Донъяларым түңкәрелгән саҡ...

Ваҡ ҡына һалҡын ямғыр яуған көҙгө болоҡһоу көндә редакция ишеген асып ингән был ҡыҙ, әйтерһең, ҡояштың үҙен алып килде. Яурынға һибелеп төшкән бөҙрә сәс, йылы нур ағылған йәшел күҙҙәр, һөттәй аҡ йөҙ – һоҡланып ҡарап торорлоҡ һылыуҡай ялтыр журнал битенән төшкәнме ни. Исеме лә ҡиәфәтенә тап килеп тора – Гүзәл. “Эштән ҡайтышлай киоскынан журналығыҙҙы алғайным, аяҡтарым үҙенән-үҙе һеҙгә илтте. Эсем тулы ут...” – тине ул.

Эсе тулы ут булһа ла, ҡара күмер булып көймәйенсә, яҡтылыҡ һирпеп йөрөргә көс, аҡыл тапҡан һылыуҙың һөйләгәндәрен түкмәй-сәсмәй, үҙе һорағанса, һеҙгә бәйән итәбеҙ. Гүзәлдең тарихы һеҙҙе лә битараф ҡалдырмаҫ, тип уйлайбыҙ – ике юл сатында торған ҡыҙ һеҙҙән, донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған уҡыусыларыбыҙҙан, кәңәш көтә.

Ауырыуҙарҙы ҡабул итеп бөтөп, “тауышһыҙ” торған телефонымды ҡабыҙһам, таныш булмаған номерҙан берәүҙењ бер-бер артлы ун тапҡыр шылтыратыуы күҙемә салынды. Нин­дәй сабырһыҙ бәндә икән, тип телефон һандарын йыям:
– Һеҙ миңә шылтыратҡайнығыҙ­мы? – Бәйләнештең теге яғында шунда уҡ “һин”гә күстеләр:
– Эйе. Минең кем икәнде белә­һеңдер. Ирең менән беҙ биш йыл инде бергә йәшәйбеҙ. Бер-беребеҙҙе яратабыҙ, өс йәшлек улыбыҙ үҫә. Беҙ­ҙең бәхетебеҙгә кәртә булып ятма! – Мин ни тип яуап бирергә белмәй торған арала телефонды һалып ҡуй­ҙылар. Йөрәгем урынынан ҡупһа ла, үҙемде тынысландырҙым: кемдер, күрәһең, яңылыш минең номерҙы йыйғандыр.

Ләкин иртәгәһен – ни гонаһ шомлоғо – йәнә шул уҡ номер шылтырата:
– Һин аңламаның шикелле? Беҙ Илдус менән Хоҙай алдында никахлашҡан ир менән ҡатын. Ышанмаһаң, үҙенән һора! Һинең рәсми никах ҡағыҙыңдағы мисәт бер көскә эйә түгел! – Берәйһе ғаиләбеҙҙең матур ғүмер итеүенән көнләшеп, яһиллашырға булдымы икән, тип аптырауға ҡалдым. Шылтыратыуҙар һәр иртә ҡабатлана башланы, йәш ҡатын-ҡыҙ тауышы көндән-көн хаяһыҙыраҡ яң­ғырай һәм мине мәсхәрәләүгә күсте:
– Һин кем уның өсөн? Бер кем дә түгел! Ҡулыңдан бер эш тә килмәй, ирен тота белмәгән хәстрүш! Ул мине ярата, ни теләйем, шуны эшләй!

Ғаиләбеҙҙе һәйбәт йәшәтер өсөн көнө-төнө шәхси клиникала эшләгән иремде йәлләп, уға был турала өн­дәшмәгәйнем. Ләкин йәкшәмбе көн иртән өсәүләшеп сәй эсеп ултырғанда был ҡатын тағы шылтыратты. Ҡағыҙҙай ағарып киткәнемде ирем дә һиҙҙе:
– Насар хәбәр бармы әллә?
– Миңә һуңғы аҙнала Юлиє исемле бер ҡатын: “Иреңде тотма, ебәр! Мин уны яратам!” – тип шылтыратасы, – тип һөйләп бирергә тура килде. – Кем шулай уҫал шаяра икән?
Ирем, йөҙө ҡасып, телһеҙ ҡалды:
– Был шаярыу түгел, Гүзәл...
– Нисек???
– Юлиә менән биш йыл элек Салауат ҡалаһына командировкаға бар­ғанда таныштым. Улыбыҙ тыуғас, мә­сеткә барып, никахҡа индек. Кисерә алһаң, кисер, шулай тура килде. Лә­кин мин һине яратам, ғаиләнән кит­мәйәсәкмен, тик уларҙы ла ташлай алмайым...
Артабан мин иремдең Юлиә һәм улын бер ай элек Өфөгә күсереп алып килеүен, ипотекаға бер бүлмәле фатир һатып алыуын беләсәкмен.

Төндө йоҡоһоҙ үткәреп, эшемә барып ултырһам, йәнә шылтыратыу:
– Ышандыңмы инде уның мине нисек яратыуына? Бына тағы бер дәлил: ике көндән миңә егерме ете йәш тула. Тыуған көнөмдө Илдус менән Төркиәлә байрам итәбеҙ.
Ошоғаса аңҡы-тиңке йөрөһәм, айнып киткәндәй булдым.
– Төркиә тураһында хәбәре дө­рөҫмө? – тип һорайым иремдән эске ҡалтырауығымды еңергә тырышып.
– Эйе, путевка алынған, иртәгә – юлға.
– Арыҫлан менән мин саҡ ҡына ҡәҙерле булһаҡ, китмәҫһең, тип уйлайым.
Тик Илдус әллә тыңларға теләмә­не, әллә ишетмәне, кисен өйгә ҡайтманы...

Ирем егерме ете йәшлек ҡыҙҙы һайлағас, мине унан күпкә оло, тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Миңә егерме туғыҙ, иремә лә шунса уҡ. Беҙ медицина университетының тәүге курсында бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡ, шул уҡ йылда, ун туғыҙ йәштә өйләнештек. Илдустың минең өсөн йән атып тороуын күреп, атайым менән әсәйем ҡыуанып бөтә алманылар. Диплом алған сағыбыҙҙа улыбыҙ Арыҫлан үҫеп килә ине. Мин – йөрәк сирлеләрҙе дауалаусы табип, ә ул, талантлы хирург, башта ҡала дауаханаһында эшләһә, шунан шәхси клиникаға күсте. Ғүмер буйы шулай бәхетле булырбыҙ кеүек ине! Ни эшләп былай килеп сығыуы башыма һыймай.

Ирем икенсе ғаиләһе менән Төркиәлә ял иткәндә, мин ҡәтғи ҡарарға килдем: айырылышам. Тик... үҙем һаман уны яратыуҙан туҡтамайым, улымдың: “Атайым ҡасан ҡайта?” – тиеүҙәре үҙәгемде өҙә.
...“Башҡортостан ҡыҙы”н ғүмер буйы өләсәйем, әсәйем алдырҙы, үҙем дә унан айырылғаным юҡ, яҡын әхирәтемдәй, һәр һанын көтөп алам. Журналды уҡыусы күпте күргән, күпте кисергән аҡыллы апайҙарҙың кәңәшенә әле шул тиклем мохтажмын: дөрөҫ эшләйемме икән? Донъямдың түңкәрелгән сағы...

Альмира КИРӘЕВА яҙып алды.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook