Йыр тыуғанға ерҙәр ҡотло, моңло...

Миңлегөл ХИСАМОВА


Хыял һәм моң

Тынғылыҡтар әллә тапмаммы тип,
Сығып китәм йәнем көйөп.
Ҡайҙа ғына еңел яңғыҙ башҡа,
Ә хыялдар бейек-бейек.

Хыял менән моң ул − йыр ҡанаты,
Йыуаталыр бәндә күңелен.
Йыр туҡтаһа, тормош дөм-
ҡараңғы,
Биләп алыр кеүек төңөлөү.

Хыял менән моң ул − бәхет йыры,
Күктәр яҡты, күктәр йондоҙло.
Йыр булмаһа, күңел күге буп-буш,
Ямғырлы ла юлдар, йә боҙло.

Моңсоллоғом һаман йыр эҙләтә
Һәм күҙләтә ҡояш нурҙарын.
Ҡара көндәремә яҡты һарҡа,
Һағышлана бара йырҙарым.

Күңелемдә йәнә йыр тумалды,
Йыр тыуыуы − үҙе мөхәббәт.
Йыр тыуғанға, ерҙәр ҡотло, моңло,
Мөхәббәт ул − үҙе мәрхәмәт!

Һин − берҙән-бер…

Күңелемдән мең ҡат рәхмәтлемен
Һине тәүге күргән көндәремә,
Ҡараштарың һаман йылыта мине,
Ут-йондоҙҙар һибеп төндәремә.

Шул ҡараштар мине упҡындарҙан
Йолоп алды, баттым, тигәндә,
Бәндә хыянаты йә үлтерә,
Йә көс бирәлер ул һүнгәндә.

Мең ҡат рәхмәт уҡып инеп китәм
Яңы көндәремдең ишегенә,
Ҡараштарың һаман йылыта мине,
Һин – берҙән-бер һөйгән кешем генә.

Йәшел үлән, йәшел күҙҙәр

Йәшел үлән, йәшел күҙҙәр
Ҡарайҙар текләп,
Аһ, был хистәр өйөрмәһен
Булмаймы бикләп?!

Ниндәй серҙәр йәшеренгән
Тойғо-ҡойонда,
Белеп кенә булһа икән,
Ниҙәр уйында.

Хуш еҫле сәскәләр йәмен
Ҡабат күрергә,
Яҙыр микән киләһе йәй
Тажын үрергә?

Йәшел күҙҙәр үлән аша
Һағышлы ҡарай,
Күңелдәге наҙ тулҡынын
Сайпылтмай тарай.

Йәшел үлән, йәшел күҙҙәр
Ҡайҙа йәшенде?!
Анау ярҙа нескә талдар
Һорай йәшемде.

Йәшел үлән алтын төҫкә
Мансылған күптән,
Сабыр ғына атлап киләм,
Алда − көҙ икән.

Ғазаплана күрмә…

Ниндәй йылғыр елдәр аҙаштылар,
Тыңла, беҙҙең тәҙрә төбөндә,
Һуҙып-һуҙып йырлап ебәрәләр,
Һин тынысмы шул саҡ өйөңдә?

Берсә шом һалалар күңелемә,
Берсә ойоп торам үҙем дә,
Был елдәргә нимә булды икән,
Һыҙғыралар һынап түҙемде.
Китегеҙсе, елдәр, үҙ юлығыҙ
Көтәләрҙер һеҙҙе ашҡынып,
Болоҡһоулы күңелем һыҙлаулы бит,
Бәреп килә уйҙар ташҡыны.

Тәҙрәләрҙе күмеп ҡар һырыған,
Ә мин ҡайттым бала сағыма,
Әсәй ҡарап тора шул тәҙрәнән,
Беләм − әсәй мине һағына.

Әсәй, әсәй, саҡыраһың һаман,
Ә мин яйлап-яйлап йыйынам,
Бөтмәҫ эштәремде барлай-барлай,
Күңел төңөлә, йәнем ҡыйыла.

Күп тә ҡалмағандыр көтөрөңә,
Осоп ҡына барып етермен,
Тик һин үҙең ғазаплана күрмә,
Елдәр аша сәләм әйтермен…

Көҙ уйыны

Япраҡ оса, һауаларҙы ҡоса
Елдәр ҡуйыны,
Ышан, күңел, алдашмай ул
Көҙҙәр уйыны.

Урман ситтәрендә ҡыҙыл янып,
Уҫаҡтар йырлай,
Шыбыр-шыбыр көй моңона
Донъяны нурлай.

Алтын-һары ҡайындар ҙа
Һағышта тынған.
Бөтмәҫ уйға һарылып торам,
Урмандар шымған.

Ҡошсоҡтарҙың тауыштары
Алыҫ-алыҫта,
Өмөт дәртен терелтергә
Үҙең ялыҡма.

Әсе елдәр ҡуйын ҡапшай,
Күн, тим, барына,
Көҙ уйыны − һуңғы моң тойомо,
Йырла арымай…




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook