Атай фатихаһы

Атай фатихаһыҠаршымда, яғымлы йылмайып, һөйкөмлө бер ханым ултыра. Ул – режиссер. Ошо һүҙ менән генә лә уның булмышын яҡынса күҙ алдына баҫтырырға мөмкин. Алып барыусы, хәбәрсе, актер – улар һәр ваҡыт зәңгәр экранда, шуға күптәренең йөҙөн танып, белеп бөтәбеҙ. Ә бына экран артындағы кешеләрҙең ауыр хеҙмәте лә, үҙҙәре лә әллә ни күҙгә салынып бармай. Автор яҙған сценарийға йән өрөү, ваҡ-төйәгенә тиклем һәммәһен иҫәптә тотоп, ҡатнашыусыларҙың һәр аҙымын, ҡарашын, әйтеләсәк һүҙен алдан хәстәрләп, уларҙы тапшырыуҙың мәғәнәһенә ярашлы ҡороу, дөйөм кәйефте бер тулҡынға көйләү кеүек мөһим бурыстар режиссерҙың иңенә төшә. Кешеләрҙең күңеленә үтеп инеү, уны төрлө яҡлап асыу, камераға һөйләргә күндереү ҙә көс һәм күңел йылыһы талап итә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы режиссеры Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙы
Урманцева үҙ ғүмерендә республика райондарын тиҫтәләгән тапҡыр урап сыҡҡандыр. Уның геройҙары төрлө: араларында бөйөк шәхестәр, өлгөлө ғаиләләр, уңышҡа өлгәшкән ябай һөнәр эйәләре, хеҙмәте менән дан ҡаҙанған ауыл эшсәндәре бар. Әммә уларҙың бөтәһен дә, Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙының үҙе һымаҡ, тормошто һөйөү, кешеләрҙе ысын күңелдән яратыу һыҙаты берләштерә. Режиссерҙың бөгөнгө уңышы ла – тырышлыҡ, тормошто нескә тоя һәм ярата белеү һөҙөмтәһе.

Атаһы, билдәле журналист Ғәйфулла Вәлиевтың, ғү­мере иртә – 51 йәшендә генә өҙөлә. Ижади ниәттәрен бойом­ға ашырырға ла өлгөрмәй, ғүмеренең емешкә тулыр алтын көҙөн ҡаршылағанда һәләк булыуы әҙиптең ғаилә­һен дә, хеҙ­мәттәштәрен дә оло ҡай­ғыға һала. Ҡәҙерле кешеһен юғалт­ҡан Шәүрәнең күңелен тәрән болоҡ­һоу баҫа. Ниңә улай килеп сыҡты әле? Һөйөклө атаһының йөрәге ни өсөн иртә тибеүҙән туҡтаны икән? Иге-сиге булмаған борсолоулы уйҙар йәш ҡатындың йән тыныслығын ала, төшө болара. Эллинаһы менән өйҙә ултырған сағы. Атаһын өҙөлөп яратыуы, һәр ваҡыт өлгө итеп күреүе, уның тормошондағы ниндәйҙер тамамланмағанлыҡ, әйтеп етелмәгән­лек тойғоһо Шәүрәне үҙ киләсәген үҙгәртергә мәжбүр итә лә инде.
“Атайым телевидениеға әйҙүкләп ҡарағайны ла, тыңламаным. Ул мөхиттең шау-шыуынан өрктөм шикелле. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Кушнаренко ауылы мәктәбендә тарих дәресен уҡыта башланым. Ә атайымды юғалтыуҙан һуң күңелемде үҙәкте өҙгөс яңғыҙлыҡ, үҙем менән ҡәнәғәт­һеҙлек тойғоһо ялмап алды. Ҡәҙерен белеп етмәүемә, тәҡдименә ҡолаҡ һалмауыма үкендем. Уның миңә төбә­гән ышанысын аҡлау, юраған маҡсатын тормошҡа ашырыу ниәте менән телевидениеға эшкә барырға ҡарар иттем. Юғиһә, йөрәгемә барыбер тыныслыҡ таба алмаҫ инем”, – ти Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙы, телевидениела эш башлауы хаҡында бәйән итеп.
Инде байтаҡ йылдар үтеп, ябай хеҙмәткәрҙән билдәле режиссерға тиклем үҫкән һәләтле ҡатын үткәне хаҡында былай тип әйтәсәк: “Маңлайыңа яҙылған яҙмышты үҙгәртеү мөм­кин түгелдер. Хоҙай тарафынан һиңә режиссер булырға яҙған икән, ниндәй генә борма юлдар һайлама, яҙмыш киҫәтеп тә, юғалтыуҙарға дусар итеп тә, һине барыбер үҙ юлыңа тартасаҡ һәм асылыңа өлгәшергә мәжбүр итә­сәк. Хаҡ Тәғәләнең иҫкәртеүен йәки өндәүен дөрөҫ һәм ваҡытында аң­ғарып, файҙаланып ҡалғанда ғына уңышҡа юл асыла. Ә инде ошоно күҙ уңынан ысҡындыр­ғандарға туҡтау­һыҙ хаталаныу, аҙа­шып йөрөү хәүефе янай. Шуға ғүмереңдә осраған һәр ваҡиғаға, билдәгә иғтибарлыраҡ булырға өй­рәнәһең”...
Күптәргә өлгө булырлыҡ татыу, белемле, намыҫлы, эшһөйәр ғаиләлә тәрбиәләнеүе менән ғорурлана Шәү­рә Ғәйфулла ҡыҙы. “Атайым етем үҫ­кән, һуғыштан һуңғы ауыр йылдар, ашарға аҙыҡ, кейергә кейем юҡ. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ул дәүер кешелә­ренең ҡоростай һынлы ныҡлығына, сабырлығына, итәғәтлелегенә, бе­лем­гә ынтылышына һоҡланам. Ябай ғына ауыл егетендә юғары әҙәп, то­танаҡ­лыҡ кеүек күркәм сифаттарҙың булыуы хайран итә мине. Әсәйем, грек һылыуҙарына оҡшаш сибәр Өфө ҡыҙы, атайыма тап ошо сифаттары өсөн ғашиҡ булғандыр, моғайын. Мин уларҙың бер-береһенә асыуланып өндәшкәнен дә хәтерлә­мәйем. Мө­хәббәтле, татыу ғүмер кисерҙе улар. Әсәйем кафе, һуңынан ресторан мө­дире булып эшләне. Таң менән эшкә китә, һуң ғына өйгә ҡайта. Атайым: “Хәҙер инәйегеҙ ҡайтырға тейеш, эшегеҙҙе тамамлап ҡуйығыҙ. Һуңы­нан шаулап йөрөмәгеҙ. Шәүрә, һин сәй ҡуй, Ирек, тәпешкәләрен әҙерлә, Резеда, өйҙө тәртипкә килтер”, – тип, һәр беребеҙгә эш ҡушып сыға. Беҙ әсәйҙе ишек төбөндә күмәк­ләшеп ҡаршылайбыҙ. Был хәл көн дә тиерлек ҡабатланып, ғаиләбеҙҙең татыу­лығын сағылдырған изге йолаға әй­ләнде. Мин үҙ балаларымды ла ошо матур ғәҙәткә өйрәтә алдым.
Бөгөнгөләй хәтеремдә: иртән атайым Резеда һеңлем менән мине уятыр өсөн ипләп кенә бүлмәбеҙҙең ишеген шаҡый. Уның яғымлы тауышына ир­кәләнеп, һуҙмаҡлашып, күҙҙе асыр­ға ла йыбанып ятабыҙ. Өҫтәлдә ир­тәнге аш әҙер, сынаяҡҡа һөтләп сәй яһалған, шуны эсергә лә ваҡыт тапма­ған булып, көҙгө алдында бор­ғоланабыҙ. “Эсегеҙгә йылы төшөргә тейеш”, – тип, ул беҙҙең ҡаршыбыҙға баҫа. Үҙе ашхана ашын яратманы, тө­шөн гел өйгә ҡайтыр ине. Резеда ме­нән беҙҙең ашығып ҡына бешергән аҙыҡты ла маҡтай-маҡтай ашай. “Атай, ярамһаҡланма инде”, – тип көлгән булабыҙ. Холҡо ипле, теле татлы ине уның.
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡы­ным. Атайым мәктәптең ата-әсәләр комитеты рәйесе булды. Кем ниндәй һорау, үтенес менән килә, һәр береһенә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Үҙен шуға ла хөрмәт иттеләр.Атай фатихаһы
“Башҡортостан” радиоһында баш мөхәррир булып эшләп йөрөй ине. Дүрт бүлмәле фатир тәҡдим иткән­дәр, ә ул баш тартҡан. Әсәйемдең шун­да ҡәнәғәтһеҙлек белдергәнен иҫ­лә­йем. “Рәйсә, нәфсеңде тый, баш­ҡа­лар­ҙың беҙҙең ише өс бүлмәлеһе лә юҡ әле. Ҡыҙҙар үҫер, кейәүгә сы­ғып, та­ралышып бөтөр. Ә улыбыҙ ме­нән беҙ­гә ошоноһо ла етер”, – тип әсәйемде туҡтатты. Мохтаждарҙы йәл­ләү, башҡалар мәнфәғәте ха­ҡына үҙ өлө­шөңдән баш тартыу, ғәҙеллек уның кешелеклеген бил­дәләгән һоҡ­ланғыс сифаттар ине. Ундай изге йән­дәр Ерҙә оҙаҡ йәшә­мәйҙер, күрәһең. Әммә уларҙан һуң, ҡөҙрәтле нур булып, даны, хөрмәте, яҡшылығы ҡала. Ғәҙәттә, ошо нур балаларының юлын яҡтыртыуға ла етә”, – ти режис­сер, атаһы хаҡында изге хәтирә һаҡ­лап.
Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған йылды Шәүрәне диплом яҡлар өсөн Мәскәүгә ебәрәләр. Студенттар араһынан бер егет ҡыҙҙың эргәһендә өйµрөлөп-сурала. Шәүрәне тәү күреү­ҙән оҡшатып, нисек һүҙ бәйләргә белмәй йөрөгән икән. Уның менән танышып алғас, өндәрҙе боҙоп һөй­ләшеүенә ҡарап, Балтик буйынан килгәндер, тип уйлай ҡыҙ. Чех егете булып сыға ул. Сит ил кешеһе менән ғаилә ҡороу түгел, аралашыу ҙа шик-шөбһә тыуҙырған ышанысһыҙ заман. Ике йөрәк араһында яралған саф һөйөүҙең киләсәге булмаясағын аң­лаһалар ҙа, дәрт, өмөт менән тулы йәш күңел аяуһыҙ ысынбар­лыҡты ҡа­бул итергә теләмәй. Мөхәб­бәттәрен аҡларға, ҡотҡарырға тырышып ҡа­райҙар. Әммә йәмғиәттең ҡаты ҡануны ялҡынлы хис-тойғонан көслөрәк булып сыға шул.
Иң саф, иң яҡты мөхәббәте, тиҫтә йылдар аша ла режиссер ҡатындың хәтеренә төшөп, күңел ҡылдарын тир­бәлтә, күҙҙәренә йәштәр төйөлдө­рә, тылсымлы хыялға сорнап, һүнмәҫ наҙ менән һуғара.
Баһадир йәнле, тыныс холоҡло, һөй­ләшеүгә яғымлы Наилде осратып, уға ҡарата йылы хистәр уянғанын той­һа ла, йөрәген асырға ашыҡмай. Кү­ңелендәге яра бөтәшмәгән була әле. Кейәүгә сы­ғырға ашығыуын атаһы әллә ни хупламаһа ла, яратҡан ҡыҙының ниәтенә ҡар­шы килмәй. Йәштәргә матур итеп туй яһайҙар.
Ҡыҙҙары Эллинаның тыуыуы йәш ҡатындың тормошона яңы һулыш, йәм, бәрәкәт өҫтәп, ҡанатландырып ебәр­гәндәй була. Бәхетле әсә, һөйөк­лө ир ҡатыны һәм атаһы менән әсәһе­нең яратҡан ҡыҙы булыу кинәнесен, рәхәт­леген бар тулылығында татыу ҡабатланмаҫ мәл генә булған икән. Һуңынан, тетрәндергес ваҡиғалар сылбырын үт­кәндә, ул яҙмышының ошо сағыу көн­дәрен йыш ҡына һағы­нып иҫкә аласаҡ.
Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙы телевидениела режиссер ярҙамсыһы булып эш башлай. Атаһының яҡын дуҫы Венер Ғәзизйән улы Сәхәүетдинов Наиленә Мәскәүҙә аспирантурала уҡыу мөмкинлеге тәҡдим итә. Шулай итеп, икеһенә лә һөнәри, ижади йә­һәттән үҫеү, камиллашыу өсөн яңы офоҡтар асыла.
Тормош иптәше Мәскәүҙән һирәк ҡайта, ә Шәүрәгә ҡыҙына ла иғтибар бүлеп өлгөрөү, яңы эштә лә һынатмау кәрәк. Етмәһә, икенсегә балаға уҙға­нын да һиҙмәй йөрөгән. Ҡарынында­ғы сабыйының ғүмерен һаҡлау өсөн дауаханаға ята. Тик Мәскәүҙән ялға ҡайтҡан ире генә йөклө ҡатынының хәлен белергә ашыҡмай. Бер көн килеп: “Йә – мин, йә – бала”, – тигән талап ҡуйыуы йәш ҡатынды тамам ғәжәпкә һала. Йөрәк ярһыуын, ҡайнар күҙ йәш­тәрен көскә тыйып: “Мин баламдан баш тартмаясаҡмын”, – тип кенә әйтә ала ул. Шул ваҡытта әлдә ышаныслы таянысы, кәңәшсеһе – әсәһе була. Юғиһә, яңғыҙы ғына был хәтлем түбән­һетеүҙе, күңел ғазабын баҫа алыр инеме икән?!
Көтөп алынған улы донъяға тыу­ғас, ҡыуанысын бүлешер өсөн, ҡыҙын эйәр­теп, йүргәктәге сабыйын күкрә­генә ҡосоп, Мәскәүгә, аталары янына юллана. Иренең йөрәген иретә, йә­нәһе. Уйламағанда ғына тормош ип­тәшенең хыянатына тап булып, барыһын да аңлай. Шул саҡ, әйтерһең дә, йөрәгенең ҡәҙерле бер өлөшө кителә. Һуңғы ышанысы, уларҙы бәй­ләп торған һуңғы сым өҙөлә.
Искәндәр бер аҙ үҫкәс, һуйып ҡап­лаған үҙе икәнен күреп, ата кеше: “Кем генә хаталанмай был донъяла, һөйөк­лөм, ғәфү ит”, – тип килгәнен­дә, Шәүрә бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Йө­рәгенең үпкәһен баҫып, был юлы ла аҡыл менән эш итергә көс таба. Арта­бан бер ғаилә булып йәшәй алмаһа­лар ҙа, ҡыҙы ме­нән улы аталарының барлығын, иғтиба­рын, ярҙамын, һө­йө­үен тойоп үҫә.
Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙы Мәскәүҙә режиссерлыҡҡа уҡып, икенсе юғары белем алыу бәхетенә өлгәшә. Уның бай хис-тойғо, тәрән фекер, заман ру­хы, йәшәү ҡөҙрәте, халыҡсанлыҡ менән һуғарылған тапшырыуҙары үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс, юғары профессиональ кимәлдә булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Тәүге уңышлы эштәренең береһе – Гәүһәр Батталова менән берлектә алып бар­ған “Уҡ-һаҙаҡ менән талир тәңкәләр” телевизион уйыны. Ул саҡта викторина рәүешендә үткә­релгән беренсе телевизион шоу тиергә лә мөмкин. 2005 йылда “Сәләм” эфирға сыға. Көн дә сыҡҡан тапшырыу күрмә­лекле, ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле булһын өсөн ижади төркөмгә ал-ял белмәй эшләр­гә тура килә. Ул йылдар Шәүрә Урманцева өсөн ҡатмарлы ла, фәһемле лә, күңелле лә осор булып хәтерендә ҡалған.
“Тамыр” балалар студияһында донъя күргән “Мальчишник”, “Теле­компас”, “Дворы” тапшырыуҙары – режиссер Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙы­ның күңел һалып башҡарған, халыҡта маҡ­тау тапҡан иң лайыҡлы эштәре. Улар­ҙы заманса зауыҡлы, кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итер­ҙәй, ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерҙәй итеп төшөрөү өсөн режиссер яңы алымдарға ла мө­рәжәғәт итә. “Мальчишник” реалити-шоуы Рәсәй буйынса үткә­рел­гән балалар өсөн телевизион тапшырыуҙар бәйгеһендә 2-се урын алһа, “Дворы” проекты “Серебряный лучник” тигән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулауға өл­гәшә.
Һуңғы арала тамашасылар яратып ҡараған “Яҙмыштарҙа – йәйғор төҫө” тапшырыуы – автор һәм алып барыу­сы Альбина Фәйзуллина менән режиссер Шәүрә Урманцеваның уңышлы хеҙ­мәт емеше. Йәйен шаулап-гөрләп үткән “Үлсәү” реалити-шоуы ла Шәүрә Ғәй­фулла ҡыҙының һәләте, үткер аҡы­лы, бар нәмәне алдан күрә белеү оҫталығы һөҙөмтәһе, тиһәң дә була. Өс ай буйы көн дә тура эфирға сығыу һәм быны шар­тына тап килтереп ойоштороу ни дәрәжәлә ҡатмарлы булыуы бә­хәсһеҙ.
“Тормош юлымда аҡыллы, ярҙамсыл, һәләтле кешеләр осрауы менән бәхетлемен. Шуларҙың береһе – Янис Рамазанов. Уның талантлы, тәж­ри­бәле журналист икәнен күптәр бе­лә. Минең өсөн ул – ижади хеҙ­мәттәш кенә түгел, ышаныслы дуҫ, ғәҙел кә­ңәшсе лә. Янис менән берлектә тө­шөргән атайымдың тормош юлын һү­рәтләгән “Выжданлылыҡ ҡа­һар­маны” (“Рыцарь совести”), күп бала­лы ғаи­ләләр тураһында “Яҡты йорт”, Баш­ҡорт дәүләт университеты профессоры Марат Вәли улы Зәй­нуллин хаҡында “Автограф” тигән фильмда­рыбыҙ менән ысын мәғә­нәһендә ғо­рурлана алам. Әлеге көн­дә Янис Рама­занов – Башҡортостан юлдаш телевиде­ниеһында нәфис тапшырыу­ҙар берек­мәһе баш мөхәр­рире. Уға килә­сәктә лә ижади асыштар телә­йем”, – ти Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙы.
Режиссерҙың үҙ балалары ла телевидение мөхите менән яҡшы таныш. Әгәр ҙә Эллина 16 йәшендә телевидениела тапшырыу алып барған булһа, Искәндәр әсәһе төшөргән проекттарҙа 11 йәшенән ҡатнаша. Әлеге көндә Эллина, абхаз егетенә кейәүгә сығып, шунда донъя көтә, ике бала үҫтерә. Эллина, олатаһына оҡшап, ижад итеүгә, яҙыу эшенә оҫта: ши­ғырҙар, хикәйәләр яҙа икән. Ә Искән­дәр М-Television теле­каналын­­да эшләй.
“Мин атайымдың теләген, өлөш­ләтә булһа ла, ғәмәлгә ашыра алдым, тип уй­лайым. Атайым уңыштарыбыҙ­ҙы кү­реп ҡыуана алмаһа ла, 75 йәшлек әсә­йем барыбыҙ өсөн сикһеҙ шат. Киләсәк­тә лә, атайымдың рухына һүҙ тейҙер­мәй, уның исеменә лайыҡлы йәшәрбеҙ, эшләрбеҙ, Алла бойорһа. Ә әлегә бары­быҙға ла сәләмәтлек, күңел бөтөнлөгө теләйем”, – тип тамамланы һүҙен режиссер. Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙын һоҡланып та, ғорурланып та тыңланым. Ҡа­тын-ҡыҙ тормош йәме генә түгел, ә ата ғәмәлен тормошҡа ашырыусы ла, донъяны ҡотҡарыусы ла икән әле.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ
һәм ғаилә архивы фотолары.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook