«Яҙмыштарҙан уҙып йырлайым!»

«Яҙмыштарҙан уҙып йырлайым!»«Ул ысын әрмән ҡатыны кеүек йырлай”, – тип һоҡланыу ҡатыш ғәжәпһенде янымда ултыр­ған тамашасы. Үҙенсәлекле лирик-колоратур сопрано тауышлы йырсы А.Арутюняндың әҫәрен башҡар­ғандан һуң атылып сыҡты был һүҙҙәр. Ул кистә тамашасылар өсөн асыштар етерлек булды: башҡортса – Хөсәйен Әхмәтовтың “Кәкүге”, украинса – “Хусточка” , француз һәм итальян телдәрендә операларҙан ариялар яңғыраны.
“Һиңә рәхмәтлемен, моң!” Башҡорт дәүләт филармония­һы йырсыһы, халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика бәйгеләре лауреаты Зөлфиә Авзалованың концерты шулай тип аталды. Башҡорт, рус һәм сит ил композиторҙарының юғары сәнғәт кимәлендәге әҫәрҙәре һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Ҡыҙы Рената тыуғандан һуң тәүге концерты алдынан йырсы бик борсола. Әммә Зөлфиә ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡала торғандарҙан түгел. Артистканың яратҡан әҫәрҙәренең береһе – Дунаевскийҙың “Ирекле ел” опереттаһынан Пепита арияһы. Унда шундай һүҙҙәр бар:
“... яҙмыштарҙан уҙып йырлайым”.
Салауаттан килгән ҡыҙҙы Өфө сәнғәт училищеһына, бер ниндәй ҙә һөнәри әҙерлеге булмаһа ла, шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул итәләр. Уҡый башлағанда нота билдәләрен дә танымай әле ул. Ата-әсәһе оло ҡыҙҙарын музыка мәктәбенә бирә, ә кесеһен – Зөлфиәне ”мәшә­ҡәтләмәҫкә” булалар. Әммә тәжрибәле уҡытыусы Флүрә Ноғоманова ныҡыш абитуриенттың талантын күрә белә. Егәрле ҡыҙ, ни эшләргә белмәй аптыранғанда, үҙенә: “Барыһы ла килеп сығасаҡ!” – тип ҡабатлай. Бәхетенә, эргәһендә аҡыллы кәңәштәр биреүсе Лилиә Кәримова була (артабан сәнғәт институтында ла уның етәкселегендә шөғөлләнә). Тырышлығы, хеҙмәте һөҙөмтәһеҙ ҡалмай – училищены ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Ниндәй генә йырсы опера театрында йырларға хыял­ланмай? Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүҙә Авзалова үҙен күрһәтә алмай. “Сопрано беҙҙә былай ҙа етерлек”, – бындай һүҙҙәрҙән һуң ул өс көн буйы ҡайғырып, урынынан да тора алмай ята. Ни эшләргә? Эш юҡ, йәшәргә урын да...
Сиркәү хорында эшләп алырға мөмкинлек тыуғас, шатлығының сиге булмай. Хор дирижеры Татьяна Кийко йәшәргә урын табырға ярҙамлаша. Филармонияла орган көйләүсе булып эшләгән берәү хор капеллаһы етәксеһе Владимир Никитенкоға күренергә кәңәш итә. Нота буйынса еңел йырлаусы Зөлфиәне, әлбиттә, унда ла ҡабул итәләр.
– Был осор күңелемдә тик яҡты хәтирәләр генә ҡалдырҙы, – тип иҫләй Зөлфиә Авзалова. – Ниһайәт, моң донъяһына сумыу форсаты тыуҙы. Бер үк ваҡытта лекторийҙа ла йырлай башланым. Үкенесле, әммә хор капеллаһын ҡалдырырға тура килде, сөнки ундағы талаптар буйынса төрлө ергә бүлгеләнергә кәрәкмәй ине.
– Һеҙҙән, моғайын, йыш ҡына, билдәле татар йырсыһы Әлфиә Авзалова менән туған түгелһегеҙме, тип һорашаларҙыр?
– Беҙ аҙаштар ғына. Әммә Әлфиә Авзалованы сикһеҙ ихтирам итәм.
– Концерт ул – дөйөм хеҙмәт. Тамаша бер-береһен яҡшы аңлаған кешеләрҙең күркәм сығышы булып күңелгә уйылды.
– Концертмейстер Елена Мороз, органда Эльвира Хәй­ретдинова, флейтала Владимир Семин ижадташтар ғына түгел, рухташтар ҙа. Айгиз Ғиззәтуллин менән дуэт өсөн йырҙарҙы бик оҙаҡ эҙләнек. Тауыштарыбыҙ ике сиктә: уныҡы – бас, минеке – юғары сопрано. Һөҙөмтәлә ике әҫәрҙә туҡтаныҡ, береһе – Рубинштейндың Лермонтовтың “Тау түбәләре йоҡлай төнгө тынлыҡта” шиғырына яҙған романсы – Айгиздең башҡарыуына баритон нескәлеген дә өҫтәп ебәрә.
Миңә донъяның төрлө телдәрендә йырлау оҡшай. Ижад мәлендә теге йәки был халыҡтың мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынам, яҡшылап өйрәнәм һәм уның бар матурлығын, үҙенсәлеген тыңлаусыларыма еткерергә ынтылам. Тамашасыларға сығышым оҡшағанын күрһәм, барлыҡ ауырлыҡтар онотола. Тимәк, тырышлығым бушҡа түгел. Мин диндар кеше һәм бөтә милләттәрҙең татыулығын, бер-береһенә яҡшы мөнәсәбәттә булыуын теләйем.
Оҙаҡ йылдар дауамында ижадым менән сәнғәт һөйөү­селәрҙе ҡыуандырырға хыялланам. Бының өсөн репертуарҙы даими үҙгәртергә, яңылыҡтар асырға кәрәк.
...Үткән йылда күп тапҡырҙар ”Грэмми” лауреаты бул­ған, мәңгелек “Don`t Worry, Be Happy” синглы авторы Бобби Макферрин (әйткәндәй, йырсының яратҡан музы­канттарының береһе) Мәскәүгә килде. Үҙәк гәзиттәрҙең береһендә сыҡҡан әңгәмәһендә ул Зөлфиә Авзалова кеүек үк һүҙҙәр әйтте: “Музыка төрлө хистәрҙе, шул иҫәптән бик ҡатмарлы тойғоларҙы ла тыуҙыра ала. Моң изге доғаға тиң. Күңелемде һағыш йә асыу биләп ала икән, уларҙы йыр аша еңәм. Йөрәктәрендә йәшәү кинәнесе уянһын өсөн минең көйҙәрем кешеләрҙә шатлыҡ, илаһи яҡтылыҡ, үҙҙәрен азат, ирекле тойоу хистәрен тыуҙырыуын теләйем. Иртәгеһен кешеләр иртәнге аш артында юҡ-бар ғына көй көйләгәндә йә таныш берәй симфонияны ҡабаттан тыңлағанда ниндәйҙер яңылыҡ табыуҙарын һәм тәүәккә­лерәк булыуҙарын теләйем”.
Әлфиә НАФИҠОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook