Өҫтәлгә – йәм, ризыҡҡа – тәм

Көҙгө уңыштан ауыҙ яндырғыс аджикалар әҙерләп ҡуйһаң, ҡыш буйы аштарыңдың тәмен төрләп рәхәтләнәһең. Бына бер нисә ысул.
*5 кг помидор, 1 кг татлы борос, 16 дана әсе борос, 300 г һарымһаҡ, 0,5 кг керән, 1 стакан тоҙ, 2 стакан аш һеркәһе, 2 стакан шәкәр ҡомо алына. Барыһын йыуып, ит турағыс аша үткәрергә (боростарҙы – орлоҡтары менән ҡуша), шәкәр, тоҙ, аш һеркәһе өҫтәргә, 1 сәғәт самаһы ултыртып торорға ла, шешәләргә ҡойоп, ҡапҡастарын ябырға. Бешермәҫкә. Һыуытҡысһыҙ ҙа яҡшы һаҡлана. Был аджиканы керәнһеҙ ҙә эшләргә мөмкин.

*200 г һарымһаҡ, 4 киҫәк керән тамыры, 2 бәйләм петрушка, 2 бәйләм укроп, 10 дана татлы борос, 20 дана әсе борос, 2 кг помидор, 4 аш ҡалағы шәкәр, 4 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан аш һеркәһе. Ваҡ рәшәткәле ит үткәргес аша ваҡлағас, тоҙ, шәкәр ҡушырға. Һауытында 2-3 көн тоторға ла, аш һеркәһе ҡойоп, яҡшылап болғатырға һәм банкаларға һалырға.

*5 кг помидор, 2 кг алма, 2 кг кишер, 2 кг татлы борос, 300 г әсе борос, 300 г һарымһаҡ, 1 л үҫемлек майы, 2-3 аш ҡалағы тоҙ. Ит турағыс аша үткәрергә, тоҙ, май һалырға, 2 сәғәт бешерергә һәм стерилләнгән банкаларға тултырып ҡапларға.

*5 кг помидор, 5-6 баш һарымһаҡ, 100 г тоҙ, 1 дана әсе борос, 6 дана керән тамыры, татлы борос. Ит турағыс аша үткәреп, болғатырға ла, тоҙ өҫтәп, банкаларға тултырырға. Һыуытҡыста һаҡларға.

*1 л ит турағыстан үткәрелгән помидор, 1 стакан һарымһаҡ тештәре, 1-2 аш ҡалағы тоҙ. Тоҙо ирегәнсе ара-тирә болғатып, ике-өс сәғәт торорға ла стерилләнгән банкаларға һалып ҡапларға.

*1 кг кишер, 1 кг татлы борос, 1 кг алма (антоновка), 4 кг помидор, ярты стакан тоҙ, 2 стакан та­ҙартылған һарымһаҡ тештәре, 1,5 стакан үҫемлек майы, 2-3 дана әсе борос. Барыһын бергә ит турағыс аша үткәрергә һәм 30-40 минут бешерергә, шунан стериль банкаларға ҡойоп ҡапларға. Һарымһаҡ менән әсе боросто, тәменә ҡарап, күберәк йә аҙыраҡ
алырға була.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook