Хоҡуҡи әлифба

Йәнә әсәлек капиталы хаҡында

“2014 йылда әсәлек капиталы биреү туҡтатылмаҫмы, уны түләүҙә үҙгәрештәр булмаҫмы?” – тигән һорау менән мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ. Икенсе йәки артабанғы бала донъяға килеү (уллыҡҡа алыу) уңайынан ғаиләгә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе күҙҙә тотҡан был программа 2016 йылдың 31 декабренә тиклем эшләйәсәк, тип билдәләнелә “Әсәлек капиталы” хаҡындағы законда. Шул уҡ ваҡытта, үҙгәрештәр индереп, уны артабан оҙайтыу, хатта ғаилә эшен асыу өсөн тотонорға мөмкинлек биреү хаҡында ла етди һүҙ бара. Былтыр көҙ Дәүләт Думаһы депутаттары, әсәлек капиталын икенсе бала өсөн генә түгел, унан һуң тыуған һәр бала өсөн бирергә кәрәк, тигән тәҡдим менән сығыш яһағайны. Ләкин, бюджеттың өс йыллыҡ планына был маҡсатҡа аҡса алдан һалынмағанлыҡтан, ул турала закон ҡабул ителмәне.

Программа ғәмәлгә индерелгән 2007 йылда түләүҙең күләме 250 мең һум тәшкил итһә, инфляцияға ярашлы йыл һайын арттырылып килеп, 2014 йылда 429 408 һумға етте, йәғни быйыл ул былтырғынан егерме мең һумға күберәк.
Быйыл әсәлек капиталын файҙаланыу тәңгәлендә үҙгәрештәр көтөлмәй. Уны шул уҡ йүнәлештә – йәшәү шарттарын яҡшыртыуға, балаларҙың белем алыуына файҙаланырға, әсәнең пенсияһының тупланма өлөшөнә күсерергә була.
Башҡортостанда әсәлек капиталы тапшырыла башлағандан бирле 170 меңдән ашыу сертификат бирелгән. 100 меңгә яҡын ғаилә уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонған, күбеһе ипотека кредитын түләүгә сарыф иткән. Ике меңдән ашыу ғаилә сертификат аҡсаһын балаларының уҡыуы өсөн түләргә файҙаланырға булған, ә етмеш һигеҙ әсә, ҡартлыҡта аласаҡ пенсияһын хәстәрләп, шул маҡсатҡа күсергән.

Күп балалы әсәгә – ҙурыраҡ пенсия

Пенсия хаҡындағы яңы закондарға ярашлы, күп балалы әсәләр пенсияға сыҡҡас нығыраҡ яҡланасаҡ – беренсе, икенсе, өсөнсө ћєм дүртенсе баланыњ ћєр берећен йєш ярымѓа тиклем үѕтереү осоро (ињ к∆бе – алты йыл) пенсия стажына индереләсәк. Был хаҡтағы яңы закон 2015 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлаясаҡ.

Әле иһә тәүге баланы йәш ярымғаса тәрбиәләү, икенсеһен үҫтергәндә шунса уҡ осор пенсия стажына индерелә, ә артабанғы балаларҙы йәш ярымға ҡәҙәр бағыу ваҡыты стажға ҡарамай. Йәғни ғаиләлә күпме бала тәрбиәләнһә лә, декрет отпускыһында булған әсәнең пенсия стажына иң күбе өс йыл инә.
Пенсия хаҡындағы яңы закондарҙа стаж әһәмиәте бермә-бер арта. Үҙгәрешкә ярашлы, күп балалы әсәләр хаҡлы ялда ҙурыраҡ пенсияға иҫәп тота ала.
Ҡайһы берәүҙәр закондағы үҙгәреште “баланы өс йәшкә тиклем ҡарау буйынса отпускы алты йылға тиклем оҙайтылған икән”, тип яңылыш аңлап ҡабул итте. Был отпускы өс йыл килеш ҡала, шулай уҡ сабыйға йәш ярым тулғансы түләнә торған пособие ла элекке күләмдә – әсәнең уртаса хеҙмәт хаҡының 40 процентын тәшкил итә.

Юлда балалар йөрөтөүгә – яңы талаптар

Йыл аҙағында Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең балалар ташыуҙы ойоштороуға ҡағылышлы өлөшөнә байтаҡ үҙгәрештәр индерелгәйне, быйыл ғинуарҙан улар үҙ көсөнә керҙе. Мәҫәлән, хәҙер балалар төркөмөн ташыуҙа ун йылдан да иҫкерәк автобустар файҙаланылырға тейеш түгел. Шулай уҡ микроавтобустар, еңел машиналар ҡулланыу рөхсәт ителмәй.

Автобус йөрөтөүсе шоферҙың кәмендә бер йыл “Д” категорияһына эйә булыуы шарт. Уның юл ҡағиҙәләрен ҡәтғи күҙәтеүсе булыуы мөһим: һуңғы йылда ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн таныҡлығын алдырған шофер балалар йөрөтөүгә яҡын килтерелмәйәсәк.
Дүрт сәғәттән ашыу дауам итәсәк сәфәргә ете йәштән бәләкәйерәк балаларҙы алырға ярамай. Икенсе ҡалаға барғанда, юлда өс сәғәттән артыҡ булырға тура килһә, балаларҙы медицина хеҙмәткәре оҙатырға тейеш, ҡапҡылап алырлыҡ ризыҡ, шешәләрҙә һыу алыу мөһим.
Төндә, йәғни киске сәғәт ун берҙән иртәнге алтыға тиклем, балалар төркөмө менән юл йөрөү тыйыла. Әммә был осраҡта иҫкәрмәләр ҙә бар: билдәләнгән урынға йәки ҡуныр ергә барып етеү, аэропорт йәки вокзалға (уларҙың илле километрҙан алыҫ булмауы шарт) юлланыу. Яңы талаптарҙың маҡсаты бер – балаларҙың хәүефһеҙлеген күҙәтеү.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook