Атай, Аҡбай, Тыр-тыр, диктор...

Атай, Аҡбай, Тыр-тыр, диктор...Мәҡәләгә исем итеп алын­ған ошо дүрт һүҙ әңгә­мәсемдең бөтә тормош юлын асып һала һымаҡ. Ул – әлеге көндә “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы. Телевидениебыҙ тарихында иң оҙон ғү­мерле герой – Тыр-тыр булып ун ете йыл буйы “Сәңгелдәк” тапшырыуҙарын да биҙәне. Гөлшат менән Азаматтың иғтибарлы атаһы Өфөлә­ге башҡорт театрҙарында эшләгәнен­дә ниндәй генә сүрәттә тамашасы алдына баҫманы. Бигерәк тә Туфан Миң­нуллиндың “Ауыл эте Аҡбай” әҫәрен­дәге роле хәтергә уйылып ҡалған.
Уға мин электән һоҡлана инем. “Сәңгелдәк” тапшырыуына саҡырылған минутына ихлас йылмайып килеп инә, күңел һалып төшә лә, эш тамамланыу менән, юҡ та була. Геройы Тыр-тыр шкафта йәшәгәс, тапшырыу һу­ңында балалар менән хушлаша ла шунда инеп китә. Бер мәл бәләкәй ҡыҙым, уны уй­лап ултырғандыр инде, бахыр Тыр-тыр, шкафы эсенә тасын ҡуйырға ла урыны юҡ, ҡалайтып йыуына икән, тип ҡуйғайны... Тыр-тырҙың батманында уны яратҡан балаларҙан килгән йөҙәрләгән хат әле лә ҡәҙерләп һаҡлана.
“Сәңгелдәк” геройынан айырмалы рәүештә, Фирҙәт Ғәлиев ҡалыптарға, диуарҙарға күнеп йәшәй торған кеше түгел. Һәр башҡорт арыҫланы­на хас азат рухына һәм дыуамаллығы­на маҡсат йүгәндәре кейҙереп, алдан күҙаллаған хыялына ла ирешә белә ул. Тап ошо аҡылы уны уңышлы иткәндер, тием. Сөнки күпме бына тигән тәрбиәле, эшкә талымһыҙ, һыу һөлөгөләй егеттә­ребеҙҙең тотороҡ­лолоҡ һәм сама белеү тигән сифаттарға илтифат итмәй, биленләп, бә­хеттәрен яҙлыҡтырыуҙарын күреп, әрнергә тура ла килгәне бар, үкенескә ҡаршы. Үҙеңә ситтән ҡарай белеү, ҡыйыулыҡ һәм итәғәтлелек ата-әсәһе тәрбиәһенәндер. Өйҙә һуғыш-талаш түгел, әрләшеү ҙә күрмәй үҫә ул.
– Шулай ҙа булды бер осраҡ. Атайым нимәгәлер кәйефһеҙ ҡайтты. Өнһөҙ генә сәй эсеп ултырҙылар ҙа, әсәй, етте һиңә, тип сәйнүкте алға этә биреп ҡуйҙы. Бә-әй, был нимә булды икән, тип оҙаҡ көйәләнеп йө­рөнөм шунан һуң. Ғауға күреп үҫмәгәс микән, үҙем дә ғаиләлә тауыш күтәреүгә барып еткәнем юҡ. Хәлде күберәк шаярыуға йә төрттөрөүгә борам. Хәҙер балаларым да үҙем менән шулай аралаша.
– Ғаиләгеҙ хаҡында ентекләберәк һөйләп китһәгеҙ ине?
– Кәләшем – Яр Саллы ҡалаһы­нан. Өфөлә сәнғәт институтында уҡып йөрөгәндә таныштыҡ. Дөрөҫө­рәге, былай булды. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайттым да, элек йәшәгән ятағыма килдем. Ниәт – уҡыуҙы дауам итеү. Ҡыҙҙар менән аралашыуға һыу­һап ҡайтҡанмын, бер һылыуға күҙем төштө. Фәриҙә ине ул, буласаҡ музыка белгесе, урыҫ телендә генә һөй­ләшкән ҡалала үҫкән татар ҡыҙы. Кем, ҡайҙан тип уйлап тороу юҡ ин­де, ғашиҡ булдым. Уҡып бөтөп, эшкә урынлашҡас, өйләнештек.
Ауылыма алып ҡайттым да, әсәйем менән икәүһен генә өйҙә ҡалдырып, бесәнгә киттек. Кәләш бәшмәккә барырға уйлағандыр инде: “У Вас гөмбә есть?”– тип һораған. Ярты сәғәт төрлөсә төшөндөрөп ҡараһа ла, әсә­йем килененең нимә белешкәнен аңламаған. Йәремдең күңеленә уйылып ҡалған хәл булды ул. Күрәһең, шунан һуң, бергә йәшәгәс, телде өй­рәнергә кәрәк, тигән ныҡлы ҡарарға килгәндер. Ҡатын-ҡыҙ һығылмалыраҡ бит инде ул. Мин уға, беҙҙеңсә һөйләш, тип, ғүмерҙә лә өҫтәлгә һуҡманым, үҙем ғаиләмдә туған телемдә һөйләшкәс, уның нисек итеп башҡортсаға күсеүен аңғарманым да шикелле. Йыл да йәйге ялдарҙы ауылда үткәреүебеҙ ҙә ярҙам иткәндер, бәлки. Ә балаларға баштан уҡ талапты ҡаты ҡуйҙым. Урамда хет инглиз телендә аралашығыҙ, уныһында эшем юҡ, ә өйҙә беҙ башҡортса һөй­ләшәбеҙ, тинем. Шөкөр, “Сәңгелдәк” тапшырыуҙарында ла ҡатнаштылар. Азамат бәләкәй Тыр-тыр булып уйна­ны. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҡынылар. Ҡайһы саҡ, һирәк осраусы боронғо һүҙҙәрҙе ҡулланып, мине аптыратып та алалар. Әлеге көндә икеһе лә студент. Ҡыҙым – Санкт-Петербург ҡала­һында, Алла бирһә, бер юлы менеджер, иҡтисадсы һәм ойоштороусы һөнә­ренә эйә буласаҡ. Улым Өфөлә, БДУ эргәһен­дәге юридик колледжда уҡып йөрөй.
Ғаиләбеҙ менән ултырып, йыш ҡына һөйләшеп алабыҙ. Хыялдар һәм маҡсаттар тураһында. Балаларҙың фекеренә лә мотлаҡ ҡолаҡ һалам. Яңыраҡ улыма, бына һиңә колледж­дан һуң бер йыл уҡырға керер өсөн әрмегә бармау мөмкинлеге бирелә бит, файҙаланабыҙмы шуны, тим. Улым: “Юрист һө­нәре менән яҡшы эшкә урынлашып китәм тиһәң, әрме мотлаҡтыр ул”,– тине. Уның алдан самалап эш итергә тырышыуы оҡшай, уйлайбыҙ инде хәҙер. Апайының берҙәм дәүләт имти­хандарын биреү өсөн күпме көс тү­геүен, төндәрен йоҡламай әҙерлә­неүен күҙәтеп йөрө­нө лә, миңә ундай һы­науҙар кәрәк­мәй, тип, колледжға барырға булды. Унда яҡшы өлгәшкән­дәрҙе БДУ-ға имтиханһыҙ алалар, шу­ны ла уйлай­ҙыр. Ә ҡыҙым үҙемә оҡшап яндырайыраҡ, ниндәй эш, йомош ҡушылһа ла, йырып сыға торған кеше.
Ғөмүмән, һөйгәнем, балалар минең тормошомда һәр саҡ беренсе урында торҙо, әле лә шулай. Ғаилә менән күберәк бергә була алыу, йә уларҙы һәйбәтерәк тәьмин итеү ха­ҡына, уңышлы эшләп йөрөгән эшемде алмаштырып, икенсе эшкә күскә­нем дә булды. Балалар бер-бер артлы ғына тыуғас, ҡатыныма декрет ялында оҙағыраҡ ултырырға тура килде. Уның ҡарауы, Гөлшат менән Азамат балалар баҡсаһына бергә киттеләр, дуҫ һәм серҙәш булып үҫтеләр. Ә хеҙмәт юлымды 1989 йылдың 1 сентябрендә ишектәрен асып ҡына тороусы Милли йәштәр театрында башланым, күп тә үтмәй спектаклдәрҙә төп ролдәрҙә сығыш яһай инем инде.. Иртән сығып китәм, репетиция бөт­кәс, төшкә ҡарай кәрәк аҙыҡ-түлекте тейәп ҡайтып инәм. Бәләкәстәрем менән булам да, киске сәғәт алтынсы китһә, кире эшкә йүгерәм, спектаклдән һуң ғына бушайым. Ғаиләлә “мал” табыусы миндер , ир-ат һунарсы бит тәбиғәттән. Гастролдәргә сыҡҡанда ла, бына был кәләшкә оҡ­шарға тейеш, тип һауыт-һабаһын да, кейемен дә ала торғайным.
Балалар саҡ ҡына ҙурая төшкәс, кәләш менән икебеҙҙең үҫеш йәнәш китте. Шуныһы ҡыҙыҡ: 1997 йылда, 33 йәшемдә, миңә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премия­һын тапшырҙылар, фатир асҡысы тот­торҙолар, Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисы тигән исемгә лайыҡ булдым. Фәриҙә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы. Шунан, 2005 йылда, мин– Башҡортостандың халыҡ артисы, ә ҡатыным филология фәндәре докторы булып китте. Бына шулай, бер-беребеҙҙе аңлап, терәк булып, тормошта ла, эштә лә тигеҙ киләбеҙ, үҫәбеҙ. Ҡатынымдың яңы­раҡ ун өсөн­сө китабы донъя күрҙе. Америкала нә­шер ителгән “Кто есть кто” тигән энциклопедияға исемен индереүҙәре хаҡында хат, диплом килде. Ул да минең ке­үек эшенә мө­киббән киткән, ҡайһы саҡ: “Әйҙә, тиҙерәк ҡайт, өйҙә­геләр ас”, – тип шаярып әрләп тә алам.
Ғаиләлә һауыт-һаба шылтырамай тормай, тиҙәр, ул, ысынлап та, дөрөҫ. Әле күпме йәшәп-йәшәп тә, бер-беребеҙҙең ҡарашты ҡабул итмәгән саҡтар була. Сөнки һәр кемдең аш-һыу, тәрбиә һәм башҡа мәсьәләләрҙә үҙ фекере бар. Тик беҙҙең аралашыу инде икенсе юғарылыҡта, бер-беребеҙҙе тыңлағандан һуң, ул үҙенекен, мин үҙемдекен әйтеп, барыбер ҙә һәр нәмә ғаилә файҙаһына хәл ителә.
Баяғы Атай, Аҡбай, Тыр-тыр, диктор тигәнемә аҫыл йәр һәм халҡымдың хөрмәтле ир-уҙаманы ла ул Фир­ҙәт Ғәлиев тип өҫтәргә генә ҡала.
Донъя күсәрен иңгә һалған шундай ир-егеттәребеҙ барҙа яҡты көнгә өмөтөбөҙ ҙур, рухыбыҙ ағасының ҡеүәтенә ышанысыбыҙ ныҡлы. Таяныслы, арҡалыбыҙ. Күсәр­ҙе тотоп тороусыһы булһа, Ер шарын гүзәл зат үҙе лә зыр әйләндерә ул, шулай бит, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ?!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook