Донъяны изгелек ҡотҡарыр

Донъяны изгелек ҡотҡарыр“Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, әгәр ул изге булһа”, – тигән билдәле рус әҙибе. Ләкин ни эшләптер был ҡанатлы һөйләмдең аҙағы төшөрөп ҡалдырылып, телебеҙгә тәүге өлөшө генә ингән. Республикабыҙҙағы “Мәрхәмәт” хәйриә-мәғариф фондында иһә уны үҙгәртә биреп: “Изгелек донъяны ҡотҡарыр”, – тип әйтергә яраталар. Фондтың изге эштәре хаҡында беҙ яҙып сыҡҡайныҡ инде. Был һанда “Мәрхәмәт” ярҙамы менән үҙенең тәүге аҙымдарын яһарға йыйын­ған тағы бер бала – Өфө ҡалаһында йәшәүсе Макар Корюковтың яҙмышы менән таныштырабыҙ.
Макар кисә ныҡлап шыуы­шырға өйрәнгән – ғаиләлә был ҙур байрам. Малайҙы ата-әсәһе видеоға төшөрөп, шатлыҡ­тарын дуҫтары, туғандары менән уртаҡлашыр өсөн яҙманы шул көндә үк «В Контакте» селтәренә ҡуя һалған. Сәләмәт бала был һөнәрҙе, ҡағиҙә булараҡ, биш-ете айҙа үҙләш­терһә, улдарының уға йәш ярымда эйә булыуы ла Елена менән Виталий өсөн – оло бәхет. Сөнки Макарҙың кескенә алға китешен дә оло ҡаҙа­ныш, еңеү тип ҡабул итәләр.
...Мең яфалар менән, табиптар ҡа­рынын ярып донъяға килтергән бәпескенәһен тәүге күреүе бөгөнгө­ләй ап-асыҡ: күм төҫтәге сабыйы йөрәк һәм үпкә эшмәкәрлеген күр­һәтеүсе ҡорамалға тоташтырылған, ҡан тамырҙа­рына көпшәләр­ҙән тып-тып дарыу тама, аяҡ бармаҡтары күп анализ алыуҙан тишкеләнеп бөткән – сыҡ­маған йәне генә бар. Ләкин был кескенә йән эйәһе шул тиклем йәшәргә теләй, тормошҡа йәбешеп ята! “Минең батыр улым, ҡаһарманғынам... Иҫән генә ҡалһаңсы!..” – тип бышылдай әсә күҙ йәштәре аша...
... “Ни эшләп был ҡайғы минең ғаи­ләмә килгән?”, “Ни өсөн Хоҙай мине былай яфалай?” – тигән һорауҙарҙы ул үҙенә ҡысҡырып түгел, эсенән дә биргәне юҡ. Сөнки белә: бындай ауыр уйҙар сөңгөлгә һөйрәй, зыяндан башҡа бер ни ҙә килтермәй, яңылыш йүнәлеш бирә. Ә уның көсөнөң һәр мыҫҡалы улын һауыҡтырыу өсөн кәрәк.
Юғары белемле иҡтисадсы Елена, эшен ҡалдырып, үҙен тулыһынса сабыйына арнаған. Бөгөн улының ауырыуҙары буйынса (балалар церебраль фалижы, тетрапарез, ∆ҫеш тот­ҡарлығы, к∆ҙ нервыларының өлөш­ләтә үлеүе, умыртҡа һөйәге тотороҡһоҙлоғо һ.б.) уны тәжрибәле белгес тип атарға мөмкин. Ошо ваҡыт эсендә Лена уҡып сыҡҡан китаптарҙы даналап түгел, центнерлап үлсәргә мөм­киндер, ә интернеттан алған мәғ­лүмәттән ҡайһы берҙә үҙемдең дә башым тубалға әйләнгәндәй тойола, ти ул.
“Церебраль фалиж диагнозы ҡу­йылған балалар өсөн ваҡыт – иң ҙур дошман. Сөнки сабый үҫкән һайын, дауалау һөҙөмтәһе кәмей. Шуға күрә өс йәшкә тиклем бар форсатты – бул­ғанын да, булмағанын да файҙаланып ҡалырға кәрәк”, – ти әсә. Ул традицион медицинаны, табиптар кәңәш­тәрен инҡар итмәй, даими рәүештә уларға күренеп, яҙған дауаларын алып торалар. Ләкин баланы әсәнән дә нығыраҡ тойған кеше юҡ. Улына диагноз ҡуйыл­ғас та балалары шундай уҡ сиргә тары­ған ата-әсәләр менән таныша, аралаша башлай. Баҡһаң, улар социаль селтәрҙәрҙә тотош йәмғиәттәр ойоштороп, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашалар, уртаҡ ҡайғы берләштергән был кеше­ләр бер-береһенә терәк булып, көндә­лек шатлыҡтары, көйөнөстәре менән бүлешәләр икән.
“Улымдың сирен дауалағанда әле бер, әле икенсе алым килешеүе ихти­мал. Ләкин ул алымдарҙы баламда һынай-һынай ҡәҙерле ваҡытты уҙға­рып ебәреүем мөмкин. Минең бындай һынауҙарға хаҡым юҡ!” – ти ул. Был юлдарҙы уҡыған бер табип та, “үҙенә табип ролен алған” тип, әсәгә таш атырға баҙнат итмәҫтер. Лена, ваҡытты әрәм итмәйенсә, балаларын тулы­һынса һауыҡтырыуға өлгәшкән мең­дәрсә ата-әсәнең тәжрибәһе – баһалап бөткөһөҙ хазина, тип иҫәпләй. Ә улар­ҙың күбеһе сабыйҙарын Ҡытайға алып барып дауалаған. “Велосипед уйлап сығарыу айы түгел, көнө ҡәҙерле балам алдында енә­йәткә тиң булыр ине”, – ти ҡытай медицинаһының улын­дағы һымаҡ сирҙәрҙе нисек һөҙөмтә­ле дауалауын өйрәнгән әсә. Ҡытайҙа быуаттар буйы туплаған энә менән, үләндәр, һылау-һыйпау, махсус кү­некмәләр ярҙамында сихәтләндереү­ҙең мөғжизәгә тиң һөҙөмтә биреүен унда сәләмәтләнеү бәхетенә ирешкән балалар миҫалында ла күрә. Һәм ундағы табиптарҙың Макарға атлап китергә мотлаҡ ярҙам итәсәге­нә тамсы ла шикләнмәй. “Энә менән дауалау сабыйҙарҙың сирҙән тартышҡан аяҡ-ҡулдарын яҙып ебәреп, хәрәкәтләнеп китергә булышлыҡ ит­һә, үлән төнәт­мәләре, тылсымлы рәүештә йоғонто яһап, уларҙың зиһенен, күңелен үҫтерә. Балалар күҙ алдында үҙгәреп, үҫешә, хатта, ата-әсәләрен аптыратып, табиптар ыңға­йына ҡытайса һөйләшә башлай икән”, – ти Лена.
Донъяны изгелек ҡотҡарыр
Корюковтарҙы Гуадон провинция­һының Фошань ҡалаһындағы Наньхай клиникаһында (уның тотош бер бүлеге балаларҙа церебраль фалижды дауалауҙа махсуслашҡан) апрель айында көтәләр. Тик маршрут таксийы йөрө­төүсе ғаилә башлығы­ның бөтә тапҡаны әлегә арендаға алынған фатирға, буласаҡ йорттары өсөн ипотека түләүҙәренә, көндәлек сығымдарға китеп тора.
“Улым, кисер, беҙ һине бер нисек тә аяҡҡа баҫтыра алманыҡ: ярлы булдыҡ, аҡсабыҙ етмәне”. Үҫеп еткәс, уҡып йөрөгән, һөнәр алған, өйләнеп, ғаилә ҡорған тиҫтерҙәренә ҡарап, үҙен донъялағы иң бәхетһеҙ кеше итеп тойған улымдың күҙҙәренә ҡарап мин шулай тип әйтергә тейеш буламмы?!” – был уйҙар менән әсә һис кенә лә килешә алмай һәм, уңай­һыҙланыуын ситкә ҡуйып, балаһын дауалау өсөн аҡса тупларға тотона.
“Беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған “Мәр­хәмәт”тең попечителдәр советы етәксеһе Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы Хәмитоваға, шулай уҡ президенты Айгөл Рәшит ҡыҙы Гәрәеваға рәхмәтебеҙ сикһеҙ”, – тип уртаҡлаша Лена үҙенең «В Контакте»лағы битендә. Шәмдең, ялҡынын биреп, башҡа шәмдәрҙе тоҡандырыуынан яҡтыһы кәмемәгән кеүек, миһырбанлыҡ, изгелек өләшеү­ҙән дә йөрәгебеҙ йылыһы кәмемәй. Һыҙланыуҙарын еңеп, тыңзлауһыҙ аяҡ-ҡулдарын буйһондороп, тәүге аҙымдарын атларға ынтылған батыр егет Макарға ярҙам итергә теләү­селәр Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 104 адресы буйынса “Мәрхәмәт” хәй­риә-мәғариф фондына мөрәжәғәт итә ала.
Тел. (347- 246-43-18).
e-mail [email protected]
сайт: fond-marhamat.ru
Реквизиттар:
Благотворительный образовательный фонд “Мархамат”
450006, Республика Башкор­тостан, г. Уфа, ул. Цюрупы, 104
ОГРН 1100200003584 ИНН 0274990303, КПП 027801001
Расчетный счет 40703810800000000021 в ООО “ПромТрансБанк”
Корр./счет 30101810000000000846
БИК 048073846
ИНН банка 0274045684
КПП банка 027801001
Наименование платежа: благотворительное пожертвование для Корюкова Макара.

Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook