Зәңгәр хыялдарҙы ысын итеп

Зәңгәр хыялдарҙы ысын итеп Егәрле, сәмсел, ҡыйыу Оксананы студент йылдарынан беләм. Сәнғәт институтының актерҙар әҙерләү бүлегендә уҡы­ған сағында ҡурсаҡ театрында эшләп йөрөнө, һуңынан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына урынлашты. Ләкин күңелендәге дизай­нерлыҡ рухы уға тынғы бирмәне, эҙләнеүсән ҡыҙ яйлап яратҡан шөғө­лөн төп һөнәренә әйләндереп алды.

Ул йылдарҙа Оксана теккән кейем­дә сәхнәгә сыҡмаған әртис ҡалмағандыр. Тора-бара үҙ коллекциялары менән модельерҙар бәйгеләрендә ҡатнашып, шул өлкәлә апаруҡ билдәлелек тә яулап өлгөрҙө. Өфөлә үткән «Көҙгө мода» аҙнаһында күрһәткән «Бал­ҡыш» коллекцияһын танылған модельер Вячеслав Зайцев айырым бил­дәләп, «Ҡупшы кейем» номинация­һында диплом тапшырған уға.

Хәләл ефете Әбйәлил егете Азат Ямуров та ижади кеше, оҙаҡ йылдар «Тамыр» студияһының тауыш мө­хәррире булды. Уның тауышы менән тәржемәләнгән йәнһүрәттәрҙе бала­лар айырыуса яратып ҡарай ине. Әлеге ваҡытта телевидениела, яңылыҡтар хеҙмәтендә эшләй, колледжда уҡытып та йөрөй. Тәүге улдары Дим дә, «Сәңгелдәк»тә эшләп, тамашасы һөйөүен яуланы. Оксана иһә хыялындағы кейемдәрҙе ысынбарлыҡта кәү­ҙәләндереү менән булды. Оксана менән Азаттың бер-береһенә хөр­мәтле ҡарашы һәр ваҡыт һоҡландыра.

«Бала саҡта кибеткә барған һайын бәләкәй генә һары уйынсыҡ себеш алдырта торғайным. Шуларға ҡулъяулыҡтан кейем тегеп уйнай инем. Шкафтағы төрлө туҡымаларҙан нимә бесеп ташлаһам да, әсәйем өндәшмәне. Киреһенсә, маҡтап-маҡтап мин теккән итәкте кейеп йөрөнө. Ҡар­тәсәйемдең һуғыштан һуң Германиянан ҡайтарылған теген машинкаһы бар ине. Ҡыҙыҡһыныуымды күреп, атайым шуны майлап, ҡараға буяп, миңә бирҙе. Уны аҙаҡ Өфөгә лә алып килдем, тәүге заказдарымды шул машинала тектем. Иҫке универмагта туҡымалар бүлеген күреп нисек ҡыуанғанымды белһәгеҙ, хатта ауылға, бында туҡыма күп, нимә теләһәң дә тегеп була, тип хат яҙып һалғанмын», – ти Оксана Ғәлимйән ҡыҙы, хыялының нисек яралғанын хәтерләп.

Баш ҡалабыҙ ауылдан килеп төп­ләнеүсе йәштәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршылап тормай. Шулай ҙа ныҡышмал пар ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, ипотекаға өс бүлмәле фатир алыуға өлгәшә, шул арала дүрт балаға ғүмер биреп өлгөрә. Хәләленә ярҙам итергә тырышып, иш янына ҡуш булһын тип, Оксана ла һөнәрен ҡулланып төрлөсә аҡса эшләй.

«Донъяла бер нәмә лә осраҡлы булмайҙыр. Бер мәл, мәсеткә барғанда, малайҙарҙың күҙе кибеттәге сувенир­ҙарға төштө. Һатыусы, быларҙы алғансы китап алығыҙ, тип, намаҙ тәртип­тәрен өйрәткән йыйынтыҡтар тотторҙо. Дим улым уларҙы атаһы менән ентекләп уҡып сыҡҡан. Шунан, бында бит намаҙ уҡыу мотлаҡ фарыз тип яҙылған, беҙ ниңә уҡымайбыҙ ул, тип, атаһын аптыратҡан. Әмиләне алып ҡайтҡас, ҡараһам, улым менән ирем ҡиблаға ҡарап намаҙ уҡып ултыралар. Ни эшләйһегеҙ ул, тип шаярып барып төртөп тә ҡараным. Бәпескә ҡырҡ көн тулғас, һин дә уҡый башларһың, тине ирем.
Зәңгәр хыялдарҙы ысын итеп
Дүрт балам менән мәж киләм, йоҡ­лаған араларында тегәм, интернет аша заказдар ҡабул итәм, һис бушаған юҡ. Гел кейем моделләү хаҡында китаптар уҡыным, төрлө күлдәктәр уйлап сыға­рып, ҡағыҙға төшөрөп ҡараным. Шуларҙы халыҡҡа тәҡдим итерлек етештереү фирмаһы асһаң ине, тип хыял­ландым. Шулай бер көн фильмдағы әңгәмәгә иғтибар иттем. Бер бизнесмен икенсеһенә, хыялыңды тормошља ашырыр өсөн берәмләп түгел, күмәр­тәләп һат, ти. Уның һүҙҙәре миңә лә ярҙам итте. Күмәртәләп һатыр өсөн махсус яңы коллекция уйлап сығарҙым. Ислам дине ҡушҡанса дөрөҫ, әммә за­манса модалы никах күлдәктәре ине улар. Башта ауыр булды, бик үк күмәр­тәләп булмаһа ла, никах күлдәктәре һатылған салондарҙа беҙҙең дє кейем­дєр урын алды. Бер-ике ай эсендә тек­кән әйберемә һорау барлығы асыҡлан­ды. Нисек кенә ҡатмарлы булһа ла, үҙ эшемде башларға ҡарар иттем. Күлдәк тегә торған цех һәм магазин астыҡ. Тәүҙә үҙем генә тектем. Магазинды тултырыр өсөн тиҙ арала туҡһан күл­дәк әҙерләнем. Ун биш йылға яҡын көн дә заказға кейем тегеп туплаған тәжрибәмде тормошта ҡулланмай ҡал­һам, үкенесле буласаҡ, тигән уй ҡанат ҡуйҙы. Уйлап сығарған яңы лекалола­рым, өлгөләрем бер генә тегелеп әрәм булып ҡалмаһын да, тигән­мендер. Хо­ҙайҙың бер ҡөҙрәте булдымы, берәм-берәм кеше килә башланы, бер аҙҙан ярҙамсылар алырға тура килде. Хәҙер һатыусы, бесеүсе, тегенселәр яллап, ойоштороу эштәрен тормош юлдашы­ма тапшырып, үҙем моделдәр уйлап сығарып, уларҙы үлсәмләп тегеү өсөн өлгөләр әҙерләү менән генә мәшғүл­мен. Шәхси эшҡыуар статусынан баш тартып, яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәт булып ойоштоҡ. Шөкөр, Аллаһы Тәғәлә беҙгә ирем менән бер тормош юлынан ҡулға-ҡул тотоноп барырға насип иткән», – ти Оксана Ғәлимйән ҡыҙы.

Теккән әйберҙәре үҙ-үҙенә реклама булып, оҫта уйлап сығарған кейем­дәрҙе юллап, Ҡазан, Мәскәү ҡалалары­нан да килеп килешеү төҙөүселәр табыла. Бынан тыш Ямуровтарҙың зауыљлы мосолман күлдєктєрен үҙебеҙ­ҙең Сибай, Туймазы Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм ҡайһы бер ҡасабаларҙың эшҡы­уарҙары ла һатыу өсөн даими ала. Шулай итеп, күмәртә­ләп һатҡан етештереүсе булыу хыялына аҙымлап-аҙымлап яҡыная бара ныҡыш һылыу.
Зәңгәр хыялдарҙы ысын итеп
Оксананың Ейәнсура районы Яңы­бай ауылында йәшәгән ата-әсәһе Хәлиҙә һәм Ғәлимйән Ҡансуриндар бөтмөрлөктәре менән дан алған ғаилә. Дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, икенсе ҡыҙҙары Гөл­финә йәшләй генә яҡты донъяларҙан китеп барған. Унан кесерәк туғаны Яҙгөл үҙе менән бергә эшләй, ул да иман ҡанундарына таянып йәшәй. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләй. Кинйәләре Зилиә Мәскәү­ҙә, ГИТИС-та рәссамлыҡҡа уҡый. Әйткәндәй, фирманың бренд үҙенсә­лектәрен тап Зилиәләре уйлап табып, һүрәткә төшөргән. Магазин исемен кесе ҡыҙҙары хөрмәтенә «Самийа» тип атаған Ямуровтар.

Балалары урыҫ телле балалар баҡ­саһына, мәктәбенә йөрөһә лә, Ямуров­тарҙың ғаиләһендә тик башҡортса аралашалар. Улдары Ғалимдар, дүрт кенә йәшендә халыҡ әкиәттәрен һөй­ләү буйынса республика ярышында беренселек яулап, әртислеге менән таң ҡалдырҙы. Дим ағаһы сәмләнеп китеп, икенсе йылы ошо уҡ бәйгелә Өфө буйынса Гран-при алды. Әйткән­дәй, Ямуровтар, үҙҙәре ролдәргә бүленеп уҡып, «Моң» студияһында баш­ҡорт халыҡ әкиәттәренән торған ау­диодиск та сығарған. Янына ћүрәтле буям дәфтәре лә эшләгәндәр. «Һә» тигәнсе һатылып бөткән ул.

Туған телдәрен, милли йолаларҙы хөрмәт итеп, иман шартын тотоп, ауырлыҡтар аша булһа ла үҙ эштәрен булдырып, баш ҡалабыҙҙа йәшәп ятҡан дүрт балалы матур, ижади, татыу баш­ҡорт ғаиләһенә ҡарап һоҡланмау мөм­кин түгел. Тамсы тама-тама таш тишә, тиҙәр. Башланғыс капиталдың булмауын кәртә итеп тормай, һәләттәренә таянып, хыялдарына табан атлаған был тәүәккәл һәм ныҡыш пар күптәргә үрнәк булырлыҡ.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook