Гөлфиә Юнысова: Әсә теләктәре

Гөлфиә Юнысова: Әсә теләктәре
Яҙмышыңа үҙең баш бул
Тыуҙың, балам, хәҙер инде
Үҙ аллы кеше бит һин;
Ер шарында ғүмер иткән
Миллиондар ише бит һин.

Тормош йәшәргә өйрәтте,
Һабаҡ бирҙе, ир итте,
Ил хәстәрен иңгә һалған
Шәхес итеп өлгөрттө.

Бел: донъя, үҫеп еткәс тә,
Тормай ул ҡолас йәйеп. –
Һәр ниҙә үҙең яуап тот,
Башҡаға таҡма ғәйеп.

Дуҫың хыянатын күргәс,
Шаҡ ҡатып, киткән һушың. –
Кемгә үпкәләмәк кәрәк,
Үҙең һайлаған дуҫың.

Һине алдап абруй йыйған,
Нисә йыл яҡындарың.
Алданмаҫҡа үҙеңдең бит
Етмәгән аҡылдарың.

Юғарыла тик Аллабыҙ,
Әү(е)рәтмәһен кумир.
Намыҫың ҡушҡанса йәшә,
Бер генә – ғәзиз ғүмер.

Ҡотоң – йөрәк утың менән
Туҡыла, балам, яҙмыш.
Яҙмышыңа үҙең баш бул,
Ят көстәр әйләндермәһен
Уйынсыҡҡа яңылыш.

Тамырҙар һәм шытымдар
Яралғас та, һиңә күсте
Беҙҙең йәшәү мәғәнәбеҙ,
Шунан бирле тормош тигән
Ҡуласала әйләнәбеҙ.

Хәҙер уртаҡ орбитала
Бар ейәндәр, ейәнсәрҙәр.
Күңелдә уй сыңлап тора:
Кемдәр булып улар йәшәр?!

Балдан татлы балаҡайҙар
Әйләнһәләр сағыусыға,
Беҙҙең йәшәүебеҙҙең дә
Бар асылы юҡҡа сыға.

Бала бағыу – яҙмыш табыу,
Һал был эшкә бөтә көсөң, –
Ейәндәрең – йәш шытымдар
Ныҡ тамырлы булһын өсөн.

Юлыңдан бар
Гел эҙләһәң, көрсөктәрҙән
Нисек сығыу сараһын,
Тимәк, үҙ юлыңдан түгел,
Башҡа яҡтан бараһың.

Ғәфү итеү – бергә
булыу түгел
Күңелеңде яҡтырт, ғәфү итеп,
Зыян килтерһә лә айыу, бүре.
Ләкин йыртҡыс – йыртҡыс булып ҡала,
Этлекленән алыҫыраҡ йөрө.

Ергә ҡара
Бер тырмаға нисә тапҡыр баҫтың,
Маңлайыңдан шуға китмәй яра.
Янып-ярһып алға сапҡан саҡта,
Юлда ятҡан тырмаға ла ҡара.

Хаталар ҙа фәһемле ул
Үткәндәрҙә ҡалдыр хаталарҙы,
Барыр көндәреңә эйәрмәһен,
Тик улар ҙа бушҡа юғалмаһын,
Алып ҡалып өлгөр һабаҡ-фәһем.

Кемгә таянырға бел
Хуплай бит, тип, ике йөҙлө менән
Фекерҙәш булма.
Серек ағас үҙе менән йығыр,
Таянып ҡуйма.

Өлгө ал
Тәбиғәткә ҡара: үҙгәрмәй бит
Заман менән бергә ҡылыҡтар –
Юғарыға таба аҡмай һыуҙар,
Елгә ҡаршы йөҙмәй болоттар.

Терәк булыр өсөн
“Амбиция” тигән һүҙҙе
Ата-әсәм белмәй ине.
Үҙҙәренсә генә беҙгә
Лайыҡ тормош теләй ине.

– Кешенән кәм йәшәмәгеҙ! –
Тигәндәре иҫтәремдә. –
Сәм, ғәм тигән төшөнсә бар
Һүҙҙәренең эстәрендә.

– Кешенән кәм йәшәмә! – тип,
Мин дә һиңә әйтәм теләк, –
Ерҙә ныҡлы торһаң ғына,
Табыр кеше һиндә терәк.
Һөйөп-һөйөлөп кенә
Яратып һәм яратылып йәшә,
Мөхәббәт ул – донъя кендеге.
Һыҙып ташлана, ти, ғүмерҙәрҙең
Һөйөү-хисһеҙ үткән һәр көнө.

Саф тойғоло кешеләрҙе генә
Бәхетле пар яһай бергәлек.
Һыҙылмаһын, йыртылмаһын ине
Хаҡ яҙмышың яҙған көндәлек.

Уяулыҡты онотма
Дыуамаллыҡ, һәр саҡ изге
Ҡыйыулыҡмы?
Аҡыл хакимлығына ул
Һыйырлыҡмы?

Хаҡ эшкә әйҙәгәндә лә
Дыуамаллыҡ,
Һаҡта торһон йөрәгеңдә
Гел уяулыҡ.

Алдан күрергә өйрән
Аҙаҡтан нимә булырын
Эшләгәнсе, һиҙемлә,
Бысраҡ һыуға таш ташлама,
Сәсрәтерһең йөҙөңә.

Кәңәштән ситләшмә
Хөрмәт ит ололар һүҙен,
Ышан зирәк йәштәргә.
Бер булмаһа, бер кәрәгер
Ҡолаҡ һал кәңәштәргә.

Юлдарҙың үҙ тәртибе
Күтәреләһең, төшәһең,
Серпантин – тормош юлы.
Һөҙәктә лә, үрендә лә
Соҡор-саҡырҙар тулы.

Ситтә ҡалмаҫһың, бар халыҡ
Машинаға күскәндә.
Менгәнеңдә – газыңа баҫ,
Тормозыңа – төшкәндә.

Имен булһын күңелең
Күңел тыныслығы табам, тиһәң,
Рәнйеш алма, хәтер ҡалдырма.
Үткәндәрҙә үткән күперҙәрҙе
Хәҙер кәрәкмәй, тип, яндырма.
Кешеләрҙән кеше, ай,
кәм түгел
Өс көнлөк фани донъяла
Дандар, малдар – өс тинлек.
Белем дә бирмәй кешегә
Башҡаларҙан өҫтөнлөк.

– Кәпәренеү – гөнаһ, – ти дин,
Түгел ул ҙурлыҡ, ирлек. –
Танауыңды юғарыға
Сөймәһен тәкәбберлек.

Һанла донъя ҡанундарын
Һәр кемдең бар үҙ самаһы,
Уртаҡ самалар ҙа бар.
Яҙмыш яҙған һуҡмаҡтарҙан
Сама белеп кенә бар.

Юлдарыңда тиҙлекте той,
Түңкәрмә саналарҙы.
Донъя ҡоролған самаға,
Онотма самаларҙы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook