Батыр малайҙарға кейемдәр

Батыр малайҙарға кейемдәрМоданы һәм гүзәллек нескәлектәрен аңлаған һылыу заттарыбыҙ өсөн айҙан-айға оло теләк ме­нән матурҙан-матур өлгөләр уйлап сығара килдек. Бәләкәсәйгән йәки моданан сыҡҡан кейем­дәрҙән, ҡатмарлы булмаған өлгөләрҙе файҙаланып, үҙ ҡулдарыбыҙ менән килешле лә, заманса ла әйберҙәр тәҡдим итеп, уҡыусыларыбыҙҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә алыуыбыҙға шат­быҙ. Әммә иң сағыу ижади хыялдарыбыҙ барыбер ҙә кескәй малайҙарға һәм ҡыҙҙарға арналған.
Был юлы ла май айының иң мөһим байрамы – Еңеү көнө беҙҙе буласаҡ ил һаҡлаусылар өсөн зауыҡлы һәм килешле әйбер уйлап табыуға дәртләндерҙе.
Талпандар хәүеф уятҡан миҙгелдә – ҡояш ҡыҙҙырған май һәм июнь айҙарында өйҙә ултырырға яратмаған һәр шаян малайҙың махсус еңел курткаһы булырға тейеш, тип уйлайым. Ә шул кейемгә яраҡлаштырып тегелгән балалар береты башҡа эҫе тейеүҙән дә һаҡлай.
Костюм өсөн тығыҙ мамыҡ йәки плащлыҡ йоҡа туҡыма ла бара. Күберәк ниндәй маҡсатта кейендереүегеҙгә ҡарап та һайлай алаһығыҙ.
Батыр малайҙарға кейемдәр
Кеҫәләрҙең күп булыуы мажаралар яратыусы малайҙы ҡыуандырасаҡ ҡына! Ә камуфляж төҫө улығыҙға үҙен ысын һалдат итеп тойорға ярҙам итер! Өлгөләрҙә ентекле итеп үлсәм­­дәре лә күрһәтелгән. Туҡыманы баланың үлсәменә тап килтереп бесеү ауырлыҡ тыуҙырмаҫ. Улар 7-8 йәш­лектәргә лә ярай.
Каратэ – малайҙарҙың иң яратҡан спорт төрө, минеңсә. Һәр бәләкәс батыр кимоно һәм ҡара билбау хаҡында хыяллана. Спорт кейемдәре кибеттәрҙә ҡыйбат тора. Шундай уҡ сифатлы әйберҙе үҙ ҡулдарыбыҙ менән дә тегә алабыҙ. Беҙ тәҡдим иткән өлгөләр яҡынса 7-8 йәшкә (оҙонлоғо – 122–128 сантиметр) тәғәйенләнгән. Уны халат урынына файҙаланып, өйҙә ял иткәндә йәки мунсанан һуң да кейергә мөмкин. Бының өсөн бары йөнтәҫ (махровый) туҡыма һайларға тура киләсәк. Ундай халат сәйәхәттә лә, ял йортонда ла алмаштырғыһыҙ. Бассейнда йәки тәбиғәттә һыу ингәндә тиҙ кибенеү өсөн уңайлы. Бала йы­лы, йомшаҡ халатта үҙен ҡурсалаулы ла тоя.
Ысын әсә һәм уның батыр улы өсөн еңә алмаҫтай ҡаршылыҡтар юҡтыр! Иң мөһиме: теләк һәм ижади хыял!
Йондоҙ СУЛПАНОВА,
Альбина ШЄЋРЕТДИНОВА.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook