Әсә һағышы

Әсә һағышы
Аҡъяр ауылы урамынан башын ғорур тотоп, сал сәсле, ыҡсым кәүҙәле ҡатын атлай. Ҡаршыһына осрағандар менән ипле генә йылмайып иҫәнләшкән ханымды күптәр таный. Кемдәрҙер уны оҫта сәскә үҫтереүсе итеп белә, Аҡъяр тау колледжы ятаҡханаһы янынан үткәндә: «Ошо Мәүлиҙәнең сәскәләре! Орлоҡтарын ситтән яҙҙыртып алып, кешелә булмағанын үҫтерә бит ул!» – тип һоҡлана. Гөлләмәләргә тулы баҡсаһы район үҙәгенең йәме, ҡото булып, әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултыра. Көҙ етһә, орлоҡтарын һорап алалар. Икенселәр иһә уны «ҡыҙыу нөктә»лә һәләк булған батыр һалдаттың фиҙакәр йөрәкле әсәһе тип белә.

«Әсәй, йыл ярым ваҡыт тиҙ үтә ул. Борсолма, мине көт!», – тип һалдат шинеле кейеп, шат күңел менән әрмегә киткән улын бынан 17 йыл элек ерләгән әсә йөрәге һаман да ышанмай, ниндәйҙер мөғжизәгә өмөт итеп, ишек ҡаҡҡан һайын ғәзиз балаһын көтә.

«Бигерәк йомшаҡ күңелле бала ине, – ти Мәүлиҙә апай, улының бала һәм үҫмер саҡта төшкән фотоларын йомшаҡ бармаҡтары менән һыйпап. – Бәләкәй сағынан күңелсәк, изгелек­ле булды. Башланғыс синыфта уҡығанда, урамдан бәләкәй генә сысҡан балаһын табып алып ҡайтҡайны. Уны ҡағыҙ ҡумтаға һалып, ит турап ашатҡаны иҫемдә ҡалған. Кешеләргә, бигерәк тә кескәй балаларға ярҙам итергә йөрәге ашҡынып тора ине.

Беренсе Аҡъяр мәктәбендә тик «5» билдәләренә генә уҡыны, бөтә кластары менән татыу, берҙәм булды­лар. Уҡыуҙағы уңыштары өсөн Калининград һәм Ҡазан ҡалаларына сәйәхәткә юлланма менән бүләкләнде. Тиҫтерҙәре менән хоккей уйнарға яратты, баскетбол буйынса район ярыштарында ҡатнашты. «Сиҙәм» бейеү ансамблендә бейене, гитарала, ҡурайҙа оҫта уйнаны. Дуҫ егеттәре менән ансамбль ойоштороп, концерттар ҡуйҙы. Ғүмеркәйе ҡыҫҡа булғанғалыр инде, тиҙерәк йәшәп ҡалырға, бөтә ергә лә өлгөрөргә ашыҡҡандыр, балаҡайым. Тормошто яратты, тик яҡшылыҡҡа ынтылды. Спорт һәм мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары өсөн алған Почет грамоталары бихисап. Баламдың ҡулынан килмәгән эше юҡ ине. Байрамдарҙа үҙ ҡулдары менән ағастан семәрләп эшләгән әйберҙәрен әле лә изге ҡомартҡылай ҡәҙерләп, төҫө итеп һаҡлайым. Ауыр, бошонҡо минуттарҙа бүләктәрен йөрә­гемә ҡыҫам. Улар күңелемде йылыта, йәшәү нуры менән һуғара.
Әсә һағышы
Мәктәпте тик «бишле»гә тамамлап, БДУ-ның иҡтисад факультетына документтар тапшырһа ла, унда белем алыу насип булманы. Һуңынан кооператив техникумына уҡырға инеп, тырышып уҡып сығып, элекке райпоға товаровед булып эшкә ҡайтты.
Әрмегә үҙе теләп китте һәм 1994 йылдың 9 декабрендә һалдат шинеле кейҙе. Әлбиттә, уны яҡындараҡ ҡалдырырға ла уйым бар ине, әммә Әҙеһәм үҙе ныҡ торҙо: «Ҡайҙа ебәрәләр, шунда барам. Аҙаҡ дуҫтарым, ҡайҙа хеҙмәт иттең, тип һораһалар, бына, кәртә артында ғына, тип әйтәмме», – тип ҡырт киҫте».
Әҙеһәм Омск ҡалаһында хәрби уҡыу үтә. Шул ваҡытта улар хәбәрләшеп торалар, һуңынан ҡапыл хаттары туҡтап ҡала. Кеше аша ебәргән йәки осраҡлы туҡталған ҡалала һалған һалдат хаттарында «Мәскәүҙә командировкаламын», тигән һүҙе генә була. Мәүлиҙә Кәрим ҡыҙы ул саҡтарҙа берҙән-бер улы өсөн борсо­лоуҙан төн йоҡоһон һәм тыныслығын юғалта.

«Хәрби комиссариат тупһаһын нисә тапҡыр тапап та, аныҡ яуап ала алмағас, ¤Өфөләге Һалдат әсәләре ко­митетына юлландым. Уның етәксеһе Алла Пирогова Мәскәү менән бәйләнешкә инеп, улымды табырға ярҙам итте. Шунан һуң Төньяҡ Осетиянан «Иҫәнмен», тип һуғылған телеграммаһы һәм адресы урынына конверт тышына «Мәскәү-400» тип яҙылған ике хаты килде. Бына шулай йылдан ашыу ут йотоп йәшәнем. Ҡайтыуына 3 ай ҡалғас, һуңғы хатында Омск ҡалаһы­на ҡайтырға тейешлектәре тураһында хәбәр итте. «Алла бойорһа, килеп төшкәс тә шылтыратырмын йәки хат яҙырмын. Тиҙерәк ебәрһендәр өсөн ял да алманым, приказ сығыу менән янығыҙға ҡайтасаҡмын. Альбина һеңлем, әсәйҙе тыңла, борсолдорма, һаҡла уны. Мине көтөгөҙ, һанаулы ғына көндәр ҡалды. Һағындым барығыҙҙы ла», – тип яҙылған ине хат юлдарында»,– тип хәтер ептәрен һүтә әсә.

Һәм көтөлмәгән ҡайғы… 1996 йылдың 31 ғинуарында дембелгә әҙерләнеп, ҡайтыу көнөн һанаған 19 йәшлек башҡорт егетенең дошман пуляһынан ғүмере өҙөлә. Донъялағы иң ауыр ҡайғы – сабыйын юғалтыу хәсрәте Мәүлиҙә апайҙың иңенә төшә. Ҡәһәрле көндө иҫкә алһа, ул әле лә һығылып илай.
– Был ҡара хәбәрҙе беҙ 11 феврал­дә кисен генә белдек, ә ике сәғәттән почтальон улымдың, тиҙҙән ҡайтам, тигән һуңғы ике хатын килтерҙе. Тағы ла 19 көндән балаҡайымды тыуған тупрағында һуңғы юлға оҙаттыҡ. Табутты өс хәрби кеше оҙатып килде. Командирҙарының: «Улығыҙҙы һаҡлай алманым. Кисерегеҙ мине», – тигән һүҙҙәрен саҡ-саҡ ҡына иҫләйем. Уның һөйләүенсә, Грозный янында контроль пунктта һаҡта торған Әҙеһәмде башҡалар алмаштырырға тейеш булған, әммә, ни сәбәптәндер, улар тотҡарланған. Һөҙөмтәлә атыш ваҡытында дошман ярсығы баламдың күкрәген тишеп үткән. Табутты асырға рөхсәт итмәһәләр ҙә, һуңғы юлға оҙатыр алдынан асып ҡул-биттәрен йыуҙыҡ. Ҡулында бер ус ҡап-ҡара тупраҡ йомарланған ине.

Ошо ҡәһәрле көндән 17 йыл үтте, әммә йөрәк яраһы уңалмай. Улымдың дуҫтары күп булды. Иң яҡындары Рөстәм Усейнов, Руслан Ҡоҙабаев, Салауат Байғабулов, Тимербулат Азаматов, Кинйә Хәкимов, Ғәлим Илембәтовтар, нисә йылдар үтһә лә, улымдың тыуған көнөндә, уға бағышлап аяттар уҡығанда, һәр саҡ килеп, йырлап, гитарала уйнап, иҫтәлектәргә бирелеп ултыра инек. Егеттәр ишек туҡылдат­һа, арттарында Әҙеһәмем дә ҡарап торған кеүек булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәлим, Тимербулат һәм Кинйә хәҙер мәрхүм булып ҡалды. Тәүҙәрәк, берәй ергә сығып китһәм дә, йорт асҡысын ҡалдырып китә инем, сөнки улым ҡайтып, инә алмай торор һымаҡ ине. Йөрәк ышанмай икән… Зыяратта йыш булам, уның менән һөйләшәм, шатлығымды, хәсрәтемде һөйләйем. Тик Әҙеһәм генә өндәшмәй… Үҙенең бәләкәй генә, түше күк кенә, ҡойроғо елпеүес кеүек матур ҡошо ла бар. Быға берәү ҙә ышанмай ине. Әле таныш ҡатын менән барғанда шуны күрһәттем. Беҙ ҡәберлекте рәтләп, аят уҡығансы шунда һайрай. Осоп китһә лә, оҙаҡҡа түгел, кире килә. Әллә ғәзиземдең йәне шулай осоп йөрөймө икән, тип тә ҡуям… Хәҙер уға 38 йәш булыр ине…

«Әгәр тере булһа, ҙур кеше булып китер ине улыҡайым. Алдына күп маҡсаттар, хыялдар ҡороп йәшәне. Ул саҡта эшҡыуарлыҡ яңы ғына башланған осор ине. «Әрменән ҡайтһам, кибет асам, әсәй, төҙөлөштә бүтән эшләмәҫһең, үҙебеҙҙең бизнес булыр», тип яҙа ине. Бәләкәй саҡтан миңә тун алып бирергә хыялланды. Ошо көндәргә тиклем йәшәһә, бына тигән ғаилә ҡороп, ҡатыны, балаларына таяныс булып, дуҫтары менән татыу ғүмер итер ине. Балаҡайым һөйөп-һөйөлөп тә өлгөрмәне. 6-сы синыфтан бер ҡыҙҙы яратты. Әммә уның йәшлеген дә, мөхәббәтен дә ҡәһәрле дошман пуляһы өҙҙө…» – тип һыҡтай һалдат әсәһе.
Мәүлиҙә Иҫәнбаева йөрәк парәһенең хаттарын, Почет грамоталарын, иҫтәлектәрен, фотоларын күҙ ҡараһылай һаҡлай. Күп уҡыуҙан тәҫләнеп, һарғайған хаттарҙа улын күр­гәндәй була. «Бер кемгә лә бала ҡайғыһы күрһәтмәһен», – тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлай ул. Мәүлиҙә Кәрим ҡыҙы ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙған, башҡа саҡта ла терәк булған туғандарына, дуҫтарына, яугир-интернационалистарҙың район йәмғиәте рәйесе С.К.Юлдашбаевҡа, Аҡъяр тау колледжы етәкселегенә һәм хеҙмәттәштәренә рәхмәтле. «Балалар араһында эшләү күңелемде йыуата. Улар күҙҙәремә ҡараһа, улымдың йылы ҡарашын тойғандай булам», – ти ул.

…Мәүлиҙә апайҙың фатир ишеген асып инеү менән ҡаршы стенала һалдат кейемендәге йәш матур егет портреты күҙгә ташлана. Һөйөргә, һөйөлөргә, йәшәргә, йырҙарын йырларға ла өлгөрмәгән 19 йәшлек һалдат етди ҡарашын төбәгән. Әсәнең туҡтауһыҙ илауҙан төпкә батҡан өмөт­һөҙ күҙҙәрен күреүҙән дә ауырыраҡ хәсрәт бармы икән? Эйе, бер кемгә лә кәрәкмәгән һуғыш уты күп әсәләр­ҙе илатты. Яңы ғына ҡанат нығытҡан, әле ирендәренән әсә һөтө лә кипмә­гән 18-19 йәшлек балаларҙың, киләсәк быуынды дауам итерлек егеттәрҙең күбәләктәй ғүмере өҙөлдө. Уларҙың барлыҡ хыял-маҡсаттары һалҡын ҡәберлектәргә күмелгән. Тыныс тормошта бүтән ҡабатланмаһын ине бындай ҡайғылар, әсәләр улдарын көтөп алһындар ине. Ә баһадирҙай улын ерләгән әсә – Мәүлиҙә апай Иҫәнбаеваның: «Бер кемгә лә бала ҡайғыһы күрһәтмәһен», – тигән һүҙҙәре оран булып яңғыраһын!

Мәрйәм ИМАНҒОЛОВА.

Хәйбулла районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook