Ысыҡтай саф ҡалыу мәңгелектә

Ысыҡтай саф ҡалыу мәңгелектәЫсыҡ – гел яңырып, мәңге саф ҡала алған һыу тамсыһы. Донъялағы иң ҙур ысыҡлы – Ысыҡкүлле ҡырғыҙ халҡын да ана шул үҙен-үҙе күтәрә, сафландыра белгән, үтә күренмәле, ихлас тамсыға оҡшаттым да ҡуйҙым. Милли кейемдәренә, аҙыҡтарына, ҡобайырҙарына һәм сәсәнлеккә, электән килгән тормош-көнкүреш рәүештәренә, тимәк, үҙ асылдарына тоғро ҡала белгән яҡты күңелле был халыҡтың ни тиклем үҙебеҙгә яҡын икәнен аңлау уларға ҡарата һөйөүемде тағы ла арттырҙы.
Яңыраҡ шағирә Гөлназ Ҡотоева менән икебеҙгә Төркиә яҙыусылар берлеге төрлө төбәктә ике йылға бер үткәрә килгән “Төрки халыҡтарының шиғыр байрамы”ның унынсы йыйынында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Мәғрур Алатау һырттарында урынлашҡан Ҡырғыҙстан ере беҙҙе үҙ күреп ҡаршы алды.
Барып төшкәс тә, “Теүәтәй” ресторанына төшкө ашҡа алып барҙылар. Өҫтәлдә тап беҙҙеңсә итеп өйөп ҡуйылған йыуасаларҙы күреү менән кәйеф күтәрелеп китте. Бауырһаҡтан ауыҙ итегеҙ, тинеләр ҙә, сөсө генә ҡатығын да ҡойоп бирҙеләр, шунан ҡоротло бишбармаҡ ултырттылар. Кибеттә берәр ҡабымлыҡ ҡына итеп ҡаптарға һалынған ҡорот, ҡатырға һауытҡа ҡойолған буҙа һатылыуы лә мәрәкә тойолдо. Ҡымыҙ, ҡаҙы, хатта талҡанды ла беҙҙеңсә атап, беҙҙең һымаҡ яһайҙар икән. Тамъян-түңгәүерҙәр диалектына оҡшатып, “тәмде булһын”, “ҡатышып йәшәйек”, “хөрмәтте ҡунаҡ”, “ҡутарғанса ашаным”, “эштәп торам”, “килә ятам”, “хуш” тип өндәшеүҙәре лә күңелгә май булып яғылды. Ҙур тирмә эсендәге тәғәмханаларҙа ҡулды ҡомған менән тас тотоп йыуындырыуҙары бала саҡҡа алып ҡайтты. Һуғым аштарына саҡырғанда, атайҙар ҡул йыуҙырғанда, беҙ ҙә шулай таҫтамал тотоп эйәрә инек. Ҡыҙыҡ ҡына тойғо биләп алды, бер ҡайҙа ла китмәгән һымаҡмын, әйтерһең дә, ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡанмын.
Ҡырғыҙҙар үҙҙәренең эпослы халыҡ булыуҙары менән сикһеҙ ғорурлана. Һәр икенсе кеше хомусын һуғып, “Манас”тан өҙөктәр һөйләй. Йыраусылыҡ йолалары ла юғалмаған. Йолдозбек Торсонбаев исемле ҡәләмдәшебеҙҙең юл араһында һәр беребеҙгә сығарған арнауҙары ғына ни тора! Йыраусыларға хөрмәт тә бик ҙур. Мәҫәлән, шул уҡ Йолдозбектың атаһы – атаҡлы сәсән. Уны ҙур кешеләрҙең байрам табындарына, хатта туйҙарға махсус саҡыралар икән. Туйҙарында мотлаҡ сәсәндәр йәштәргә арнап ҡобайырҙар әйтеп, эпостан өҙөк тә һөйләйҙәр. Был егеттең атаһына бер эшҡыуар, былай ғына хөрмәт йөҙөнән, сит ил машинаһы бүләк иткән хатта.
Ә инде Рәсәй аҡсаһын урындағы сомға алмаштырып алғас, тағы бер “аһ” иттем. Юҡ, ҡулға аҡса эләккәндән түгел, ә банкноталарҙа шағирҙар, яҙыусылар, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт өлкәһендә дан алған кешеләрҙең рәсемдәрен күреп. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: беҙҙең Башҡортостаныбыҙ үҙ аҡсаһын сығарған да, йөҙ һумлыҡҡа – Рәми Ғарипов, биш йөҙлөккә – Мостай Кәрим, меңлеккә Салауат Юлаев төшөрөлгән икән, ти. Был хаҡта хыялланып та булмай һымаҡ. Ә ҡырғыҙҙар биш һумлыҡҡа легендар балерина Бибисара Бейшеналиеваның, ун һумлыҡҡа ҡырғыҙ алфавитына нигеҙ һалған шағир Ҡасым Тыныстановтың рәсемен һуҡҡан. Егерме тәңкәлек аҡсаға – шағир, атаҡлы манассы-аҡын Тоголок Молдо, йөҙ һумға – сәсән, йыраусы Токтогул Сатылганов, ике йөҙ һумда – шағир, тәржемәсе Алыкүл Осмонов, биш йөҙлөккә иһә – билдәле манассы-йыраусы Саякбай Каралаев, меңлеккә – боронғо төрки донъяһы өсөн уртаҡ тип һаналған фәйләсүф һәм шағир, атаҡлы “Ҡотадғу Белек” һүҙлеген төҙөүсе Йософ Баласағунлы, биш меңлеккә ҡырғыҙҙарҙың атаҡлы артисы, актер, халыҡ рәссамы Сүймөнкүл Чокмороноң рәсеме төшкән. Был да ҡырғыҙ халҡының әҙәбиәткә һәм сәнғәткә булған сикһеҙ һөйөүенең, хөрмәтенең сағылышы бит.
Шағирҙы улар аҡын ти. Сәсәнлекте, һүҙ оҫталығын һәм фекерҙе матур итеп, һүҙҙең тәмен тойҙороп әйтә белеүҙе ҡырғыҙ халҡы башҡа төрлө ҡиммәттәрҙән күпкә өҫтөн һанай. Шуға һуңғы тиҫтә йылдарҙа төрлө революциялар һәм болғаныштар шаһиты булған, улай ғына ла түгел, шул ваҡиғаларҙа дәррәү ҡатнашып, әллә күпме бауырҙаштарын юғалтырға мәжбүр булған был халыҡтың матди байлыҡты алдан ҡуймауы әллә ҡайҙан күренеп тора. Баш ҡалалары Бешкәк бүтән бер ерҙә булмағанса йәшеллеккә төрөнөп ултыра, әммә заманса биналарҙың һирәк осрауы, урамдарҙағы һатыу итеү өсөн ҡоролған сатырҙарҙың күплеге, ҡаланың йөҙөн һаман да совет осоро архитектураһы өлгөләре билдәләүе менән ул һикһәненсе йылдарҙағы Өфөнө хәтерләтә. Әйткәндәй, унда беҙҙәге һымаҡ әҙәби фонд юҡ, нәшриәттәре дәреслектәрҙе генә бушлай сығара. Ә инде ҡырғыҙ яҙыусылары китаптарҙы үҙ аҡсаһына сығарып, үҙ аллы таратырға мәжбүр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, унда әҙәбиәт йылдам үҫешә. Мәҫәлән, урындағы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Чолпанбек Абыкеевтың һуңғы китаптары 150-шәр мең дана менән таралған. Әйткәндәй, Ҡырғыҙстанда әҙәби фонд ҡына түгел, балалар өсөн пособие, әсәлек капиталы кеүек нәмәләр ҙә бөтөнләй юҡ. Уларҙа тыуым былай ҙа етерлек, ғаиләләрендә кәмендә өс бала үҫә. Алтынсы балаға әсәлек капиталы бирә башлаһалар, беҙҙә тыуым тағы ла артыр ине ул, тип шаярта был хаҡта улар үҙҙәре. Уртаса эш хаҡы ла бик түбән, ете меңдән артмай, уның ҡарауы беҙҙәге менән сағыштырғанда, фатирҙар хаҡы күпкә осһоҙ, ләкин барыбер фатирлы булыу ябай халыҡтың ҡулынан еңел генә килерҙәй түгел. Төркөмдәшем, тыумышы менән сит ҡаланан булған Йолдызбек, мәҫәлән, был мәсьәләне үҙенсә хәл иткән, ер алып, аласыҡ ултырт­ҡан, әле шунда ике балаһы менән йәшәй. Хыялы – таштан йә кирбестән, булмаһа, саман йорт бөтөрөп инеү. Танышымдың бер туған ағаһы Рәсәйҙә, Краснодарҙа йәшәй икән, әле ул әсәлек капиталына Бешкәктән фатир алып йөрөй. Сөнки ҡырғыҙ сит ерҙә ҡалмай, ҡасан да булһа, тыуған еренә ҡайтып йығыла, ти әңгәмәселәремдең береһе. Ағас өйҙәр унда бөтөнләй юҡ, һәр хәлдә, миңә осраманы. Ағасты Украинанан йә Рәсәйҙән ташыйҙар һәм ул ат хаҡылай юғары.
Беҙ ҡатнашҡан төрки донъяһы халыҡтарының шиғыр байрамы бына инде унынсы тапҡыр үтте, ул ике йылға бер ойошторола. Матди яҡты Төркиә хөкүмәте тулыһынса үҙ өҫтөнә алған. Ҡабул иткән яҡ үҙ милләтенең мәҙәни­әтен һәм әҙәбиәтен мөмкин тиклем күп яҡлап күрһәтергә тейеш. Ҡырғыҙҙар беҙҙе Сыңғыҙ Айытматов тыуып үҫкән ауылға, яҙыусының ҡәбере эргәһенә алып барҙы. Шунда уның рухына арнап аят уҡып, сәскәләр һалдыҡ.
Алтайҙан килгән профессор Бронтой Бедюров: “Ә беләһегеҙме, башҡорт һүҙе нимә аңлата, баш, тимәк, төп, алдан йөрөүсе, ә ҡорт – бүре, тимәк, башҡорт һүҙе­нең йәшерен мәғәнәһе әйҙәп барыусы. Ғөмүмән, өләңдәре (эпос) булған халыҡтар – иң боронғоларҙан”, –тине. Барыһы ла бер тынаға шымып ҡалды. Ғөмүмән, был ал­тай ғалимының мәғлүмәтлелеге һәм һәр һүҙен дәлилләп һөйләүе барыһында ла ҙур хөрмәт уятты. Юҡҡа ғына уға фестивалдең төп өс бүләгенең береһен тапшырмаған­дарҙыр. Хакас рәссамы Александр Чопрайҙың, мин ата-бабаларым ише шаманлыҡты дауам итә алманым, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, әммә алғышсылыҡ һәләттәремде үҫтерә киләм, тип һөйләүе; Саха иленән килгән Еленаның Лена, Енисей йылғалары тураһында тере йән хаҡындай бәйән итеүе; Екатерина Ганеванан Бразилияла депортацияланған ғағауздарҙың ауылдары һаҡланыуын ишетеүебеҙ; Болгариянан һәм Македониянан килгән төрки­ҙәрҙең дә телен яҡшы аңлай алыуыбыҙ; үҙ дәүләте булмаған уйғырҙарҙың йөрәк яраһын асҡан шиғырҙары; заманында Аляска аша икенсе ҡитғаға киткән, йырҙары ла, тышҡы ҡиәфәттәре һәм риүәйәттәре лә башҡортто­ҡона оҡшаш Америка төркиҙәре хаҡындағы әңгәмәләр ҙә күңелгә һеңеп ҡалды. Бешкәк уртаһында ҡара-ҡаршы торған Манас һәм Сыңғыҙ Айытматов һәйкәлдәре лә, Ысыҡкүл буйында урынлашҡан мәҙәни мемориал комплекста урын алған бөйөк Сыңғыҙ Айытматовтың әҫәр­ҙәре геройҙарының һындары ла, ҡырғыҙ шағирәләре араһында халыҡ шағиры исемен йөрөтөүселәрҙең байтаҡ булыуы ла, төрки донъяһы халыҡтарының берләшеүгә ынтылышы ла, күмәгебеҙҙең ниндәй оло һәм ҡөҙрәтле көс икәнен тойомлау ҙа рухыбыҙға дәрт өҫтәне.
ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса ХХ быуатта әҫәр­ҙәре иң күп уҡылған яҙыусы – төрки донъяһын, төркиҙәр күңелен һүрәтләгән Сыңғыҙ Айытматов. Уның “Йәмилә” тигән повесы ғына, мәҫәлән, немец телендә утыҙ ете тапҡыр сығарылған. Кешелеккә шундай ижадсыны бир­гән, туған телдәренә, шул тел менән эш иткән сәсәндәргә, шағирҙарға оло хөрмәт менән ҡараған туғандаш халыҡтың киләсәге ышаныслы. Уларҙан беҙгә күп нәмәгә өйрәнәһе бар әле. Тәү сиратта – үҙең булып ҡала белеүгәлер, тием.

Гөлнара ХЄЛФЕТДИНОВА.
Ҡырғыҙстан – Өфө.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook