Сәсең оҙон, хәтерең ҡыҫҡа булһын

Камиллыҡҡа ынтылыш – яңырыу аша атҡарыла торған ғәмәл. Һәр тере йән дә шуға ынтыла. Яҙғыһын сей йәшелгә төрөнөү өсөн ағастар көҙгөһөн япраҡтарынан ҡотола, күбәләк ҡанат кирер өсөн ҡурсағын ташлай. Күңел дә шулай, яңы хистәр, кисерештәр һәм ҡыуаныстар хаҡына иҫкеһен ҡорбан итә. Ҡатын-ҡыҙҙың хәтере ҡыҫҡа, тигән был хаҡта халыҡ мәҡәле. Сөнки ул – баланы ғына түгел, кәйефте, көндәлекте, йорт йылыһын, ғаилә йолаларын да тыуҙырыусы.
Бына ни өсөн беҙгә, нәфис заттар­ға, хәтер һандығын, күңелебеҙҙе, тәнебеҙҙе һәм өй әрйәләрен бушатып, та­ҙартып тороу мотлаҡ. Бик күп тәғли­мәттәрҙә тормошоңа яңы хис-тойғо йә башҡа нәмәне тартып килтерәм тиһәң, уға урын бушатырға, иҫкеһенән ҡотолорға кәрәк, тигән фекер бар. Урыҫтарҙың: «Изге урын буш тормай», – тигәне лә шуны ҡеүәтләй.
Үткәндәр рухи тормошҡа, бигерәк тә кешеләр менән мөнәсәбәттәргә ҙур йоғонто яһай. Йөрәктә таштай ятҡан хистәр ҡатламы асылып таҙартылмайынса, рухи үҫеш юлында һәр саҡ тотҡарлыҡтар, кәртәләр осрап, күңел үҙен бәхетле һәм азат итеп тоймаясаҡ. Тормошта алға китеш еңел барһын өсөн йөрәгебеҙҙең таҙа һәм саф булы­уы шарт, шуға ла иң беренсе үткәндәр ҡалдырған һыҙланыуҙар, асыуҙарҙан ҡотолорға, уларҙы үҙең менән йылдан-йылға күсереп йөрөтөүҙән туҡ­тарға кәрәк. Үпкә һәм асыу йөгө бик күп көстө йотоп, ауырыуҙарға һәм өҙ­лөкһөҙ һағышҡа, үҙ-үҙеңә ышанмауға килтерә. Һәм нескә ҡатламдар киңлегендә үҙегеҙҙе генә түгел, һеҙҙе үпкә­ләткән, көйҙөргән кешенең донъяһын да яйлап емерәһегеҙ.
“Иңдәге ошо ауыр йөктән ҡото­лор­ға ниәтегеҙ булһа, иң тәүҙә һеҙҙе рәнйеткән кешеләр исемлеген төҙөгөҙ. Ҡатындарҙы айырым, ир-егеттәрҙе айырым дәфтәргә яҙығыҙ. Гүзәл заттан күргән үпкәләрҙе ғәфү итеү тормошто бик тиҙ ыңғай яҡҡа үҙгәртергә һәләтле. Был ғәмәлде атҡара алған кеше тынысыраҡ булып китә, киләсәк өсөн борсолмай башлай, ир-егеттәр менән мө­нәсәбәттәре яҡшыра. Саҡ ҡына ла аңлашылмаусанлыҡ йә арала һалҡынлыҡ булһа ла, әсәй өсөн дә айырым дәфтәр тотоғоҙ һәм унда эсегеҙҙә күп йылдар йөрөгән барлыҡ рәнйеүҙәрегеҙҙе яҙы­ғыҙ. “Әсәй, һин миңә тауышың моңло түгел, тигәндә миңә бик ауыр булғайны, мин үҙемде башҡалар­ҙан кәм итеп той­ҙом. Шул һүҙҙәрең һаман ҡолаҡ тө­бөндә яңғырап тора, әле булһа кеше араһында йырларға оялам... Уларҙың балалары һеҙҙең һымаҡ түгел шул, ҡара һылыу, тигә­неңдә, ҡиәфәтемдең етеш­һеҙ икәнлегенә аптыраным, әле булһа сибәрһең, тиһәләр, ялағайланыу тип ҡабул итәм...” Ошолайыраљ юҫыҡта үпкәлә­регеҙ бөткәнсе яҙығыҙ. Бәлки, илар­һығыҙ ҙа, ни тиклем тәрәнерәк төшөп, кире тойғоларҙы ҡағыҙ битенә һыпырып сығарып һала алһағыҙ, шул тиклем яҡшы. Ҡағыҙ барыһын да күтә­рә, ә йөрәк тимер түгел. Шунан, йыбан­май, рәнйешегеҙ булған башҡа ҡатындар, әхирәт, күрше, туғандарығыҙҙы ла иҫегеҙгә төшөрөп, шундай уҡ әңгә­мә­ләр үткәрегеҙ. Ир-егеттәргә күскәс, эште тағы ла атайҙан башлағыҙ. Йәш­лек мөхәббәтегеҙ, осрашып йөрөгән егет­тәрегеҙҙе лә хәтергә төшөрөргә тура килер. Уйҙағыны һүҙ итеп ҡағыҙға тө­шөрөү ул кешеләргә булған мөнәсә­бә­тегеҙҙе насарайтыр, тип ҡурҡмағыҙ. Әрнеүҙе эскә йыйып, беҙ унан ҡотол­доҡ, тип уйлайбыҙ, ә кисерелмәгән рәнйетеүселәр беҙҙе гел игәп тора. Үпкәләрҙән ҡотолоу, ғәфү итеү – эске аһәңлелек булдырыуға беренсе аҙым. Әлбиттә, йәнде имләү бер көнлөк эш түгел. Күңел түңәрәклегенең төп күр­һәткестәренең береһе – кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәт. Әгәр ҙә тор­мошоғоҙ­ҙа теште ҡыҫмайынса шылтырата алма­ған кешегеҙ булһа, тимәк, был өлкәлә эшләйһе бар әле. Рәнйеү­ҙәрегеҙҙе яҙып бөткәс, ҡабатлап уҡы­ғыҙ, һаман да йә­негеҙ көйгән кешеләр булһа, яңынан яҙығыҙ, тыныс уҡый алаһығыҙ икән, рәнйеш киткән. Ысынлап ғәфү итә ал­һағыҙ, хәлегеҙҙең яҡ­шырғанын, артҡа­нын тойорһоғоҙ. Хә­ҙер инде кисерелеү хаҡында уйларға ваҡыт. Сөнки һеҙгә үпкәләгәндәр ҙә һаман да нескә киңлек­тәрҙә тормошо­ғоҙға зыян итеп, хатта ҡарғап йәшәү­ҙәре мөмкин. Һеҙҙең хаҡ­та насар уйҙар теләк-хыялдарығыҙ юлына тотҡарлыҡ булып ята. Иң ҙур һәм тиҙ һөҙөмтә, әлбиттә, кешенең үҙенән күҙмә-күҙ ҡарап йә телефон аша ғәфү үтенеү. Ләкин барыһының да быға ҡы­йыулығы етмәй, был осраҡта өмөт тағы ла баяғы дәфтәрҙә инде...” – тип яҙа ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте хаҡында яҙыусы психолог Ольга Валяева.
Кисереп һәм кисерелеп бөткәс, тағы ла бер кешене – үҙегеҙҙе нисек бар шулай ҡабул итәмме, тип уйлап ҡарағыҙ. Сөнки теге йә был холҡо, ҡылығы өсөн үҙ-үҙҙәрен бер туҡтау­һыҙ битәрләп, язалап йәшәүселәр ҙә осрай. “Үҙ-үҙеңде ғәфү итеү, үҙеңә ҡарата ғәҙел булыу, яратыу аша ғына кеше төрлө насар ғә­ҙәттәренән ҡотола ала. Асыуҙы кешегә сығарыу зыянлы һәм кешенең йәмғиәт­тә үҙен тотоу ҡағиҙәләренә тап килмәй, үҙеңдә тотоу ҙа зарарлы. Эскә йыйылған кире той­ғолар яйлап тәндә төр­лө ауырыуҙар тыуҙыра”, – ти уй көсө хаҡындағы бик күп китаптар авторы Луиза Хей. Шуға ул тойғоларҙы сыға­рып өйрәнергә кәрәк. Йәнегеҙҙе көй­ҙөргән кешегә йоҙроҡ төйөп ташланырға ярамай, әл­биттә. “Был миңә оҡ­шамай”, “был аҙы­мығыҙ бер ҙә күңеле­мә ятмай” тигән һымаҡ ҡәтғи, әммә рәнйетерлек булмаған һүҙҙәр менән барыбер ҙә төрлө хәлдәргә мөнәсәбәтте белдерергә була. Улай үткер булмаһа­ғыҙ, шул уҡ һүҙҙәрҙе мендәргә булһа ла әйтеп, уны туҡмап илап алырға була. Бер кем дә күрмәгән­дә, әлбиттә. Мен­дәр туҡмауҙы теннис, волейбол кеүек әүҙем спорт төрҙәре йә йән көсөгөҙҙө һалып, ҡул менән кер йыуыуға алмаштырһағыҙ, ике ҡуян­дың ҡойроғон тота алаһығыҙ.
Бер ҡараһаң, был ысулдар юҡ ҡына нәмә булып күренһә лә, рухи яҡтан таҙарыныу яҙмыш ҡуйған күп кәртә­ләрҙе алып ташларға һәләтле икәнен аңлағандар өсөн кисереү һәм кисерелеү өр-яңы офоҡтарға асҡыс та.
Таҙарыныу ҡатын-ҡыҙ энергияһы менән бәйле, гүзәл затҡа ул күпкә еңе­лерәк тә бирелә. Кеше аңлы рәүештә ауыр хистәрҙән ҡотолмаһа, таҙарынмаһа, тәбиғәт барыбер үҙенекен итә һәм ул ваҡытта төрлө һынауҙар аша үтергә лә тура килә. Быны, мәҫәлән, яраның яңынан шешеп китеүе менән сағыштырырға булалыр. Ваҡытында тулыһынса таҙартылмай ҡалһа, ул, бө­тәшһә лә, бер аҙҙан эренләп китәсәк, һәм был юлы инде тағы ла нығыраҡ һыҙланыуҙар үткәрергә тура киләсәк. Шуның өсөн һәр өлкәлә лә хәл шартлау хәленә еткәнсе әмәлен табып, таҙа­рынып барыу яҡшылыр. Алдағы исемлектә ҡатын-ҡыҙ көсөн (энергияһын) нығытыусы бушаныу юлдарының баш­ҡа төрҙәре лә килтерелә:
1. Еңелсә генә ашап, һыу ғына эсеп, йә бөтөнләй ашамай өсәр көнлөк ура­ҙалар тотоп таҙарыныу тәнгә генә тү­гел, йән өсөн дә ҙур файҙа. Шулай уҡ япон ғалимдары аҙыҡтың төҫөнә лә иғтибар итергә ҡуша, асыуҙан, нәф­рәт­тән таҙарыныу өсөн аҡ төҫтәге аҙыҡ, нервылар ҡуҙғыуын баҫыр өсөн йәшел төҫтәге тәғәм ашар кәрәк, тип иҫәпләй.
2. Күҙ йәштәре. Ҡатын-ҡыҙҙың тә­ненән токсиндар күрем күреү, тирләү һәм күҙ йәштәре аша сыға. Ә ир-егет­тәрҙең бындай таҙарыныу юлдары әҙерәк, уларҙың уртаса ғүмер оҙонлоғоноң ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан ҡыҫ­ҡараҡ булыуының бер сәбәбе, бәлки, ошондалыр ҙа. Ауыр саҡта күҙ йәштә­регеҙҙе ҡойоп, рәхәтләнеп илап алыу көсөргә­нешлекте лә бөтөрә, тынысландыра һәм сафландыра ла.
3. Һыу менән таҙарыныу. Мунса төшөп йә саунала тирләп алыу ҙа тәндән төрлө тоҙҙарҙы, токсиндарҙы сығара. Унда әхирәттәрегеҙ менән барһағыҙ, бер-берегеҙҙең арҡаһын һылап, төрлө шифалы кершәндәр, үлән ҡайнатмалары ла ҡулланһағыҙ, ҡатын-ҡыҙ көсө тағы ла артыр.
4. Ҡасандыр теләктәш, фекерҙәш булып та, хәҙер донъяға ҡараштары, тормош рәүештәре һеҙҙекенә тап кил­мәгән, йәки ҡапма-ҡаршы булған ке­ше­ләр менән аралашыуҙы туҡтатыуҙан уңайһыҙланмағыҙ. Был, әлбиттә, ту­ған­дарға ҡағылмай. Әгәр ҙә таныштарығыҙ менән ихлас була алмайһығыҙ икән, улар менән ваҡыт үткәргәндә, тормош ҡиммәттәрегеҙҙән тайпылыр­ға мәж­бүрһегеҙ (мәҫәлән, тартмаһағыҙ ҙа, барыһы ла тартҡас, тәмәке тотоп ултырырға мәжбүрһегеҙ һ.б.), аралашыу ха­ҡына үҙегеҙгә биргән вәғәҙә­ләрҙе боҙорға тура килә икән, был мөнәсә­бәттәр һеҙҙең күңелегеҙҙе бө­тәйтмәй, киреһенсә, хәлегеҙҙе генә һура. Кешегә яҡшы булайым тип, ят арбаға ултырып йөрөү – үҙ-үҙеңә хыянат ул.
5. Мәсеткә, изге урындарға йөрөү, тауға күтәрелеү ҙә күңелде бөтәйтә, үҫтерә, көс бирә. Төрлө ерҙәргә барып ҡарағыҙ, ҡайһы бер урында кеше үҙен бигерәк рәхәт тоя, шундай мөйөштө табып алығыҙ.
6. Динебеҙҙә лә күңелде борсолоуҙарҙан таҙарта торған махсус доға­лар бар. Йән тыныслығы хаҡында ҡайғыртҡан һәр ҡатын-ҡыҙ уларҙы белергә тейештер. Тағы ла пәйғәмбә­ребеҙҙең ҡатыны Ғәйшә инәбеҙ эс бошоуын, ҡайғыны кәметеү, борсолоуҙарҙан таҙарыу өсөн тәлбин эсергә ҡушҡан. Тәлбин ул – ике ҡалаҡ арпа онона бер сынаяҡ һыу ҡойоп, биш минут талғын ғына ҡайнатҡас, бер ҡалаҡ бал өҫтәп болғатылған өйрә.
7. Усаҡҡа, утҡа ҡарап ултырыу ҙа – таҙарыныуҙың бер төрө.
8. Ерҙән ялан аяҡ йөрөгәндә, үләндә аунап алғанда һәм ағастарҙы ҡосаҡлап торғанда ла тәндәге кире энергия туп­раҡҡа күсә. Уҫаҡ, йүкә һәм тирәк насар энергияны үҙенә һурып алырға һәләт­ле, тип иҫәпләнә. Ә имән, ҡайын һәм миләш, киреһенсә, үҙҙәренең көсөн бирә. Бер үк ағасҡа ҡабат-ҡабат мөрә­жәғәт итергә кәңәш ителмәй. Шулай уҡ ағастарҙы ҡышҡыһын, улар ял иткән саҡта борсорға ярамай.
9. Тоҙ менән таҙарыныу – халҡы­быҙ­ҙа борон-борондан йәшәп килгән ысул. Тоҙ үҙендә бер юлы тере һәм үле энергияларҙы туплай ала. Унда күп нәмә боҙолмай һаҡлана, икенсе яҡтан, ныҡ тоҙло һыуҙа бөтә тере нәмә лә үлә. Боронғо яҙмаларҙа 21 көн дауа­мында көн һайын 10-15 минут тоҙҙа тапанһаң, нескә шекәрәләрҙә йыйылған бөтә кире энергия тоҙға күсә, тип әйте­лә. Был ғәмәлдән һуң тоҙ йә ергә күмелергә, йә һыу менән йыуҙырылырға тейеш. Күп кеше менән аралашырға тура килгәндә, мейене артыҡ мәғлүмәт ташҡынынан һаҡлау өсөн, шулай уҡ йоҡо насар булғанда, төнгөлөккә баш осона балсыҡ йә ағас һауытта тоҙ ултыртҡандар. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң тоҙ ҡарайһа, уны яңыһына алыштырғандар.
10. Өй йыйыштырыу. Аҙнаһына бер тапҡыр кәрәкмәгән нәмәләрҙе ташлап, артығын мохтаждарға биреп, йортто таҙартып алыу мотлаҡ. Эс бошорғос хәтирәләр менән бәйле йә күңелегеҙгә ятмаған әйберҙәрҙән дә ҡотолоғоҙ. Өйҙө артыш яндырып сафландырып алыу ҙа яҡшы.
11. Кеше араһында ялбырап йөрө­гәндә, сәс үҙенә кире энергияны йыя тип һанала, шуға, ундай ерҙәрҙән ҡайт­ҡас, мотлаҡ сәсте йыуып алыр кәрәк.
12. Таштар менән биҙәлгән биҙә­үестәр кейеп йөрөп таҙарыныу ҙа – бик борондан килгән ысул. Һәр таштың үҙ тәғәйенләнеше бар, бер нисәү­һенә туҡталып китәйек: авантюрин һағышты кәметә, кәйефте яҡ­шырта, аквамарин хистәрҙе һәм уйҙы тәртип­кә килтерә, аметист көсөргәнешлекте баҫа, рубин эс бошоуҙы бөтөрә, сапфир ҡурҡыуҙарҙан ҡотолдора, тау гәлсәре кешене уратып ал­ған, күҙгә күренмәҫ ете шекәрәне таҙарта, лазурит борсолоуҙарҙы алып ташлай, файҙаһыҙ бәйләнештәрҙе өҙә, турмалин ижади башланғысты яңырта, көсәйтә.
Һәр өлкәлә лә өлгөр, етеҙ булайым тиһәң, үҙеңде нығытыу юлдарын белеү мөһимдер. Үҙегеҙҙе үҙегеҙ ҡурсаларға, хәстәрләргә өйрәнегеҙ, яратыу шунан башлана. Яратҡан кеше яҡты була бит!
Гөлнара ХЄЛФЕТДИНОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook