Балағыҙ баҡсаға әҙерме?

Балағыҙ баҡсаға әҙерме?Балалар баҡсаһына тиҙерәк ылы­ғып китһен, ауырыуҙар­ға бирешмә­һен өсөн бәлә­кәсте яйлап, маҡсат ҡуйып, алдан әҙерләү кәрәк. Бала ҡыйыу, үҙ аллы, аралашыусан булған хәлдә лә, бөтөн­ләй ят ергә килеп эләккәндә юғалып ҡалыуы бар.
Йәш ярымға тиклемге балалар, иҫке ҡалыптарҙы ташлап, яңыларына тиҙ генә күсә алмай. Улар бер үк нәмәнең ҡабатланып тороуын ярата. Кис һайын бер үк әкиәтте һөйләтә, урамға сығыр алдынан көн дә бер үк уйынсыҡты таптыра... Шуға ла ҡапыл ғына яңы шарттарға өйрәнеп китеүе ауыр. «Ҙур ихтыяж булмағанда, бала менән был осорҙа өйҙә ултырып тороу хәйерлерәк», – ти психологтар.
Балалар баҡсаһына әҙерләүҙе күптәр шулай күҙ алдына килтерә: бәләкәс ҡалаҡ тотоп ашай белә, көр­шәккә үҙе бара. Әлбиттә, былары кәрәк. Шулай уҡ бәләкәстең кейенә, сисенә белеүе лә үҙенә ышанысты арттыра. Икенсе яҡтан, был “һөнәр”­ҙәргә эйә булыуы тәрбиәселәргә лә уңайлы. Тик кескәй кешенең күңелен көйләүҙең ни тиклем мөһим икәнлеген оноторға ярамай.
Билдәһеҙлек күңелдә ҡурҡыу һәм ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Шуға ла бәлә­кәс менән балалар баҡсаһы хаҡында йышыраҡ һөйләшеү яҡшы. «Балалар баҡсаһында ҡыҙыҡ, күңелле, уйынсыҡтар күп, ҡыҙҙар-малайҙар һине көтөп тора...» Ҡурсаҡтарын, йомшаҡ уйынсыҡтарын файҙаланып, ундағы көн тәртибен, балаларҙың үҙ-ара аралашыуын күҙаллап һүрәтләргә мөм­кин. Бына тәрбиәсе ҡаршы ала, балалар уйнай, ашап ала, йоҡлай... Барыһы ла тик ыңғай тойғолар ғына уятырлыҡ булһын. Әммә, артыҡ маҡ­тап, ысынбарлыҡтан бик алыҫҡа китеү ҙә һәйбәт түгел. Баҡсала килеп тыуасаҡ төрлө хәлдәргә лә әҙерләргә кәрәк. «Һыу эскең килһә, тәрбиәсе апайға бараһың да, һыу эскем килә, тип әйтәһең». «Тәрбиәсе бөтә балаларға ла кейенергә ярҙам итә, һин уның башҡа ҡыҙҙарҙы-малайҙарҙы кейендергәнен бер аҙ көтөп торорһоң». Ваҡиғаларҙы тәфсирләп ҡарап сығыу ҡамасауламаҫ. Кәрәк мәлдә бала ярҙам да һорай белһен.
Балалар баҡсаһына барып, ихатаһында уйнағыҙ. Ҡайһы төркөмгә йөрөйәсәген белһәгеҙ, бәлки, шул балалар менән аралашырға, хатта дуҫлашырға ла өлгөрөрһөгөҙ. Тик, алда әйтеп үтеүебеҙсә, барыһы ла яйлап барһын, бөтә мәғлүмәтте бер юлы еткереү һәйбәт һөҙөмтә бирмәҫ.
Көн тәртибен дә яйлап балалар баҡсаһындағыса итеп үҙгәртегеҙ. Витаминдар эсеү, тын алыу гимнастикаһы, күберәк саф һауала йөрөү, сыныҡтырыу тик файҙаға ғына булыр. Үҙ аллы уйнай белгән бала тиҫтерҙәре менән уртаҡ телде тиҙерәк табасаҡ. Шуға ла бәләкәсегеҙҙең ҡурсаҡ, машина менән уйнауын, һүрәт төшөрө­үен, китап “уҡыуын“ хуплағыҙ. Ҡурсаҡты ашатып, йыуындырып, арбаға һалып йөрөтөп уйнап була икәнлеген күрһәтегеҙ. Ә машинаға айыуҙы, ҡуянды ултыртырға, арбаһына шаҡ­маҡтарҙы тейәп, икенсе бүлмәгә алып сығырға мөмкин. Был “белемдәр“ бәләкәскә үҙен башҡалар араһында ышаныслыраҡ тойорға ярҙам итер.
Бәләкәсегеҙ тик үҙегеҙгә генә өй­рәнһә, күршеләге тиҫтерҙәре ме­нән күберәк аралашырға тура килер. Баланы бер нисә сәғәткә тиклем ту­ған­дарығыҙ менән ҡалдырып тороғоҙ. Ул шулай башҡаларҙан тартынмаҫҡа өйрәнер. Үҙен матур тотҡаны өсөн бүләк йәки күстәнәс алып ҡайтырға онотмағыҙ.
Ғәҙәттә, тәүге көндә тәрбиәселәр баланы ярты сәғәткә килтерергә, бик йыраҡҡа китмәҫкә тәҡдим итә. Был бушҡа ғына түгел. Бәләкәсегеҙ артыҡ хафаланыусан булһа, хатта был ва­ҡытты ла ҡыҫҡартырға тура килеүе бар. Борсолмағыҙ, бала шулай яйлап өйрәнә. Ә тәүҙән үк тулы көнгә ҡалды­рып китеү бөтөнләй кәңәш ителмәй.
Балалар ваҡыт төшөнсәһе менән “дуҫ түгел“. “Һине шунса сәғәттән килеп алам“, – тип әйтеүегеҙ бер ни ҙә аңлатмай. “Һин йоҡлап, ашап, уйнап алғас, киләм“, – тиһәгеҙ, аңлайышлыраҡ һәм ышаныслыраҡ яң­ғырар.
Һәр башланғыстағы кеүек, бында ла эҙмә-эҙлеклелек хуплана. “Бәлә­кәсем бигерәк илай бит, бөгөн кире алып ҡайтайым”, “ярай, бөгөнгә бармай торайыҡ, йоҡлап ҡалғанбыҙ бит” кеүек һүҙҙәр ҙә яҡшыға килтермәҫ. “Әсәй менән атай эшкә барып килә, һин малайҙар, ҡыҙҙар менән уйнап тораһың, һүрәт төшөрәһең, китап уҡыйһың. Шунан беҙ һине килеп алабыҙ ҙа бергәләп өйгә ҡайтырбыҙ”. Ошолайыраҡ аңлатҡанда бәләкәс тиҙерәк төшөнөр. Баҡсаға барыуҙың кәрәклеген аңлағанда, баланың үҙенә лә, атай-әсәйҙәргә лә яңы урынға, мөхиткә өйрәнеп китеүе еңелерәк биреләсәк.
Ата-әсәләргә иң ҙур кәңәш шул: балағыҙға ышанығыҙ. Тәрбиәсегә лә. Хафаларығыҙҙы ситкә ҡуйығыҙ. Һеҙ­ҙең бар уй-фекерҙәрегеҙ йөрәк парә­ләрегеҙҙең күңел торошонда сағыла, шуға үҙегеҙҙе тыныс тотоғоҙ, тик яҡ­шыға көйләгеҙ.

Г. ИШБУЛАТОВА әҙерләне.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook