ШИФАЛЫ ҮЛӘНДӘР

Андыҙ
Уның файҙаһы һәм халыҡ медицинаһында киң ҡулланылыуы хаҡында күп ишеткәнебеҙ бар. Көслө антисептик ҡаҡырыҡты йомшартып сығарыу, үт һәм һейҙекте ҡыуыу, елһенеүҙе баҫыу көсөнә эйә. Төрлө ашамлыҡтарға, дарыуҙарға, һыуыҡҡа аллергия булғанда ярҙам итә. Ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлыҡты ла күтәрә.

Андыҙҙан дөйөм һаулыҡты нығытыусы төнәтмә эшләйҙәр. 1 ҡалаҡ ваҡланған андыҙ тамырына 200 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоп, ҡайнаған һыулы кәстрүлдә 15 – 20 минут тоталар. Һөҙгәс, 1 стакан күләменә етерлек ҡайнаған һыу өҫтәйҙәр. Көнөнә 2-3 тапҡыр ашарҙан 1 сәғәт алда ярты стаканлап эсәләр.

Ул ревматизмды дауалау өсөн дә ҡулланыла. Андыҙ һәм дегәнәк тамырҙарын бер үк ауырлыҡта алалар. 1 ҡалаҡ ҡатнашмаға 1 стакан ҡайнар һыу һалып, 20 минут буйы таҫтамал менән ҡаплап төнәтәләр. Һөҙәләр . Көнөнә 3 тапҡыр ашарға 20 минут ҡала 1 ҡалаҡ эсәләр. Былтөнәтмәне шулай уҡ йылытыусы компресс итеп тә файҙаланып була.

Андыҙҙы билдәләнгән үлсәмдән артыҡ ҡулланырға ярамай. Ауыр йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, бөйөр сирҙәре, ашҡаҙан әселеге аҙ булған гастрит осрағында, күрем күп килгәндә, ауырлы ҡатындарға латәҡдим ителмәй.

Эт дегәнәге
Был шифалы үлән тирләтә, бәүелде ҡыуҙыра, нервы системаһына яҡ шы тәьҫир итә, ҡан баҫымын түбәнәйтә, бауыр эшмәкәр леген, матдәләр алмашыныуын яйға һала, тире ауырыуҙарын булдырмау һәм дауалау өсөн ҡулланыла. С витаминына бай үлән организмды нығытыусы сара булараҡ та билдәле. Эт дегәнәгенән төнәтмәне сабыйҙарҙы йыуындырыу өсөн ҡулланалар. Аяҡтар артыҡ тирләгәндә, тиҙ арығанда эт дегәнәгенән ванна ярҙам итер.

Ҡул тиреһе ярылһа, төләһә, унан крем да яһайҙар. 50 грамм аҡ май, 1 балғалаҡ бал, 1 балғалаҡ эт дегәнәге тө нәтмәһен бергә ҡушып, яҡшылап болғаталар. Һыуытҡыста һаҡлайҙар. Ошондай кремды даими яғып торһағыҙ, ҡулдарығыҙ бәрхәттәй йомшарыр.

Ванна өсөн 100 грамм үләнде 10 литр һыуҙа ҡайнаталар ҙа ванналағы һыуға ҡушалар.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook