Йомшаҡ ҡына таҫтамалым...

Йомшаҡ ҡына, тәнде ир­кәләгән йөнтәҫ таҫтамалдар, халат, йоҡо кәрәк-ярағы һәр өйҙә бар. Улар яңы килеш оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн, ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәү кәрәк.
Кер йыуыу машинаһында таҫтамалды 60 градустан да юғары булмаған эҫелектә йыуалар. Башҡа керҙәр менән бергә һалғанда, осло ырғаҡ-эләктергестәр, ҡаптырмалар йөнтәҫ таҫтамалдың ептәрен тарттырып боҙоуы бар. Әммә, ептәре тартылып китһә, уларҙы ҡайсы менән ҡырҡып алырға була. Таҫтамал бәйләнгән туҡыманан түгел – һүтелеп китер тип ҡурҡмағыҙ.
Таҫтамалдар­ҙы машинала “экономиялы” ысул ме­нән йыуыу килеш­мәй. Уларҙы яҡшылап, һыуҙы йәл­ләмәй сайҡатырға кәрәк. Ә саф һауала киптер­һәгеҙ, яңырып киткәндәй булырҙар.
Йөнтәҫ таҫтамалдарҙы үтек­ләмәйҙәр, юғиһә уның йомшаҡлығынан бер ни ҙә ҡалмаҫ. Кәрәк тапһағыҙ, быу менән эшкәртергә мөмкин. Таҫтамалдар йомшаҡ булып ҡал­һын өсөн, йыуғандан һуң бер аҙ тоҙ һалынған һыу менән сайҡаталар.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook