Башҡортостан Ҡыҙы

Башҡорт ҡатын-ҡыҙы һәм матбуғат

Иң әүәл Һүҙ булған. Бөтә нәмә Һүҙҙән ярала. Матбуғат сараларының эшмәкәрлеге лә ошо ҡанунға нигеҙләнә.
Быуаттар дауамында Һүҙ йәки Моң ҡөҙрәте аша милләт рухиәтенең иң нескә өлөшөн тыуҙыра һәм һаҡлай килгән башҡорт ҡатын-ҡыҙының халыҡтың дөйөм үҫешенә йоғонтоһо һәр заманда ла әһәмиәтле. Революцияға тиклемге баҫмалар ҙа, бының мөһимлеген аңлап, әсәгә һәм балаға ҡағылған мәсьәләләргә етди иғтибар йүнәлткән.
1908 йылдан Ризаитдин бин Фәхретдин мөхәррирлегендә донъя күреүсе “Шура” журналы был юҫыҡта байтаҡ мәҡәләләр биргән. Гүзәл затты белемгә әйҙәп, ғилемле, киң ҡарашлы әсә генә милләт киләсәген хәстәрләүҙе ғаиләлә үк башлай, тигән фекер үткәреү менән бер рәттән, мосолмандар араһына эскелек һәм фәхишәлек үтеп инеүенә әрнеү белдерелгән. “Кемдәрҙеңдер фәхешханалар тотоуы, муллаларҙың, унда барып, Ҡөрьән уҡыуы, ҡорбан салыуҙары Рәсәйҙә генәлер”, – тип, автор ысын мәғәнәһендә иманлы булырға саҡырған. “Шура” ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡи хәленә етди иғтибар биргән. Шулай уҡ Европа һәм Төркөстан мәҙәниәтендә гүзәл затҡа мөнәсәбәт кимәлен дә яҡтыртып барған. Былар барыһы ла баҫманың үҙ заманы өсөн алдынғы ҡарашта тороуын иҫбатлай.
Революциянан һуңғы ҡатын-ҡыҙ матбуғатында һәр нәмәне яңы идеология күҙлегенән яҡтыртыу өҫтөнлөк алһа ла, ул үҙ дәүере ҡуйған байтаҡ ыңғай маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға хеҙмәт иткән. Был ынтылыштарҙың иң мөһимдәре – ғаилә менән генә сикләнмәйенсә, дөйөм йәмғиәт ағышына ҡушылыу, белем алыу, техниканы үҙләштереү, һайлауҙарҙа ҡатнашыу. “Башҡортостан” гәзитенең “Ҡатындар сәхифәһе” бите ошо мәсьәләләрҙе яҡтыртыуға етди иғтибар бүлгән.
Ә 1921 йылдың 7 ноябренән “Азат ҡатын” гәзите донъя күрә башлай. Уның баш мөхәррире итеп Һәҙиә Дәүләтшинаның ауылдашы һәм бала саҡ әхирәте Рабиға Йомағолова тәғәйенләнә.
1935 йылдың сентябрендә ВКП/б/-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡатын-ҡыҙҙар өсөн “Яңы юлда” исемле журнал ойоштора. Тәүге һандың инеш һүҙендә: “Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың политик һәм культура кимәленең түбән булыуын иғтибарға алып, партияның өлкә комитеты бынан алты йыл элек ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға махсус “Яңы юлда” газетаһы сығарырға ҡарар иткәйне. “Яңы юлда” газетаһы үҙ дәүерендә, һис шикһеҙ, ҙур хеҙмәт күрһәтте. Ул меңәрләгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын партия тирәһенә туплауҙа, иҫке тормош йолаларын емереп, уларҙы социалистик производствоға ылыҡтырыуҙа һәм уларҙың активлыҡтарын күтәреүҙә ҙур ойоштороусы ролен үтәне. Хәҙер инде яңы, яҡшы тормош нигеҙе һалынды. Хәҙер инде беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бынан бер нисә йыл элек булған хәлдәренән бик ныҡ алға киттеләр. Партияның өлкә комитеты ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың политик-культура кимәлдәрен социализм төҙөлөшөнөң хәҙерге ваҡыты талап иткән юғарылыҡҡа күтәреүҙе, уларға социализм төҙөлөшө бурыс­тарын үтәүҙе ойоштороуҙы күҙ уңында тотоп, быға тиклем сығып килгән “Яңы юлда” газетаһын журналға әйләндерергә ҡарар бирҙе. Был журнал күберәк ауыл хужалығы мәсьәләләрен яҡтыртып, колхоз-совхоз баҫыуҙарында, малсылыҡ өлкәһендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың политик-хужалыҡ белемдәрен күтәреүҙе үҙенең бурысы итеп ала”, – тиелә. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәттәге батырлығын, эш тәжри­бәһен һәм социалистик ярыш барышын күрһәтеү кәрәклеге әйтелә. Һылыуҙарҙа әҙәбиәт менән ҡыҙыҡ­һыныу уяныуына ҡарата ҡыуаныс белдерелә. Шул сәбәпле уларҙы күренекле әҙиптәрҙең әҫәрҙәре менән таныштырып ҡына ҡалмайынса, үҙҙәре араһынан яҙыусылар тыу­ҙырыу һәм үҫтереү мәсьәләһе лә ҡуҙғатыла.
Зәки Вәлиди исемендәге Республика милли китапханаһында был журналдың өс йыл дауамындағы һандары һаҡланған. Баш мөхәррир вазифаһын тәүҙә Төхфәт Кәлимуллин, унан Ғәлиә Мырҙагилдина, иң һуңынан Ҡасим Аҙнабаев башҡарған. “Азат ҡатын”, “Яңы юлда” гәзиттәре, “Яңы юлда” журналының сығыу дәүерҙәре, тарихы, йөкмәткеһе әлегәсә бөтөн­ләй өйрәнелмәгән. “Йәшлек” гәзитендә йәш ғалим Рөстәм Рәжәпов­тың бер-ике мәҡәләһе бирелеүе, абруйлы журналисыбыҙ Рәүеф Насыровтың ҡайһы бер сығыштары – юлдың башы ғына. Ә бит был баҫмалар – үҙ осороноң йылъяҙмаһы. Мин, мәҫәлән, “Яңы юлда” журналының бер һанында Һәҙиә Дәүләтшинаның “Бәхет ҡошо” исемле яҙмаһына юлыҡтым. Ундағы һәр һөйләмдән әҙибәнең ихласлығы, мөкиббән һоҡлана һәм ҡыуана белгән күңеленең нуры бөркөлә. Был юлдарҙы уҡығандан һуң яҙыусының яҙмышы, инаныуҙары һәм төңөлөүҙәре тәрәнерәк аңлашыла.
Бөтәбеҙ ҙә белеүебеҙсә, 1968 йылдың ғинуарынан “Башҡортостан ҡыҙы” журналы республикабыҙҙа йәшәүсе төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн оло бүләккә, ныҡлы таянысҡа, тоғро дуҫҡа әйләнде. Республикабыҙҙа ҡатын-ҡыҙ матбуғаты 1921 йылдан уҡ юл алһа ла, үҙ ваҡытында уны тикшермәүебеҙ, тарихыбыҙға ҡарата вайымһыҙлыҡ күрһәтеүебеҙ арҡаһында “Башҡортостан ҡыҙы” ла, киҫелгән ағастан төшөп ҡалған орлоҡ кеүек, үҙ алдына шытып сыҡҡан. Әммә журналыбыҙ, тәүге көндәренән үк тәғәйенләнешенә хилафлыҡ килтермәйенсә, рухи үҫешебеҙҙе әйҙәп бара.

Йомабикә ИЛЬЯСОВА.

Ҡасандыр «Башҡортостан ҡыҙы» журналының редакцияһында ғәжәйеп талантлы әҙиптәр эшләгән. Уларҙың берәр генә бөртөк шиғырынан төҙөлгән был шәлкем һеҙҙең күңелегеҙгә ҡояш булып ҡағылыр ҙа, оҙаҡ-оҙаҡ барса
булмышығыҙҙы яҡтыртып торор һымаҡ.

Фәүзиә Рәхимғолова
* * *
Юлдарыңа, тинең, йондоҙ һибәм,
Һандуғасты тотоп һайратам,
Тау күтәрәм, әгәр кәрәк тиһәң,
Болоттарҙы ҡыуам, таратам...

Һин һүҙеңдә торҙоң: мин йондоҙҙар
Сүпләй инем үткән юлымдан.
Ҡанатланып, ҡоштай оса инем,
Етәкләһәң килеп ҡулымдан...

Әммә һикәлтәле юлдарыбыҙ,
Борма-борма булып уралып,
Тау шишмәһе кеүек сапҡан саҡта
Ҡаяларға ҡағылып, юл алып,

Селпәрәмә килде йондоҙҙарың,
Күтәрелгән тауҙар ишелде,
Ҡара болоттар ҙа ҡабарышты,
Өмөттәр ҙә ҡай саҡ киҫелде...

Барыһы булды: йәшен, дауылдары,
Ҡайһы ваҡыт булды юл яман,
Тик нур һибеп, күңелем төпкөлөндә
Балҡып янып торҙоң һин һаман.

Кәтибә Кинйәбулатова
Ҡараш
Юҡтарымды табып алдым мәллә,
Алтындарым ята баҙырап.
Бер үҙемә күпме шатлыҡ килгән,
Ә ҡайғылар бар ҙа...
Аҙыраҡ.

Алмас ҡылыс миңә биргәндә лә
Батыр булмағайным барыбер.
Алтын биҙәк күлдәк кейгәндә лә
Матур булмағайным барыбер.

Әле бөгөн миңә сая яҙмыш
Бүләк итте саф бер ҡарашты.
Ә ул ҡараш үҙенә ҡаратты ла
Күңелем бына йырлы-ҡанатлы.

Юҡтарымды табып алдым мәллә,
Алтындарым ята баҙырап,
Бер ҡараштан күпме ял алдым,
Ә ҡайғылар бар ҙа...
Аҙыраҡ.

Рәми Ғарипов
Сарсау
Кеше күпте, бик-бик күпте теләй,
Бик аҙы ла етә үҙенә...
Тик мин, йөрәгеңдән башҡа һинең,
Ынтылмаһам ғаләм йөҙөнә,

Һөйөрһөңмө мине?.. Аҙ, аҙ миңә
Ирендәрең, һомғол буй-һының.
Етмәй миңә күңелеңде яулау –
Донъя ятһын миңә буйһоноп!..

Бар тәбиғәт миңә башын эйһен,
Һөйһөн мине үҙен һөйгәндәй.
Ҡул болғаһын ерем, кире ҡайт, тип,
Ай мөгөҙө мине һөҙгәндә...

Танһыҡтарым ҡанмаҫ бер йән миндә,
Һәм тынғыһыҙ, ҡомһоҙ зиһенем.
Саңғы шыуып йөрөгәндә айҙа! –
Бер үбәһем килә мин һине!..

Зарема Әхмәтйәнова
* * *
Аҡтарылды моңһоу күңелдәрем,
Һинән иҫ китмәле йыр оттом.
Быға тиклем белгән йырҙарымды
Уны отоу менән оноттом.

Шундай йырҙы йырлай белгән көйө
Нисек инде шымып торайым?
Биҙҙермәй ҙә, ялҡытмай ҙа ул йыр,
Йырлайым да уны йырлайым.

Һинән йыр алғанды, йырлағанды
Ни арала икән белгәндәр?
Ул йыр һинең өсөн яҙылмаған,
Ҡайтар уны, тиеп, килгәндәр.

Ала алһалар әгәр, алһындар шул,
Тик ул йәнем менән бер инде.
Йырҙарыңа барып юлығыуым
Аҡылдарым етмәҫ сер инде.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook