Әбейҙәр сыуағының тылсымын тойоп

Әбейҙәр сыуағының тылсымын тойоп Беҙ ҡыҙҙарыбыҙға туҡтауһыҙ джинса салбар, комбинезон һәм шортылар алабыҙ. Һүҙ юҡ, был кейемдәр балалар өсөн бик уңайлы һәм һалҡын көндәрҙә йылы ла. Шулай ҙа кескәй ҡыҙыҡайҙар өсөн итәге ҡабарып торған матур күлдәктән дә яҡшыраҡ нимә булыуы мөмкин? Кибеттәрҙә ҡупшы күлдәктәр ҡыйбат тора, шул уҡ ваҡытта күбеһе тәнде тын алдырмай торған тәбиғи булмаған туҡыманан тегелә. Әйҙәгеҙ, беҙҙең бәләкәс шаһинәгә көҙгө көндә тылсымлы әбейҙәр сыуағы тыуҙырайыҡ! Әкиәттәгеләй күлдәкте һәр кемебеҙ тегә ала, бының өсөн тегенсегә уҡыу кәрәкмәй. Байрам кәйефе тыуҙырыу өсөн артыҡ аҡса сарыф итеү ҙә мотлаҡ түгел, барыһын да үҙ ҡулдарыбыҙ менән булдыра алабыҙ!

Ғәҙәти балалар майкаһын алығыҙ. Балаға кейҙереп үлсәп, биле тәңгәлендә ҡырҡып ҡыҫҡартығыҙ. Күлдәктең өҫкө яғы әҙер. Итә­ген ике киң балитәктән әҙерләргә була. Бының өсөн 45 – 60 сантиметр киңлегендәге 1 метр оҙонлоғонда туҡыма киҫәге кәрәк була­саҡ. Туҡыма киҫәген “ҡулса” итеп тоташтырып сығығыҙ. “Ҡулсаның” ситтәрен матурлап тегеп, уртаһына резинка беркетеп ҡуйығыҙ. Әҙер итәкте өҫкө яғы менән тоташтырып сыҡһағыҙ, шаһинә өсөн күлдәк әҙер! Әбейҙәр сыуағының тылсымын тойоп

Бындай балитәктәрҙе күберәк итергә була. 15 – 20 сантиметр киңлегендәге туҡымаларҙан әберкәләрҙе ябай итәккә лә, эске итәк­кә лә тегеп сығырға мөмкин. Хәҙер инде күлдәкте күңелең ҡушҡанса биҙәргә генә ҡала.

Беҙ күлдәктәрҙең береһен ҙур сәскә менән биҙәнек. Бындай биҙәүестәр туҡыма таҫмаларҙан эшләнә. Уларҙы бер яғынан йыйып тегергә лә уртаһынан тарттырып сығырға кәрәк. Ошо уҡ ысул менән бер нисә бәләкәй сәскә әҙерләп тә була.
Уртаһын сағыу төймә йәки мәрйен менән биҙәргә мөмкин.
Йондоҙ СУЛПАНОВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook