Йөҙөк ҡашы булам, тиһәң...

Тормош күрһәтеүенсә лә, белгестәр раҫлауынса ла, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһында тоҡанған көслө ғишыҡ уты, йәғни мөхәббәт химияһы, яйлап юҡҡа сыға. Уның урынын берәүҙәрҙә – ныҡлы хистәр, икенселәрҙә – битарафлыҡ, өсөнсөләрҙә ғаилә, бала өсөн яуаплылыҡ биләй. Айырылышыу осраҡтары ла күп. Ғаиләне нисек һаҡларға? Бөтә һорауға яуабы булған Интернеттан “Ире бер ҡасан да ташлап китмәйәсәк ҡатынға хас 9 сифат” тигән яҙмалағы кәңәштәр менән танышайыҡ.

1. Таҙалыҡ. Тән тиреһен таҙа тотоу, иртәле-кисле душ ҡойоноу, бысраҡ эске кейемеңде теләһә ҡайҙа ташламау, майланған сәс, керле кейем менән иреңдең күҙенә күренмәү.

2. Бөхтәлек. Кейгән кейемеңә лә, тирә-яҡ мөхиткә лә ҡағыла.

3. Матурлыҡ. Ҡатын иренең зауығына яуап бирерлек дәрәжәлә матур ҙа булырға бурыслы. Иреңә оҡшарлыҡ күлдәктәр, биҙәүестәр һайлау кәңәш ителә. Ул ҡыҙыл төҫ яратһа, өйҙә кейә торған кейемдәрең ҡыҙыл булһын.

4. Иреңде өйрәнеү. Беҙ йыш ҡына эргәбеҙҙәге кешене өйрәнеү урынына уны үҙебеҙҙең үлсәмдәргә яраҡлаштырып үҙгәртергә тырыша башлайбыҙ – ул мотлаҡ бала саҡта уҡ башыбыҙҙа яралған һоҡланғыс принцҡа оҡшарға тейеш тә баһа. Был ҡәтғи тыйыла! Уның нимәләр ярат­ҡанын, ниндәй еҫтәр, ниндәй төҫтәр оҡшатҡанын өйрәнергә кәрәк.

5. Ирең яратҡан ризыҡтарҙы бешереү. Ғәҙәттә беҙ үҙебеҙ ярат­ҡан аштарҙы бешерәбеҙ. Ҡайһы бер ирҙәр нимә ашарға теләгәнен әйтеп бармай, шым ғына ашағыһы килгән ризыҡ­тарҙы һағынып, зарығып тик йөрөй. Тимәк, уның аш-һыуға булған талаптарын белеү мөһим.

6. Таҙа өй. Иң шәп бисәнең йорт-ере һәр саҡ таҙа була. Һауыт-һабаһы ашағас та йыуыла. Керҙәре лә йыйылып ятмай, ваҡытында йыуылып, үтекләнеп тора. Сүп-сары ваҡытында түгелә.

7. Ирҙең күңеленә хуш килерлек хәбәрҙәр генә һөйләү. Әгәр ҡатын иренә аҡыл өйрәтһә, мыҫҡыл итһә, әйләнгән һайын етешһеҙлектәрен әйтеп торһа, тәнҡитләһә, ҡысҡырһа, улар икәүләшеп боҙола барыр. Әгәр ҡатын иренә гел рәхмәт әйтеп, маҡтап торһа, һүҙен гел өҫкә сығарһа, ире эштә уңышҡа, кеше араһында абруйға өлгәшер; ә ҡатынын хөрмәт итер. Бына ошо саҡта ҡатын иренә уның етешһеҙ­лектәре тураһында әйтеү хоҡуғын алыр. Ни рәүешле әйтергә? Йомшаҡ итеп, йылы, татлы тауыш менән, бәйләнсекләнмәй, төрттөр­мәй-кәмһетмәй генә, алдан уҡ ғәфү үтенеп. Бындай ҡатындың һүҙенә ир ҡолаҡ һалмай ҡалмаҫ. Тыңлар, үҙгә­рергә тырышыр.

8. Тыңлаусанлыҡ. Иргә тыңлашыу бик мөһим. Ҡатын иренә ышан­һа, ул нисек әйтә – шулай эшләһә, үҙенә лә еңел була. Тыңлашыу ир кешелә бер нисә
сифатты яралта: яуап­лылыҡ – сөнки уны тыңлайҙар; йомартлыҡ – сөнки тыңлаусан ҡатын уға ҡыҙы кеүек була, ә ҡыҙҙарынан атайҙар бүләк-фәләнде йәлләмәй.

9. Тәнең менән дә, йәнең менән дә тоғро булыу. Ҡатындың иренә хыянаты уның бөтә яҡшы сифаттарын юҡҡа сығара. Тоғролоҡ – мотлаҡ кә­рәк һыҙат. Хыялыңда ла тоғро булыу мөһим. Иреңде башҡалар менән са­ғыштырыу, башҡа ир-ат, айырылышыу тураһында хыялланыу тыйыла. Бына ошондай талаптар ҡуя билдә­һеҙ автор ир ҡатынына ҡарата. Был мә­ҡәлә аҫтындағы форумдарҙа ҡы­ҙыу бәхәстәр бара. Көс­лө, яһил, үҙаллы, үҙ һүҙле, эшлекле, тәкәб­бер, заманса кейенгән, биҙәнгән-төҙәнгән ҡатын-ҡыҙ образы модаға ингән беҙ­ҙең осор­ҙа әлеге һыҙаттар бөтөнләй ят тойола. Күренекле мәғрифәтсе Ризаитдин Фәх­ретдиновтың “Ололар өсөн нәси­хәт­тәр”енең “Ҡатын әҙәбе” тигән бүлегендәге камил ҡатын-ҡыҙ булыу ҡағи­ҙәләре үрҙә яҙылғандар менән бик ауаз­даш. Ә форумдарҙа килешмәү­сән­лек күрһәтеүселәр ирҙәрҙең ир була белмәүенә, уның өсөн генә йә­шәй тор­ған ҡатынға лайыҡ түгеллегенә, ҡатындарҙың ирҙән күберәк эш­ләргә, аҡса табырға, бала ҡарарға, донъя кө­төргә, ҡыҫҡаһы, ҡырҡ арбаға егелергә мәжбүр булыуына һылтана. Ошо тәңгәлдә мәш­һүр мәғрифәтсенең фекерен килтерге килә. “Ир әҙә­бе” тигән бүлектә шундай юлдар бар: “Ҡатындарҙың алдаҡсы һәм хәйлә­кәр, мәкерле булыуының төп сәбәбе – ирҙәрҙер. Уның холҡон боҙоусы, ысын кешелектән сығарыусы ла ирҙә­релер. Шуның өсөн ҡатыны­ғыҙҙы тәр­биәләгәндә уларҙы алдаҡсы, мәкерле һәм фәлән тип һөйләмәгеҙ. Иң тәүҙә үҙегеҙ яҡшы булы­ғыҙ, һуңы­нан ҡатындарығыҙға яҡшы тәр­биә бирегеҙ. Ҡатындарығыҙ һис шөб­һәһеҙ яҡшы булыр. Ирҙәр бо­ҙоҡ булмаһа, ҡатындар яҡшы булыр”. Мәғрифәтсе­нең әйткәндәре бөтә­һен дә үҙ урынына ҡуя. “Нәсихәттәр”ҙән дә аҡыллыраҡ, фә­һемлерәк китап бармы икән?
Ә. НАСИРОВА әҙерләне.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook