Көтөп алынған һөйөнөслө ай

Йылдағы ун ике айҙың иң күркәме, мәртәбәлеһе – Рамаҙан айы. Пәйғәмбәргә пәйғәмбәрлек килгән үә “Ҡөрьән” бирелгән был айҙа ураҙа тотоу бәлиғ булған ир-атҡа ла, ҡатын-ҡыҙға ла фарыз.
Ураҙа – исламдағы биш төп терәктең береһе ул. Ураҙа тотоусыға ике ҙур шатлыҡ кисерергә насип була: беренсеһе – ифтар ваҡытында ауыҙ асҡанда, икенсеһе – Ҡиәмәт көнөндә Раббыһы ҡаршында.
Иртәнән кискә тиклем ашамай-эсмәй йөрөү генә ураҙа тотоу һаналмай. Ураҙа булған кешегә үҙенең Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан өсөн ашау-эсеүҙән тыйылғанлығын, был эште Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн башҡарыуын һәр ваҡыт иҫендә тоторға кәрәк. “Әгәр ҙә кеше ураҙа тотоп та ялған менән алдашыуҙан тыйыла алмаһа, уның асығып һәм һыуһап йөрөүенә Аллаһы Тәғәлә мохтаж түгел”, – тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. Ураҙаны көслө ихтыяр менән ниәтләргә кәрәк. Ниәтең ғәмәлгә ашһын өсөн, күңел хистәрең, әйткән һүҙҙәрең һәм ҡылған эштәрең бер булырға тейеш.
Билдәле булыуынса, әҙәм балаһы нимәлер юҡҡа сыҡҡас ҡына уның ҡәҙерен белеүсән. Ауырыу хәлен һау белмәҫ, ас хәлен туҡ белмәҫ, ти халыҡ. Эйе, сәләмәтлектең ҡәҙерен дә ауырыу кеше һау кешегә ҡарағанда яҡшыраҡ аңлай. Ураҙа тотоу иһә һәр кешене уйланырға мәжбүр итә. Ураҙала булған кеше фәҡирҙәрҙе, меҫкендәрҙе ҡыҙғана, үҙҙәренә Аллаһы Тәғәлә­нең биргән ниғ­мәттәренә шөкөранаһы арталыр.
Ураҙа тотоу мосолмандарҙың ихтыяр көсөн нығыта. Тормоштағы ауыр һынау­ҙар алдында уға әҙерлек булып тора. Сөнки ураҙа башҡа бөтөн хөкөмдәр кеүек нәфсенең тулыһынса пакланыуы­на алып барыусы алымдарҙың береһе һанала. Раббыһының ҡушҡанына буйһо­ноп, хәләлдән баш тартҡан кешенең хәрәмдән баш тартмауы мөмкин булмаҫ. Ихтыяр көсөн ураҙа тотоуға буйһондорған кеше башҡа һынауҙар алдында ла бирешмәҫ.
Рамаҙан – сабырлыҡ айы ул. Сабырлыҡ – юғары әхлаҡ нигеҙе, уңыш һәм ожмах асҡысы. Сабырлыҡ күрһәтеү – Аллаһ ихтыяры менән килешеү, тигәнде аңлата.
“Һәр нәмәнең бер зәкәте, йәғни паклаусыһы булалыр. Тәндең зәкәте – ураҙалыр”, – тиелә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең, ғәләйһис-сәләм, бер хәҙисендә.
Ураҙа тормошобоҙ рәүешен яйға һалыуға йүнәлтелгән. Беҙҙең һәр ағзабыҙ үҙ вазифаһын тәбиғи аһәңгә нигеҙләнеп үтәй. Бер ваҡыт уның ҡеүәте артһа, унан әкренләп һүл­пәнәйә, һүрелә. Әммә беҙ тулыһынса уға буйһоноп йәшә­мәйбеҙ. Мәҫәлән, ашҡаҙандың әүҙем эшмәкәрлеге иртәнге биш-етеләрҙә күҙәтелә. Тап шул ваҡытта аҙыҡ яҡшы үҙләштерелә. Артабан ашҡаҙанда хасил булған эске ҡөҙрәт эсәктәргә йүнәлтелә. Шуға күрә бер үк ваҡытта эшләп кү­неккән ашҡаҙанды таҙа аш-һыу менән туйындырып, кискеһен ҡояш байығанға тиклем уға ял биреү файҙаға ғына.
Ураҙа тотҡан ваҡытта ошо эш­тәрҙе ҡылыу килешмәҫ: файҙаһыҙ үә әҙәпһеҙ һүҙ һөйләү, мунсала оҙаҡ ултырыу, һыуға сумып ҡойоноу, аҙыҡ үә һағыҙ сәйнәү, берәй нәмәгә телде тейҙереп тәмләп ҡарау, ике көн буйына ифтар ҡылмайын­са ураҙа тотоу, ниндәй ҙә булһа гөнаһлы эште ҡылыу.
Борсаҡ ҡәҙәр генә булһа ла берәй тәғәм йә дарыу йотоу, енси яҡынлыҡ ҡылыу ураҙаны бөтөнләй боҙа.
Ә һатып алаһы әйберҙе тотоп ҡарау, балаға тәғәмде сәйнәп биреү, ҡан алды­рыу, һөлөк һалдырыу, күҙгә һөрмә тартыу, мыйыҡ үә иренде майлау, тештәрҙе таҙартыу, ҡомған илә ғөсөл ҡылыу, мунсаға кереп аяҡ үрә тирләп сығыу, һабын менән йыуыныу рөхсәт ителә.
Ислам йәше еткән һәр кешегә ураҙаны ҡалдырмай тоторға ҡуша. Ураҙа тышҡы сафлыҡты һәм күңел таҙалығын күҙ уңында тота. Әммә бөтә мосолманға фарыз булһа ла, ураҙа кешегә көсләп тағылмай. Сә­ләмәтлегенә, хеҙмәтенә, шөғөлөнә, бер һүҙ менән әйткәндә, бүтән сәбәптәргә ҡарап, айырым кешеләр ураҙанан азат ителә. Улар – ауырыуҙар, ҡарттар, йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындар, балалар, ауыр эштәрҙә эш­ләүселәр, һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар, сәфәрҙә йөрөү­селәр булырға мөмкин. Тотолмай ҡалған ураҙаны башҡа айҙарҙа башҡарып ҡу­йырға ла мөмкин.
Рамаҙан айында бер бик мөбәрәк кис бар. Ул “Ҡәҙер кисе” тип атала, Рамаҙан айының егерме алтыһына тура килә. Ул кистә ихласлыҡ менән һораған теләктәр ҡабул була. Рамаҙан айында тотҡан ураҙаларыбыҙҙың ҡабул булыуын һорап, беҙ “Фытыр саҙаҡаһы” бирәбеҙ. Уны Рамаҙан айының ҡайһы көнөндә бирһәң дә ярай. Ғәйет көнөндә ғәйет намаҙы уҡылмаҫ борон бирергә кәрәк.
“Аллаһ ризалығы өсөн тип ысын күңел менән саҙаҡа биреп торған кеше ямғыр һыуҙары менән ер һуғарыусы болотҡа оҡшаш”, – тигән ғалимдар. Рамаҙан – яҡшы эштең баһаһы икеләтә артыр изге ай.

Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook