Туған телгә тереһыуҙай

Туған телгә тереһыуҙай Бала күңелен аҡ ҡағыҙ тиҙәр. Тормош юлында осраған һәр кем – уға ниндәйҙер һабаҡ, тәжрибә сығанағы. Иң көслөһө, әлбиттә, атай менән әсәй тәьҫире. Ләкин кемдең ниндәй булып үҫеүенә, хатта яҙмышына уҡытыусы йоғонтоһоноң да ҙур булыуы бәхәсһеҙ. Әммә бөгөнгө юғары тиҙлекле заманда интернетты биш бармағы кеүек белгән, унан кәрәкле мәғлүмәтте еңел генә таба алған балаларҙа уҡытҡан фәнеңә һөйөү уятыу, уларҙы гелән үҙеңә ылыҡтырып тотоу уҡытыусы өсөн үҙе бер һынауға тиң.
Республикабыҙға исем биргән ерле халыҡтың телен өйрәнеү мәсьәләһенә ҡағылышлы шау-шыуҙар халыҡ ара­һында әленән-әле булып ала. Бигерәк тә теүәл фәндәрҙе уҡытыуҙы төп йүнәлеш итеп алған мәктәптәрҙә йыш сыға бындай ризаһыҙлыҡтар. Ә бына нефть университеты ҡанаты аҫтында эшләгән 83-сө лицейҙа, киреһенсә, башҡорт теле – уҡыусыларҙың яратҡан дәрестәренең береһе. Бында балалар бишенсе синыфҡа килә, уҡытыу эше университет менән берлектә алып барыла һәм махсус техник әҙерлекле сығарылыш уҡыусыларының 70 проценты аҙаҡ шул уҡ Башҡорт дәүләт нефть университеты талиптары булып китә, ҡалған өлөшө Санкт-Петербург, Мәскәү, хатта сит илдәрҙәге техник юғары уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итә. Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан лицейға ата-әсәләр ҡаланың төрлө яҡтарынан утыҙ-илле саҡ­рымды ла араға һанамай, төплө белем биреү хаҡына көн дә балаларын йыбанмай йөрөтә.
Рәсимә Әхәт ҡыҙы Ситдиҡова – Кү­гәрсен районы Теләүембәт ауылы ҡыҙы. Яҡындан белгән кешем булмаһа ла, бынан егерме йылдар элек Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы гимназияның почет таҡтаһында эленеп торған ҙур рәсеме әлегеләй күҙ алдымда. Үҙебеҙҙән юғарыраҡ синыфта уҡыған сибәр ҡыҙҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтһәк тә, үҙенән арыу ғына шөрләй ҙә инек. Сөнки интернатта үткән һәр бер сараны ойошторошоп йөрөгән, уҡыусыларҙың тәртибе өсөн яуаплы «Йәш дружинасылар»ҙың етәк­сеһе мәктәптәге тыныслыҡты ғына күҙәт­мәй, иртәнге зарядкаға барыһының да сығыуын, мәле еткәс һәр бүлмәлә лә уттарҙың һүнеүе, иҙән-парталарҙың та­ҙалығын да гел үҙе тикшереп йөрөй торғайны. Һәр нәмәлә теүәллек һәм камиллыҡ яратҡан ҡыҙ башҡаларҙан да шуны талап иткәндер инде. Ошо тынғы­һыҙ холҡо уны ғүмер буйы оҙатып килә һәм тормошонда осраған әллә күпме ваҡиға­ларға, хәлдәргә лә сәбәпсе була.
1993-1998 йылдарҙа Башҡорт дәү­ләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетында туған теле менән бер рәттән төрөк телен дә өйрәнеп, ике тел белгесе булып сыға. Алған һөнәренә хыянат итмәй, хеҙмәт юлын Өфөнөң 116-сы мәктәбендә башлай. Эш тип янып йөрөүен күреп алып, уны Республика иҡтисад лицей-интернатына саҡыралар. Бында ул бик тиҙ үҙ кешегә әйләнеп китә, тик егеттәрҙән генә торған синыфтарҙа синыф етәксеһе булып ике сығарылышты оло юлға оҙата. 2004 йылда уҡыусыһы Азамат Мырҙабаевты Төркиәгә, ЮНЕСКО буйынса үткәрелгән «Тулҡындар буйлап йүгереүсе» бишенсе халыҡ-ара балалар фес­тиваленә алып китә һәм улар беренсе дәрәжә диплом менән ҡайта.
Уҡыусылары республика һәм ҡала кимәлендә үткән төрлө ярыштарҙа бер-бер артлы еңеү яулай башлағас, уны эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу өсөн төрлө семинар, оѕталыљ кластары алып барырға саҡыра башлайҙар. 2006 йылда үҙен күрһәтеп өлгөргән эшлекле һылыу­ҙы әле эшләп йөрөгән еренә, 83-сө лицейға директорҙың мәғариф буйынса урынбаҫары итеп ҡуялар. Тиктормаҫ Рәсимә тиҙ арала мәктәптә башҡорт теле уҡытып йөрөгән уҡытыу­сыларҙа эштәренә сәмле ҡараш уята, һөнәрҙәренең ни тиклем кәрәкле һәм мөһим икән­легенә ышандыра, улар инде бергәләп дәртләнеп эшләй башлай. Һеҙгә гел нимәлер етмәй, һәр ваҡыт ниҙер таптырып йә талап итеп йөрөйһөгөҙ, беҙ тыныс эшләргә күнек­кәнбеҙ, мәк­тәптәге һауа торошон үҙгәр­тергә маташ­мағыҙ, тип әйтеүселәр ҙә, буласаҡ нефтселәр өсөн һеҙҙең предметтыњ ни кәрәге бар, балаларҙы төрлө сараларға йөрөтөп ҡаңғыртыуҙан туҡтағыҙ, тип киҫәтеү­селәр ҙә табыла. Әммә тәүҙә уны энәлә­рен тырпайтып ҡаршы алыусы төрлө милләт балаларының башҡорт телен ихлас өйрәнеүгә тотоноуҙары, күп тә үтмәй бер-бер артлы төрлө сығыштарҙа тәүге урындар алып, мәктәп данын арттыра башлауҙары коллективты республиканың дәүләт телен уҡытыусыларға хөрмәт менән ҡарарға мәж­бүр итә.
Рәсимә Әхәт ҡыҙының ойоштороу һәләттәрен аңғарып алып, лицейҙың Өфө дәүләт нефть техник университеты менән бергә алып барған эштәре өсөн дә яуаплы кеше итеп тәғәйенләп ҡуялар. Юғары уҡыу йорто етәкселәре менән танышып, йәһәт уртаҡ тел табып ала ул. Улар менән күп төрлө килешеүҙәр төҙөп, планға яраҡлы рәүеш­тә балаларҙы профессорҙар үткәргән лекцияларға алып йөрөй, университет диуарҙарында үткән төрлө сараларҙан да ҡалмайҙар. Университет типографияһында лицей өсөн төрлө кәрәкле уҡыу әсбаптарын бушлай баҫтырып алыуҙы юлға һала, бер һылтауҙан үҙе эшләгән уҡытыу мето­дикалары һәм йыйылған күргәҙмә мате­риалдарҙы туплап, башҡа башҡорт теле уҡытыусыларының дәрестәрен дә йыйып өлгө итеп баҫтырып сығарта, шулай итеп үґҙәренең лицейын ғына түгел, бөтә Орджоникидзе районының туған тел уҡытыусыларын да ярҙамсы китапсыҡтар менән тәьмин итә. Университет етәкселеге үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә, бына башҡорт ҡыҙы нисек күңел һалып эшләй, барыһы ла шулай эшләһә икән, тип өлгөгә ҡуйғас, улары янына килеп, һөнәре буйынса кем булыуын һорашалар, башҡорт теле уҡытыусылары ҡа­лай төплө була икән тип, тел сартлаталар. Шул мәлдәрҙә ярат­ҡан эшенең абруйын арттыра алыуына күңе­ленән генә ғорурланып та ҡуя. Биш-алты йыл райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһен дә етәкләй ул.
– 5-6-сы синыфтарҙы башҡорт теле­нә мин инглиз теле аша, сит телдәрҙе уҡытыу методикаһына таянып өйрәтәм. Был тәжрибәм хаҡында махсус китап та сығарҙым. Сит илдә эшләргә, йәшәргә хыялланған йәш быуын, инглиз теле ти­һәң, теше-тырнағы менән йєбешеп ятып уҡый, ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт. Үҙем мәк­тәптә немец теле өйрәнгәс, был идеямды тормошҡа ашырыр өсөн махсус курстарға йөрөп инглизсә өйрә­нергә тура килде, интернет аша ла шөғөлләндем. Тырышлығым бушҡа китмәне, был ысул менән мин башҡорт теле предметына уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп иттем. Тағы ла бәләкәйҙәр йәнһүрәт һәм уйындар ярата. «Тамыр» каналының «ӘЮЯ» тапшырыуҙарын да, махсус яҙҙыртып, дәрестәрҙә ҡулланабыҙ, бигерәк тә баш­ҡорт хәрефтәренең яңғырашын һәм башҡа шуның кеүек үҙенсәлектәрен өй­рәнгәндә был тапшырыуҙа бирелгән материалдар ҙур таяныс. Тапшырыуҙы эш­ләүсе төркөмгә туған тел уҡытыусылары исеменән рәхмәт әйткем килә.
Заман менән бергә атлайым тиһәң, гел нимәгәлер өйрәнергә, уҡырға кәрәк. Мин, мәҫәлән, үҙем түләп, Башҡортос­тан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында етәкселек итеү һәм аралашыу серҙәренә өйрәткән курстарға йөрөнөм һәм үҙем өсөн бик күп нәмә астым. Китап уҡырға яратам, башҡорт яҙыусыларынан йәшерәк авторҙар оҡ­шай, уларҙағы заман һулышы ла, әҫәрҙең бирелеше лә яңыса, бигерәк тә Рәмилә Торомтаеваның повестары күңелгә ята. Ҡабат-ҡабат уҡып сыҡтым ҡайһы бе­рәүҙәрен. Ши­ғырҙар ҙа уҡырға яратам, илһам килгәндә үҙем дә яҙышып алам.
«Яйлап ҡына кисеп барам
Ғүмерем даръяларын.
Даръяларҙа ҡамалыуҙан
Хоҙайым аралаһын», – тип яҙған бер шиғырында Рәсимә. Йәшләй генә ҡорған ғаилә усағының күптәрґе аяма­ған йәмғиәт сире – йәшел йылан арҡа­һында селпәрәмә килеүе күңеленә тәрән яралар һала. Әлдә генә саф хистәренең аяҡ аҫ­тына һалып тапалғанда, уй-хыял­дары дауылдарға бәрелеп ҡанатын һын­дырғанда йөрәк ғазаптарын баҫтыра алырлыҡ яратҡан эше була. Башкөллө мәктәп донъя­һына сумып, үҙ-үҙен онотоп эшләй ул. Йөрьәт итеп хөкүмәттең йәштәр өсөн торлаҡ программаһына ҡу­шылып, йорт та төҙөтә. «Нисек түләрмен, тип ҡурҡһам да, тәүәккәлләгәй­нем, ата-әсә­йем, туғандарым ярҙам итте, уйламаған ерҙәр­ҙән мөмкинселектәр асылып, өҫ­тәлмә эштә эшләп, бурыстарҙан да ҡотола алдым. Шулай донъя тип йүгереп йөрөгәндә, көтмәгәндә кү­ңелемә буран булып килеп ингән мө­хәббәткә ҡаршы тора алмай иләҫләндем. Уның да ғаиләһе бул­ған, минең дә беренсе никах түгел, бик оҙаҡ икеләндем, ни өсөн Хоҙай миллионлы Өфөлә юлыма тап уны сыға­ра ла ҡуя, сығара ла ҡуя, тип оҙаҡ өҙгө­ләндем, ата-әсәйем мине аңлармы, улар ни әйтерҙәр, тип тә кө­йәләндем. Шул мәлдә Джулия Робертс уйнаған “Аша, доға ҡыл һәм ярат” тигән таҫмаға иғтибар иттем. Кино мине шул тиклем тет­рәндерҙе, кәмендә ун тапҡыр ултырып ҡарағанмындыр, шунан, быны ярат­ҡан кеше­мә лә күрһәтергә тейешмен, тип уйланым. Шул көндө Рөстәм килеп инде һәм, беҙ һинең менән бөгөн бер фильм ҡарарға тейешбеҙ, тине лє кеҫә­һенән флешка килтереп сығарҙы. Был осраҡ­лылыҡ булғандыр, бәлки, ә беҙ уны яҙ­мыштыр тип ҡабул иттек, бергә­ләп ултырып, бер-беребеҙгә тәҡ­дим иткән таҫмаларҙы әллә нисә ҡабат ҡараныҡ. Шунан, айырым йәшәй алмағаныбыҙҙы аңлап, атай-әсәй фатихаһын алып, сик­һеҙ ҡыуаныс кисерҙек. Эргәмдә үҙемә тиң, ышаныслы кеше барлыҡҡа килгәс, үҙемде күберәк ғаи­ләгә арнарға ваҡыттыр тип, етәкселек эшен башҡа­ларға тапшырҙым, хәҙер яратҡан дәрес­тәремде генә бирәм, уҡытыусылыҡ эшен һис ял­ҡытмай торған күңелле уйын һы­маҡ ҡа­бул итәм. Бына-бына әсәй булам тип ҡы­уанып йөрөгәндә ауырып китеп, татлы хыялдарым упҡынға осҡанда ла ғәзиз кешемдең ярҙамы менән күңелемде бө­тәйтә алдым. Байтаҡ ғүмеремде балалар­ға арнаным, ихлас эшләргә тырыш­тым, хәҙер инде Хоҙайым үҙемә лә бер көн ҡа­натланып мәктәпкә ашҡынасаҡ изге йәнде бүләк итһен, тип телә­йем. Хыял­дарҙың тормошҡа ашыуына ла, һәр кемдең бәхеткә лайыҡ икәненә лә тамсы ла шикләнмәйем», – ти ул.
«Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ бәләкәй генә ағас үҫентеһен ултыртаһығыҙ. Бер нисә йылдан һуң ошо урында мәғрур, киң тармаҡлы ағас үҫеп сығасаҡ. Барыһы ла уға ҡарап һоҡланасаҡ һәм ирекһеҙҙән ағас ултыртыусыны хөрмәт менән иҫкә аласаҡ», – тип яҙа Рәсимә ханым «Уҡы­тыу һәм тәрбиәләү – һәр кемдең изге бурысы» тигән китабында. Ошо шаулап үҫкән урмандар мәктәп­тәрҙә башҡорт телен өйрә­теүселәрҙең күңелен өшөтөр бурандарҙан ҡурсаларлыҡ ҡалҡанға, көскә әйләнһен ине, тип теләге килә, Бәндәби­кәләр затынан булған ҡыйыу, аҡыллы, фиҙакәр замандашыма ҡарап.

Гөлнара БУРАНҠАЕВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook