Асылға тоғролоҡ, аша - алтын быуатҡа!

Асылға тоғролоҡ, аша - алтын быуатҡа!“Беҙ – арыған милләт”, – тип, әллә маҡтанырға, әллә аҡланырға яратабыҙ. Бер уйлаһаң, был нарыҡлауҙа дөрөҫлөк тә бар һымаҡ. Үҙебеҙ булып, асылыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға тырышып эшләгән һәр ғәмәлебеҙҙең үҙебеҙгә ҡаршы ҡоралға әүерелеүенән арығанбыҙ. Йөҙәр йылдар элек йомартлығыбыҙ һәм бер ҡатлылығыбыҙ, ихласлығыбыҙ арҡаһында күҙ иңләр ерҙәрҙе бер әсмүхә сәйгә алыштырған да беҙ... Ҡунаҡсыл һәм киң күңелле булыуыбыҙҙан, үҙебеҙҙән өҙөп яҡшы ерҙәрҙе күскенселәргә тотторған да беҙ. Мал йәнле һәм ҡа­һарман, илһөйәр булғаныбыҙ өсөн танкыларға ҡаршы һыбай сабып, иң аҫылдарыбыҙҙы ҡырылырға мәжбүр иткән дә беҙ... Хис-тойғолары­быҙҙы йәшерә белмәй, хәйләкәрлекте өнәмәй, йөҙәр тапҡыр үҙебеҙ­ҙән ҡеүәтлерәккә ҡаршы баш күтәреп, сикһеҙ фажиғәләр кисергән дә беҙ бит ул... Һәр ҡылған ғәмәлебеҙ үҙебеҙгә кире ҡаҡлығып бә­релгән суҡмарҙай булғас, инде шул ысынбарлығыбыҙҙы мөмкин тиклем төпкә йәшереп, асылыбыҙҙан ҡасып йәшәргә лә сосланып киткәнбеҙ. Быуаттан-быуатҡа ошолай килә торғас, Урал тауҙарындай ныҡлы ихтыяр һәм рух көсөбөҙ ҙә ҡаҡшай төшкән. Әммә...
Әммә яуапһыҙ һорау, эңерһеҙ көн, сикһеҙ ғүмер булмаған­дай, донъялар ҙа бер төрлө генә тормай бит. Ҡабалан-ҡар­һалан йәшәгән кешелек йәмғиәтенең тәби­ғәт һәләкәтенә, иҡтисади бәләләргә һәм рух ҡаҡшауына ҡарай тәгәрәүен ба­шында аҡылы булған һәр кем дә са­малай торғандыр. Был хәл­дәрҙән ҡо­толоу юлдары хаҡында ла уйланалыр.
Бер ямандың бер яҡшыһы була, тиҙәр. Ошо ысынбарлыҡ солғанышын­да, 21 быуат башында, ниһайәт, күк көмбәҙендә берәй бәхетебеҙгә тигән йондоҙ ҡабындымы, әллә башҡа берәй сәбәптәнме, әлеге заманда башҡортса йәшәү, донъяны башҡортса көтөү иң отошлоһона әүерелеп килә. Шуға ла, милләтебеҙ әҙерәк кенә илтифат итһә, тарихта булмаған алтын быуаты­на аяҡ баҫырға тора, ахырыһы. Тарихын арлы-бирле генә белгән милләттәшебеҙ ҙә кисәге менән бөгөнгөнө сағыштырып, зиһен көсө менән уның ысынлап та шулай икәнен самалай ала.
Мәҫәлән, ниһайәт, беҙҙең ҡунаҡ­сыллығыбыҙ үҙебеҙгә зыяндан бер файҙаға әүерелә ала. Бөтә донъяла туризм йылдам үҫешә. Ер шары халҡы Мысыр һәм Төркиәнең диңгеҙ ярҙарынан ялҡты һәм ябай ялдан б∆геп, төрлө легендаларға бай тарихлы төбәктәргә иғтибарын йүнәлтте. Мәлде файҙаланып, үҙ мөғжизәләре­беҙҙе: Шүлгән һәм Асылыкүл, Ар­ҡайым һәм Әүешкүл, Нарыҫтау һәм Ирәмәлгә милли мәҙә­ниәтебеҙ һәм сәнғәтебеҙҙе лә ҡушып, бар донъяны “аһ” иттереп тә аҡса эш­ләп өлгөрөргә тейеш бөгөн халҡыбыҙ.
Хәҙер бөтә ер шарында интернет селтәре аша эшләү ғәҙәти күренешкә әйләнеп килә. Алдағы быуаттарҙа ҡайһы бер милләттәрҙең һалҡын ҡанлылығы, сауҙагәрлек фиғеле, хәйлә­кәрлеге һәм алдан уйлап эш итә белеүсәнлеге, әрһеҙлеге уларҙы донъя иҡтисады ҡаҙанында алдынғылыҡҡа алып сыҡһа, бөгөн интернетта бөтә нәмә асыҡ һәм үтә күренмәле. Бына ҡайҙа башҡорттоң зиһен асыҡлығы, ихласлығы, ярҙамсыллығы һәм егәр­лелеге талап ителә. Шуға ла был юҫыҡҡа яңы ғына килеп ҡушылһалар ҙа, беҙҙең егет-ҡыҙҙарыбыҙ селтәр донъяһында бик тиҙ үҙҙәрен таныта һәм абруй яулай бара.
Ниһайәт, башҡорттоң хәйләһеҙ ны­ҡышмаллығы, уңғанлығы һәм хатта ҡа­һарман һуғышсанлығы менән ҡара тырышлығы уны ҡан ҡойоуҙарһыҙ ғына күңелендә ятҡан ҡаһарман рухын асып, донъя кимәленә алып сығыуға юлдар аса. Ер шарын шаулатып алып барған атаҡлы Хәбир Сөләймәнов, Денис Ша­фиҡов һәм Венер Ғәлиевтар, Ләйсән Үтәшеваларҙың уңыштары, тағы ла донъяның иң көс­лө ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙының да баш­ҡорт милләтенән булыуы үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй. Байтаҡ спорт төрҙәренә башҡорттар дәррәү килә һәм затына хас үҙенсә­лектәре уларҙы был ғәҙел юҫыҡта өҫтөнлөклө итә.
Ниһайәт, донъя халҡы артыҡ шәкәр­ле яһалма матурлыҡтан биҙҙе. Европаның һары сәсле, оҙон ботло һылыу­ҡайҙары ялҡытты һәм матурлыҡ индустрияһы ҡарашын Азияға йүнәлтте. Үҙҙәрендә бер юлы ике ҡитға халыҡтарының да үҙенсәлектәрен сағылдыр­ған, шул уҡ ваҡытта башҡортҡа ғына хас мөләйем ҡыҙҙарыбыҙҙың сәғәте һуҡты, тиһәк тә була. Беҙҙең һылыу­ҡайҙар ҡытай һәм япон сибәр­кәйҙәре янында күпкә буйсаныраҡ, әммә йөҙ һыҙаттары барыбер ҙә уларҙыҡына тартым. Бөгөн бөтә гламур баҫмалар береһенән-береһе уҙ­ҙырып, матурлыҡ һәм мода донъяһы­ның алтын кимәле тип яҡташыбыҙ Ирина Шәйхелисламованы (Шейк) билдәләй. Бер-бер артлы төрлө матурлыҡ бәйгелә­рендә тап башҡорт ҡыҙҙары алға сыға икән, был да осраҡлы түгел. Яңылыҡ­тар таҫмаһын күҙәтеп, уларҙың исем­дәрен дә ятлап өлгөрмәйбеҙ, ҡайһы төр, ҡайһы төбәк ярыштарына юллан­маһындар, ҡыҙҙа­рыбыҙ һуңғы ара тик тәүге урындарҙы ғына алып ҡайта.
Йәштәр араһында хәҙер иманға ынтылыу, айныҡ тормош алып барыу модала. Егет-ҡыҙҙарыбыҙ Америка һәм Европа мәҙәниәтенә һуҡыр эйә­реүҙән туҡтаны, улар милли үҙенсәлеген күрһәтеүҙән оялмай. Күп йәш ҡыҙ­ҙарҙың хиджәбтә йөрөүен дә күрергә була. Ә бит башҡорт милли кейеме лә ҡатын-ҡыҙҙың бөтә ғәүрәттәрен ҡаплап тора. Яйлап милли кейемебеҙ ҙә заманға яраҡлашыр, көндәлеккә әйләнеп ҡайтыр, бәлки. Ана бит, ҡыр­ғыҙҙар милли баш кейемдәрен бренд кимәленә еткерә алған, уларҙа хәҙер һәр егет, һәр малай кепка урынына милли башлыҡта йөрөй, ҡыҙҙар биш­мәт кейә. Был урындағы еңел сәнәғәт­кә лә яңы һулыш өрөр ине.
Хәҙер кешеләр ҙур-ҙур ҡалаларҙан ҡасып, тәбиғәттә утарҙар төҙөп йә­шәргә, ҡала супермаркеттарында һатылған гендары үҙгәртелгән аҙыҡ-түлектән, яһалма әсеткеле икмәктән баш тартып, экология йәһәтенән таҙа һәм файҙалы, һимертмәй торған, холестеринһыҙ, тәбиғи ашамлыҡтарға өҫтөнлөк бирергә ынтыла. Ә ҡайҙа һаҡланып ҡалған һуң ундай туҡланыу мәҙәниәте? Ауылдарыбыҙҙа. Ҡайһы милли аҙығыбыҙҙы алып ҡараһаң да, улар йәшелдәр хәрәкәте ынтылған сифатҡа тап килә һәм һаулыҡҡа бары файҙа ғына килтерә. Ҡомалаҡ әсеткеһендә баҫылған икмәк, йылҡы ите, һары май, ҡорот һәм ҡатыҡ, буҙа һәм ҡымыҙ, талҡан, ҡурмас – күрһәтеп, маҡтап ебәрһәң (йәғни, рекламала­һаң), ҙур ҡалаларҙа интернет арҡылы эшләгән иң шәп магазиндар аша һа­тылған файҙалы булғаны өсөн бик ҡиммәт торған аҙыҡтар исемлегенә инеп китерлек тәғәмдәр. Уларҙы үҙе­беҙҙең көндәлек даими ҡулланыуға индереү ҙә милләт һаулығын нығытыр һәм әллә ниндәй медицина үҙгәртеп ҡороуҙарынан күпкә отошлораҡ булыр ине, моғайын.
Йылҡысылыҡ – үҙе бер айырым өлкә. Хәҙер донъяла төрлө сифатһыҙ йә ялған прививкалар һәм дарыуҙар күбәйеүе, экологияның насарайыуы арҡаһында аутизм менән ауырыған балалар һаны арта. Хатта ҡайһы бер үҫешкән илдәрҙә һәр дүртенсе балаға ошондай диагноз ҡуйыла. Баҡтиһәң, уны дауалауҙың иң ышаныслы ысулы һыбай йөрөү икән. Иппотерапияның башҡа бик күп ауырыуҙарҙан да фай­ҙалы булыуы билдәле. Һәр башҡорттоң күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ята, тигән мәҡәлде иҫкә төшөрөп, атайҙар бәләкәйҙән балаларын эйәргә ултыртһа, бөтә донъяны солғап алған аутизм афәте милләтебеҙҙе урап та үтер, бәлки. Әйткәндәй, донъя баҙа­рында йылҡы итенең хаҡы диетик үҙенсәлектәре арҡаһында башҡа төр­лө иттәрҙән күпкә юғары.
Бөтә донъяла тәбиғи туҡыманан, ҡулдан эшләнгән әйберҙәр модала һәм улар бик ҡыйбат тора. Иран оҫталары балаҫ һуғыу һөнәрен юғары сән­ғәткә әүерелдерә алған һәм улар­ҙың балаҫтары яҡшы тимер аттарҙан ос­һоҙ түгел. Халҡыбыҙҙың кейеҙе һәм балаҫтары ла яйлап үҙ ба­һаһын ҡайта­рыр. Был юҫыҡ та бөтмөр һәм йүнсел оҫталарҙы көтә. Беҙҙә әле кәзә мамығын, һарыҡ йөнөн эш­кәртеү оҫталығы онотолмаған. Баш­ҡорт шәлдәре донъя баҙарына сыҡһа, ҡабатланмаҫ зауығы менән тиҙ танылыу яулар ине. Үҙенсәлекле, йылы, файҙалы... Баш­ҡорт милли кәсепселеге етештерә алған барса нәмәләр ҙә юғары эколо­гик талаптарға яуап бирә, тимәк, хаҡы ла ҡиммәтле булыр ине. Сөнки халҡы­быҙ борон-борондан һәр нәмәлә лә тәбиғилеккә, ябайлыҡҡа өҫтөнлөк биргән. Уның йәшәү рәүешендәге һәр аҙымы ла тәбиғәтте аяуҙы, һаҡлауҙы күҙ уңында тотоп эшләнгән.
Башҡорт халҡында элек тәмәке тартыу һәм хәмер эсеү иң ҙур хурлыҡ булған. Ундайҙарҙы затҡа яҡын юлатмағандар. Аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр килен алыр, ҡыҙ бирер алдынан буласаҡ туғандарҙың затын энәһенән-ебенә тиклем тикшергән. Әүҙем егеттәребеҙҙең эскелек тигән афәткә үҙҙәре ҡаршы сығырға йөрьәт итеп, “Айыҡ ауыл” һәм башҡа донъяла тиңе булмаған сараларҙы башлап ебәреүе үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй. Милләт яңырырға, таҙарынырға ынтыла. Шуның аша ул асылына ҡайта.
Ғөмүмән, бөгөн бөтә донъяла алып барылған төрлө тикшеренеүҙәргә таянып, беҙҙең үҙебеҙсә йәшәүҙең, милли йолаларға арҡаланыуҙың милләтебеҙ рухы, һаулығы һәм көнитмеше өсөн ни тиклем ҡиммәтле һәм һим­мәтле икәнен аңғарырға һәм булғандың ҡәҙерен белергә өйрәнергә ва­ҡыттыр. Үткән һандарҙа өзләүҙең, ҡу­мыҙҙа, ҡурайҙа уйнауҙың рухи һәм тән һау­лығы өсөн ни тиклем файҙалы булыуы һәм быларҙың тәжрибәләр менән иҫбат ителгәне хаҡында яҙып киткәйнек. Ә бит уларҙан тыш, бүтән милли үҙенсәлектәребеҙ, йолаларыбыҙҙы алып, алдынғы фән күҙлегенән ҡараһаҡ та, шундай уҡ асыштарға юлығасағыбыҙ көн кеүек асыҡ.
Әле мин тап хәҙерге заман шарттарында үтә лә отошло булған, баш­ҡортобоҙға хас холоҡ-һыҙаттарҙың, йәшәү рәүешебеҙҙәге ғәмәлдәребеҙ һәм сәнғәтебеҙгә хас нәмәләрҙең йөҙҙән бер өлөшөн генә телгә алып китә алғанмындыр. Бөгөн беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалған, хатта башыбыҙға ла килмәгән ундай сифаттарыбыҙ һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ әллә күпмелер... Башҡортса йәшәү рәүешенең дөрөҫ һәм сәләмәтлек өсөн хәүефһеҙ булы­уын, сәнғәтебеҙҙең рух һәм һаулыҡ һа­ғында тороуын, ғөмүмән, ата-бабаларыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған йәшәү ҡәлебенең, милли холҡобоҙҙоң, имандың ни тиклем ҙур хазина икәнен аңлау кимәленә етә алһаҡ, халҡыбыҙ үҙенең алтын быуатына аяҡ баҫасағы көн кеүек асыҡ. Иң ҡыҙығы: уның өсөн беҙ­ҙән асылға тоғролоҡтан башҡа бер ни ҙә талап ителмәй. Ябайлыҡта – бөйөк­лөк, тигән һүҙҙәрҙең ҡиммәте бына ҡайҙа күренә ул. Шулай бит!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook