Бар тәбиғәт уянғанда

Бар тәбиғәт уянғандаБына, ниһайәт, яҙ килеп тә етте! Был миҙгел – үҙгәрештәр, яңылыҡтар мәле. Бар тәбиғәт уянғанда, үҙебеҙҙең дә сағыуыраҡ һәм матурыраҡ күренгебеҙ килә. Бәләкәстәребеҙ ҙә йылы ҡояш аҫтында күркәм кейемдә йөрөүҙән баш тартмаҫ. Ә беҙ, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, һөйөклө әсәйҙәр һәм яҡшы хужабикәләр булараҡ, был турала хәстәрләргә тейешбеҙ. Балағыҙҙы яңы куртка һәм ҡупшы салбар менән ҡыуандырығыҙ.
Бөгөн беҙ тәҡдим иткән һыҙмалар буйынса тегелгән куртка ҡылансыҡ ҡыҙсыҡҡа ла, шаян малайға ла берҙәй килешә. Ул 2,5 – 3,5 йәшлектәргә, йәғни, баланың буйы 95 – 104 сантиметр булғандарға ярай.
Куртка өсөн 1,20 сантиметр һыу үтмәй торған туҡыма, 1,20 сантиметр йоҡа синтепон, шундай уҡ оҙонлоҡта эслек өсөн туҡыма, өс төймә, еп кәрәк. Ҡыҙҙарҙың курткаһын биҙәргә 2 метр атлас таҫма (бант һәм кәләпүштең бауы өсөн), киң матур ҡайыш кәрәк булыр.
Һыҙмалар буйынса өҫ кейемен тегеү еңел генә. Ә ҡайышты беҙ үҙебеҙ яһаныҡ. Бының өсөн 50 сантиметр оҙонлоғонда тәңкәләр тегелгән резинка һәм махсус ҡаптырма алдыҡ. Үткән һандарҙың береһендә беҙ туҡыманы биҙәү өсөн тәғәйенләнгән махсус акрил буяуҙар хаҡында яҙғайныҡ. Шундай буяуҙар менән куртканы биҙәргә мөмкин.
Бар тәбиғәт уянғанда
Тар салбарҙар әле бик модала. Бәләкәс ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа бындай заманса кейемдә күркәм күренә. Ҡыҙҙарға салбар өсөн беҙ иҫке джинсы куртканы файҙаландыҡ. Шулай итеп, һеҙгә 60 сантиметр һуҙылмалы джинсы туҡымаһы, кеҫә өсөн 15 сантиметр эслек өсөн туҡыма, 10 сантиметрлы молния ҡаптырмаһы, төймә, еп кәрәк буласаҡ.
3 - 4 йәшлек бала өсөн футболка һыҙмаһы ла тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн 50 сантиметр трикотаж туҡыма һәм еп кәрәк. Машинағыҙҙа бәйләнгән әйберҙе тегеп булмаһа, кизе-мамыҡ йәки вискоза туҡыма ҡулланырға кәрәк. Уны ҡулдан тегеү ҙә ауыр түгел. Бындай кейем өйҙә лә, балалар баҡсаһында ла, тышта уйнағанда кофта эсенән кейергә лә уңайлы.
Уңыштар һеҙгә, дуҫтар! Бәләкәстәребеҙ ҙә, үҙебеҙ ҙә яҙҙы күркәм ҡаршылайыҡ!

Йондоҙ СУЛПАНОВА һәм
Зина ХАРИТОНОВА.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook