атта һыбай елеү һәм боҙло һыуҙа йөҙөү – ошо ике хыялым тормошҡа ашмай ҡала килә.

Бала саҡ хәтирәләре айырыуса са­ғыу бит ул. Бына тағы береһе иҫкә төштө: ике туған ағайым этте егеп, күмәгебеҙҙе санаға ултыртып йөрөтә. Эй күңелле беҙгә, ҡыҙыҡ, йыш ҡына тәгәрәп тә ҡалабыҙ.

Беҙҙең яҡта (Миәкә районы. – ред.) шыршы урманда үҫмәй, тик сәсеп үҫте­рәләр. Әсәйем матур, үҙенсәлекле ағас ботаҡтарын йыйып бәйләп бер компо­зиция эшләп бирә, уны күмәкләп сын­йырҙар, уйынсыҡтар менән биҙәй­беҙ. Һуңынан концерт ҡуябыҙ, кәнфит­тәр таратабыҙ... Мәктәптә уҡығанда мин балерина булып кейенергә ярата инем. Еңгәм менән марляны крахмалға ҡатырып, пачка эшләйбеҙ, ыуал­ған уйынсыҡ киҫәктәре менән тапочкаларҙы биҙәй­беҙ. Һаҡһыҙыраҡ ҡылан­һаң, быяла ярсыҡтары аяҡтарҙы ҡанатып бөтә.

Әсәйем иҫән саҡта йыл һайын ту­ғандар менән уның янында йыйыла инек. Хәҙер инде Яңы йылды йә һылыуыбыҙҙа, йә апайыбыҙҙа ҡаршы алабыҙ. Туғыҙ бала үҫтек беҙ. Бәләкәс кенә өйҙә ғаиләләребеҙ менән йыйылһаҡ, үҙе бер ҡунаҡ! Күмәкләп билмән эш­ләйбеҙ, эсенә күмер, кәнфит, ҡамыр, борос, япраҡ... тағы әллә нимәләр һа­лып әүә­ләйбеҙ. Һәр беренең үҙ ырымы бар. Киләһе йыл кемгә – бәхет, кемгә байлыҡ килтерә, кемдер татлы йә әсе телле... Бик күңелле була торғайны.
Һәр кемдең йөрәгендә йөрөткән изге теләктәре тормошҡа ашһын, күңелдәребеҙ аҡ ҡарҙай саф булһын, тип теләйем.

Кемдәр Йылҡы йылынан?
Абдулхаҡ Игебаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исе­мендәге Дәүләт премияһы лауреаты:
– Ата-әсәһе, туғандары сабыйҙы хыялы, күңеле менән нисек көт­һә, һәр тыуған Яңы йылды ла мин шулай тул­ҡынланып кө­төп алам. Яңы йылдың ҡояшы ла нурлыраҡ, йылыраҡ булыр төҫлө тойола. Кешенең күңелендә үҙен генә нурлаған йән ҡояшы ла була бит...
Һәр йылды ла өмөт менән ҡаршылайһың. Хайуанға ашарына аҙыҡ булһа, етә. Әҙәм балаһы иһә иртәгәһен, килә­сәген уйлай, хәстәрләй. Иртән тора­һың, көн оҙон булыр кеүек тойола, шулаймы? Ә ҡайһы саҡ, бигерәк тә бесән осоронда, уңыш йыйған ҡыҙыу мәлдәрҙә, көндөң үтеп киткәнен һиҙ­мәй ҙә ҡалаһың. Ғүмер тигәнең дә шулай бит ул. Ғүмер баҫҡысынан юғарыраҡ менгән һайын йәшәү, тормош тураһында йышыраҡ уйланаһың. Нимә көтә кешелекте? Ғүмерем тотош уйҙар­ҙан тора...

Мин төрлө йондоҙнамәгә ышанып етмәйем. Хоҙай Тәғәләгә ышанам. Ке­ше нимәгәлер ышанырға тейеш, ышанмайынса иманлы, ғәмле булып булмай. Бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә булып, хәрә­кәттә – бәрәкәт икәнлеген белеп йә­шәргә кәрәк. Хатта кескәй генә турғай­ҙың да, һандуғастың да үҙ ояһы бар, “мин – хужа!” – тип һайрап ебәрә ул. Һәр кемдең үҙ донъяһы бар, шул донъя­һында бәхетле булып ғүмер кисерһен ине. “Бөтә донъяны ышаныс тота” – тип яҙғайным бер шиғырымда. Ышаныс – ул иман, мөхәббәт, теләк, терәк.

Йылҡы – тынысһыҙ йән эйәһе. Мин үҙем дә тынғыһыҙ, гел уйҙа, толпар за­тынан мин. Гел ижад утында ҡайнайым.
Бына быйыл Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейы. Тыуған төйәгемә байрамға буш ҡул менән ҡайтып булмай бит инде – “Беҙ – баймаҡтар бит әле!” тигән китабым донъя күрҙе.
Киләсәккә ниәттәр байтаҡ инде ул, тик мин алдан һөйләп йөрөргә яратмайым, ижад емештәремде әҙер булғас ҡына халыҡ хөкөмөнә сығарам. Ғүмер бирһә, сәләмәтлек булһа, килә­һе йылдарҙа ла осрашырбыҙ әле.
Байрамға өҫтәлде әҙерләшәм, тура­малар яһашам. “Йәшелсәләрҙе ирен­мәй, бик килештереп турайһың”, – ти тормош иптәшем – Маһиҙә апайыњ.

Кемдәр Йылҡы йылынан?
Зифа Дәүләтбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы:
– Көнсығыш илдәрендә йондоҙна­мәгә ҙур әһәмиәт биргәндәр, өйләнеш­кәндә лә, балаға ғүмер биргәндә лә уға мөрә­жәғәт иткәндәр. Моғайын да, юҡ­тан ғына барлыҡҡа килмәгәндер был фән, уны инљар итеп тє булмайҙыр, тип уйлайым. Мин үҙем – йондоҙна­мәгә яртылаш ышаныусылар рәтендә. Бер үк йондоҙ аҫтында тыуғандар ара­һында уртаҡ һы­ҙаттар күп осрай бары­бер. Йыш ҡына кешенең холҡона ҡа­рап, ҡайһы билдәгә ҡарағанын әйтеп бирә алам. Әммә барыһын да йондоҙ­ҙарға ғына япһарып ҡуйып булмай, тыуған, торған ере, ғаи­лә тәрбиәһе холоҡ-фиғелгә ныҡ йоғонто яһай. ­

Институтта уҡығанда, уҡытыусыбыҙ түңәрәкләп ултыртты ла, бер-берегеҙгә ҡарағыҙ әле, кем ниндәй йәнлеккә оҡша­ған, тип эш бирҙе. Шунда бер курсташым: “Мин Зифаны атҡа оҡшатам”, – тимәһенме! “Нишләп?” – “Атты тәрбиә­ләһәң, эшләй, кешегә әллә күпме ярҙам күрһәтә, ә инде үпкәләтһәң, кирелєнє лє ҡуя”, – ти был. Бына шулай, минең кем икән­ле­гемде асты ла һалды (кө­лә). Йылҡы йылында тыу­ғандар – тура һүҙле, намыҫ­лы, ғәҙел кешеләр. Хәйлә, мәкер уларға хас түгел. Баш­ҡалар менән тиҙ уртаҡ тел таба, дуҫлаша. Эстән үҙенә ышанып етмәгәндә лә, һиҙҙермәй, үҙен ғорур тота. Йомарт, иғтибар үҙәгендә булырға, ҡунаҡ­ҡа йөрөргә ярата. Атҡа дан, уңыш еңел генә килмәй, ихтирамды хеҙмәт менән яулай. Иң матур сифаттары киҫ­кен мәлдәрҙә асыла – хәлде тиҙ генә аңға­рып, сараһын күрә белә.

Беҙҙең Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Яңы йыл тамашалары декабрҙә башлана, каникулда ла дауам итә. Балалар менән, балалар өсөн эшләүҙән иҫ киткес кинәнес алам. Улар шул тиклем ихлас, күҙҙәреңә ҡарап әкиәтен һөйләй, шиғыр уҡый, ҡушылып йырлай. Спектакль барышында геройҙарға ярҙам итә, үҙе лә ҡушылып китә. Аҙағынан кескәйҙәрҙән айырылғы килмәй хатта. Өйгә дәрт­ләнеп, ҡанатланып ҡайтып китәһең. Ошондай мәлдәрҙә һөнәреңдең ни тик­лем мөһим, ҡәҙерле булыуын аңлайһың. Балаға тылсым донъя­һына юл асыуҙан да изгерәк ғәмәл бармы икән?!

Нур улым ҙурайғансы Ҡыш бабайға ышанды, көттө, хаттар яҙҙы. Алтын төѕлө ҡәләмдәр менән яҙып, шыршы төбөнә бүләктәр, матур китап-энциклопедиялар һалабыҙ. Иртән табып ҡыуаныуын күрһәгеҙ! Шыршы беҙҙә февралгә тиклем тора ине, улым уның янында йоҡ­лап та китә, һәр иртә кән­фит, печенье, төрлө тәм-томдар табып һыйлана. Ә бер йылды, әллә нишләп кенә инде, әллә һораған бүләге үтәй алмаҫлыҡ булдымы икән, сәбәбен дә иҫләмәйем, “Ҡыш бабай юҡ”, – тип үҙем әйттем бит. Аҙаҡ эй үкендем дә һуң... Улым илай, бар ул, бына бит ми­ңә күпме бү­ләктәр килтерҙе, тип ҡарыша... Шулай итеп әкиәт донъяһынан үҙем тартып алдым баламды...

Улыма инде 21 йәш, хәҙер үҙе беҙгә бүләктәр әҙерләй, тыуған көнгә, байрамдарға сәскәләр алып ҡайта. Быйыл Ҡыш бабай ике йәшлек ҡыҙым Ирисҡа ла бүләктәр алып килә инде, Алла бойорһа. 45 йәштә икенсегә әсәй булдым, әле бәләкәсемә ҡарайым да, ошо аҙым­ға барғаныма ҡыуанып бөтә алмайым.
Яңы йыл – ғаилә байрамы, беҙ бар байрамдарҙа ла әсәйемде саҡырабыҙ. Юҡ-бар ырымдарға иғтибар бирмә­йем. Мөмкинлек булһа, яңы кейем ке­йәм, юҡ икән, иҫем китмәй, яратҡан күлдәктәрем етерлек! Ғаиләм үҙ иткән ризыҡтарҙы әҙерләйем, мотлаҡ ҡаҙ тултырам, һалма, бәлеш бешерәм. Бил­мәнгә ҡара­ғанда, мантыны өҫтөн күрә­беҙ. Голубцы, бәлештәр эшләп туңдырып ҡуям. Көтөлмәгән ҡунаҡ килеп төшһә, туңдырғыстан сығараһың да, тиҙ генә бешереп тә алаһың.
Һәр Яңы йылды еребеҙгә тыныслыҡ теләп ҡаршы алам. Именлек булһа, кешеләр хеҙмәт итә, уҡый, киләсәккә матур маҡсаттар ҡуя, шул ваҡытта ғына улар шатлана, концерт-театрға ла йө­рөй ала. Имен үткән һәр көнөбөҙ бәхет бит ул. “Был ерем камил түгел, шул ерем йәмһеҙ”, – тип һуҡраныр алдынан тирә-яғыңа ҡара. Ана, икәү китеп бара, атлап түгел, инвалид арбаһына ултырғандар, үҙҙәре бәхетле, балалары эргәһендә. Тормош биргән ауыр һы­науҙарҙы лайыҡлы үтеп, уҡыр­ға, белем алырға, хатта эшләргә өлгө­рәләр! Дүрт һаның теүәл булыуына ҡыуанырға, һәр көнгә рәхмәтле булырға кәрәк!
Бәхетлемен, яратҡан эшем, ғаиләм, балаларым булыуы менән, бәхетлемен матур Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүем менән.

Кемдәр Йылҡы йылынан?
Радик Вәлмөхәмәтов, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Яңы йыл байрамын һәр кем үҙенсә көтөп ала. Баш­ҡорт дәүләт фи­лармонияһының “Ихлас” төркө­мө етәксеһе булараҡ, был көн­дәргә гастрол­дәр ҡуймаҫҡа тырышам. Ар­тистарға байрам мәлендә былай ҙа йү­гереп алырға тура килә, корпоративтарҙа сығыш яһар­ға... Быйылѓы миҙгел – 75 йыллыҡ юбилей йылы. Ғинуар-февраль айҙарында, Алла бойорһа, Башҡортоста­ныбыҙ буйлап, күрше өлкәләргә лә оҙайлы гастрол­дәргә юлланмаҡсыбыҙ. Шулай, йылды йыр менән ҡаршылайбыҙ.

Ҡатыным Гүзәл Ленин районының ЗАГС бүлеген етәкләй. Өфөнән әллә ни алыҫ түгел, Благо­вар районында йорт һатып алдыҡ. Унда картуф, йәшел­сәләр сәсәбеҙ, ере уңдырышлы, тәби­ғәте матур урын. Ҡаланан арып киткән­дә, шунда йүнәләбеҙ. Быйыл бына рә­хәтләнеп мунса инеп, йортобоҙҙа Яңы йылды ҡаршы алырға ине ниәт...

11 йәшлек ҡыҙым Дилназ бәләкәсе­рәк саҡта Ҡыш бабайҙан ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар һорай ине, хәҙер заманса техниканың төрлөһөнә әүәҫләнеп китте. Айым ҡыҙым инде үҫте. Байрамға Ҡазандан – Айтуған, Мәскәүҙән Әдил улдарым ҡайта. Ғаилә бергә йыйылғанда, донъя­быҙ түңәрәкләнә, күңелгә шатлыҡ тула.
Каникулда тыуған яғыбыҙ – Әбйә­лил районына ҡайтып, туғандарҙы кү­реп килербеҙ. Беҙҙең яҡта күлдәр күп бит, конькиҙа шыуырбыҙ, һырғалаҡ эйербеҙ. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, ана, ер өҫтөн ап-аҡ ҡарҙар ҡапланы. Шулай ҙа беҙҙең бала саҡтағы ҡарлы бурандар, сатлама һыуыҡтар һағындырып та китә.
Бәләкәй саҡта ололар толоптарын әйләндереп кейеп, йөҙөн ҡаплап килеп инһә, ҡурҡып карауат аҫтына боҫа торғайным. Үҫә төшкәс, шулай кейенеп, үҙем башҡаларҙы “ҡурҡыта” башланым (көлә). Мәктәптә шыршы байрамына йыл һайын ниндәйҙер костюм кейеп бара инек. Барыһы ла иҫтә ҡалмаған, ә бына клоун булып йөрөгәнем хәтеремдә. Һәр байрамда гитара уйнап йырлай инем...

Дөйөм ятаҡта йәшәгәндә лә байрамдарҙы бик күңелле үткәрҙек. Барыбыҙ ҙа бер-беребеҙҙе беләбеҙ, байрам менән ҡотлашабыҙ. Үткән йыл республикабыҙ хакимиәте беҙҙе фатир биреп ҡыуандырҙы, журнал аша рәхмәт тойғоларымды еткергем килә.
Бер йыл элек, иҫләйһегеҙҙер, бөтә донъя ахырызаман көтөп шауланы. Тап 21 декабрҙә Белорет районында беҙҙең концерт планлаштырылғайны. Ни бары унлаған кеше алдында сығыш яһарға тура килде. Ә 22-ћендә халыҡ эркелеп килде, зал шығырым тулды. Шуларҙы иҫләйем дә, еребеҙ имен булһын, тәби­ғәт ҡазалары Башҡортостаныбыҙҙы урап үтһен, тип теләйем!

Гөлшат ҠУНАФИНА
яҙып алды.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook