Балалар табынына

Файҙалы татлыҡай
Балалар табынынаБәләкәстәр тәмле-татлыны ярата. Татлы нәмәләр файҙалы ла булһын, тиһәгеҙ, киптерелгән емештәр ярҙамға килер. Һәр береһе менән айырым танышып сығып, уларҙың балаға зыяны теймәүен аңлағас, ошондай тәмлекәсте әҙерләргә мөмкин.
Күрәгә, ҡара емеш, йөҙөм, бер аҙ грек сәтләүеген ит үткәргес аша үткәреп, бер ҡалаҡ бал өҫтәп болға­тырға. Бар ғаилә өсөн файҙалы был тәмлекәс һыуыт­ҡыста оҙаҡ һаҡланһа ла, балалар өсөн уны бер аҙнаға етерлек итеп кенә әҙерләгәндә һәйбәтерәк
булыр.

«Ҡышҡы әкиәт» эсемлеге
Ҡайнап торған һыу­ға, ҙур булмаған ки­ҫәктәргә турап, алма өҫтәйбеҙ. Ярты әфлисунды, ҡабығы менән бергә тәгәрмәсләп турап, шунда уҡ төшөрә­беҙ. 15-20 минут ҡайнатҡас, тәменсә шәкәр өҫтәп, утты һүндерәбеҙ. 10 минуттан әфлисунды алырға кәрәк, юғиһә ул әсе тәм биреүе бар.

Үҙенсәлекле һауытта турама
Балаларҙы ҡыҙыҡтырыр өсөн, ризыҡты матур итеп биҙәргә тырышабыҙ. Ананастың эсен алып, тышын турама өсөн һауыт итеп ҡулланғанда нисек булыр?
Ананастың йомшағын ваҡлап турарға. 2 бананды һәм 2 кивиҙы түңәрәкләп ҡырҡырға. 1 ҡыҙыл алманы, 1 әфлисунды шаҡмаҡлап турарға. Сәтләүек өҫтәргә. Ҡатыҡ, йогурт йәки ҡаймаҡ өҫтәп, барыһын бергә болғатырға ла, ананас «һауыт»ҡа һалырға.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook