Балалар табынына

Ҡабаҡтан тәмле йомарламдар
Балалар табынына
200 грамм ҡабаҡ (балалар өсөн махсус ҡабаҡ иҙмәһе лә ярай), 60 грамм иҙелгән һоло ярмаһы, 70 грамм шәкәр (бик татлыны яратҡандарға саҡ ҡына күберәк һалғанда ла була), 125 миллилитр үҫемлек майы, 190 грамм он, 1 балғалаҡ сода, уны һүндереү өсөн аш һеркәһе, тәменсә тоҙ кәрәк.
Ҡабаҡты таҙартып, боҫта бешерергә лә иҙергә. Иҙелгән һоло ярмаһын ҡыҙҙырып алырға ла ваҡларға.
Ҡабаҡ иҙелмәһен, шәкәр, үҫемлек майын яҡшылап болғатырға. Һүндерелгән сода, тоҙ өҫтәргә. Иләнгән он, ваҡланған һоло ярмаһын һалып, ҡамыр әҙерләргә. Ҡамырға сәтләүек йәки кипкән емештәр өҫтәргә мөмкин.
Табаға махсус ҡағыҙ йәйеп, грек сәтләүеге ҙурлығында шарҙар әүә­ләргә һәм алдан йылытылған мейескә ҡуйырға. 175 градус эҫелектә 15-17 минут бешерергә.

«Светофор» иҙелмәһе
800 грамм картуф, 1 ҡалаҡ томат иҙелмәһе, 2 ҡалаҡ шпинат, 250 грамм һөт, 1 ҡалаҡ аҡ май кәрәк.
Картуфты әрсеп, тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ. Һыуын түгеп, иҙәбеҙ. Май, ҡайнар һөт һалып болғатабыҙ. Өс өлөшкә бүләбеҙ. Бер өлөшөн – томат иҙелмәһе, икенсеһен иҙелгән шпинат менән бутайбыҙ, өсөнсөһөн шул килеш ҡалдырабыҙ.
Табынға светофор һымаҡ түңәрәктәр эшләп йәки ҡатлы-ҡатлы итеп биҙәп бирергә була.

«Хужа Насретдин» эсемлеге
1 стакан ҡатыҡ, 1 ҡалаҡ еләк ҡайнатмаһы, бысаҡ осонда ғына корица тәмләткесе, 1 ҡалаҡ ҡырғыстан үткәрелгән ҡара шоколад кәрәк.
Барыһын бергә болғатып, туғырға (миксерҙа ла ярай), өҫтөнә шоколад онтаҡтары һибергә.

Файҙалы кәтлит
Был ризыҡты ҡарабойҙай бутҡа­һын яратмаған балалар ҙа оҡшата.
Ҡарабойҙай ярмаһын һыуҙа ғына бешереп һыуытырға. Бешкән итте иттартҡыстан үткәрергә. Йомортҡа, тәменсә тоҙ өҫтәргә. Барыһын бергә яҡшылап болғатырға. Кәтлиттәр яһап, шөкәрәлә әүәләп алырға һәм аҡ майҙа ҡыҙҙырырға.


Йомортҡанан «кәмә»ләр
Тауыҡ бауыры, 2 йомортҡа, йәшел тәмләткес үләндәр, тоҙ, үҫемлек майы кәрәк.
Йомортҡаны бешереп, уртаға бү­лергә. Һарыһын алып, сәнске менән иҙергә. Бауырҙы бешерергә, ҡырғыс­тан йәки иттартҡыстан үткәрергә һәм үҫемлек майында саҡ ҡына ҡыҙҙырып алырға. Тәмләткес үләндәр, йомортҡа һарыһын өҫтәргә, тоҙларға. Шунан йомортҡа ағына тултырып, табынға бирергә. Йәшел үләндәр менән биҙәргә мөмкин.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook