Яратҡан шөғөлөң дауалай

Бәйләү, сигеү, һүрәт төшөрөү... Күңел тартҡан шөғөл тыныс­ландыра, үҙеңде аңларға, алда торған мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итә. Һүрәт төшөргәндә йәки шиғыр яҙған мәлдә беҙ төпкө аңыбыҙҙан хәбәр алғандай булабыҙ. Ижад ярҙа­мында дауалау – арт-терапия – бөгөн психологияла һәм психотерапияла киң ҡулланыла.
Хобби һайлауҙа төп ҡағиҙә – ул һеҙгә ҡыуаныс килтерергә тейеш. Психологтар тағы ошондай кәңәш­тәр бирә:
Башланған эшен тамамлап ҡу­йыу бик ауыр бирелгән холериктар­ға үреү, сигеү, бәйләү кеүек түҙемлелек талап иткән шөғөл файҙаға булыр.
Борсоулы уйҙар, тынғыһыҙлыҡ баҫһа, иғтибарҙы икенсегә күсереү яҡшы. Туҡымаға йә ҡағыҙға һүрәт төшөрөү, кейем, уйынсыҡ йә башҡа нәмә өсөн ҡатмарлы һыҙмалар уйлап табыу, сигеү өсөн үҙенсәлекле би­ҙәктәр ижад итеү, еңел булмаған мозаика төҙөү кеүек мауығыуҙар уй­ҙарығыҙҙы кәрәкле юҫыҡҡа борорға ярҙам итер.
Үҙ көсөгөҙгә ышанмағанда, тормошоғоҙға идара итә алмаған тойғо биләгәндә иң яҡшыһы – балсыҡ менән эшләү. Балсыҡ – ул ер, был шөғөлгә кинәйәләп төрлө мәғәнә һалырға була. Хатта тәүге кеше лә балсыҡтан әүәләнгән, тигән ҡараш йәшәй. Ҡулығыҙға балсыҡ тотоп, нимәлер һынландыра башлау менән, ижадсы булыуығыҙға инана барыр­һығыҙ. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда, әхирәттәр!




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook