Башҡортомдоң тамаҡ ҡурайы

Башҡортомдоң тамаҡ ҡурайы«Ябайлыҡта – бөйөк­лөк» – ти­гән мәҡәлде барыбыҙ ҙа белһәк тә, уның төбөндә ятҡан мәғәнәне ниңәлер баһалап еткермәйбеҙ. Шул арҡала тормошта йыш ҡына белгән нәмә­ләребеҙҙе лә ҡулланмайбыҙ, үтә ябай күренгән ғәмәлдәрҙең мөғ­жизәле һөҙөмтәгә өлгәштерә алыу мөмкинлегенә беҙҙең аңыбыҙ һәр ваҡыт ҡаршы килә, шикләнә. Асылда иһә донъяла беҙҙең һаулығыбыҙға, рухыбыҙға, иманыбыҙға ҡағылған иң аҫыл күренештәр артыҡ аҡыл һәм зиһен юға­рылығы талап итмәй, улар күҙ алдын­да ѓына булып сыға. Ғәжәп...
Яңыраҡ Американың Рокфеллер университеты ғалимы Фернандо Ноттебом иҫ киткес асыш яһаған. Баҡтиһәң, бер юлы ике төрлө тауыш менән һайрай алған ҡоштар нервы күҙәнәктәрен тергеҙеү һәм мейеләренең һайрау өсөн яуаплы өлөшөнөң күләмен ҙурайта алыу һәләтенә эйә икән. Элек үҫеп еткән (сабыйлыҡтан сыҡҡан) йән эйәләре өсөн был мөмкин түгел тип һанала ине бит. Әлеге «нейрогенез» тураһындағы яңылыҡ медицина өлкәһендә эҙлә­неүҙәр алып барған ғалимдарҙа килә­сәктә кешеләргә лә нервы системаһы­ның үҙен үҙе яңыртыу мөмкинселеген биргән ысулдар табыласағына ҙур өмөт уятты. Әгәр ҙә мәгәр уйлап табыусылар был өлкәлә уңыш ҡаҙана ҡалһа, ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрен «нервыларымды бөтөрҙөң» тип әрләй ҙә алмаясаҡтар әле.
«Ҡылт» итеп баяғы ябайлыҡ тураһындағы әйтем иҫкә төшә. Ә бит тәбиғәттә ике тауышты йәнәш яңғыратып һайрай белгән ҡоштар булған кеүек, бер ыңғай ҡушар тауыш сығарып моңлана белгән халыҡтар ҙа бар. Улар күп түгел. Башлыса төрки теллеләр һәм тамырҙары төркиҙәр менән ныҡ бәйле бүрәт, монголдар, Америка индеецтары, ҡытай һәм тибет ноғайҙары. Ошо ҡыҫҡа исемлектә беҙ, башҡорттар ҙа, бар.
Башҡорттоң өзләү сәнғәте, баш­ҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда, бик әҙ өйрәнелгән. Х.С. Ихтисамов яҙып ҡалдырған ғилми хеҙмәт һәм Р.А. Заһретдиновтың яңыраҡ сыҡҡан «Башҡорт өзләүе мәктәбе» тигән китабы бар. Шулай ҙа был сәнғәт төрө үҙен тағы ла нығыраҡ тәрәнгә төшөп, киңерәк ҡараш ташлап тикшерәсәк ғалимдарҙы көтә әлегә. Борон өзләү халҡыбыҙҙа киң таралған булған һәм тәңреселек йолаларын башҡарғанда ҡулланылған. Төйәгебеҙҙә Ислам таралғас, бағымсыларға йөрөү тыйыл­ған, үҙ һө­нәрҙәренә тоғ­ро ҡал­ғандары ла йәшерен эшмәкәр­леккә күскән. Шулай итеп, ошо тарихи ваҡиғалар башҡортта өзләү сәнғәтенең артабанғы үҫешенә ҙур тотҡарлыҡтар тыу­ҙырған. Быуаттар буйы уның ха­ҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, өзләүҙе баш­ҡарыу, башҡа­ларға ишеттереү юлы ябылған. Был сәнғәткә эйә халыҡтар араһында Мөхәммәт пәйғәмбәр дине­нә бер беҙ генә күскәнбеҙ, ә башҡалар Тәңрегә табыныуын дауам иткән, йәки буддизмды ҡабул ҡылған. Шуның өсөн дә өзләү уларҙың көндәлек йолаларының һәм рухи мәҙәниәтенең бер өлөшө булып иркен үҫешеүен дауам иткән. Ә беҙҙә ул ете ҡат йоҙаҡ аҫтында һаҡланған сергә әйләнгән, ләкин бөтөнләй юғалмаған. Һуңғы йылдарҙа донъяла был сәнғәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу көсәйгәндән-көсәйә. Германия, Франция, Австралияла ғилми яҡтан тикшереп, ҡыҙыҡлы асыштар яһағандар.
Өзләү өс төп төргә бүленә: ҡарлығып, тәрән тамаҡ менән өзләү (ҡара өзләү), урта тауыш менән (хөөмәй, бәләкәй телде ҡалтыратып) өзләү, уны икенсе төрлө ҡатын өзләү, бала өзләү тип тә әйтәләр һәм юғары (сығыт, һыҙғырып, яңғырауыҡ тауыш менән) өзләү. Тағы ла танау менән, өҙәңгелә тип аталған һәм башҡа һирәк осраған бик күп өзләү ысулдары ла бар.
Өзләү ябай көйләүҙән нимәһе менән айырыла һуң? Ул тәбиғәт тыуҙырған тауыштарҙы ҡайтауаз ише ҡабатлап яңғыратыу ғына түгел. Уның ғәжәбе – йырсының тауышында ике, ҡайһы берҙә хатта өс төрлө өндөң бер юлы яңғырап ишетелеүендә. Беренсе өн – төп тон – танау аша гел бер төрлө генә геүләп ишетелеп торһа(уның юғарылығы өзләү ваҡытында үҙгәрмәй, бер кимәлдә бара), икенсеһе – һыҙ­ғырыуҙы, һайрауҙы хәтерләткәне, төрлө юғарылыҡтағы, көстәге өн­дәрҙән ғибарәт.
Ошо үҙгәреп торған эйәрсен тауышты, йәғни, өн эргәһендә төрлөсә яңғырап, эйәреп ишетелгән ауаздарҙы ғилми телдә обертондар тип йөрөтәләр. Уларҙы аңлатыр өсөн, мәҫәлән, ошондай миҫал килтерергә була: тәрән ҡоҙоҡҡа һыу тамсыһы барып төшкәс, «суп» итеп ҡалғандан һуң да, ҡолаҡҡа бер ни тиклем ваҡыт тулҡын-тулҡын булып бәрелеп, ябай тел менән әйтеп бирә алмаған өн-ауаз ишетелеп тора. Тәбиғәттәге тауыштарҙың ана шундай үҙенсәлек­тәрен кеше теле аша сағылдырыу өзләү тип атала ла инде. Иң ҡыҙығы, йырҙарға компьютер менән аранжировка эшләй башлаған мәлдәрҙә, техника тауыштың шул ауаздарын бирә алмаған. Һәм ул, төп нөсхә менән сағыштырғанда, йәнһеҙ, ҡоро ғына булып яңғыраған. Тәүге синтезаторҙарҙа ла эйәрсен өндәр ишетелмәгән һәм көйҙәр һалҡын килеп сыҡҡан, йөрәкте йылытмаған. Фән үҫешә, заманалар үҙгәрә тора, хәҙер тауыш яҙҙырыу студияларындағы аппаратура көйҙө аһәңле иткән эйәрсен өндәрҙе, тауыштарҙы ла яҙҙырып, яңғыратырға һәләтле.
Башҡортта өзләүҙең тағы ла һоздау, ҡауҙау, ҡайҙау, сыңғлау, тамаҡ ҡурай тигән атамалары ла бар. Йола башҡарыу элементы булыуҙан туҡ­тағас, был сәнғәт төрө күберәк ҡурай уйнауҙы төрләндерер өсөн, уға ҡу­шып башҡарыла башлағандыр, күрә­һең. Ҡайһы берҙә, ҡул аҫтында көпшә булмағанда, ҡурай тауышын өзләп тә сығарғандарҙыр. Тамаҡ ҡурай тигән атама шуға ишара бит. Ҡурайға ҡушылып өзләү – беҙҙең милли хазинабыҙ, ул башҡа халыҡтарҙа осрамай. Был осраҡта төп тауыш урынына ҡурай яңғырай, ә эйәрсен өндө тамаҡ төбө сығара.
Кешеләр борон өзләүҙең күңелде әмәлләү, тәнде дауалау һәләтенә иғтибар иткән. Дөрөҫөрәге, ул иң әүәл сихәтләндереү ысулы булараҡ барлыҡҡа килгән. Хәҙерге рәсми фәндә лә тауыш менән дауалауҙы аңлатҡан тотош бер йүнәлеш - колдомедицина йылдам үҫешә. Ғалимдар ҡатмарлы тикшеренеүҙәр үткәреп, өзләүҙең бик күп йән һәм тән ауырыуҙарына шифа булыуын иҫбат иткән. Ләкин ул тәжрибәләргә саҡлы ла донъя халыҡтары тауыш һәм өндәрҙең сихри көсө хаҡында белгән. Ҡытай табиптары, мәҫәлән, танау тонғанда бер туҡтауһыҙ «и-и-и-и» тип һуҙырға кәңәш иткән. Ул өн шулай уҡ күҙҙәрҙе һәм ҡолаҡты ла дауалай, тигәндәр. «А» өнө тартышыуҙарҙы баҫа, йөрәккә һәм үт ҡыуығына ыңғай тәьҫир итә икән. «О-о-о» тип һуҙып, ашҡаҙан аҫты биҙенең торошон яҡшыртҡандар. «У» өнө инәлек һәм ирҙәрҙең енес биҙе эшмәкәрлеген көйләй. «Ы» – тын юлдарына шифа. «Э» баш мейеһен яҡшыраҡ эшләтеп ебәрер өсөн файҙалы тип иҫәпләнгән. Бәлки, шуға беҙ берәй нәмәне ҡапыл иҫебеҙгә төшөрә алмай йә икеләнеп, ни эшләргә белмәгәндә «э-э-э-э» тип һуҙып торабыҙҙыр. «М», «Н», «В» тартынҡылары баш ауыртыуын баҫа ала. «Ш» бауырҙы дауалай, ә «Х» өнөн ҡабатлап әйтеү кире энергияны ала, тип һанағандар. Был өндәрҙең барыһы ла өзләүҙә ҡулланыла.
Әйткәндәй, бөтә халыҡтарҙа ла әле бала тапмаған һәм ауырлы ҡатындарға өзләү (бигерәк тә ҡарлығып өзләү) тыйылған. Түлһеҙлеккә килте­реүе, ауырҙың төшөп ҡуйыуы мөмкин тигәндәр. Сөнки, ҡарлығып өзләгән­дә, үпкәгә айырыуса көс төшә, тауыш, тышҡа сыҡмай, эскә йүнәлтелә һәм тән ағзаларында көслө тирбә­леш барлыҡҡа килтерә. Ҡан әйләнеше шәбә­йә. Шуға ла ошо өзләү төрө өҫтөнлөк иткән халыҡтарҙа хатта, өзләү сәнғә­тенә хеҙмәт иткәндәрҙе хаҡлы ялға иртәрәк ебәрергә, тигән тәҡдимдәр булған һәм Рәсәй Дєүлєт Думаћына ебәрелгән. Әгәр ул ҡабул ителә ҡалһа, өзләүселәр ҙә балет сәнғәтендәгелєр һымаҡ ялға ир­тәрәк китә аласаҡ.
Тәбиғәттә һәр тауыш тәбиғи эҙмә-эҙлелектә яңғырай, төп өндән һуң гел эйәрсен ауаз килә һәм уның аһәңле тирбәлеше йән ауырыуҙарын дауаларға һәләтле. Халыҡ йырҙарын башҡарғанда, ҡурай уйнағанда, өз­ләгәндә лә шундай тирбәлеш тыуа. Ә ауыр рокта, мәҫәлән, тауыштың тәбиғи эҙмә-эҙлелеге боҙола, ундай ауаздарҙың психиканы ҡаҡшатыуы ла мөмкин. Грецияла, Швейцарияла хард-рок, тимер рок йүнәлешендә эшләгән төркөмдәрҙең тамашаларында тауыш тирбәлешенең өҙөклөгө арҡаһында күпер емерелеү осраҡтары ла булған. Элек-электән көйҙә аһәң булмаһа, уның кеше аңына насар тәьҫир итеүе билдәле. Ҡытайҙа ундай әҫәр ижад итеүсе композиторға яза бирелгән.
Башҡорттарҙа төп өзләү стиле – урта өзләү (ҡатын өзләү, бишек өзләү, тываларҙың хөөмєйенә оҡ­шаш) тамаҡ ҡурай тип атала һәм ҡурай, ҡумыҙға, ҡылҡумыҙ һәм думбыраға ҡушылып башҡарыла. Был ысул менән һәр ҡатын-ҡыҙ таныш. Бишек йырын ауыҙҙы ябып, эстән генә «ээ-ээ-ээ», «ңңң-ңңң-ңң» йә «эммм-ммм-ммм» тип йырлағанда, беҙ урта тауыш менән, үҙебеҙ ҙә аңғармаҫтан, өзләй башлайбыҙ. Бындай аһәңле бишек көйҙәре кешене тынысландыра, еңелсә ойотоп, йоҡоно килтерә. Тамаҡ ҡурай варган моңон хәтерләтә. Сеңләгәндә лә беҙ шул уҡ урта тауыш менән үҙебеҙ ҙә һиҙ­мәҫтән өзләйбеҙ. Тамаҡ љурайґыњ халҡыбыҙҙа осраған тағы ла бер атамаһы – сыңғлау, моғайын да, сеңләү һүҙенән килеп сыҡҡандыр. Баш­ҡортта сеңләү айырым жанр булып үҫешкән. Ә тывалар уны өзләүҙең бер стиле генә итеп билдәләгән. Өзләүҙең йәнә лә бер исеме һоздау шул уҡ ваҡытта һыңҡылдап йә үкереп илауҙы ла аңлата. Милләтебеҙҙә алтай халҡының ҡай стиленә оҡшаш ҡайҙау тигән өзләү ҙә булған. Ул, ауыртыныуҙы баҫыу, ҡайғыны кәметеү өсөн башҡарылған йолаларҙа ҡулланыл­ғандыр, тигән фекер ҙә бар. Ҡайғы һәм ҡай һүҙҙәренең уртаҡ тамырлы булыуы ла ҡыҙыҡ. Көсәнеп, ҡарлығып өзләү иһә һунарсыларҙың йә яугирҙәрҙең йола башҡарып, йылан йә йыртҡысты арбау өсөн тәғәйенләнә. Һыҙғырып өзләү төрө йәшен йәш­нәүҙе, ямғыр яуыуын, шишмә сылтырауын ҡабатлауҙарҙа, ҡош-ҡорт, ҡырағай кейек, мал-тыуар тауышын эләкләүҙәрҙә сағыла.
Ҡумыҙҙа уйнап өзләүгә лә айырым туҡтап китергә кәрәктер. Өзләү буйынса донъя виртуозы исеменә лайыҡ булған милләттәшебеҙ Р. Заћ­ретдиновтыњ ошо сәнғәткә арнаған китабында: «Тәүге тапҡыр ижадтың был төрөн үткән быуаттың 30-40-сы йылдарында тыу­ған яғымда, Мәсетле районы Әзекәй ауылында ишеттем. Ул заманда миңә 4-5 йәш самаһы ине. Әсәйем кистә­рен ҡумыҙҙа уйнаған саҡтарында йырлай ҙа, өзләй ҙә, хатта еңелсә ге­нә ҡысҡырған төҫлө була торғайны. Улар миңә әкиәттәгеләй күркәм яңғырашлы моңдар донъяһы булды. Ҡумыҙ бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың яратҡан музыка ҡоралы булған. Өзләү менән бер рәттән ҡумыҙҙы ҡулланыу эйәр­сен өндәрҙе көсәйтә, тауыш асығы­раҡ, анығыраҡ яңғырай. Бер үк ваҡытта өзләү һәм ҡумыҙ ярҙа­мында тауыш сығарыу үҙ-ара бәйлән­гән, сөнки уларҙы ҡушҡан ваҡытта төрлө тауыш тембрҙары барлыҡҡа килә, уларҙы ҡумыҙ әйлә­нештәре тип атайҙар. Бер үк ваҡытта ҡумыҙҙы уйнап өзләгәндә, башҡарыусының мөм­кинлектәре киңәйә. Үп­кәгә тупланған һауа ауыҙҙың ҡумыҙ менән ябылыуы сәбәпле, һаҡсыл ҡулланыла, шуға ла яңғырау ваҡыты ике тапҡырға арта», – тип яҙған.
ЮНЕСКО-ның элекке генераль директоры Федерико Майор: «Өзләү, бәлки, сәнғәт төрҙәренең иң тәьҫирлеһелер», – тип әйткән. Башҡорттоң тамаҡ ҡурайҙа сихри тауыштар сыға­рыуы хаҡында ун туғыҙынсы быуатта йәшәгән рус ғалимдары С.Г.Рыбаков, Л.Н.Лебединский, В.И.Даль, Л.Н. Толстой һәм башҡалар үҙ яҙмаларын­да һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә телгә алып киткән. Л.Н. Толстой: «Баш­ҡорттарҙың төрлө музыка ҡоралдарына ҡушылып та, һыбай йөрөгәндә лә, хатта ятып тороп та өзләүҙәре мөмкин, өзләү шул тиклем аһаңле яңғырай һәм уны иң нәзәкәтле, юға­ры сәнғәт төрҙәренең береһе – орган музыкаһы менән генә сағыштырып булалыр, бәлки», – тигән.
Өзләү милләтебеҙҙең борондан килгән, бер кемдән дә үҙләштерел­мәгән, үҙ сәнғәте булыуға ҡарамаҫтан, әйтеп үтелгәнсә, халҡыбыҙҙың ислам диненә күсеүе арҡаһында ныҡ киң таралып, тармаҡланып үҫешә алмаған. Ләкин ул бөтөнләй ҙә юҡҡа сыҡмаған, йола башҡарыу µсµн түгел, ә йыр-моңобоҙҙоң үҙенсәлекле бер биҙәге булып нығынған. Ауыҙҙан-ауыҙға, телдән-телгә күсеп, ваҡыт һынауын үтеп, беҙҙең көндәргә килеп еткән ул. Егерменсе быуатта уға атаҡ­лы өзләүселәр, ҡурайсылар М.Саламатов, Һ. Саламатов, И.Дилмөхәмә­тов, Ғ.Сөләймәнов һәм башҡалар йән өрөп торһа, әлеге көндәрҙә өзләү сәнғәте тигән хазинабыҙҙы Р.Заһретдинов, Р.Низаметдинов, И.Байбулдин, М.Зәйнетдинов, И.Илбәков, Б.Ғәйнуллин, «Арғымаҡ», «Сал Урал» этно-рок төркөмдәре дауам итә. Тағы ла ун туғыҙынсы быуатта йәшәгән данлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе Бибизада Сөләймәнова тураһында бер кәлимә һүҙ әйтеп китмәү хилаф булыр. Берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ өзләү­себеҙгә был һөнәре үгәй атаһы, Белорет районы Исмаҡай ауылы кешеһе Харун Шәйехзадиндан мираҫҡа ҡала. «Күк Ирәндек буйында», «Күк бүре» «Ҡарабай», «Ауыл көйө» һәм башҡа бик күп йырҙарҙы өзләп баш­ҡара ул. Б.Сөләймәнованың иренен өбөрөләтеп, бәбелдәп өзләү ысулы башҡортта ғына түгел, донъяла башҡа бер ерҙә лә осрамай. Быға өҫтәп тағы ла музыка белгесе Х.С. Ихтисамовтың: «Шулай уҡ өзләү манераһында көй сығара белеүсе оҫ­талар ҙа бар. Был исемлеккә Әбйәлил районы Дәүләт ауылынан Зәйнәғәб­дин Ҡараҡаевты, Хәйбулла районынан Мансур Үҙәнбаевты, Белорет районынан Мөхәммәт Үҙәнбаевты индерергә була», – тигән һүҙҙә­рен килтереп китеү кәрәктер.
Халҡыбыҙ борон-борондан үҙен тәбиғәт менән бер бөтөн итеп тойоп йәшәгән. Шуға ла ер, һыу, һауа, ут тыу­ҙырған һәр өн, һәр ауаз уның кү­ңелендә ҡайтауаз булып ҡына яңғы­рамаған, йөрәген ашҡындырған, рухын нығытҡан, йәненә шифа бул­ған. Башҡорт донъяны нисек бар, шулай ҡабул иткән, яратҡан, Уралынан да камилыраҡ, изге урын була алыуын күҙ алдына ла килтермәгән. Шуға ла тарихи Башҡортостан ерендә Ҡытай­ҙыҡы һымаҡ диуарҙар ҙа, Һиндостандағы Таж-Мєхєлдєй мөһабәт ташһа­райҙар ҙа юҡ. Уның ҡарауы, Урал тауынан ҡырҡып алынған үләндән ҡо­йолған илаһи моң, тәбиғәттән отоп алған өндәрҙе ҡа­батлап өзләү һәм башҡорттоң күңел күгенән һыҙылып төшкән халыҡ йырҙары бар. Уларҙы ут та йота алмай, һыу ҙа йыуа алмай, ел дә илєй алмай! Улар мәңгелек.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook