Самаға сама тап килһен

Ысынбарлыҡҡа әйләнергә торған әкиәт! – зәңгәр экрандарҙан көнө-төнө ағылған рекламаны ҡарап, балалар түгел, хатта тормошто яҡшы белгән ололар ҙа ҡайһы ваҡыт шулай тип уйлап ҡуя. Сөнки һәр кемдең күңелендә, ул нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әкиәткә ышаныусы сабый йәшәй. Һәм йыш ҡына
магазинға барғас, үҙе лә һиҙмәҫтән, тап рекламаланған тауарҙы эҙләй башлай – кәрәкме ул, юҡмы, мөһим түгел. Әйтерһең, күккә сөйөп маҡталған шул әйбергә эйә булғандан һуң, донъяһы түңәрәкләнеп китә һәм бәхеткә ирешә. Сағыу күренештәр, аңлашылып торған ябай сюжет, хәтерҙә ҡалыусан матур көй, реклама буйынса белгестәр ҡулланған психологик алымдар – былар бөтәһе лә әҙәм балаһы күңеленә йоғонто яһап, шул маҡталған донъяла йәшәргә саҡыра. Мәҫәлән, уңышлы ир үҙенең һылыуҙарҙан-һылыу ҡатыны, ҡурсаҡтай балалары менән затлы, күҙҙең яуын алырҙай машинала ҡаланан елдертеп сығып, зөмрәт йәшел үләнле яланға ял итергә килә – был рекламаны ҡараған күп йәштәрҙә тап шулай йәшәү теләге уяна. Беҙ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, ҡулланыу культы ҡорбанына әйләнә барабыҙ...
Ҡулланыу культына йәлеп ителгән хәҙерге заман кешеһе бик күп эшләргә, шунан бик күп сарыф итергә мәжбүр. Һөҙөмтәлә уның мәңге ваҡыты етмәй, ул һәр минутын ҡәтғи планлаштырырға тейеш, был, әлбиттә, ҙур көсөргәнеш тыуҙыра. Ләкин, мал артынан ҡыуып, ғүмер уҙып барғанын һиҙеү түгел, туҡталып хәл алырға ла форсаты юҡ.

Беҙ һәр ваҡыт булғанға ҡарағанда күберәкте булдырырға тырышабыҙ һәм күберәккә эйә була алмағанда ғазапланабыҙ. Ҙур техник прогресҡа һәм матди байлыҡ артыуға ҡарамаҫтан, күптәр үҙҙәрен ярлы һәм бәхетһеҙ һанай, сөнки улар байҙар өлгәшкән матди кимәлгә етә алмай. Ләкин әллә ҡасандан бирле эйә булырға теләгән әйберҙәрҙе алғас та улар бары тик ҡыҫҡа ваҡытлы ғына ҡәнәғәтлек кисерә. Бер ҡараһаң, теләгәненә ирешкән, ләкин үҙен һис бәхетле тоймай, сөнки ғәмәлдә бәхетле итеүсе ҡиммәттәр башҡа.

Немец социаль психологы Эрих Фромм былай тип яҙа: “Бөтә нәмәне баҙар мөнәсәбәттәренә күсергән кешеләр хатта яҡындарына ҡарата ла тәрән бәйлелек тоймай – улар өсөн бөтә нәмә барыбер. Уларҙы йәмғи­әттәге хәл, хатта экология һәләкәте янауы ла хафаландырмай. Ҡыҙыҡ­һындырған берҙән-бер нәмәләре: улар ҡулланған әйберҙәр биргән абруй һәм уңайлылыҡ. Кеше үҙен уратып алған мөхиттә үҙ әһәмиәтен күтәреү маҡсатында бренд өсөн бер нисә тапҡыр арттырып түләй: “Һин ул – ашаған ризығың, кейгән кейемең, йөрөгән машинаң”.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, таҙа эсәр һыу ҡалмауы, тәбиғи ризыҡ ашамауыбыҙ, эшләп йөрөүсе байтаҡ кешеләрҙең үҙ ҡыйығы булмауы ха­ҡында аҙ уйланабыҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡеүәтле корпорациялар һәм эре бизнес эйәләре, уларҙың менеджерҙары иҡтисади сәйәсәтте генә түгел, кешеләр аңын һәм теләктәрен дә билдәләй, тип башҡа ла килтермәйбеҙ.

Ҡулланыу культы айырыуса күңелдәре нығынып бөтмәгән үҫмерҙәргә емергес йоғонто яһай. Реклама ағымы “Әгәр затлы әйберҙәргә эйә түгелһең икән, һин уңышһыҙ” тигән уй тыуҙыра – йәнәһе, һин “текә” йәки ебегән, бер ниндәй урталыҡ юҡ. Ләкин бит шул урталыҡта – беҙҙең күпселегебеҙ. Хәйер, ул ағым һәр беребеҙгә лә “Беҙ амбициоз, сәмле булырға һәм ваҡытыбыҙҙы мөмкин тиклем күберәк аҡса эшләүгә арнарға тейешбеҙ”, тигән фекер һеңдерә.

Телевизорҙан рекламаланған ялтыр тормоштоң ҡәҙимге кешенең тормошонан, уның ынтылыштарынан, мәшәҡәттәренән ни тиклем алыҫ­лығын үҫмер йәшлеге, тәжри­бәһе булмау арҡаһында төшөнөп етмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә­һен ҡарар өсөн ысынбарлыҡта яртышар тәүлек эшләүсе тырыш ир-ат түгел, бер ҡарашы менән бөтә проблемаларҙы хәл итеүсе донъя тот­ҡаһы кино геройы өлгө итеп тәҡ­дим ителә. Ә ғәмәлдәге көнитмеш бит икенсе! Нескә күңеле менән шуны тойған үҫмерҙә ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар уяна һәм ул йыш ҡына юғалып ҡала. Ошо аяуһыҙ асыштан хаталы, хатта фажиғәле аҙымдар яһаған, артабан аҙаш­ҡан, яҙмыштары селпәрәмә килгән балалар күпме?!

Бәләкәйҙән балаларға бәхеттең матди байлыҡтан тормауын төшөн­дөрөү мөһим, тигән фекерҙе, бәлки, бәғзеләр көлөмһөрәп ҡабул итер. Ләкин тап ошондай тәрбиә уларҙы ҡулланыу культы ҡорбаны булыуҙан һаҡлап ҡалыр. Белемен үҫтереүҙән, илһамланып ижад итеү­ҙән, һөнәр арттырыуҙан, башҡа­ларға ҡыҙыҡлы шәхес булыуҙан үҙен бәхетле тойған бала ялған ҡиммәт­тәр ҡапҡанына эләкмәҫ. Көндәлек шатлыҡтар, ҙур еңеүҙәргә илтәсәк кескенә уңыштар – ошоларҙан йәм табыу, атай-әсәй һөйөүе менән үрелеп, уға рухи ҡалҡан булыр.

“Бары менән байрам”, “Булғанына шөкөр итә белергә кәрәк”, “Тау­ға ҡарап тау булып булмай”, “Юрға­ныңа ҡарап аяҡ һуҙ” – халҡыбыҙҙың был әйтемдәрендә ата-бабаларыбыҙҙың бошмаҫлығын, күңел ялҡау­лығын күрергә теләүселәр ныҡ яңы­лышыр. Уларҙа – йән бөтөнлөгөн һаҡларға өндәүсе тәрән фәлсәфәүи аҡыл. Халҡыбыҙҙа мул тормошҡа ынтылыуҙы хуплаған мәҡәл-әйтем­дәр ҙә етерлек: “Бар өҫтөнә бар яҡшы, май өҫтөнә май яҡшы”, “Егет маллы булһын, ат яллы булһын”, “Иҫәпһеҙҙең ҡуйы теүәл”, “Бәхет алға барғанда мал арты менән инә”... Барына ҡәнәғәт булып, ҡот-ырыҫты арттырыу – ысын-ысындан бәхетлеләр даланы.

Альмира КИРӘЕВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook