Ауылды уңғандар йәшәтә

Ауылды уңғандар йәшәтәТыуып үҫкән төйәгендә ерегеп, шунда донъя көткән кешеләрҙең тормошо ла бәрәкәтлерәк була, тиҙәр. Бөгөн шундай йәш ғаиләләрҙе эҙләп, Ауырғазы районының Мораҙым ауылына юлланабыҙ. Ауыл хакимиәте башлығы Нил Закир улы Ҡоҙашев беҙҙе Эльвира һәм Рәшит Йосоповтарға әйҙәне.
– Эльвира Усман ҡыҙы шәфҡәт туташы булып эшләй. Рәшит Риф улы район үҙәге Талбазыла кирбес заводында машина йөрөтә. Йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмайҙар. Эльвира – һайлау комиссияһы ағзаһы. Республика кимәлендәге мәҙәни сараларҙа ла ҡатнаша, – тип таныштырҙылар.
Хеҙмәт урынында яраталар Эльвираны. Баш табип Вәкил Миңлегә­рәй улы Мөхәмәтшин өлгөр хеҙмәт­кәрҙе маҡтап бөтә алманы.
Йосоповтар гөл кеүек өс ҡыҙ тәрбиәләй. Гөлназ инде Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт дәүләт университеты филиалында белем ала, Гөлшат Мораҙым урта мәктәбендә алтынсы синыфта уҡый, өс йәшлек Азалия балалар баҡсаһына йөрөй.
Беренсегә барғанында: «Әсәй, беҙҙең синыфта өс Йосопов бар!» – тип аптырап ҡайтҡан ҡыҙыҡай бер заман шул егеттәрҙең береһенә кейәүгә сығып, үҙе лә шул фамилияны аласағын белмәй әле. Яңы барлыҡҡа килгән һәр пар алдында оло хыялдар, яҡты өмөттәр менән бергә хәл итеүҙе талап иткән яңы мәсьәләләр ҙә ҡалҡыусан. Шуларҙың береһе – үҙ өйөң булыуы. Йосоповтар бәләкәс кенә йорт һатып ала. Ниәттәрен тормошҡа ашырыу маҡсатында күпләп мал тоталар, уны эш итеп, аҡса туплайҙар. Әлбиттә, бер ни тиклем атай-әсәйҙәре ярҙам итә. Шулай иркен йорт һалып инәләр.
Ауылды уңғандар йәшәтә
– Беҙ үҙебеҙ тырыш, эшсән ғаиләләрҙә үҫтек. Ҡыҙҙарыбыҙҙы ла шулай тәрбиәләргә тырышабыҙ, – ти Эльвира. – Шәфҡәт туташының эше шул – ауырып китеүселәр янына тәүлектең төрлө ваҡытында сығып йүгерергә тура килә. Йә икмәк баҫып торған ерҙән, йә көтөү ҡайтып килгәндә. Ҡайтыуыма икмәгем беш­кән, һыйырым һауылған була. Ҡыҙ­ҙарым ирекһеҙҙән дә шулай донъя көтөргә мәжбүр булып ҡуя. Бәйләү, сигеү, бешеренеү кеүек һөнәрҙәргә иһә махсус өйрәтәм. Ҡыҙҙарҙа нә­зәкәтлек, зауыҡ тәрбиәләү атай-әсәй ҡулында бит. Бына әле бергәләп ағасты көйҙөрөп биҙәү серҙәренә төшөнәбеҙ.
Беҙ һөйләшкән арала тормош иптәше Рәшит ҡайтып инә.
– Әл дә ҡыҙҙарым бар әле, – тип, ҡаршыһына йүгереп килгән Азалияны күтәреп ала.
– Ял көндәре өлкән ҡыҙыбыҙҙы һағынып көтөп алабыҙ, – тип һүҙен дауам итә Эльвира. – Өҫтәл түрендә балалар яратҡан тәмлекәстәр урын ала. Байрамдарҙы ла күңелле итеп үткәрергә тырышабыҙ. 8 Март байрамында, өләсәйҙәрен саҡырып, табын ойошторабыҙ. Рәшит, һәр беребеҙҙең теләген иҫәпкә алып, бүләктәр ала... Тормош тик байрамдарҙан ғына тормай, әлбиттә. Көн һайын әллә нисәмә мәсьәлә сисергә тура килә. Тик бойоғоп ултырып ҡына бер нимә лә хәл ителмәй. Төр­лөсә уйлап ҡарап, булған мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тырышабыҙ. Бына, әсәлек капиталына бер аҙ аҡса ҡушып, Стәрлетамаҡта бүлмә алдыҡ. Ҡыҙыбыҙҙың үҙ мөйөшө бар, тиһәк тә була хәҙер.
Хушлашҡан саҡта Эльвира:
– Беҙҙең ауылда барыһы ла матур йәшәй. Балалар үҫтерәләр, сәмләнеп донъя көтәләр, күпләп мал үрсе­тәләр... – тине.
Эйе, Мораҙым – матур ауыл. Йорт-ихаталар ҡаралған, һәр ерҙә тәртип. Урта мәктәп, социаль-мәҙәни үҙәк, мәсет, балалар баҡсаһы ла бар. 230 йорттан торған ауылға газ ингән, тиҙҙән һыу үткәреүҙе тамамлауҙы ниәтләйҙәр... Хакимиәт башлығы менән шул хаҡта һөйләшеп килеп, тағы бер йортҡа табан боролабыҙ.
Беҙ барып ингән икенсе өйҙә лә Йосоповтар йәшәй булып сыҡты. Мәүсилә Исмәғил ҡыҙы башланғыс синыфтарҙа белем бирә, ауыл советы депутаты. Венер Тимерйәр улы иһә – һабантуйҙар батыры, һөнәре буйынса ташсы. Күптәргә өлгө булырҙай ғаилә шулай уҡ спорт байрамдарынан, концерттарҙан да ситтә ҡалмай. Өс бала үҫтерәләр. Ленар – быйыл сығарылыш синыф уҡыусыһы, Урал алтынсыла уҡый, дүрт йәшлек Гөлнәфис балалар баҡсаһына йөрөй.
Венерҙың төҙөлөшкә килгән юлы ҡыҙыҡ ҡына була. Юҡ, бәләкәстән хыялланмай был турала. Һөйгән ҡыҙын кәләш итеп алғас, атай нигеҙенә таштан ҙур йорт һалып инеү теләге менән яна. Белгән һөнәр эйә­ләрен саҡыра, уларҙың эшен ҡарап тороп, өйрєнеп, үҙе лә оҫтарып кит­кәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Һөнәрле кешегә иһә эше табылып ҡына тора. «Күрәһегеҙҙер, халыҡ күп төҙөй, шуға һис буш ултырғаныбыҙ юҡ», – ти бөгөн аяғында ныҡлы баҫып тор­ған ир-егеттәрсә ышаныслы итеп.
Ауылды уңғандар йәшәтә
– Беҙ йорт һалған мәлдә ауыл ерендә кредит алырлыҡ мөмкинлектәр әллә ни юҡ ине, – тип һөйләй Мәүсилә Исмәғил ҡыҙы. – Күпләп мал үрсеттек, уларҙың һаны тиҫтәнән ашҡан саҡтары ла булды. Нигеҙенән алып өйөбөҙҙө шул аҡсаға үҙебеҙ төҙөнөк, өмәгә атай-әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙҙы саҡырҙыҡ.
– Бына ошондай татыу ғаиләләр күп булғанға, ауылыбыҙ ҙа, дөйөм алғанда, етеш йәшәй, – тип ҡушыла Нил Закир улы. – Әле бына үткән йылға йомғаҡ яһаныҡ, районыбыҙҙа енәйәттєр эшлєү ћаны кємей, янғындар ҙа ауылды урап үтә (күҙ теймәһен! – авт.), эскелек тә аҙая. Шулай ҙа бөтә илебеҙҙе борсоған мәсьәләләр беҙҙе лә урап үтмәй. Ауылдың иң ауыртҡан урыны – эш урындары етмәүе. Шул уҡ ваҡытта урта мәктәпкә бөгөндән физика һәм математика фәндәренән уҡытыусы кәрәк. Директорыбыҙ юғары педагогия уҡыу йорттарын йөрөп сыҡҡан, тик, ҡыҙғаныс, бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа ауылға килергә теләк белдереүсе мөѓєллимде тапмаған.
Колхоз бар ауылда, тик унда эшсе ҡулдар күп талап ителмәй. Өфөнән килеп, кондитер цехы асып ҡарайҙар. Байтаҡ ҡына эш урындары барлыҡҡа килә, әммә бында ҡатмарлы технологияларҙы белгән юғары кимәлле эшселәр талап ителә. Ә быға бер көндә генә эйә булыу мөмкин түгел. Мәләүез ҡалаһында уңайлыраҡ бина табып, шунда күсеп китәләр.
Ауылды уңғандар йәшәтә
Эшҡыуар булараҡ, үҙ эшен асып ебәрергә, нимәлер етештерергә теләүселәргә шарттар юҡ, тип тә әй­теп булмай. Социаль-мәҙәни үҙәктә буш бүлмәләр бар, теләгән кешегә ҡуш ҡуллап бирергә ризабыҙ, ти ауыл хакимиәте башлығы. Район хакимиәте лә эшҡыуарҙарға һәр төрлө ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Тәүәккәл­лек, ныҡышмаллыҡ – иң кәрәкле сифаттарҙыр бөгөн.
Тормоштоң яҡты, яҡшы яғын кү­реп, дәүләт биргән мөмкинлектәрҙән файҙаланып, заман ауырлыҡтарына бирешмәй, донъя көтөргә ынтылған ғаиләләр булғанда, ауылдар бөтмәҫ. Эштән ҡайтҡан атайҙарға ҡаршы йүгереп, муйынына һарылыр сабыйҙар булғанда, тормош дауам итер. Мөрйәләрҙән төтөн сыға икән, ти­мәк, ауыл йәшәй.

Гөлшат ҠУНАФИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Ауырғазы районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook