“Аңлатһағыҙсы...”

Пенсиялар йәнә артыуы тураһында һөйләйҙәр. Шул хаҡта аңлатыбыраҡ яҙһағыҙсы.
Гөлниса ЗАМАНОВА.
Миәкә районы.

Журналыбыҙҙы уҡыусының хатына Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙ­мәтендә бындай аңлатма бир­ҙеләр:
– Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 февралдән бөтә төр хеҙмәт пенсиялары 6,6 процентҡа күтәрелде. Хаҡ­лы ялдағы һәр кемдең пенсияһы, күләменә ҡарап, шәхсән арттырыл­ды. Ике пенсия алыусыларҙың иһә тик бе­рәүһе – хеҙмәт пенсияһы ғына артты.
Республикала 992 мең кеше, шулай уҡ 6 меңдән ашыу хәрби пенсионер пенсияларын яңы күләмдә аласаҡ. Башҡортостанда уртаса хеҙмәт пенсияһы 9450 һум тәшкил итә. Ә ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы – уртаса 9800 һум. Хеҙмәт пенсияһы тәғәйен­ләнгән бөтә кешеләр 1 февралдән яңы күләмдәге пенсияларын ала. Ә апрель айынан уны тағы өс проценттан ашыуға арттырыу күҙ уңында тотола.


Ирем оҙаҡ йылдар шахтер булып эшләне. Әле уларҙың пенсияларына өҫтәмәләрҙе үҙгәртеү хаҡында һүҙ бара. Шул турала һөйләп үтһәгеҙсе.
Нәзирә САФИНА.
Өфө ҡалаһы.


Был хатҡа ла яуапты шулай уҡ Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы
буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте бирә:

– 2013 йылдың 1 февраленән күмер сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең пенсияларына өҫтәмә квартал һайын үҙгәртеп түләнәсәк. Шуны әйтеп үтеү кәрәк: пенсияға өҫтәмә алыу өсөн күмер сәнәғәте ойошмаларында ер аҫтында эшләү стажының кәмендә егерме биш йыл булыуы шарт.
Өҫтәмәләр күләме артабан 1 майҙан, 1 августан һәм 1 ноябрҙән үҙгәртеләсәк. Ул пенсия алыусының уртаса хеҙмәт хаҡына һәм эш стажына, шулай уҡ был өлкәлә эш биреүселәрҙең Пенсия фондына күсергән взностары күләменә бәйле. Әлеге мәлдә шахтерҙарҙың пенсияһына өҫтәмә түләү уртаса өс мең һум тәшкил итә.


Мин 25 йыл Хәйбулла районының Уфимка ҡасабаһында ҡулланыусылар кооперацияһы системаһында һатыусы булып эшләнем. “Рәсәй ҡулланыу­сылар кооперацияһында намыҫлы хеҙмәт өсөн”, “11-се биш йыллыҡ ударнигы” танытмаһы, “Ҡулланыусылар кооперацияһында 20 йыл намыҫлы хеҙмәт өсөн”, “Совет ҡулланыусылар кооперацияһы алдынғыһы” билдәләре менән бүләкләнгәнмен. Ғүмеремде сауҙаға арнап, “Хеҙмәт ветераны” исеме, шуға тейешле льготаларҙы алырға теләр инем. Ләкин район халыҡты социаль яҡлау идаралығында, ҡайһы бер Рәсәй наградаларына Башҡортостан мисәте генә ҡуйылғас, миңә был исем тейеш түгел, тинеләр. Был дөрөҫмө?
Зәйтүнә ТУРҺЫНБАЕВА.
Хәйбулла районы.

Зәйтүнә Тажетдин ҡыҙы Тур­һынбаеваның был хатына Башҡортостан ҡулланыусылар союзы идараһының кадрҙар бүлеге етәксеһе Роза Әғзәм ҡыҙы Хисаметдинованың яуап биреүен үтендек:
– Хөрмәтле Зәйтүнә Тажетдин ҡыҙы! Һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙҙың “Хеҙ­мәт ветераны” исеме һәм уның менән бергә тейешле льготаларға хоҡуҡ биреүен асыҡлау өсөн наг­радаларығыҙға ҡушып бирелгән документтар менән танышып сығыу кәрәк. Уларҙың төп нөсхәләре менән беҙҙең идараға мөрәжәғәт итеүегеҙ­ҙе һорайбыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook