Моңдай урғып үтһә көндәрең...

Моңдай урғып үтһә көндәрең...Моң ағышының үҙ ҡанундары, үҙ тәртибе, үҙ камиллығы, тиҙәр. Яҙмышын да ошо хозур бөтөнлөктә ҡора алған ҡатын-ҡыҙ алиһәгә тиңдер.
Арҙаҡлы педагог, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал кафедраһы мөдире, профессор Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитованың яратып башҡарған эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә йондоҙ булып балҡыуына бер һоҡланаһың, бер ғәжәпләнәһең.
Хеҙмәт һөйөүсән, ғилемгә ынтыл­ған, алдынғы ҡарашлы, баҫалҡы холоҡ­ло Вәлитовтар ғаиләһенә тормош еңел бирелмәй. Халыҡ дошманы тигән мө­һөр тағылып, тыуған иленән ҡыуыл­ған Зәки Вәлиди менән бер нәҫелдән булыуҙары ярайһы уҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Фәтҡулла ағай менән Зәки Вәлидиҙең аталары бер туған ғына. Бәйләнерлек бер генә сәбәп булмаһа ла, ғаилә башлығын һорау алыуҙар ме­нән яфалайҙар. Ирен Стәрлетамаҡҡа саҡыртҡандары һайын, Тәзкирә апай алдан киптереп әҙерләгән шөкәрәлә­рен һалып ебәрә. Зинданға яба ҡалһа­лар, тамаҡ ялғарлыҡ тәғәм ризығы булһын, ти, күрәһең. Кескәйҙәргә, улар араһында Фәрзәнәгә лә, был хаҡта өн­дәшеүсе юҡ. Аталарының: “Балалар, шым, ип­ле булығыҙ. Үҙегеҙҙе кешенән өҫтөн тотмағыҙ. Уҡырға, белемле булырға тырышығыҙ”, – тигәне хәтерҙә­ренә ныҡлы уйылып ҡала. “Атайымдың әйткән һүҙҙәре һәр ваҡыт ҡола­ғымда сыңлап, мине сабырлыҡҡа, ба­ҫалҡылыҡҡа, иплелеккә өндәп торҙо. Һуңы­нан уҡыуҙа ла, ғаиләлә лә, эштә лә, баш күтәрмәй, күндәм һәм шым ғына эш менән мәшғүл булыуымда атайымдың йөрәгемә һеңеп ҡалған тәрбиә асылын тоям”, – ти Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы.
1949 йылда Вәлитовтарға ҡаты ҡарар сығарыла: ғаиләгә ауылдан сығып китеү өсөн бер тәүлек ваҡыт бирелә. Фәтҡулла ағай менән Тәзкирә апай алты балаһын, бер һыйырын эйәртеп, яңы төҙөлә башлаған Салауат ҡалаһына юллана. Өлкән ҡыҙҙары кейәүгә сыҡҡан була.
“Оҙон рәт буйлап теҙелеп киткән палаткалар әле лә күҙ алдымда. Беҙ ҙә палатка ҡороп, эргәһенә һыйырҙы бәй­ләнек тә, ҡәҙимге генә йәшәп алып киттек. Атайым иҫәп-хисап эшен теүәл белгән, һәйбәт бухгалтер ине. Шуға эш табыу уға ҡыйын булманы. Яҡын-ти­рәлә ҙур төҙөлөш бара. Ҡала ситен­дәге барактарҙа әсирлеккә төшкән немец һалдаттары ла йәшәй. Улар шул хәтлем күп. Хатта, машиналарға тейәп, Торатау яғынан да килтерәләр. Эргә­нән генә оло юл үткәс, беҙ, бәләкәстәр, үткән-ћүткәнде ҡыҙыҡһынып күҙәтә­беҙ. Бер нисә йылдан, ниһайәт, кире ауылға ҡайттыҡ. Хәҙерге күҙлектән сығып, атайым менән әсәйемә ул заман кисергеһеҙ ауыр булғанлығын аңлайым, әммә бер ҡасан да йөҙҙәренә зарланыу, үкенеү, һыҙланыу йәки асыу сатҡыһы сығарманылар. Һүҙҙә лә үтә итәғәтле, тотанаҡлы булдылар. Атайымды Зәки Вәлидиҙең туғаны булғаны өсөн генә интектереүҙәре, ауылдан ҡыуылыуы­быҙ хаҡында беҙ олоғай­ғансы белмә­нек. Итәк тулы баланы ни­сек тә аяҡҡа баҫтырыу, уҡытыу өсөн шулай күсенеп йөрөргә мәжбүр булған­дарҙыр, тип уйлай инек. Үткән ваҡиға­ларҙың ысынбарлығын, атайымдың 100 йә­шен билдәләгәндә, Зәкиә апайым һөйләп ишеттерҙе. Шундай ситлә­теүгә, баҫырылыуға дусар булып та, эске ныҡлығын юғалтмай, изгелеген, күңел нурын төшөн­көлөклө уйҙарға тарҡатмай, киреһен­сә, балаларында һүнмәҫ йәшәү ҡуҙы ҡабыҙа алған һәм итәғәт­лек, тотороҡлоҡ өлгөһө булған атайыма хөр­мәтем тағы ла артты”, – ти мөғәллимә, ҡәҙерле кешеһенә сик­һеҙ һоҡланыуын белдереп.
Моңдай урғып үтһә көндәрең...
Фәтҡулла ағай күкрәк тауышы ме­нән “Буранбай”ҙы һуҙа, ә Тәзкирә апай “Тәфтиләү”ҙе боронғоларса аһәң менән башҡара. Уларҙы тыңлап, Фәрзәнәнең ҡанаттары үҫә. Көслө яңғырашы, тылсымлы һәм иләрткес моңо менән йөрәген арбаған халыҡ йырҙарын үҙе лә өйрәнеп, эстән генә көйләп, йырлап йөрөргә әүәҫләнә.
Республика буйынса йәш таланттар эҙләп сыҡҡан Хөсәйен Әхмәтов Ишембай районына ла һуғыла. Ул ваҡытта Йәнырыҫ урта мәктәбендә уҡыған Фәрзәнәнең моңло тауышына һоҡланып, уға сәнғәт училищеһына уҡырға килергә кәңәш итә. Мәктәпте тамамлап, ҡулына аттестат алғас, йылдар буйына хыялында йөрөткән уҡыу йортона юллана ҡыҙ. Талантлы мө­ғәллимә Миләүшә Мортазинаның класына эләгеүе уның ғүмер юлындағы тағы бер уңышы була.
Өфө сәнғәт училищеһында уҡыға­нында яҡташы Тәлғәт Сәғитов менән таныша. Бер-береһенә ғашиҡ йәштәр тиҙҙән өйләнешә. Училищены тамамлағас, йәш ғаилә тыуған районына ҡай­та. Тәлғәт Ниғмәтулла улын Ишембайҙа ВЛКСМ-дың район комитеты­на икенсе секретарь итеп һайлайҙар. Ә Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы ҡала музы­ка мәктәбендә сольфеджио, фортепиано, музыка теорияһы дәрес­тәрен уҡыта башлай. Тәүге улдары Азаматтың тыуыуы йәштәргә тағы ла дәртлә­неп йәшәргә һәм эшләргә көс-ҡеүәт өҫтәй, күрәһең. Өфө сәнғәт институты асылып бер йыл үткәс, Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы вокал факультетының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. Бәхет­тәренә күрә, тормош иптәшен дә баш ҡалаға эшкә күсерәләр, уға ВЛКСМ-дың өлкә комитетында пропаганда һәм мәҙәни-ағартыу бүлеге мөдире урынбаҫары эшен йөкмәтәләр. Татыу, тырыш ғаиләлә Азамат та үҙ аллы, ярҙамсыл һәм илгәҙәк булып үҫә.
Институттың дүртенсе курсында белем алған һәләтле һылыуға остазы Миләүшә Ғәли ҡыҙы училищелағы уҡыусыларын ышанып тапшыра. “Хә­ҙер уйлайым да, тәжрибәле, абруйлы, төплө белемле педагогтың уҡыусыла­рын уҡытыуҙы нисек ҡурҡмайынса үҙ иңемә алғанмындыр, тип хайран ҡалам. Остазымдың ышанысы, йыр-моңға мөкиббән булыуым, уҡытыу эшен яҡын күреүем дә йоғонто яһа­ғандыр, моғайын.
Мөғәллимәлек һөнәренә бағышлаған ярты быуатҡа яҡын ғүмер эсен­дә йөҙәрләгән уҡыусыға сихри сәнғәт донъяһының тылсымлы ишектәрен астым, күңелдәренә илһам нуры сәс­тем, ышаныс уты ҡабыҙҙым. Уларҙың күңел түрендә, баҙлап янған йондоҙ­ҙай, минең дә хыялым, изге ынтылы­шым, һүнмәҫ моңом йәшәй. Уҡыусыларымдың һөнәри үҫешен, уңыштарын, тормошта ла һынатмауын күреү ғорурлыҡ тойғоһо, йәшәйешемә мә­ғәнә өҫтәй”, – ти арҙаҡлы профессор.
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәренең уҡыу­сылары араһында республика һәм Рә­сәй сәхнәләрен биҙәгән, хәҙер үҙҙәре юғары исемдәргә өлгәшкән танылған йондоҙҙар: Лилиә Букеева, Фәнәүи Сә­лихов, Миңзифа Исҡужина, Римма Амангилдина, Филүс Ҡалмурзин, Баязит Байназаров, Лилиә Биктимерова, Илһам Вәлиев, Зөлфиә Шакирова, Флорида Исмәғилева, Рөстәм Асаев, Елена Сәғәҙәтуллина­лар бар. Әйткән­дәй, 2012 йылда талантлы опера йырсы­һы Илһам Вәлиевтың Мәскәүҙә үткән “Алтын битлек” Рәсәй милли театрҙа­ры фестивалендә махсус бүләккә лайыҡ булыуы остаз өсөн оло мәртәбә. Абруй­лы бәйгенең бындай бүләге башҡорт вокал мәктәбе вәкилдәренә тәүге тап­ҡыр бирелеүе менән дә ҡәҙерле. Әлеге көндә Илһам Вәлиев – Екатеринбург опера һәм балет театры солисы.
Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы үҙе лә бик моңло тауышлы һәм һис шикһеҙ сағыу сәхнә йондоҙо булып балҡый алыр ине. Әммә сәхнә йәки ғаилә ти­гән һорау тыуғанда, ул, күҙ ҙә йоммай, ғаиләһен һай­лай. “Тормош иптәшем гел яуаплы вазифаларҙа эшләне. Икебеҙ ҙә һуңға тиклем эштә йөрөһәк, улдарыбыҙ бө­төнләй ҡарауһыҙ ҡалыр, тип ҡурҡтым. Ҡарашыр кешебеҙ юҡ ине. Ә хәҙер, йылдар үтеү менән, уҡы­тыу маңлайыма яҙылған тәҡдирем булғандыр, тигән һығымтаға киләм. Яҙмыш билдәләре лә шуны дәлилләй. Сөнки концерттарҙа сығыш яһай башлауым була, ниндәйҙер күңелһеҙ ваҡиғаға тарыйым да ҡуям. Быны аңлап, сәхнәгә башҡа атлыҡманым. Татыу ғаиләм, бәһлеүәндәй улан­дарым, һәләтле уҡыусыларым, улар­ҙың уңыштары, ҡаҙаныштары менән былай ҙа бәхетлемен”, – ти ул.
1981 йылда Фәрзәнә Фәтҡулла ҡы­ҙы менән Тәлғәт Ниғмәтулла улы юл фажиғәһенә осрай. Ауыр йәрәхәттәр менән икеһе лә дауаханаға эләгә. Гел эш, донъям тип өлтөрәп торған ҡатын­дың йәрәхәтләнеп түшәккә ятыуы яҡын­дарын ауыр тетрәнеүгә дусар итә. Әсәһе тороп йөрөй алмағас, үҫмер Азаматҡа Салауат ҡустыһын да ҡарашырға тура килә. “Тәлғәт һәр саҡ хәс­тәрлекле, иғтибарлы булды, етеш йәшә­нек. Ә беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, өйҙәге ваҡ-төйәк эште әллә нәмәләй күреп, ҡайһы саҡ зарланып та алабыҙ. Эштән ҡайт­ҡас, өйҙә ашарға бешереү, һауыт-һа­ба йыуыу, кер сайҡатыу, үтекләү, иҙән һөртөү кеүек мәшәҡәт­тәр ысынында ялҡытып та китә. Түшәктә хәрәкәтһеҙ ятҡанымда, тормошомдо яңынан барлап сығып, донъяла йәшәүҙең, сәләмәт­лектең ни хәтлем оло хазина, бәхет икәнен аңланым. Атаһы өлгөрмәһә, Азамат балалар баҡсаһына йөрөгән ҡустыһының кейемдәрен үҙе йыуып элә, үтекләй. Эх, тороп ҡына үҙем эшләһәм ине, тип ҡайғырып ятам. Үҙ балаңдың, иреңдең күлдәген йыуыу, улар өсөн тәмле итеп аш-һыу хәстәр­ләү иң оло бәхет икәненә тағы бер инандым. Аяҡҡа баҫһам, ваҡ-төйәккә зарланмаҫҡа, ғүмерҙең һәр минутының ҡәҙе­рен белеп йәшәргә үҙемә һүҙ бирҙем. Ошо мәлдә Тәлғәт тә, балалар ҙа күп нәмәне аңланы. Хо­ҙайға рәхмәт, яңы­нан үҙ аяҡтарыма баҫтым һәм имен атҡан һәр таңыма ҡыуанам”, – тип кисерештәре менән бүлешә яғымлы әңгәмәсем.
Улдарына Азамат, Салауат, ейән-ейәнсәрҙәренә Шәүрә, Зәлифә, Урал, Буранбай тип ысын башҡорт исемдәре ҡушыуында ла сағыла уның рух ныҡ­лығы, халыҡ йәнле булыуы, быуындар бәйләнешенә тоғролоғо. Килендәре Гөлйемеш менән Айһылыу ҙа, бейем­дәренә оҡшап, өлгөлө әсә, хәстәрлекле хужабикә һәм зыялы ханымдар.
Моңдай урғып үтһә көндәрең...
“Балаларымды сабый саҡта халыҡ йырҙарын көйләп йоҡлата инем. Ейән­дәрем менән ейәнсәрҙәрем тыуғас, һәр кемде үҙ исеме менән ҙурлап, сәңгел­дәк йыры урынына Шәүрәгә – “Шәү­рә”, Зәлифәгә – “Зәлифә”, Буранбай­ға – “Буранбай”, ә бәләкәсебеҙ Уралға “Урал” халыҡ йырын йырланыҡ. Нәфис затҡа хис-тойғо донъя­һын тәбиғи ти­геҙлектә тотоу, ауыр тойғоларҙан ары­ныу, зиһенде яҡтыртыу өсөн дә мөһим борондан һаҡлан­ған халҡыбыҙ­ҙың аҫыл ынйыларын күңелдә йөрөтөү һәм яратып баш­ҡарыу”, – ти Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы. Мөғәллимәнең һәр һүҙе тәрән мәғәнә, сәнғәткә һөйөү, йәшәү аҡылы менән һуғарылған.
Оло йөрәкле әсәй менән арҙаҡлы атайҙың улдары ла – Башҡортостаныбыҙҙы, халҡын, тарихын, мәҙәниә­тен яратҡан һәм бәрәкәтле киләсәгебеҙ өсөн йән атҡан лайыҡлы шәхес­тәр. Шу­ға өлкәндәре Азамат Тәлғәт улының да, кеселәре Салауат Тәлғәт улының да республикала яуаплы вази­фаларҙа етди эшмәкәрлек алып ба­рыуҙары тәбиғи.
Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы ғүмеренең емешкә тулған аҫыл миҙгелендә, үткәндәренә бағып, башҡарған эштә­рен, ҡаҙаныштарын барлай, киләсәккә маҡсаттарын билдәләй. Ә бит үткән­дәре һис үкенерлек түгел: өлгөлө ғаи­ләһе, бәхеткә һәм юғары дәрәжәләргә өлгәшкән улдары, шулай уҡ мәртәбәле исемдәр, оло еңеүҙәр яулаған данлыҡ­лы уҡыусылары – әсәнең һәм уҡытыу­сының бөйөклөгөн раҫлаған иң ҙур баһа. Гүзәл байрамын билдәләгән абруйлы педагогҡа, аҡыллы һәм фиҙа­кәр йәнле әсәгә, өләсәйгә бәхет, сә­ләмәтлек, ижади асыштар һәм балаларының уңышына ҡыуанып, оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүен теләйек!

Альбина ҒӨБӘЙҙУЛЛИНА.

P.S. Оценка недвижимости в Уфе от 1500 рублей




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook