Йәнле ҡурсаҡтар, йәки «Бәпәй ҡоло» булмаған ҡатындар

Йәнле ҡурсаҡтар, йәки «Бәпәй ҡоло» булмаған ҡатындарӨс әхирәтте күргән һайын журнал тышынан төшмәгән эстрада, кино йондоҙҙары күҙ алдына килгәндәй. Һомғол буйлы, зауыҡлы кейенгән, ҡиммәтле хушбуй еҫе аңҡытҡан ҡыҙҙар әкиәт донъяһынан сыҡҡан төҫлө. Уларҙың нәзәкәтле ҡыланышына, иркәләнеп кенә һөйләшеүенә сәғәттәр буйы һоҡланып ҡарап ултырырлыҡ. Тәү күргәндә ҡыҙҙарҙы ысыҡ тамсыһы менән генә туҡланып, изгелек кенә ҡылып йәшәгән алиһәләргә тиңләрлек. Әммә уларҙың донъяға ҡарашын белеү менән йөрәк-зиһенде боҙ һалҡыны ҡаплап ала. Хәйер, быныһы инде яҙмаларымды уҡыусыларҙың хөкөмөндә...
Альбина
Альбина – Сибай ҡалаһында тыуып, Магнитогорск ҡалаһына барып төп­ләнгән ҡыҙ. Утыҙ ике йәштә булһа ла, уға ике тиҫтәнән артыҡты биреп бул­май. Ата-әсәһенең аҡсаһы, үҙенең тырышлығы менән ике юғары белем алған Альбинаның хәҙер үҙ рестораны бар. Уның килеме ике хужаға бүленһә лә, яңғыҙ ҡыҙға матур йәшәүгә, сәйәхәт итеүгә артығы менән етә. Һылыуҡай­ҙың яңғыҙлығының үҙ хикмәте бар. Ул үҙен “Child free” (“Балаларҙан азат”) хәрәкәтенең ағзаһы тип иҫәпләй.
Был хәрәкәт 1970 йылда Америкала барлыҡҡа килә. Уның рәтенә бала табыуҙан һәм тәрбиәләүҙән баш тартҡан кешеләр йыйыла. Улар үҙ­ҙәрен бала мәшәҡәтенән арындырыу өсөн стерилләү юлын да үтәләр. Йә­нәһе, һәр әҙәм тик үҙе өсөн генә йәшәргә тейеш, ә балаға ваҡыт әрәм итеү – мәғәнәһеҙлек.
Эйе, Интернет селтәрендә иркенләп йөҙөү кешеләргә киң мөмкинлектәр асты. Альбинаның да төнгө сәғәттәрҙә “Child free” хәрәкәтенең сайтына килеп инеүе яҙмышының хәл иткес мәленә әүерелә. Ғаиләлә яңғыҙ үҫеп, кескәй балаларҙы яратмаған ҡыҙға был кешеләр уның уй-фекерҙәрен асып биргәндәй була. Ысынлап та, кәрәкле дипломды алып, артабан яҡшы ғына түгел, ә юғары кимәлдәге тормошҡа ынтылған Альбина үҙен әсә, ҡатын итеп күҙ алдына ла килтерә алмай. “Иркемде сикләү­ҙәрен теләмәйем! Туғыҙ ай буйы ыҙаланып йөрөп, етмәһә, бала тап­ҡандан һуң йәмһеҙләнеп ҡалған ҡатындарҙы күреп, иҫ-аҡылым китә. Ни өсөн кәрәк был уларға? Сабыйын тапҡандан алып ҡатын уның ҡолона әүерелә. Юҡ, бындай “рәхәтлек”кә аҡса ҡушып бирһәләр ҙә ризалашмаясаҡмын”, – ти ул.

“Икенсе сортлы”
Альбинаның яҡын әхирәте Карина ла уның менән тулыһынса килешә. Карина туризм өлкәһендә уңышлы эшләй. Ҡасандыр миңә уның Рәсәй туризмын нисек үҫтереү тураһындағы сығышын тыңларға тура килгәйне. Матур ҡыҙҙың аҡыллы, төплө фекерҙәре һәр кемде һоҡландырҙы. Ысынлап та, күптәр өсөн яңылыҡ булған өлкәлә ул һыуҙағы балыҡтай йөҙә.
Каринаның фекере:
“Был донъяла ир-егет­тәргә йәшәүе күпкә еңел. Уларҙы етәксе урындарға тәғәйен­ләйҙәр. Бүлектә ир һәм ҡатын эшләй икән, уларҙы вазифа­һында үрләтеү мөмкинлеге килеп тыуһа, мотлаҡ ир кеше һайлап алынасаҡ. Белеменә лә, эшенең сифатына ла тү­гел, ә тәүҙә енесе­нә ҡараясаҡтар! Эш биреүсе быны: “Ир кеше декретҡа, бала ҡа­рау өсөн йыш больничныйға китмәй”, – тип аңлатасаҡ. Ысынлап та, әсәй­ҙәр­гә, сабыйын йөкмәп, дауаханалар тупһаһын йыш тапарға тура килә. Шуға күрә уға икенсе сортлы хеҙмәткәр итеп ҡарайҙар. Ә бының өсөн уны нин­дәй яҙ­мыш “бүләге” көтә! Көн-төн илаҡ ба­лаһынан айырыла алмаған ҡатыны­на ҡарата ир һыуына. Ә бит ул әсә генә түгел, уны ашарға бешереү, өй йыйыштырыу, кер йыуыу һәм башҡа мәшәҡәттән бер кем дә азат итмәй. Һөҙөмтәлә, утыҙ йәшлек ҡа­тын әбей булып күренә. Үҙ ғүмерен бағышлаған баланың киләсәктә ата-әсәһенә ҡарата иғтибарлы һәм ихти­рамлы буласағы бик тә икеле. Хәҙерге ваҡытта балаларҙың тәрбиәле, үҙ-үҙен ҡарай алырлыҡ шәхес түгел, ә наркоман, эс­кесе булыу ихтималлығы күпкә юғары. Ҡыҫҡа ғына ғүмереңде бала табып, казинола отторған аҡса кеүек, елгә осороу мәғәнәһеҙлек, тип уйлайым”.

Бөгөн – әхирәт...
Өсөнсө әхирәттәре Марина – ке­йәүҙә. Оҙон етен сәстәре, ҙур зәңгәр күҙҙәре менән тормош иптәшенең (хәйер, уның ғына түгел) һушын алып йәшәгән йәш ҡатын, Карина менән Альбина кеүек, үҙенең бала табыуға ҡаршы булыуын ҡәтғи белдермәй. Сөн­ки уны ҡиммәтле биҙәүестәр, сит илгә сәйәхәттәр менән тәьмин иткән һө­йөклөһө йорттарында бәпес ауазы яңғырауын алтынсы йыл өҙөлөп, тү­ҙемһеҙләнеп көтә. Тик юҡ шул. Табип­тар икеһен дә тикшереп, һау-сәләмәт булыуҙарын, бәпес алыуға тотҡарлыҡ булмауын белдерһә лә, ике ҡатлы йорт бала тауышынан мәхрүм.
Марина әхирәттәренә: “Минең бала табырға теләмәгәнемде белеп, Хоҙай сабый ебәрмәйҙер”, – тип әйт­һә лә, улар ҙа йәш ҡатындың хәйлә­ләшеүен яҡшы аңлай. Сөнки хәҙерге медицинаның ҡөҙрәте киң! Бала табырға теләһәң дә, теләмәһәң дә ярҙам итәсәктәр. Аҡсаң ғына булһын! Ә тормоштоң аяуһыҙлығын белгән Марина йәшерен серен фекерҙәш әхи­рәттәре менән дә уртаҡлашмай. Донъя хәлен белеп булмай, бөгөн – әхирәт, иртәгә – көндәш. Ошондай ҡанун буйынса йәшәүҙәрен ҡурсаҡ­тарҙың һәр береһе яҡшы аңлай.
Марина ваҡыты-ваҡыты менән, оҙон керпектәрен елпеп, иренә: “Ниндәй гµнаһтарым өсөн миңә шундай ыҙалар! Әллә ниндәй эскесе­ләрҙең дә, наркомандарҙың да балалары бар! Бәлки, һиңә икенсе ҡа­тынға өйләнергәлер? Һинең бит атай булғың килә, ә мин һиңә бер нисек тә ярҙам итә алмайым”, – тип тамаша ла күрһәтеп ала.
Сәстәрен туҙҙырып, бәләкәй балалай кәнәфигә һыйынып ҡына ултырып, йәштәрен ҡойған Мариночкаһын күрһә, ире ҡойолоп төшә. Тиҙ арала хәләл ефетенең ҡаҡшаған нервыларын дауалау өсөн мул ҡояшлы, диңгеҙле илгә ебәреү сараһын күрә.
Тормош иптәшенең бәхеткә, бә­пес һөйөүгә тулы хоҡуғы булыуы Мариночканың башына ла килмәй. Һин сабый табырға ҡаршыһың, бер ҡасан да әсәй булырға йыйынмайһың икән, был турала яҙмышыңды уртаҡ­лашҡан тормош юлдашыңа мотлаҡ әйтергә тейешһең бит. Әммә йәш ҡатын ире менән бергә күнеккән мул тормошонан, үҙенән-үҙе тулыланған аҡса карточкаларынан ҡолаҡ яҙаса­ғын күҙ алдына ла килтерә алмай. Карина менән Альбинанан айырмалы рәүештә, ул бер ҡасан да эшләмәгән. Мәктәпте тамамлағас та, үҙенән ун йәшкә өлкән, янып торған ҡара күҙле, мыҡты кәүҙәле, әхирәттәр теле менән әйткәндә, перспективалы Әбйәлил егетен эләктереп, кейәүгә сыға. Яңы­лышмаған бит – хәҙер уларҙың Магнитогорск, Өфө ҡала­һында йорттары ла, фатирҙары ла бар. Күңелеңде йыуатырға теләһәң, Әбйәлил районының гүзәл, хозур тәбиғәтенә һыйынып ҡына урынлашҡан өйөңә барып ял ит. Бының өсөн модаға ярашлы үҙгәреп торған еңел машинаңды ҡа­быҙыу етә. Быларҙың барыһын да уйлап, бәпес юҡлығын Марина бә­хеткә генә тиңләй.
Беҙҙе ҡапсыҡта һаҡлап булмай, тиҙәр. Бәлки, берәй ваҡыт Маринаның ире лә, ҡатынының хәйләһен аңлап, һалҡын һылыулыҡтан килгән мөхәббәттән арыныр, үҙенә тиң кә­ләш табып, етеш йәшәгән башҡорттар һанын арттырыр. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең донъяла күп нәмәгә өл­гәшкән, вазифаһы, мул тормошо менән юғарылыҡҡа еткән ир-егет­тәребеҙ сит милләт, сит дин һылыу­ҡайҙарын һайлай шул...

Кешесә йәшәргә теләһәң...
Ҡыҙҙарҙың “бәпәй ҡоло” булырға теләмәүе һәм еңел йәшәү рәүеше кемгәлер һоҡланғыс та булып күре­нәлер. Ысынлап та, ғүмеренең һәр мәлен үҙенә генә бағышлаған һылыу­ҡайҙар йәш тә, сибәр ҙә. Әйтерһең дә, ваҡыт улар хаҡында онотҡан һәм йәнле ҡурсаҡтарға бөтөнләй ҡағылмай. Альбина менән Каринаға егет­тәр күҙ атһа ла, уларҙың донъяуи ҡа­рашын белеп, күпмелер ваҡыт үткәс, ситләшәләр.
Хәйер, ҡыҙҙарҙы бөтөнләй туң кү­ңеллелектә ғәйепләп булмаҫ ине. Уларҙың икеһе лә мөхәббәт утын кисергән. Альбина һөйгән егетенә ке­йәүгә лә сығырға әҙер була. Тик ҡыҙ буласаҡ иренә “Child free” хәрәкәтенә ингән парҙар кеүек балаларҙан баш тартып, стерилләү үтергә тәҡдим ит­кәс, егет аптырап ҡала. Тәүҙә ул, Аль­бина шаярталыр, тип уйлай. Күпмелер ваҡыт үткәс тә һаман үҙенекен тылҡыған ҡыҙға ҡарап, “туй алдынан ниндәйҙер һынау үтәмдер”, тигән фекергә килә. Әммә Альбинаның ғү­мерендә балаға урын бер ҡасан да бирелмәйәсәген аңлағас, уны аҡылына килергә саҡыра. Ғашиҡ егет, һөй­гән йәрен күпме генә кешесә йәшәргә өгөтләһә лә, күндерә алмай. Альбина: “Һин ниндәйҙер балаға буйһоноп тәм­ле йоҡоңдан, ялыңдан баш тартырға әҙерме? Кеше, тәү сиратта, үҙен хәс­тәрләргә тейеш. Шул була ул кешесә йәшәү!” – ти. Күпмелер ваҡыт үткәс, егет Альбинаға өйләнеүҙән баш тарта. “Ғәфү ит, әгәр һөйгәнең һинән бала табырға теләмәй икән, бындай мөхәб­бәткә ышанып булмай”, – ти ул.
Каринаның егете лә ҡыҙҙың “бала ҡоло” булырға теләмәүен аңламай. Карина: “Һин – эгоист, үҙең хаҡында ғына уйлайһың! Һин ул бала бәхетле була тип әйтә алаһыңмы? Көн һайын ниндәй генә енәйәттәр ҡылынмай, кешеләрҙе унда ла, бында ла тәбиғәт һәләкәттәре ҡыра. Ошондай рәхимһеҙ донъяға нисек бала тапмаҡ кәрәк?!” – тип ярһый ҡыҙ. Егет: “Былар хаҡында уйлап – йәшәргә, бала табырға ҡурҡ­һаң, ошо уҡ секундта аҫылынырға ғы­на ҡала. Һиңә бит атай-әсәйең ғүмер биргән, ә ни өсөн һинең аҡылһыҙлы­ғың һөҙөмтәһендә улар­ҙың тамыры өҙөлөп ҡалырға тейеш? Әлбиттә, үҙе­ңә ҡағылышлыһын үҙең хәл итергә хаҡлыһың. Әммә мин һиңә ҡарап шәжәрә ағасын ҡорота алмайым”, – тип күп тә үтмәй Каринаның иң яҡын әхирәттәренең береһенә өйләнә. Егеттең бала һөйөү теләге ныҡ көслө булғандыр инде – оҙаҡламай уларҙың игеҙәк улдары донъяға килә.
Мөхәббәттән “уңмаған” ҡыҙҙар аҡ­салы, бай, өйләнгән ирҙәрҙең һө­йәркәләре статусын йөрөтә. Әлбиттә, үҙҙәре аҡса эшләгән ҡыҙҙар йортонан ҡырҡ аҙым киткәс тә буйҙаҡҡа әүерел­гән ирҙәрҙән баш тарта алыр ине, лә­кин Карина ла, Альбина ла уларҙың “бизнес, карьера” өсөн кәрәклеген белдерә. Күрәһең, күңел төпкөлөндә ҡыҙҙар был “егеттәренән” дә яҙһа, бөтөнләй яңғыҙ ҡаласаҡтарын уйлап шомланалыр. Күп һанлы ҡиммәтле тундар тәнде йылытһа ла, йәнгә йылылығы юҡ шул уларҙың...
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook