Ырыҫ ҡошо

Ырыҫ ҡошо “Башҡортостан ҡыҙы”ның мәртәбәле бүләген отоусыларҙың береһе – журналдың тышлығында сығыу мөмкинлегенә эйә булған Ишембай районы Маҡар ауылы һылыуы Рәмилә Йосопова ла үҙенең ихласлығы, егәрлелеге һәм күркәм, татыу ғаиләһе менән һоҡланыу уятты.
Беҙҙең Маҡарға килеп төшө­үебеҙ Рәмилә ханым өсөн көтөлмәгәнерәк булды. Үҙенең журнал тышлығында сығыу бәхетенә өлгә­шеүен дә ишетмәгәйне әле. “Башҡортостан ҡыҙы”на ла үҙе түгел, фольклор түңәрәгенә йөрөгәне өсөн әхирәттәре бүләк итеп яҙҙырған икән. Бына бит яҙмыш тигәнең! Шулай ҙа хужабикә юғалып ҡалманы, йәһәт кенә баҙына төшөп, тәмле-татлы тәғәмдәрен өҫтә­ленә теҙҙе: ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек, үҙ баҡсаһынан – ғәләмәт тәмле итеп әҙерләнгән йәшелсә-емештәр. Табын артына ултырып, сәй эскәндә генә ниндәй оло ҡыуаныс насип булғанын аңғарҙы әңгәмәсем. “Үҙ ғүмеремдә лотерея отҡаным юҡ. Был минең – беренсе отошом. Шуға тәүҙә тулҡынланып киттем, әле саҡ күңелемдә шатлыҡ тоям”, – тип һөйөндө уңған хужабикә.
Рәмилә Рәйес ҡыҙы Әхсән Мөхә­мәтҡолов исемендәге Маҡар музейында эшләй. Тормош иптәше Марс Сә­ғәҙетдин улы менән бер-береһен аң­лап, ауылдаштары алдында татыулыҡ, әҙәп, тырышлыҡ өлгөһө булып, дәрт­ләнеп донъя көтәләр. Ҡура тулы – мал, ҡош-ҡорт. Баҡсаларында сейә, алма, ер еләге, ҡарағат, ҡара емеш, йөҙөмдөң генә өс төрө үҫә.
“Яратҡан журналымдан шундай мәртәбәле бүләк отоуыма һөйөнөп туя алмайым. Бала саҡтан ҡәҙерле ул миңә. Үҙем дә “Башҡортостан ҡыҙы” аша күп нәмәгә өйрәндем. Бигерәк тә, “Хужабикә”, “Атай абруйы”, “Йөрәк дәрестәре”, “Билдәле шәхестәрҙең балалары”, “Бәхет сере” рубрикалары күңелемә яҡын һәм журналда сыҡҡан һәр хикәйәне яратып уҡып барам”, – ти ул, ихлас йылмайып.
Йосоповтарҙың татыу ғаиләһендә береһенән-береһе һәләтле дүрт бала үҫә. Өлкән улдары Айҙар Мәскәү өл­кәһенең Балашиха ҡалаһында взвод командиры урынбаҫары вазифаһында килешеү буйынса хеҙмәт итә. Икенсе улдары Илнур БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында математика һәм информатика факультетында белем ала. Зифа ҡыҙҙары Ишембай гимназия-интернатында уҡый. Ә биш йәшлек Вилдан балалар баҡсаһына йөрөй.
“Һеҙҙең бүләгегеҙ һәм килеп ҡайтыуығыҙ беҙҙең уңыш юлын асты әллә?! Тормош иптәшем менән күптән хыял иткән ниәтебеҙҙе, ниһайәт, ғә­мәлгә ашырҙыҡ. Маҡар ауылы Ишембайҙан йыраҡ ҡына урынлашҡан, элек ваҡ-төйәк хужалыҡ әйберҙәре өсөн район үҙәгенә барырға тура килһә, хәҙер ауылдаштарҙың эшен еңеләйт­тек, бесән, уңыш йыйыу мәлендә күп­тәргә ҙур ярҙам инде ул”, – тип шатланып шылтырата яңыраҡ Рәмилә ханым. Баҡтиһәң, Йосоповтарҙың уңған ғаиләһе ауылда кибет асып, хужалыҡ кәрәк-ярағы менән һатыу итә башлаған икән. Беҙ хөрмәт итеп өлгөргән ошо татыу ғаиләне ырыҫ ҡошо, ҡанаттары менән гел ҡурсалап, йәшәйештәренә бәрәкәт өҫтәп торһон инде, тип теләге килә!

Альбина ШӘҺИТОВА.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.

Ишембай районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook