Осман Чевиксой: Көтөү

Осман Чевиксой: КөтөүФәдимә апай аҙан тауышына уянды. Һәр ваҡыттағыса күҙҙәре ике пәрҙә араһындағы аралыҡты еңел тапты. Бысраҡ ҡараңғылыҡ хөкөм һөрә ине тышта. Урынынан бисмилла менән тороп, утты тоҡандырмайынса кейенде. Карауатының аяҡ осона ултырҙы. Ҡазым мулланың көр һәм йөрәккә үтеп инерҙәй тауышы аҫтында ашыҡмай ғына аҙан тыңлай башланы. “Ваҡыт иртә әле”, – тип уйлап ҡуйҙы эсенән. Аҙан ашығып әйтелһә, һуңлатылған, тигән ҡарарға килер ине. Әлегә йоҡо­нан тулыһынса арынмаған күҙҙәрен йомоп, башын алға эйҙе. Аҙан бөткән­гә тиклем шулай ултырҙы. Йөрәге һәр ваҡыттағыға ҡарағанда ла нығыраҡ яна, сөнки әле – байрам иртәһе...
– Улыҡайым, – тине, – был байрамда ҡайтырһыңмы икән?
Иренең тауышы ишетелмәгәс, ҡа­пыл айнып киткәндәй булды. Уны уят­мағайны. Хафаға төштө. Юрған аҫтынан аяҡтарын табып, һелкә башланы:
– Әй! Атаһы! Атаһы, тор, аҙан әйтелде…
Ир икенсе яғына әйләнеп ятты, тик уянманы. Гел шулай ҡабатлана ине. Өндәшмәһәң, ҡояш ҡалҡҡанға тиклем йоҡлаясаҡ, һуңынан: “Ниңә мине намаҙға уятманың?” – тип орошасаҡ. Бө­гөн, мәсеттән ҡайтҡас, атаһына барып, әрүахтарға бағышлап, Ҡөрьән уҡыясаҡ­тар. Шуға ла, тауышын күтәрә төшөп:
– Тор, атаһы, тор… Әйҙә… Йәһәте­рәк ҡылан… – тине.
Ире, күҙен дә асмайынса, йоҡоло тауыш менән:
– Нимә булды? – тип теләр-теләмәҫ кенә һораны.
– Аҙан әйтелде, тор…
“Аҙан” һүҙен ишеткәс, ир тороп ултырҙы. Кейенә башланы. Ул кейенгән арала Фәдимә апай, пәрҙәләрҙе асып, бүлмәгә килеп тулған һоро яҡтылыҡта урын йыйыштырҙы. Ишекте һаҡ ҡына асып, тышҡа сыҡты. Артынан сыҡҡан иренә тәһәрәт алдырҙы. Уны мәсеткә оҙатҡандан һуң намаҙ уҡыны. Болдорҙан ҡоро утын индереп, мейескә яғып ебәрҙе. Баклаваның шәр­бәтен һалырға һуңламаҫҡа кәрәк ине. Шәрбәтте әҙерләгәнсе, ире мәсеттән ҡайтты. Ашыға-ашыға һарайға инеп, малдарҙы ҡаранылар, һыу эсерҙеләр, ашарҙарына һалдылар. Ире байрам намаҙы өсөн мәсеткә ҡабат киткәс, аш һалып ебәрҙе. Килен булып төшкәндән бирле торған эскәмйәгә ултырып, уйға сумды. Йөрәге менән танауының осо бер ваҡытта һыҙлай башланы. Япа-яңғыҙ хис итте үҙен. Әйтерһең дә, сит-ят ерҙә. Яңы ғына мәсеткә киткән әҙәм – ире, әлеге ваҡытта байрам иртәһендә уянырға торған балалар – уның балалары һәм был ауыл – тыуып үҫкән ауылы ине, әммә шуға ҡарамаҫтан, ситтә кеүек ине Фәдимә апай. Бер кеме лә юҡ һымаҡ. Йылдар буйы янған йөрәге был иртәлә башҡа төрлө яна. Бына инде нисә йылдар йөрәген ҡара таш баҫҡайны. Таш менән янғынды һүндереп буламы һуң?
Тамағына килеп тығылған төйөндө йотоп ебәрҙе. “Ҡайтмаясаҡ”, – тине үҙ-үҙенә. Яулығының осо менән күҙ­ҙәрен һөрттө. Мейескә утын өҫтәне. “Ҡайтып, нимә эшләһен инде? Беҙ кем? Инде атай-әсәйгә мохтажмы?” – тип көрһөндө. Аш ҡайнай башлағайны. Тороп, икмәк бүлмәһенә инде. Күҙенә ҡарай-ҡарай яланған бесәйҙе тышҡа ҡыуып сығарҙы. Баклавалы батмус янына килде. Шәрбәтле кәстрүл­дең ҡапҡасын һаҡлыҡ менән асты. Тағы ла бер аҙ һыуынһынмы икән? Ҡулы менән кәстрүлдең тышын тотоп ҡараны. Ҡулды бешермәй ине. “Йә, ярай”, – тине. Шәрбәтте бәләкәй сәй­нүккә һалып, эсенә сәтләүек һалынған, ҡыҙарған ҡоро йәймәләрҙең өҫтөнә ҡоя башланы.
Ҡайтып, “Әсәй, татлы берәй нимә бешермәнеңме?” – тип һораһа, “Бешерҙем, балам. Татлыһыҙ байрам байрам буламы инде?” – тип әйтер өсөн ауыртҡан ҡулдары менән тырыша-тырыша йәйгәйне ҡамырҙы. Эсенә үткән байрамдан ҡалған сәтләүекте күп итеп һалғайны. Етмәһә, анар кеүек ҡыҙарт­ҡайны. Әлбиттә, былар бөтәһе лә буш­ҡа… Бына ике көн инде дәүләт ойошмалары ял итә, ҡайтыр булһа, күптән ҡайтҡан булыр ине. Шулай ҙа әрнегән йөрәгендә бәләкәй генә өмөт бар ине. Барлығы менән юҡлығы араһында әл­лә ни айырма булмаған, энә осо ҡәҙәр бәләкәй бер өмөт…
Батмустың өҫтөн ябып, тышҡа сыҡты. Ашты уттан алды. Бәләкәй табала аҡ май иретеп, өҫтөнә бөтнөк һипкәндән һуң ашҡа һалды. Бүлмә шул арала ҡыҙҙырылған аҡ май һәм бөтнөк еҫе менән тулды. Ярым уянған балалар, был тәмле еҫте тойоп, килеп торҙолар. Араларында бөтнөклө ашты яратмағаны юҡ ине.
Ярты сәғәт эсендә балаларҙың урындары йыйылды, өй һеперелде, өҫтәл әҙерләнде. Атай кеше зыяраттан ҡайтҡандан һуң табынға ултырҙылар. Өс баланан икәүһе бик шат ине. Һөй­ләшәләр, көлөшәләр, тәмләп бөтнөклө ашты һыпырталар. Атай һәм әсәйҙән башҡа тағы ла килеп тыуған хәлде аҙмы-күпме аңлаған өлкән ҡыҙҙарының да тамағына бик аш бармай. Өҫтәл уртаһындағы киң табаҡҡа был өсәүҙең ҡашыҡтары теләр-теләмәҫ кенә инеп сыға. Табаҡтың төбө күренгәс, бәлә­кәстәр татлы һораны.
– Татлы төшкөһөн булыр, – тине Фәдимә апай. – Әлегә һыуынмаған…
Бәләкәстәр мыжыһалар ҙа, теләктә­ренә ирешә алманы. Өҫтәл артынан тороп, үткән байрамдан һуң бөтөнләй кейелмәгән, байрам өсөн тәғәйенлән­гән күлдәктәре янына ашыҡтылар.
Башланғыс мәктәпте ике йыл элек тамамлаған өлкән ҡыҙҙары ағаһы ҡайтмағанға һәм ата-әсәһе өсөн борсола ине. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был тиклем дә ҡаты күңелле булып буламы икән? Кеше бер байрамда ҡайтмаһа, икенсеһендә ҡайтыр ине. Башҡалар­ҙың балалары Германия тиклем Германиянан ҡайта. “Ағаҡайым, ҡайтһаң нимә була инде? Ошо ишектән килеп инһәң… Муйыныңа аҫылынып туйғансы илаһам, нимә була? Атай-әсәйемдең йөҙө ошондай булыр инеме ни ул ваҡытта? Ҡәҙер белмәгән ағайым минең. Ағаҡайым минең… Бөтөнләй оноттоңмо беҙҙе?”
Күҙҙәре ҡыҙарғайны. Торҙо. Бәлә­кәй туғандарына кейенергә ярҙам итеү­ҙе сәбәп итеп, бүлмәнән сығып китте. Өҫтәл артында ирле-ҡатынлы ултырып ҡалдылар.Табаҡ төбөндә ҡалған ике ҡалаҡ ашты ашап бөтөрә алманылар.
– Эткә бирәйем булмаһа, – тине ҡатын. Өҫтәлде йыйыштыра башланы. Ир кеше, сығып, тәмәке тоҡандырҙы. Өҫтәл йыйыштырылғандан һуң да бер ни тиклем һөйләшмәй, ике ғәйепле бала кеүек баштарын эйеп ултырҙылар. Икеһе лә, һис шикһеҙ, улдары тура­һында уйлай ине. Ҡайтманы. Күпме бушҡа көттөләр, күпме бушҡа һөй­ләштеләр. Инде һөйләшкеләре лә килмәй. Илап алырға ла мөмкин ине. Ҡатын түҙмәне:
– Уҡытмаған булһаҡ, – тине.
Ҡалғанын әйтеп бөтөрөргә форсат бирмәйенсә, ир кеше йыйырсыҡтар менән тулы йөҙөн ҡатынына табан борҙо. Уҫал итеп ҡараны.
– Уҡытмаһаҡ, яныбыҙҙа булыр ине, шулаймы? – тине. – Йәнде көйҙөрмә, Алла хаҡына… Уҡымағандарҙың да кү­рәбеҙ ниндәй икәнен… Ярай, ҡайтма­һын… Һау булһын да рәхәт йәшәһен. Элекке кеүек бер үҙе булһа… Бала-сағаһы бар, күпме аҡса кәрәк.
Кисә төн уртаһына тиклем күҙе юлда булған, һәр тауышҡа ҡолаҡ һа­лып, өмөт менән улын көткән, ейән­дәре менән күрешергә әҙерләнгән әҙәмдең былай әйтеүе ҡатынды апты­ратманы. Был һүҙҙәр улының ҡайтыуынан өмөтөн өҙөүен аңлата ине. Шу­ға ҡарамаҫтан, ҡатындың йөрәгендәге бәләкәй генә, энә осо ҡәҙәр өмөт һүн­мәгәйне. Ҡатын һаман көтә ине. Ҡа­тындың күҙҙәре һаман юлда ине.
Шул ваҡыт таҡта баҫҡыста аяҡ тауыштары ишетелде. Берәү өҫкө ҡатҡа күтәрелә ине. Аяҡ кейеменең табаны тимерле ирме был?
Ҡатындың йөҙө яҡтырып китте.
– Улым! – тип ҡаршыһына йү­герҙе.
Әммә көлгән йөҙө ишеккә барып етер-етмәҫ элекке хәленә ҡайтты. Килгән кеше Шыххамзадан автобус шоферы Фәүзи ине. Ҡулына ҙур бер пакет тотҡан. Эскә инеп, сәләм бирҙе. Пакетты биргәндән һуң шат булып күренергә тырышҡан ир менән ҡатындың (уларға туған тейешле ине) ҡулдарынан үпте.
– Пакетты Анкаранан ебәргәндәр, – тине. – Һатыусы Сәфәрҙең магазинында бер аҙна ятҡан. Һеҙгә тапшырырға кеше тапмаған…
– Рәхмәт яуһын үҙеңә, – тинеләр. – Ултыр, аш килтерәйек, татлынан ауыҙ ит, – тинеләр, ултырманы. Автобуста кешеләр көтә икән. Ысынында, ауылға инеп торорға тейеш булмаған, бары тик ошо пакетты тапшырыр өсөн генә ингән. Башҡа ваҡыт килеп ултырырға һүҙ биреп, ишеккә ыңғайланы.
Ҡунаҡты ҡапҡаға тиклем оҙатып ҡуйҙылар. Әйләнеп килгәс, пакет өҫтөндәге яҙыуҙы өлкән ҡыҙҙарынан уҡыттылар. Дөрөҫ уйлағандар, пакет улдарынан ине. Хат булһынмы, пакет булһынмы, нимә ебәрһә лә, һатыусы Сәфәр аша ебәрә ине.
Фәдимә апайҙың йөрәгендәге теге бәләкәй генә өмөт ошо рәүешле юҡҡа сыҡты. Ҡайтыр булһа, кеше аша әйбер ебәрмәйенсә, үҙе ҡайтыр ине. Ҡыҙыҡ­һынып та асып ҡараманы. Эйәге менән икмәк бүлмәһенә ымлап:
– Ҡуй шунда, ҡыҙым, – тине.
– Асайыҡ, – тине бәләкәстәр.
Уларҙы әрләне. Нимә тип асһын инде? Эсендә нимә икәнен үҙе һалған кеүек белә бит. Бер килограмм һабын, дүрт килограмм шәкәр, бер килограмм сәй, шырпы, байрам шәкәре, бер ҡап аспирин, тәмәке, с∆прє, биш килограмм май… Пакет эсендә ятырға тейеш булған әйберҙәрҙе күҙ алдынан үткәргәндә күҙҙәре йәшләнде. Һуңы­нан яңаҡтары еүешләнде.
– Нимә тип әйтәйем инде, – тине. – Һинең дә балаларың бар. Бала хәс­рәте нимә икәнен һин дә таты…
Ире оҙаҡҡа һуҙыласаҡ илау башланасағын белә ине. Өлкән ҡыҙы ла ҡушыласаҡ. Хат, пакет килгән һайын, шулай ҡабатлана. Түҙмәне. Торҙо, мал-тыуарға ашарға һалыуҙы сәбәп итеп, тышҡа сыҡты. Байрам булһа ла, эшләү гөнаһ түгел бит…
Хәҙер нимә эшләргә инде? Чатаҡтағы ҡыҙын иҫенә төшөрҙө. Тәне буйлап йылы йүгерҙе. Ул ҡыҙы дүрт балаһының, ҡәйнәһенең мыжыуына ҡарамай, һәр байрамдың беренсе көнөндә мотлаҡ килә ине. Тик төштән һуң… Төшкә тиклем танау тартып, илап ултырырғамы?
Күҙ ҡабаҡтары ауырайґы. Башында тыуған йоҡо яйлап уның бөтә тәне буйлап таралды. Ихтыярынан тыш уны әсир итеп алды. Ҡаршы торорға һис әмәле ҡалманы. Ҡаршы торорға теләге лә юҡ ине. Ҡайғы­рыуҙан түккән күҙ йәш­тәренән һуң йоҡоға һыйыныуы ғәҙәти хәл ине. Күҙҙәрен йомдо… Ҡа­раңғылыҡ эсенә сумды. Ҡолағына ишетелгән тауыштарҙың төшмө, ысынбарлыҡмы икә­нен айырырлыҡ хәлдә түгел ине. Һуңынан ул тауыштар ҙа, күренеш­тәр кеүек, томан эсендә иреп юғалды.
Иңбашында ауырлыҡ тойоп, күҙ­ҙәрен асты. Ҡаршыһында улы Мостафа тора ине. Иңбашындағы ауырлыҡ улының ҡулы ине. Тәүҙә, төштә күрәм икән, тип уйланы. Һыр бирмәй, иҫе китмәй генә ҡараны улына. Һуңынан күҙен йомдо. Бөтә нимә тағы ла ҡа­раңғылыҡҡа күмелде. Гел шулай була ине. Ҡасан ғына йоҡлаһа ла, төшөндә улын бер күрә, бер юғалта…
Иңбашын тағы ла һелктеләр.
– Әсәй… Әсәй, уян инде…
Мостафаның тауышы ине был…
Күҙҙәрен тағы асты. Шул уҡ күренеш. Мостафаһы… балаһы… Ике кү­ҙенең нуры…
Төш күрмәүен аңланы. Йәһәт кенә тороп, улын ҡосаҡлап алды.
– Балам, – тине. – Бәғерем минең…
Башҡа бер нимә лә әйтә алманы. Күҙ йәштәренә быуылды.
Бер аҙҙан улының яурынынан башын күтәрһә, үҙенә ғәжәпһенеп тә, ғәйеп тойғоһо менән дә ҡарап торған киленен, ейәндәрен күрҙе. Донъя бәхеткә күмелде.

Төрөксәнән Фәйрүзә ҒАРИПОВА тәржемә итте.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook