Гәлсәр-гәлсәр уның донъялары

Гәлсәр-гәлсәр уның донъялары– Таңда уянып, табандарыбыҙҙы ергә тейҙергәндә, барыбыҙ ҙа бер үк шарттар алдындабыҙ. Ләкин килер көндөң, улай ғына түгел, ғүмерҙең нисек үтерен һәр кем үҙенсә хәл итә. Минең өсөн тормош матур, ҡәҙерле һәм ғәзиз. Кемдер, йә­шәү – ғазап, ти икән, ул яфаланып йәшә­йәсәк, кемдер ғү­мерҙе ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, тип һанай һәм ул уны шулай ҡора. Барыһы ла ысынбарлыҡ­ты нисек ҡабул ите­үеңдән, хыялдарыңа һәм маҡсатыңа тоғролоҡтан то­ра, тием мин ҡыҙым Гәлсәргә лә, – тип йылмая Гөлназ Фәрит ҡыҙы.

Үҙен күрһәтеп, күренеп йөрөргә яратҡандарҙан түгел ул. Уның хаҡында һәр ваҡыт ижады, эшенең һөҙөмтәһе һөйләй. Стәрлебаш районы Аллағыуат ауылы һылыуына һыулап үҫкән Ашҡаҙарының дөргөн ҡыйыулығы ла, кәртәләрҙе урап түгел, еңеп үтер тәүәккәллеге лә, тулҡындарында ай нурын уйнатҡан сихри гүзәллеге лә күскән. Ун бер бала тәрбиә­ләнгән ҙур ғаиләлә апай-ағайҙары тарафынан яратылып үҫкән ул. Ләкин һөйөклө бала булыу бер ҙә ауылдың бөтмәҫ йорт эштәренән, атай-әсәй йомоштарынан азат итмәгән. Бөтә күңелен һалып, баҡса утағанда йә сөгөлдөргә йө­рөгәндә, ай битле һылыу үҫмер ҡыҙ киләсәктә үҙенең ниндәй үрҙәр яуларын, халҡы өсөн ҡандай эштәр баш­ҡарырын күҙ алдына ла килтермәгәндер, моғайын. Әсәһенең көн­дәлек һәр эште үрәпсемәй генә, яратып, мәғәнә табып башҡара белеүе, ата­һының зирәклеге, үткерлеге, ҡырыҫ­лығы ла уның булмышына һеңгән һәм тормошон эҙмә-эҙлекле итеп ҡора белеүгә бер сәбәп булғандыр. Милләтебеҙҙең бер бәләһе бар: ул – донъяны алға әйҙәүсе сәмселлеккә әллә ни илтифат итеп бармау. Шуға ла ошо сифатҡа эйә булыусыларға һәр саҡ сикһеҙ һоҡланам. Сөнки ул – хыялдарҙы ысынға әйләндереүсе тәгәрмәсте этә торған төп көстәрҙең береһе. Әңгә­мәсемдең был сифатының тамырҙары ҡайҙан үҫеүе хаҡында һорамай булдыра алманым.

– Сәмселлегем – күмәк бала араһында яҡшыраҡ булыр йә үҙ-үҙеңде иҫбатлар өсөн килеп тыуған һыҙат түгел. Киреһенсә, ҙур ғаиләлә бер-береңдең мәнфәғәтен ҡайғыртырға, туғаныңды ҡыуандырырға, ҡурсаларға тырыша­һың. Миндә ул, бәлки, сәм дә түгелдер, ә ғүмерҙең ниндәйҙер бөгөлөндә тормош ағымынан төшөп ҡалмаҫ өсөн се­рәшеп, кеше булырға ынтылыштыр. Туғыҙынсы синыфтан һуң Салауат педагогия училищеһына индем. Атай-әсәйҙең муллап аҡса ебәреп торорға мөмкинлеге юҡ, кәм-хур булмаҫ өсөн яҡшы уҡырға, арыу стипендияға өлгә­шергә кәрәк ине. Ошо ябай ҡағиҙәне аңлау миңә яҡшы уҡырға бер этәргес булғандыр. Уҡыуға бар күңелемде һалдым, училище тарихында башҡорт төр­көмөнән Ленин стипендияһы алып уҡыған беренсе студент булдым. Уҡы­тыусыларым, Гөлназ, һин новатор уҡы­тыусы буласаҡһың, ти торғайны. Шуға киләсәгемде мәктәп менән бәйләрмен, үҙемдең уҡытыу алымын булдырырмын, тип уйлай инем. Тик педагог булырға тура килмәне. Үҙем ғүмерлеккә уҡыусы булып ҡалдым – телевидение өлкәһендә һәр яңылыҡты өйрәнеп, һеңдерә бармаһаң, арбанан төшөп ҡалыуың бар. Уҡытыусыларҙан уңдым: мәктәптә – Зөлфирә, Сәлимә апайҙар, педучилищела – Фруза Йә­ғәфәр ҡыҙы, Лариса Миәссәр ҡыҙы, телевидениела – Луиза Азамат. ТЭФИ академиктары “Класс” телекомпания­һы директоры Людмила Зайцева, “Практика” журналистар әҙерләү үҙәге етәксеһе Нина Зверева ла мине үҙҙәренең уҡыусыһы тип атай. Уҡытыусы була алманым тиһәм дә, былтыр көт­мәгәндә БДПУ-ға саҡырып, В. Сухомлинский исемендәге миҙал тапшырып ҡуйҙылар.
Гәлсәр-гәлсәр уның донъялары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән республика олимпиадаһында училищелар араһында бер нисә йыл рәттән беренсе урын алып килдем һәм шул нигеҙҙә БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына имтиханһыҙ индем. Университет тормошона баш­көллө сумдым, вокалға йөрөй башланым, данлыҡлы “Ирәндек” бейеү ансамблендә, Гөлназ Аҡназаровала шө­ғөлләндем. Ул ансамбль менән ҡайҙарҙа ғына булырға тура килмәне, бейеү шул тиклем оҡшай ине. Әхирәттәрем өгөт­ләгәс, “Һылыуҡай” бәйгеһендә ҡатнашып, унда еңеү яулауым үҙемә көтөл­мәгәнерәк килеп сыҡты. Артыҡ ҡыуан­маным да, сөнки ул ваҡыттарҙа үтә етди инем һәм “Һылыуҡай” тип таныштырһалар йә һөйләгәндәрен ишетһәм, еңел-елпе, тип уйлайҙар инде, тип асыуым килә торғайны. Йылдар үтә килә, инде үҙем әсәй булғас ҡына, тормошҡа ул хәтлем етди ҡарарға ярамайҙыр, ғүмерҙең һәр көнөнән, минутынан йәм табып, күңел талаптарына ҡолаҡ һалып йәшәргә кәрәк, тигән һығымтаға килдем.

Беренсе курсты тамамламаҫ элек “Тамыр” студияһына нигеҙ һалыусы билдәле журналист Луиза Фархшатова эшкә саҡырҙы. Радиола ғына тапшырыуҙар алып барырға мөмкин булһа – киләм, тип ризалаштым. Ярай, ярай, тип алды ла, ҡайҙа инде ул, оҙаҡ та үт­мәй камера тоттороп сығарып ебәрҙе. Эшләп йөрөүҙең тағы бер яҡшы яғы – хәҙер инде үҙемде үҙем ҡарай алыуым да дәрт өҫтәне. Бик теүәл көн тәртибе төҙөп алдым һәм шунан бер минутҡа ла тайпылмаҫҡа тырыштым. Эш, уҡыу, бейеү, йыр һәм башҡа шөғөлдәрҙе бергә алып барыу башҡаса һис мөмкин түгел ине. Имтихан булһа, иртәнге һи­геҙҙән үк иң тәүгеләрҙән булып тапшырам, лекциялар араһындағы тәнә­фестә телеүҙәккә йүгереп барып китәм, уҡыуҙы йыш ҡалдырырға тура килгәс, булған ғына дәрестә әүҙем булырға тырышып, гел ҡул күтәреп, бәхәстәрҙә ҡатнашып ултыра торғайным. Шуға уҡыу менән ҡатмарлыҡтар тыуманы, – тип хәтерләй студент сағын “Тамыр” каналының директоры Гөлназ Ҡол­һарина.

Студент йылдарында уҡ “Сәң­гел­дәк”, “Тай–Тулаҡ” тапшырыуҙарын әҙерләп алып бара ул. Сценарийҙар яҙып, балалар өсөн фильмдар төшө­рөргә йөрьәт итә. Халҡыбыҙҙың батырҙары, арҙаҡлы шәхестәре хаҡында балаларға аңлайышлы һәм яҡын итеп тапшырыуҙар эшләй. Үткер ҡәләмле, хыялға бай, илһамлы, һөйкөмлө һөйәк­ле ижадсының хеҙмәттәре халыҡтың күңелен яулай.

Шәйехзада Бабич исемендәге мәртә­бәле премия – йәш журналистың ижад ҡаҙнаһындағы мәрәйҙәрҙең берәүһе генә. Гөлназ Фәрит ҡыҙының сценарийҙары буйынса төшөрөлгән тиҫтәлә­гән фильм Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәл­дә үткәрелгән төрлө бәйгеләрҙә еңә, тапшырыуҙары менән Башҡортостандан беренсе булып мәртәбәле ТЭФИ премияһын яулай ул. “Тамыр” студия­һында мөхәррир булып эш башлаған маҡсатлы ҡыҙҙы тиҙҙән баш мөхәррир итеп үрләтәләр, һуңынан директор вазифаһын иңенә ала. Ул эшләгән йылдарҙа “Тамыр” студияһы һәләтле ижадсыларҙан туп­ланған көслө коллективлы, үҙенең йыр ансамблен булдырған, йыл да республика балалары өсөн мауыҡтырғыс мәҙә­ни саралар, бәйгеләр ойошторған, етем һәм инвалид балаларға исемле ярҙам күрһәткән, тәүлек әйләнәһенә эшләгән үҙ аллы каналға әйләнде. “Тамыр” – Рәсәй төбәктәре араһында балалар өсөн эшләгән бер­ҙән-бер милли айырым канал.
– Бәләкәстәрҙән дә талапсаныраҡ тамашасы юҡ донъяла, уларҙы бары тик ихласлыҡ менән генә ылыҡтырып була, – ти Гөлназ Фәрит ҡыҙы. – Элек, “Сәңгелдәк” тапшырыуын әҙерләгән саҡта, мин ниндәй баланы ла теләгән­сә тәрбиәләп була, тигән ҡарашта инем. Үҙем әсәй булғас, һәр сабыйҙың донъя­ға үҙ холҡо һәм тәғәйенләнеше менән килеүен аңланым. Беҙҙең каналдың бурысы – уларға ошо мәғлүмәт ташҡыны урғылып торған заманда телде онотор­ға бирмәү, баш­ҡорт теленең, халҡыбыҙ ынйыларының башҡалар менән тиң икәнен күрһәтеү һәм тормошҡа ҡараштары нығынғанда әҙ генә булһа ла йү­нәлеш биреүҙә ҡатнашыуҙыр, тип уйлайым.

Эшлекле етәксе Гөлназ Ҡолһарина­ны республикала бөтәһе лә белә, үҙен белмәгәндәр эше аша таный. Ә бына уның ниндәй ҡатын, әсә, хужабикә булыуы күптәр өсөн серҙер, моғайын. Йәш пианистар араһында үткәрелгән бәйгеләрҙә гелән алдынғы урындар би­ләгән, бәләкәстән йырсы булараҡ тама­шасы һөйөүен яулап өл­гөргән Гәлсәр менән һүрәт төшө­рөргә, лего йыйырға оҫта бәләкәй Уралдың хәстәрлекле әсә­һе, тиҫтә йылдар ҙур ойошманы етәклә­гән ир-уҙамандың хәләл ефете лә ул. Гөлназ Фәрит ҡыҙының тормош иптә­ше Зариф Закир улы Байғусҡаров – республиканың ҙур ойошмаларының береһе башында торған булдыҡлы, егәрле етәксе. Һәр уңышлы ир-уҙамандың артында аҡыллы ҡатын-ҡыҙ тора, тигән тапҡыр әйтем дә тап Гөлназ Фә­рит ҡыҙына арналған кеүек. Әйткәндәй, геройымдың донъяға үҙенсәлекле ҡарашы һәм ҡыйыулығы уның ҡыҙына исем һайлауында ла са­ғылған, баш балаһына ул гәлсәрҙәй саф күңелле булһын тип, үҙе уйлап сы­ғарған исемде ҡушҡан.

– Ҡыҙым Гәлсәр музыка мәк­тәбендә, фортепиано класында шөғөл­ләнә. Унда биргәндә музыка сәнғәтенең ни тиклем ҡатмарлы һәм күп хеҙмәт талап иткәнлеген төптән уйлап та еткермәгәнбеҙҙер, бәлки. Нескә генә ҡыҙ балам көн дә оҫталығын шымартыр өсөн пианино артында ултырырға тейеш, ҡайһы саҡ ялҡып, арып китеүенән йәлләп тә ҡуям. Ләкин минең, әгәр ҙә кеше нимә менәндер шөғөлләнә икән, мотлаҡ яҡшы һөҙөмтәгә, камиллыҡҡа ынтылырға зарур, тигән ышанысым бар. Улымды һынлы сәнғәт мәктәбенә йүнәлтергә тигән ниәтем бар. Балам үҙе өсөн генә шөғөлләнә, тигәндәрҙе аңлап етмәйем. Әгәр ҙә һин нимәгәлер ваҡытыңды сарыф итәһең икән, мотлаҡ уның татлы емешен дә күрергә тейешһеңдер, тием. Сәм шулай тәрбиә­ләнәлер. Ғөмүмән, буш ваҡыт тигән төшөнсәне һөйһөнмәйем. Беҙҙең ғүмерҙе бушҡа үткәрергә хаҡыбыҙ бармы икән?! Шуға балаларымдың яратҡан шөғөлдәре булыуы һәм буш ваҡыттары юҡлығы минең өсөн һөйөнөс кенә.

Минең һәр шәмбем ҡоймаҡ ҡо­йоуҙан башлана. Ғаиләм ял көнө ҡоймаҡ еҫенә уянырға күнеккән. Ә эш көндәрендә балаларға иртә һайын ярты сәғәт бешә торған ябай һоло бутҡаһы бешерәм. Ризыҡты күп итеп әҙерләүҙе, йылытып ашауҙы өнәмәйем. Әле генә бешерә һалып, ашағандан һуң таба-кәстрүлде ялт итеп йыуа һалып, түң­кәреп ҡуйырға яратам. Нимә менән туҡланабыҙ, кәүҙәбеҙҙең шунан ғи­бәрәт икәнен уйлап, оҙаҡ һаҡланмай торған, тәбиғи ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә тырышам. Ҡамыр аштары әҙерләргә яратам. Йылҡы ите, ҡорот, бал – балаларымдың яратҡан аштары. Өйҙә лә талапсанмын, ҡағиҙәләр мотлаҡ үтәлә.
Беҙҙең ғаиләлә атай – хужа, балаларға ла иң тәьҫир иткәне – атайың белеп ҡалһа, тип әйтеү. Эштә гел үҙем етәкселек итеп, бөтә нәмәне хәл итергә күнекһәм дә, өйҙә күндәммен. Әйткән һүҙендә торған, ғаиләһен яҡлай һәм матди яҡтан да тәьмин итә алған, аҡыллы ир-атҡа буйһоноу – ҡатын-ҡыҙ өсөн мәртәбә генәлер.
Эшем ни тиклем күп булһа ла, бала­ларға ваҡытты әҙ бүләм тип әйтә алмайым. Ял көндәре, кистәрен һәр саҡ бергәбеҙ. Беҙҙең өсөн ял итеү йә ҡунаҡ­ҡа барыу мотлаҡ дүртебеҙ бергә ти­гәнде аңлата. Айына бер-ике тапҡыр баҡсаға барып, усаҡ яғып, берәй ризыҡ ҡурып ашап, мунса төшөү – беҙҙең өсөн иң ҙур ял. Тағы ла күмәкләп паркка йә йылға буйына төшөргә яратабыҙ. Спорт та, аралашыуыбыҙ ҙа шул. Диета­ла ултырмайым, фэн-шуйҙы ла белмә­йем, психология китаптары ла уҡымайым. Форсаты сыҡҡанда, тын ғына китап уҡып ултырырға яратам. Декретта саҡта Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләт­шина һәм башҡа мәктәптә өйрәнгән яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен яңынан уҡып сыҡтым. Мәктәп, университетта үтеү бер, ә аңлы рәүештә уҡып ҡабул итеү бөтөнләй икенсе икән ул, үҙеңә өр-яңы донъя асҡандай булаһың.

Бер нисә йыл элек Айсыуаҡ Йомағоловтың “Елғыуар” фильмы “Мегаполис”та күрһәтелә тигәс, туғандар менән барып ҡараныҡ. Фильмдың тәьҫире көслө булды, үҙем өсөн кинотеатрҙы яңынан астым. Хәҙер, форсат булған һайын, балалар менән киноға йөрөйбөҙ, бигерәк тә, сағыу йәнһү­рәттәргә иҫебеҙ китә. Ҡыҙым менән етди, тормошсан фильмдар ҡарарға яратабыҙ. Ун ике йәшлек Гәлсәр – донъяға үҙ ҡарашы булған үҫмер бала, уның менән кинонан һуң фекер алышып, бәхәсләшеп тә китәбеҙ, үҙебеҙсә һығымталар яһап ҡуябыҙ. Икәүебеҙ серҙәштәр ҙә. Спектакль, концерттарға ла йөрөйбөҙ. Ғаилә йолаларына кил­гәндә, 9 Майҙа күмәкләп хәрби госпиталгә бармай ҡалмайбыҙ. Өлкәндәрҙе ҡотлап, ҡәнәферҙәр биреп, ҡыҙым йыр бүләк иткәс, һалдат бутҡа­һынан ауыҙ итәбеҙ. Шуны ныҡ тәмле, тигән була балалар. Быйыл Еңеү паркына ла бар­ҙыҡ, халыҡтың эркелеп килеүе һоҡл­андырҙы. Заманды, замандаштарҙы нисек кенә яманламаһындар, халыҡта хәтерҙе йәшәтергә ынтылыш көслө, – тип һүҙен дауам итє єњгємєсем. – Є тыш­ҡы ҡиәфәт­кә килгәндә, ҡырҡ йәш­кә тиклем Хоҙай биргән ҡиәфәткә эйәбеҙ, ҡырҡтан һуң үҙебеҙ лайыҡ булғанына, тиҙәр. Ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ кешенең күҙ алдында, уларға хөрмәт йөҙөнән ыҡсым кейенеп, сама менән биҙәнеп йөрөргә тейеш, тип иҫәп­ләйем. Биҙә­үестәргә битараф түгелмен. Көмөш яратам, аҡыҡ, ынйы таштар оҡшай. Йөҙөк яратам. Ә көмөш һыр­ғаларымдың һәр ваҡыт һыңарын юғалта торған ғәҙәтем бар. Көмөш кире энергияны ала, тиҙәр, минең йән көсөмдө һаҡлар өсөн юғалалыр, моғайын, тип үҙемде йыуатам. Ҡыҙыма ла көмөш та­ғырға тырышам, сөнки ул – борондан башҡорт ҡатын-ҡыҙының яратҡан мәғдәне, аҡлыҡ билдәһе. Түшелдерек, ҡашмау эшләтеп алырға хыялланам, әлегә ни эшләптер форсат тапмай йө­рөйөм.

Уйлап ҡараһаң, кешенең тормошо оҙон да, ҡыҫҡа ла һымаҡ. Һуңғы ваҡыт ни өсөн кешенең ғүмерлек һөнәре берәү генә булырға тейеш икән, тигән уй тыуа. Һәр кешелә үҙен төрлө яҡлап асыуға күңел талабы бар бит. Мин, әгәр ҙә тағы бер һөнәр үҙләштерергә кәрәк булһа, мотлаҡ сабый балаларҙы ҡараған табип-неонатолог булыр инем. Ҡыҙым тыуғас, бер нисә көн неонатологияла ятты, шул саҡ тәүлек әйләнәһе­нә сабыйҙар янынан китмәгән табиптарҙың ҡаһарманлығы һоҡландырҙы, улар миңә фәрештәләй тойолдо. Минән яҡшы табип сығыр ине, моғайын. Әле лә һаулыҡ буйынса китаптар уҡырға яратам, кеше кәүҙә төҙөлөшөн белергә тейеш. Ни өсөндөр мәктәптә шундай мөһим нәмәгә әҙ ваҡыт бүленә, ундай белемдәр тар даирә өсөн тәғәйен булыуы дөрөҫ түгел, минеңсә. Улыма ла, ҡыҙыма ла махсус һаулыҡ дәфтәре тотам һәм унда һәр ауырыған осраҡтарын, нисек дауалағанымды, ҡайһы осраҡта ниндәй дарыу биргәнемде теркәп барам. Әллә нисә том булып китте инде улар хәҙер. Икенсе юлы сырхай ҡалһа­лар, йәһәт кенә ҡарап ебәрәһең, табипҡа аңлатырға ла уңайлы. Яҙып бармаһаң, тиҙ онотола ул. Мин насарҙы хәтерҙә һаҡламайым. Ауырыу ҙа шул насар нәмә бит инде.

Гөлназ Фәрит ҡыҙының тормоштоң тик яҡшы яҡтарын ғына күреп йәшәргә, яҡтылыҡҡа ынтылыуын хатта ошо ябай ғына бер ғәҙәте лә раҫлап тора лаһа.
Ҡәҙимге теләк-хыялдар йөрөткән, ябай аҡылға таянып, ғаиләһен, ғәзиз балалары мәнфәғәтен үҙенекенән өҫтөн ҡуйып йәшәгән уңған хужабикә булып сыҡты замандашыбыҙ Гөлназ Ҡолһарина. Уның эше, ижады тураһында, әлбиттә, сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Ләкин беҙ былай итәйек: телевизорыбыҙҙы “Тамыр” каналына көйләп, ғаилә менән мауыҡтырғыс тапшырыуҙар ҡарайыҡ. Унан йәш быуынды тәрбиәләүгә сикһеҙ өлөш индергән “Тамыр”ҙың етәксеһе Гөлназ Фәрит ҡыҙының һәм ул етәкләгән бала йәнле татыу коллективтың йөрәк көсө, күңел йылыһы бөркөлә.

Гөлнара БУРАНҠАЕВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook