Ҡыҙҙары ла ҡыҙҙары!

Ҡыҙҙары ла ҡыҙҙары!Данлыҡлы яҡташыбыҙ, художестволы гимнастика буйынса алты тапҡыр донъя чемпионкаһы, Рәсәй телеканалдары йондоҙо Ләйсән Үтәшеваның улы тыуған! Был турала ишетеү менән, ҡотлау теләктәрен еткерергә тип, Ләйсәндең Әлшәй районы Раевка ауылында йәшәүсе өләсәһе менән олатаһы – Зөбәржәт Сәһәрйәр ҡыҙы менән Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы Кирәевтарға шылтыраттыҡ. Уларҙың ҡыуанысының сиге юҡ!
– Бәпес 14 майҙа донъяға килде. Ул ауаз биргәс тә кейәүебеҙ Павел һөйөнсө алды, – тип бүлешә Зөбәржәт апай. – Мин, борсолоп: “Ҡыҙым, һөтөң бармы?” – тип һорайым. Ейәнсәребеҙ, һәр ваҡыттағыса, мине тынысландыра: “Бөтәһе лә яҡшы, өләсәй, хафаланма. Бәпес һәйбәт имә, һәйбәт йоҡлай ...” – ти.
Шуны әйтеү кәрәктер: Ләйсән шәхси тормошо хаҡында һөйләргә яратмай. Уның үткән йыл аҙағында билдәле шоу-мен, “Комеди-клаб” тапшырыуын алып барыусы Павел Воляға кейәүгә сығыуы, бәпес көтөүе бик аҙ кешегә билдәле була. “Туй тантанаһы ла тик яҡындар ҡатнашлығында, тыйнаҡ үтте”, – тип һөйләгәйне Зөбәржәт апай менән Солтангәрәй ағай, йәш­тәрҙең никахлашыу байрамынан ҡайтҡас.
... Былтыр мартта улар әйтеп бөткөһөҙ ҙур юғалтыу кисерә – ҡыҙҙары, Ләйсәндең әсәһе Зөлфиәнең ҡырҡ ете йәшендә генә йөрәге тибеүҙән туҡтай. Ғүмерен ҡыҙына арнаған Зөлфиә уның өсөн әсәй генә түгел, кәңәшсе лә, серҙәш тә, эшендә оло терәк тә була. Әсәһе тип йән атып торған Ләйсән ҡайғынан оҙаҡ айный
алмай. “Ситтә япа-яңғыҙ ҡалған ейәнсәребеҙ өсөн һыҙыла инек, – ти өләсәһе менән олатаһы. – Хәҙер уның өсөн күңелебеҙ тыныс – эргәһендә ғәзиз кешеһе, улы бар. Ләйсәндең балаларын үҫтерешергә хыялланған Зөлфиәбеҙҙең генә был көндө күрә алмауы йөрәкте
өтә. Тик уның да йәне бөгөн күктәрҙән ҡыҙына бағып, тыныслыҡ алғандыр ...”
“Өләсәй, ауырый күрмә, беҙ Мәскәүгә ҡайтҡас, бәпес ҡарашырға киләсәкһең”, – тип әйтә икән Ләйсән. Яҡташыбыҙ улын Америкала, Майами штатындағы клиникала донъяға килтергән. Йәштәр, Зөбәржәт апайҙың һүҙен тотоп, сабыйға исемде алдан һайламаған. Ул аяҡ табандары сарпаҡланған килеш сығыш яһап йөрөп, имгәнгән, аҙаҡ ауыр операциялар үткәргән ейәнсәренең бәпесте шулай еңел табыуына һөйөнөп бөтә алмай. Рәсәй спорты тарихында исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған башҡорт ҡыҙының йондоҙло сәғәттәре күп була. Ләкин ул әле иң татлы һәм яҡты, илаһи минуттарын – әсәлек бәхетен кисерә. “Мин бәхетле ҡатын, бәхетле әсә!” – тип белдерә егерме һигеҙенсе июндә егерме һигеҙ йәше туласаҡ Ләйсән. Беҙ уны, тормош юлдашын, олатаһы менән өләсәһен ҡотлап, бәләкәстең бәхетле-тәүфиҡлы, аталы-инәле үҫеүен, әсәһеләй, илдең аҫыл балаһы булыуын теләйбеҙ!

Альмира ШӘФИҒУЛЛИНА.

Ҡыҙҙары ла ҡыҙҙары!
Шашка буйынса күп тапҡырҙар донъя чемпионкаһы, республикабыҙҙың шашка федерацияһы
рәйесе, милләтебеҙ ғорурлығы Тамара Танһыҡҡужина яңыраҡ әсәй булды. Ҡыҙына Суфия тигән матур исем ҡушҡан. «Зиһен көсө талап ителгән спорт төрҙәрен­дә оҙайлы ял оҫталыҡҡа ҙур зыян ул, шуға ҡыҙыма өс ай тулыу менән, уны ҡосаҡлап, шашка таҡтаһы артына, күнекмәләргә ултырҙым. Үҙеңде ныҡ тәртиптә тотһаң, бала тәрбиәләү менән карьераны ла, етәкселек эшен дә береһенә лә хилаф итмәй генә алып барып була икән», – ти ошо көндәрҙә үтәсәк халыҡ-ара турнирға әҙерләнеп мәж килеүсе спорт­сыбыҙ.


Ҡыҙҙары ла ҡыҙҙары!
Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, моңло тауышлы йырсыбыҙ Миңзифа Исҡужина улына кәләш әйттергән һәм үҙен өр-яңы халәттә бик яҡшы тоя икән. «Киленле булғас, әллә нимәләр үҙгәреп китер һымаҡ булып, тулҡынланып йөрөгәйнем. Тик бына ғәжәп, арала һис бер ятһыныу булманы, ҡыҙымдай күреп, яратып ҡабул иттем дә ҡуйҙым», – тип шатлығы менән уртаҡлашты йәш ҡәйнә. Әйткәндәй, улының мөхәббәтен табып, ғаилә ҡороуы йырсыбыҙға өр-яңы илһам да өҫтәп ебәргән ахырыһы, әлеге көндә ул күптән хыялланып йөрөгән ғәмәлен, тик башҡорт халыҡ йырҙарынан торған диск сығарырға, тигән ниәтен тормошҡа шырыу өсөн өр-яңы клиптар төшөрөү менән мәшғүл.

Ҡыҙҙары ла ҡыҙҙары!
Төрлө матурлыҡ бәйгеләрен­дә күп тапҡыр еңеүҙәр яулаған игеҙәк һылыуҡайҙа­рыбыҙ Вәсилә һәм Рәсилә Ғайсиналар «Рәсәй - Башҡортостан» каналында бик матур итеп «Ауаз» тапшырыуын алып бара инеләр, ҡапыл тамашасыны албырғатып, эфирҙан юҡҡа сыҡтылар. Баҡтиһәң, һылыу­ҡайҙар уҡыу араһында ғына эшләп йөрөгән. Хәҙер маҡсатлы ҡыҙҙарҙың береһе – Вәсилә Башҡорт дәүләт педагогия университетының мәғлүмәт бүлеге мөхәррире, ә Рәсилә «Газпром» ойошмаһының генераль директоры кәңәшсеһе булып эшләп йөрөй икән. Әммә сәхнә тәмен татып өлгөргән ҡыҙҙар офис­та ғына түҙеп ултыра буламы инде?! Яңыраҡ улар ҡала хакимиәте ойошторған, Өфөлә эшләп йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткән «Яҙһылыу» бәйге­һендә ҡатнашты һәм Вәсилә вице-мисс исеменә, ә Рәсилә махсус дипломға лайыҡ булды! «Игеҙәк туғаным менән бер конкурста ҡатнашып, көс һынап ҡарау теләге ҙур булһа ла, элгәре мөмкинлектәр тыуманы. Ойоштороусылар һәр саҡ беҙҙе бутап аптырау сәбәпле «Һылыуҡай»ҙа ла төрлө йылда ҡатнаштыҡ. Ә «Яҙһылыу» бәйгеһе тураһында былтыр ишеткәс тә, унда нисек тә икәү ҡатнашырбыҙ, тип һүҙ ҡуйыштыҡ. Әммә уҙған йыл Рәсилә туғанымдың Санкт-Петербург ҡалаһында уҙғарылған «Газпром межрегионгаз» ойошмаһының иң сибәр һәм мөләйем хеҙмәткәре» ярышына барыуы арҡаһында бер йылға кисектерҙек. Әйткәндәй, ул бәйгенән дә игеҙәгем Өфөгә Гран-при алып ҡайтты», – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Вәсилә. Бына бит ул, ниндәй һоҡланғыс ҡыҙҙарыбыҙ бар! Афарин!

Ҡыҙҙары ла ҡыҙҙары!
Үҙенсәлекле тауышлы йырсыбыҙ Нәркәс Сиражетдинова хәҙер сәхнәлә һирәгерәк күренә. Бер-бер артлы донъяға килгән бәләкәй
малайҙарын тәрбиәләү өҫтөнә, олоғайған әсәһен дә үҙ янына алған икән ул. Әле ауыр операциялар үткәргәндән һуң түшәктә ятҡан әсәһен сабыйҙай ҡәҙерләп ҡараған, шул арала төрлө
концерттарҙа ҡатнашып та, яңы йырҙар яҙҙырып та өлгөргән Нәркәстең рухи көсөнә сәхнәләш дуҫтары һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә бөтә алмай.







Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook