«Көнбикә» шишмәһе илһамландыра

«Көнбикә» шишмәһе  илһамландыраКешелек бөгөн етеҙ ваҡыт артынан өлгөрөргә ынтылып, заман арбаһынан төшөп ҡалмаҫҡа тырышып, ҡабалан йәшәй. Тик күңел генә үҙен гелән йүгәндә тота алмай, йыр-моңға тартыла. Һыуһынды шишмә һыуҙары ҡандырһа, күңелде йыр ҡанатландыра. Башҡорт көй­ҙәренең үҙҙәренә генә хас йәнде имләр көсө бар, уларҙы көйләүсе­ләр, йәшлеген хәтерләп, йөрәктә­ренә дәрт һәм дарман йыя.

Һәр ауылда йөҙөк ҡашы булырҙай кешеләр бар. Улар менән аралашһаң, донъялар яҡтырып, кәйеф күтәрелеп китә. Ә байрамдарҙа сәхнәгә сығып, йырлап-бейеп, халыҡтың күңелен күр­гәндәргә ысын-ысынлап һоҡланабыҙ. Ейәнсура районының Сәғит ауылында тап шундай матур кешеләрҙән торған фольклор ансамбле эшләп килә. Улар­ҙың таҡмаҡтарына һис вайымһыҙ ҡалып булмай. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһалар ҙа, уларҙы көслө алҡыштар менән оҙа­талар. Халыҡсан йыр-таҡмаҡтарын отоп йырлайҙар, шаяртыу ҡатыш төрт­мә һүҙҙәре лаҡапҡа әйләнеп, телдән телгә күсеп йөрөй.

Быйыл ансамблдә ҡатнашыусылар­ҙың ҙур хыялы тормошҡа ашты: сәхнәгә сынъяһау булып сығырлыҡ күркәм һәм ыҫпай сәхнә кейемдәрен ҡулға алдылар. Изге ниәттәрен тормошҡа ашырыуҙа матди ярҙам күрһәткән район хакимиә­те башлығы Әлфәрис Сәлихйән улы Байсуринға, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Айҙар Зиннәт улы Мөхәмәтйәровҡа рәхмәттәрен дә улар таҡмаҡ аша яңғы­ратты:
Беҙгә костюмдар бирҙегеҙ –
Беҙ барабыҙ «Байыҡ»ҡа.
Ауылыбыҙ менән бергә
Көрәшәбеҙ айыҡҡа.

Ансамблгә үҙенсәлекле исемде Сәғит ауылы янында сылтырап аҡҡан шишмә тураһындағы риүәйәттән алғандар. Көнбикә – 1850 йылдарҙа Хәйбулла районының Аҡъюл ауылынан Бикбовтар араһына, ауылдың йөҙбашы (сотник) Балтабай Яппаровтың улы Исмәғилгә кәләш булып төшкән ҡыҙҙың исеме. Ҡоҙоҡтарға бай Аҡъюлдан килгән йәш килен, һыу эҙләп, йәйләүҙең тирә-яғын байҡаған. Бер урында, ошонда һыу булырға тейеш, тип сүмесе менән ерҙе ҡаҙып ҡараһа, ер өҫтөнә һыу урғылып сыҡҡан. Шул ваҡыттан алып, инде быуаттан ашыу, ауыл урынлашҡан ерҙән саҡ ҡына ситтәрәк сылтырап ағып ятҡан шишмә үҙенең татлы һыуы менән ҡыуан­дыра. Уны халыҡ йәш килен хөрмәтенә Көнбикә шишмәһе тип йөрөтә.

Бына шундай матур тарих йәшәй беҙҙең яҡтарҙа. Ошо исем аҫтында сы­ғыш яһаусы төрлө һөнәргә эйә ун гүзәл затты йыр-моңға һөйөү берләштергән. Фольклор ансамбленең етәксеһе Әл­фирә Йылҡыбаева – Сәғит ауылы мә­ҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, Зөмәрә Имәсова – китапханасы, Фәү­зәнә Бикбова менән Зөлфиә Ҡыуатова – хужабикәләр, Венера Бикбова – хат ташыусы, Зөмәрә Йомалина, Фәнисә Хәмиҙуллина, Рәсимә Ҡуланшина, Фә­риҙә Дәүләтшиналар – хаҡлы ялдалар, ә Фирҙәүес Ҡыуандыҡова – күп балалы әсә. 2010 йылда төҙөлгән төркөм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә районда ғына түгел, республикала ла үҙен күрһәтеп, танытып өлгөрҙө. Бик күп бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеү менән ҡайттылар. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған район ярышында, «Ейәнсура шәле – 2010» шәлселәр район конкурсында – беренсе урындар, «Башҡорт шәле – 2010» бәйгеһендә – Гран-при, данлыҡлы шәлселәр араһында барған ярышта – «Ейәнсура шәле – 2011» күргәҙмәһендә – «Шәлдәрҙең иң яҡшы күргәҙмәһе» исемен яуланы. Улар тирә-яҡҡа даны таралған Байыш дебетенән бәйләнгән шәлдәрен күрһәтеүҙе сығыштары ме­нән дә биҙәп алып барҙы. Шулай итеп, Ейәнсура һылыуҙары йырлап-бейеп кенә йөрөмәй, тыуған ерҙәрен ҡул кө­сө, оҫталыҡтары менән дә данлай, атаҡ­лы шәлселәр нәҫеленән икәнлектәрен йәнә-йәнә өр-яңы шәлъяулыҡтары менән раҫлап та өлгөрә. Улар быйыл Өфөлә үткә­релгән «Тере шишмәләр» республика фестиваленән диплом ме­нән ҡайтты. Бына шулай донъяларын да емертеп көткән, йыр-моңға ла ваҡыт тапҡан иҫ киткес егәрле һәм һәләтле заттар бар беҙҙең яҡтарҙа. Уларҙың көнкүрешен һәм күңел донъяларын са­ғылдырған бер нисә таҡмағын да һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм:

Беҙ бәйләгән шәлдәр даны
Таралды тирә-яҡҡа.
Имен булһа илем, телем,
Бирешмәбеҙ шул саҡта.
Заманалар ауыр, тиҙәр,
Беҙ уға бик бошмайбыҙ.
Һаулыҡ булһа, кәзә аҫрап,
Шәл бәйләп тә йәшәйбеҙ.
Бәйләгеҙ, дуҫтар, шәлдәрҙе,
Күңел йылыһын биреп.
Һеҙ бәйләгән шәлдәр даны
Китһен донъялар гиҙеп.

Наилә ҠАРАБАЕВА.

Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.

Сайт деревни. Башкортостан




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook