Скрипка сыңы өҙә үҙәктәрҙе

Скрипка сыңы  өҙә үҙәктәрҙе
Илшат – алсаҡ һәм асыҡ күңелле кеше, ҡайһы саҡ уны Әминбәккә лә оҡшатып ҡуям. Ул әкиәт геройы һымаҡ йор һүҙле, һәр хәлдән йәһәт кенә сығыу ысулын таба белә һәм, иң мөһиме, оҫта итеп скрипкала уйнай. Утыҙ ике йәшлек һәләтле егеттең йыр-моңға, тормошҡа мөнәсәбәте һоҡландыра мине. Әлеге көндә Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрында эшләгән музыканттың яулаған уңыштары ла бихисап: Республика кимәлендә уҙғарылған йәш музыканттар бәйгеһе дипломанты, Италияла үткән халыҡ-ара “ХXI быуат сәнғәте” конкурсы еңеүсеһе, Мария Юдина исемендәге “Пианистар һәм камера ансамблдәре” конкурсы лауреаты, Нариман Сабитов исемендәге Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты.

– Һинең менән әңгәмәне башлап, бала саҡта күңелеңә уйылып ҡалған мәлдәрҙе хәтергә төшөрәйек әле. Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән, шу­лаймы?
– Ике-өс йәштән мине нәнәйемдә Баҡалы ауылында ҡалдыра башланылар. Атайым яныма килеп: “Улым, ауылда тороп торорға кәрәк”, – ти. Ярай, тием тыныс ҡына. Хатта бер тамсы күҙ йәшем дә таммай. Өфөлә беҙ ағас өйҙөң подвалында йәшәй инек. Бәләкәс балаға ундай өйҙә йә­шәүе зыянлы икәнен йылдар үткәс кенә аңланым. Әммә әле лә шул еүеш тупраҡ һәм дымлы ағас еҫен һиҙһәм, башым зыңҡып китә. Бала сағым күҙ алдыма баҫа. 92-се йылдарҙа баш ҡалабыҙҙа фенол шауҡымы башланды. Мин ул йылда яҙын Баҡалы мәктәбенә күстем һәм ошо бәрәкәтле ер минең өсөн мәңгелеккә ғәзиз булып ҡалды. Әле лә шунда йүгереп ҡайтып, бала сағым үткән урындарҙы байҡап сыҡ­ҡым килә. Мәктәп йылдары йөрәгем түрендә иң изге эҙ ҡалдырғанғамы, бөгөнгө көндәлек тормошома бала күҙлегенән љарап фекер йөрөтөргә тырышам: “Хистәр саф, күңел таҙа, тормоштағы һәр сағылыш, һәр әйбер, оло йәки кескәй булыуына ҡарамаҫ­тан, сикһеҙ шатлыҡ хисе уята. Ә хыялың ҡанатландыра һәм алға әйҙәй!” Ер йөҙөндәге бар кешеләр ҙә татыу һәм дуҫ йәшәһен, тип хыяллана инем мин. Үҙем дә быға ныҡ инанған бул­ғанмын, күрәһең. Үҫә төшкәс, ҡайҙа­лыр туҡтауһыҙ һуғыш барыуын, әҙәм затының аслыҡтан, төрлө ҡазаларҙан ҡырылыуын белеп тетрәндем. Ололар баланы аңһыҙ, көсһөҙ, йөрәкһеҙ йән эйәһе итеп күрә, ә ысынында иһә, тап ҡайһы бер өлкәндәрҙең көсһөҙ, аяу­һыҙ һәм шәфҡәтһеҙ икәнен аңлап йө­рәкһейһең.

– Һәр быуындың үҙ табынған кешеһе була. Кемделер А.Македонский­ҙың бөйөклөгө ымһындыра, икенсе­ләр Ю.Гагарин кеүек йыһанды асыу хыялы менән йәшәй, ә өсөнсөләр бил­дәле спортсы йәки киноактер булырға теләй. Ә һинең кумирың булдымы?

– Әлбиттә, булды. Виктор Цойҙың йырҙарын бик ярата инем. Әммә беҙҙең бала саҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы 90-сы йылдарға тура килде. Герой, кумир тигән төшөнсәләр юғалып барған мәл. Урамда ниндәйҙер малайға бәйләнеп, оҡшаған әйберен талап алыу – ғәҙәти күренеш ине. Һине уратып алған ошо субкультурала уға ярашлы булмаһаң, тимәк, һин – төшөп ҡалған кеше. Мин дә шул малайҙар менән уйнап үҫтем бит. Күңелемдә риза булмаһам да, үҫмер саҡта улар кеүек үҙемде дорфа тотҡан саҡтарым булды. Шулай ҙа үҙ асылымды һаҡлап ҡала алдым. Музыка менән шө­ғөлләнеүем, инәйемдең тәрбиәһе үҙ йоғонтоһон яһа­ғандыр инде. Футболсы булырға йыйыныуым да сәләмәт тормош алып барыуға, рухымды нығытыуға булышлыҡ ит­кәндер.

– Илшат, үҫкән саҡта һиңә ниндәй талаптар ҡуялар ине?

– Сабырлыҡ – аҡыл билгеһе, ти инәйем. Үҙеңдең Кеше икәнеңде оноторға ярамай. Ҡайһы бер һүҙеңде бик әй­тергә теләһәң дә, тешеңде ҡыҫып, өндәшмәй ҡалыу, елгә ҡаршы төкөрмәү, дипломатия ҡағиҙәләре, кешегә ихтирам, һәр эште Аллаһы Тәғәлә ризалығына бағышлау һәм илгә, кешеләргә хеҙмәт итеү, һә­ләтеңде үҫтереү хаҡына ваҡланмау – ошондай ҡанундарға таянып үҫтерҙе­ләр мине. Атай-әсәйемдең бер үк ва­ҡытта юғары фекерле булыуы ла, аралашыуҙа ябайлығы ла оҡшай. Заманалар үҙгәрһә лә, ошо ҡиммәттәр – мәңгелек. Єсәйем тыныс, наҙлы мөхәббәтенә сорнап үҫтерҙе мине. Ваҡыты ни хәтлем тығыҙ булһа ла, ултырып һөйләшергә мөмкинлек та­ба торғайны. Ул саҡта минең өсөн был бик мөһим ине. Әле лә әсәйемә шул һөйөүе, иғтибары өсөн рәхмәт­лемен.
Әсәйем менән атайымдың: “Илшат, тартма”, – тип киҫәткәнен бө­төнләй хәтерләмәйем. Шулай ҙа, тәмәке тартып торам икән тип, ҡот осҡос төштәр күрә торғайным. Урам малайҙары менән уйнап үҫеп, бер тапҡыр ҙа көйрәтеп ҡарамағаныма үҙем дә ғәжәпләнеп ҡуям хәҙер. Бер тапҡыр эсеп ҡайткайным. Карауатыма ауып барғанымда, єсәйемдең: “Оят­һыҙ!” – тигән һүҙен генә аңғарып ҡалдым. Бик ғәрләндем шунда. Башҡа ундай хєл љабатланмы. Єле байрамдарҙа ғына яҡшы шарап эсә алам.

– Ҡатының менән нисек таныштығыҙ? Ҡыҙығыҙҙың исеме бик үҙен­сәлекле – Сафиянур. Кем ҡушты? Ғаилә татыу, ныҡлы булһын өсөн ир-ат нимә эшләргә тейеш?

– Ҡатыным менән танышҡан көн­дө кинохроника һымаҡ хәтерләйем. Ғәҙәти көн. Ул да башҡаларынан айырылмаҫ ине, филармонияға, аҡҡоштай талпынып, һылыу ҡыҙ осоп инмәһә. Мин ул көндө оркестрға ҡабул итеү комиссияһында бик аҡыллы ҡиәфәт менән ултыра инем. Танышып киттек. Исеме Айгөл икән, Сорғоттан ҡайт­ҡан, эш эҙләй. М.Кәримдең “Айгөл иле” хәтеремә төштө. Ул мәлдә уның скрипкала уйнауы ла, ҡиәфәте лә мине әллә ни әсир итмәне.
Һуңынан булған бер ваҡиға ғүмерлеккә хәтеремдә уйылып ҡалды: Айгөл менән бергә гастролгә эләктек. Ул инеп ултырҙы ла бөтә машинаны яңғыратып: “Кил бында!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе һәм үҙе янындағы урынға ымланы. Айгөл – асыҡ күңелле, әүҙем, көрәшсән рухлы ҡатын-ҡыҙ. Бик кешелекле. Шул яғы менән әсєйемә тартҡан. Наҙлы әсәй һәм оҫта хужабикә.

Беҙҙең ғаиләлә шундай инаныу бар: кешенең исеме ни тиклем оҙон һәм мәғәнәле булһа, ғүмере лә шул тиклем оҙон һәм бәрәкәтле буласаҡ. Бәләкәс сағымда мине Илшатхан тип тә атарға уйлағандар. Әлеге көндә Айгөл кәләшем менән Сафиянур исемле ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ.
Бар ғаиләләр ҙә ваҡыты-ваҡыты менән көрсөк кисерә. Ул саҡта көсөң дә, изгелегең дә, яҡшы сифаттарың да ярҙам итмәҫкә мөмкин. Аңың, ғаилә мөнәсәбәттәре хаҡында мәғлүмәтле булыуың һәм аңлай белеүең генә һаҡ­лап ҡала. Килеп тыуған хәлде ситтән баһалап, киләсәгеңде һиҙемләй, һәр хис-тойғоңдо тәртипкә килтерә һәм ныҡлы терәк була белеү – ир-аттың көслө яҡтары. Әгәр ир менән ҡатын араһындағы йылылыҡ, күңел бәйләнеше өҙөлә икән, һуңынан уны ялғауы ауыр. Иң ҡыйын саҡтарыбыҙҙың береһе – Айгөл менән айырылышыуға барып етеүебеҙ. Шул ваҡыттағы өҙгөләнеүҙәрем... Сафиянурым. Беҙ­ҙең араға йылылыҡ өрөүсе лә, күңелебеҙ нурын үҫтереүсе лә ул булды. Ҡы­ҙыбыҙ, шул гонаһһыҙ сабый, үҙ һөйө­үе, үҙ ихласлығы менән яңылыш аҙымдан аяп ҡалды. Бәлки, Аллаһы Тәғәлә сабыйың аша ишара бирәлер...

Ә ысын ир ҡатынын һәм уның булмышын, эске донъяһын ихтирам итергә тейештер. Шулай уҡ кү­ңелен күтәреү, ауыр саҡта терәк булыу, маҡтап, тынысландырып, бүләктәр менән ҡыуандырып тороу мөһим. Ысынбарлыҡта ғашиҡ йәрҙәр араһындағы сәс­кә-кәнфит мәле бер ҡасан да тамамланырға тейеш түгелдер, минеңсә.

Ҡыҙымдың уңыштарына ҡыуанам. Әммә мыжыҡлыҡҡа, тәрбиәһеҙлеккә юл ҡуймаҫҡа тырышам. Атай сама менән уҫал да, талапсан да булырға хаҡлылыр, тип уйлайым. Был йәһәт­тән, Аллаға шөкөр, ҡатыным менән ҡараштарыбыҙ тап килә.

– Скрипка – үҙе бер серле донъя. Һине был донъяға бала саҡ хыялымы әллә сәнғәттә үҙеңде һынап ҡарау теләге алып килдеме? Сәхнә һинең өсөн нимә ул?
– Скрипка – минең булмышым. Әммә бәләкәй саҡта был музыка ҡоралында өйрәнеү миңә үтә ауыр бирелде. Шуҡ, шаян малай инем шул. Бөтә дуҫ-иштәрем урамда туп тибә, футбол уйнай, ә мин көн дә ике сәғәт буйына музыка менән шөғөлләнергә тейеш. Ниндәй ғәҙелһеҙлек?! Шул бала сағымдың ике сәғәте мәңгелеккә һуҙылғандай тойола торғайны. Биш йәшемдә әсәйем мине Н.Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбенә бирҙе. Тормошома музыканың сихри илаһилығы, яҡтылығы яйлап үрелә барҙы. Моңға һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыларыма О.Г. Свистуновҡа ћєм Л.Ф. Богомоловаѓа, бигерәк тә, аспирантурала миңә белем биргән һәләтле, ярҙамсыл остазым А.А.Шисманға сикһеҙ рәхмәтлемен. Ҡайһы саҡ ҡабатлап-ҡабатлап уйнайһың да, барыбер ҙә теләгән генә һөҙөмтә килеп сыҡмай – тап шундай ваҡыттарҙа уҡытыусым ҡатмарлы әйберҙәрҙе ябай юл менән аңлата белде.

“Сәхнә – ул сакраль түр. Унда алдашыу һәм уртаҡуллыҡҡа урын юҡ”, – тип әйтергә ярата әсәйем. Әлбиттә, сәхнә минең өсөн дә илаһи, изге урын ул. Шуға ла унда теләһә кем сығып, теләһә нәмә башҡарырға тейеш түгелдер. Әммә бөгөн, үкенескә ҡаршы, бының киреһенә йыш шаһит булырға тура килә.
– Беҙҙә, Ейәнсурала, өләсәй-инәй­ҙәр оло табын-туй ваҡыттарында, ир­ҙәребеҙ скрипкала уйнап, гел беҙҙе бейетеп торҙолар, тип һөй­ләрҙәр ине. Хәҙер был күренеш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалды. Ә бына тик үҙебеҙгә генә хас булған башҡорт скрипка мәктәбе тураһында һүҙ йөрөтә алабыҙмы?
– Эйе, ҡылҡумыҙ, праскрипка, шунан скрипка – былар барыһы ла беҙҙең халыҡтың да күңеленә хуш килгән һәм уның нескә эске донъяһын асырға ярҙам иткән музыка ҡоралдары. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, әлеге көндә скрипканың саф милли булмышын, Европа мәҙәниәтенә боронғо төркиҙән кил­гән тарихын асыу мәсьәләләре менән бер кем дә ныҡлап шөғөлләнмәй. Ки­ләсәктә, бәлки, үҙемә тотонорға тура килер. Мәғлүмәттәр ҙа байтаҡ тупла­ғанмын.
– Әлеге заманда һәләтле булыу ғына етмәй, ә үҙеңде күрһәтә, таныта ла белеү мөһим. Был йәһәттән ниндәй эштәр башҡарыла?
– Эйе, эшеңдең, тырышлығыңдың емешен татырға кәрәк, әлбиттә. Концерттар менән сығыш яһау, үҙеңдең моңоңдо башҡаларға еткереү аша ғына ысын артист артабан талпынып ижад итерҙәй күңел ҡәнәғәтлеге таба алалыр. Симфоник оркестрҙың солисы булыу ҙа шуны талап итә. 2009 йылда Башҡорт филармонияһының ҙур залында ике бүлектән торған бик йөкмәткеле концерт ҡуйҙыҡ. Боронғо төрки көйсөһө Шаман Ҡорҡот Ата исеменә арналған үҙенсәлекле сценарий төҙөлгәйне. Үҙебеҙҙең күңел ихтыяжына яуап бирерҙәй классик көйҙәрҙе халыҡ яратып ҡабул итте. Унан Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында симфоник оркестр менән бергә алты концертым булды. Дүрт концерттан торған скрипка циклында А.Вивальдиҙың “Йыл миҙгел­дәре”н (дирижеры Алексей Верховен), В.Моцарттың 3-сө, 5-се концерттарын (дирижеры Таћир Камалов), С.Бах (дирижеры Рөстәм Сөләй­мәнов) менән Мендельсондың һайланма әҫәрҙәрен (дирижеры Алексей Верховен) йөрәгемде һалып башҡар­ҙым. Тамашасы яратып љабул итте. Ундай тылсымлы мәлдәр музыкант өсөн дә, тамашасы өсөн дә ҡабатланмаҫ булып ҡалалыр.

– Һин төрлө тамашасы алдында сығыш яһайһың. Балалар йәки ололар өсөн уйнауҙың айырмаһы бармы?
– Балалар алдында скрипкала уйнау – иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе. Килеп ингәндә, улар саҡ ҡына шаулауҙан туҡтап, иғтибарымды туп­ларға форсат бирһәләр – шатланам. Улар алдында мин бар оҫталығымды һалып, илһамланып, зәһәрләнеп уйнайым. Ә өлкәндәрҙењ инде скрипка көйҙәре менән күңелдәрен яулап алырға тура килә. Тауыш-тынһыҙ ултырһалар ҙа, ғәҙәттә, үҙ ҡайғыларына, уйҙарына батҡан була улар. Тәүҙә ошо “юшҡын”ды таратыр өсөн байтаҡ көс китә. Ҡайһы бер тамашасы, классик музыкаль әҫәрҙең башын, кульминацияһын айырмай йәки бер бөтөндөң өлөштәре икәнен шәйлә­мәй, көй араһында ҡул саба. Был музыка ҡоралында уйнаусыға ныҡ ҡамасаулай. Мәҫәлән, көйҙөң бер өлөшө тамамланды ла икенсеһе башланырға тейеш, ә тамашасы үҙенең ҡул сабыу­ҙары менән сихри бөтөнлөктө тарҡата һәм музыкант үҙен һауа менән ер араһында ҡалған кеүек хис итә...
– Сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның улы булыуы ла тормошоңда яуап­лылыҡты көсәйтә торғандыр бит. Беренсе тапҡыр әсәйеңде сәхнәлә күргән­дә, ниндәй тойғолар кисерҙең? Журнал уҡыусыларҙың атайың тураһында ла белгеләре килер ине, моғайын.

– Тәүге тапҡыр әсәйемде сәхнәлә күргәнемдә алты-ете йәштәр самаһы булғандыр. Ул Нефтселәр мәҙәниәт һарайында уҙғарылған “Аҡ тирмә” осрашыуында сығыш яһағайны. Мин илай-илай ҡобайыр тыңлап ултырға­нымды хәтерләйем. Әлбиттә, әсәйемдең һәр сығышы мине тетрәтә, уның йән сафлығы, халыҡсан рухлы булыуы миңә лә илаһи ҡөҙрәт, йәшәү ҡеүәте өҫтәй.

Атайымды бик ихтирам итәм мин. Унда булған күңел сафлығына, тәрән аҡылға, ихласлыҡҡа һоҡланам. Єсә­йем һәр саҡ һеңлем менән икебеҙгә лә, атайығыҙ ни әйтер, атайығыҙҙан һорағыҙ, ти торғайны. Єсәйемдең єсәһе Йәмилә ҡартинәйем дә балала­рын Әсфәндиәр ҡартатайымдың оло абруйында үҫтергән.
– Сәйәхәт итергә яратаһың, тип ишеткәйнек...

– Үҙ ғүмеремдә байтаҡ ҡына сит илдәрҙе күреп өлгөрҙөм, фестивалдәрҙә лє ҡатнаштым. Әле иң ҙур хыялым – Тибетҡа барып ҡайтыу. Тибет – ерҙәге йәшәйештең бишеге. Ә Шамбала – Аллалар ҡалаһы, тиҙәр. Былар тураһында бик күп яҙылған, шуларҙы ҡыҙыҡһы­нып уҡыйым. Э.Мулдашевтың яҙмала­ры менән таныштым. Е. Блаватскаяның “Тайная доктрина” китабын уҡырға ине. Йәш­тәштәремдең тормошҡа бик өҫтөн ҡарауына ғәжәпләнәм. Кешеләр нимә эшләптер эштең һөҙөмтәһен генә күрә белә, ә иң ҡыҙығы һәм фәһемлеһе – ул эшмәкәрлектең үҙе бит. Хәҡиҡәткә үҙ аҡылың, эшмәкәрлегең менән барып етә белеү һәләтен мин барыһынан да өҫтөн күрәм.

– Һин башҡорт халыҡ көйҙәрен тетрәткес бер нескәлек һәм аһәң ме­нән уйнайһың...
– О-о, камиллыҡҡа етергә әле бик йыраҡ. Башҡорт көйө – ул Кешенең кеше булыуына бер шарт, Йыһанға доға тауышы кеүек. Уны уйнай белһәң – бар көйҙәрҙе белерһең кеүек... Скрипка иллә мәгәр башҡорт көйөнөң асылын, тәрән фәлсәфәһен асырға иң кәрәкле юл һымаҡ.
Егерменсе быуатта Яша Хейфец тигән атаҡлы скрипкасы йәшәгән. Уның тиңдәштәре яҙып ҡалдырған хәтирә­ләрҙә бәйән ителеүенсә, маэстроның уйнауын ишеткән кеше илһамланған, тәне ҡалтырана башлаған, үҙен йәшен һуҡҡан кеүек хис иткән... Минең иң ҙур хыялдарымдың береһе – скрипкала уйнау серҙәренә тәрәндән төшөнөү. Лев Толстойҙың: “Күңелең ялҡауланмаҫҡа, эшләргә тейеш”, – тигән һүҙҙәренә ҡушылып, мин бар булмышым менән сәнғәт­тәмен һәм уға артабан да ихлас хеҙмәт итергә Аллаһы ризалығы булһын ине...

Алтынай БУРИНА яҙып алды.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook