Эремсектән тәмлекәс

Эремсектән тәмлекәс1 килограмм эремсек, 3-4 йомортҡа, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 стакан манный ярмаһы, ярты стакан һөт, ванилин, 1 балғалаҡ ҡамырҙы күперткес (разрыхлитель), 70 – 80 грамм йөҙөм, ҡара емеш, кипкән өрөк, ҡаймаҡ кәрәк.
Әҙерләү:
Эремсекте яҡшылап иҙергә. Ванилин, йомортҡа, шәкәр ҡо­мо, манный ярмаһын ҡушып болғатырға. Яйлап һөт ҡойорға. Артабан ҡамырҙы күперткес өҫтәргә. Йөҙөм, ҡара емеш, кип­кән өрөк һалырға.
Манный ярмаһы артыҡ шыйыҡлыҡты һеңдерһен өсөн 20 – 30 минутҡа ҡалдырып торорға.
Майланған табаға пергамент ҡағыҙы түшәп, ҡамырҙы һа­лырға. Өҫтөнә ҡаймаҡ һылап, мейескә оҙатырға. 180 градус эҫелектә 40 – 50 минут бешерергә.
Табынға киҫәктәргә бүлеп бирергә. Сәйегеҙ тәмле булһын!

Алиса ИМАНҒОЛОВА әҙерләне.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook