Башҡортостан – минең рухымда

Башҡортостан – минең рухымда(Эссенан өҙөк)

Евразия киңлектәрендә боронғо замандарҙа ҡәбиләләр һәм халыҡтар биләгән биләмәләрҙе күрһәткән карталарҙа “башҡорттар” тигән һүҙ Тоболдан алып Иҙелгә, Каспий буйына ҡәҙәр аралыҡты алып тора. Ул саҡта ерҙәр сик һыҙыҡ­тары менән билдәләнмәгән, квадрат километрҙарға бүлгеләнмәгән, тик ҡәбилә союздарының исемдәре ме­нән аталған һәм ат тояҡтары менән мөһөр һуғылған. Хәҙер генә ул сиктәр теүәл күрһәтелгән, ер майҙандары билдәләнгән. Башҡортостандың май­ҙаны, быуаттар буйына тарая килгән­дән һуң, әле 143,5 мең квадрат километр тәшкил итә. Дүрт миллион кешегә бында ҡыҫыҡ түгел. Барыһына ла – башҡорттарға һәм татарҙарға, урыҫ­тарға һәм сыуаштарға, украиндарға һәм мариҙарға, йәһүд­тәргә һәм удмурттарға – ошонда йәшәүсе һәр кем­гә урын да, эш тә, ризыҡ та етә. Беҙҙең баҫыуҙарға һәм болондарға, ур­мандарға һәм йылға­ларға, далаларға һәм тауҙарға үҙебеҙ килтергән бә­ләләр арҡаһында ярлыланыу, һайығыу һәм ҡыйралыу янаһа ла, мин ышанам, беҙ аҡылыбыҙға килербеҙ, уларҙы ҡотҡарып ҡалырбыҙ. Ике ҡитға – Европа менән Азияны ҡосаҡ­лап торған төбәк – Ыҡ һәм Яйыҡ араһындағы ожмахҡа тиң бул­ған төбәк – тамам бөлөп ҡалмаҫ. Үҙебеҙ­ҙең Уралды беҙ ике ҡитғаны беркет­кән алтын йөй тип йөрөтәбеҙ. Был хаҡта минең хатта шундай легенда ла ишеткәнем бар. Ҡасандыр Европаны Азиянан даръя айырып торған. Донъяны яратҡан Тәңребеҙҙе был борсой башлаған. Уларҙы тоташтырмайынса дөрөҫ эшләмәгәнен аңла­ған. Ләкин ул элекке эшенә төҙәтмәләр индерергә яратмаған, быға уның ваҡыты ла, теләге лә булмаған. Ғәмәлдең бөйөк хужаһы үҙенә башҡорт егетен саҡырып алған да, уға ҙур ҡорос энә менән сикһеҙ оҙон ал­тын еп алып, Европаны Азияға беркетеп тегергә ҡушҡан. Егет оҙаҡ һәм оһолло эшләгән, беренсе мәңгелек тамамла­ныуға эшен теүәлләгән. Йөй урынында бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазиналар тауы барлыҡҡа килгән. Урал шулай ҡалҡ­ҡан. Тәңре риза булып ҡалған. Егеткә бүләк итеп уға ҡатынлыҡҡа ифрат гүзәл йән эйәһен бир­гән. Бына шунан башҡорт ырыуы барлыҡҡа килгән дә инде, тип бәйән итә легенда. Был, кем әйтмешләй, күк­кә ел менән яҙылған нәмә.
Аҡҡа ҡара менән яҙылғаны ла бар. Күп йылдар әүәл Л.Н.Толстойҙың “...үҙҙәренән Геродот еҫе аңҡып торған башҡорттар ҙа...” – тигән фразаһын осратҡас, мин уйға ҡалдым. Геродоттың бында ниндәй ҡатнашы бар? Метафора ғыналыр, моғайын. Шулай ҙа “тарих атаһының” үҙенә мөрәжәғәт иттем. Уның “Тарих­тар”ының дүртенсе китабында бейек тау итәктәрендә көн итеүсе ҡәбилә тураһында һөйләнелә. Ирҙәр һәм ҡа­тындар – тыумыштан таҡыр башлы (күрәһең, Скифияла сәсте ҡырып алыу йолаһы бөйөк грекҡа мәғлүм булмағандыр; унда бәпестәрҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙың да сәстәрен ҡырып алғандар), йәйенке танаулы, киң эйәкле. Улар үҙҙәренә бер төрлө телдә һөйләшә, скифтарса кейенә. Тарихсы раҫлауынса, был ихлас күңелле, сабыр тәбиғәтле ҡәбиләнең исеме – аргиппей. Уларҙың хатта һуғыш ҡоралдары ла юҡ, ләкин башҡалар уларға ҡағылмай, сөнки аргиппейҙар изгеләрҙән иҫәпләнә. Геродотҡа аңлатма биреүсе, боронғо тарих буйынса белгес, профессор С.Я.Лурье, был “таҡыр башлы кешеләр” хәҙерге башҡорттарҙың ата-бабалары булырға тейеш, тип аныҡ һµґµмтә яһай.
Ҡарашымды быуаттар төпкөлөнә, ҡарағыҙ әле, ниндәй боронғо, шул уҡ ваҡытта ниндәй изге минең хал­ҡым, тип күрһәтеү һәм раҫлау өсөн йүнәлтмәнем. Боронғо булмаған халыҡтар ғөмүмән юҡ, тип уйлайым. Күп һанлы халыҡтарҙың да эҙһеҙ юғалыуы, ят әйләнә-тирәлектә ҙур һәм кесе этностарҙың иреп бөтөүе, юҡҡа сығыуы беҙгә билдәле. Улар ҡалдырған тарихи эҙҙәр һәм цивилизация һәйкәлдәре генә йәшәй. Ләкин бер ҡайҙа ла кә­мендә “Вавилон манараһы ҡороу” осоронан башлап яңы халыҡтарҙың, яңы телдәрҙең барлыҡҡа килеүе тураһында уҡығаным һәм ишеткәнем булманы. Әлегә иҫән ҡалғандарҙың барыһы ла беҙгә билдәһеҙ сығанаҡтарҙан үҙ башланғысын ала, бер кем дә үҙенең беренсе булып барлыҡҡа килеүен раҫлай алмай. Төрлө халыҡтың матди һәм рухи мәҙәниәтенең үҫеү тиҙлеге, өлгәшеү ки­мәле, әлбиттә, төрлөсә булған. Берәү­ҙәр үҙҙәренең ижади ҡеүәттәрен алданыраҡ эшкә еккән, икенселәр һуңыраҡ хәрәкәткә килгән, өсөнсөләр ижад түлен уңайлыраҡ замандарға тик­лем туплаған һәм һаҡлаған. Әй­тәйек, бер үк мәлдә бер үк тупраҡҡа бер ус орлоҡ һиптең, ти. Шуларҙың бит һәммәһе лә бер үк миҙгелдә дәррәү шытып сыҡмай. Һәр үҫенте үҙ ва­ҡытында баш ҡалҡыта. Мәңгелек өсөн дә, миҙгел өсөн дә закон бер. Был йәһәттән мин үҙ милләтем тура­һында уйлайым. Рухи йәшәйешендә ул юғары күтәрелештәргә лә өлгәш­кән, ҡуңалтаҡлыҡ та кисергән. Шулай ҙа оҙон-оҙаҡ тарих юлында үҙенең ижа­ди ҡеүәтен, һәләтен, илһамын юғалт­май һаҡлап килгән...
... Башҡортостан тормошонда иң ҡараңғы осорҙарҙың береһе, моғайын, ун туғыҙынсы быуаттың икенсе яртыһы булғандыр. Был ваҡытта инде сығырынан сыҡҡан урыҫ һәм донъя капиталы тағы ла оңҡотораҡ ҡомһоҙлоҡ менән бөтә төбәктәргә һуңғы майлы ҡалъяларҙы эләктереп ҡалырға ташлана. Нисек тә өлгөрөргә кәрәк! Нисек тә ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк! Халыҡтың күпселегенең хәйерселәнеүе, милли ғорурлыҡтың түбәнәйеүе тураһында ул ваҡыттың урыҫ иҡтисадсылары, тарихсылары һәм яҙыусылары күп һәм ышандырырлыҡ итеп яҙҙы. Тормошта шундай бер ябай һәм фәһемле хәҡиҡәт бар: таланған кеше кәмһетелеүҙән, мыҫҡылланыуҙан үҙенең ғорурлығын юғалта, ә талаусы ни бары намыҫын юғалта, ә намыҫ уға былай ҙа кәрәк түгел.
Төп милләттең тарихта һәм бөгөнгө йәмғиәттә үҙ урыны бар. Төпкә егелгән аттың үҙ вазифаһы, мисәүҙәгеләрҙең – үҙенеке. Ә йөк уртаҡ. Ул – Башҡортостан. Төптәгегә ауыр булһа, мисәүҙәгеләргә лә еңел түгел. Һәм, киреһенсә, йонсоу көндәрҙә, ауыр юлдарҙа хәйләһеҙ берҙәмлек һынала, күтәрелештәрҙә, осоштарҙа ҡеүәттәребеҙ бергә нығый, дәрттәребеҙ бергә арта. Башҡорт халҡы бер ваҡытта ла үҙенең именлеген башҡалар иҫәбенә ҡормаған, ил баҫып бөтәймәгән. Йәшәү, тоҡом һаҡлау өсөн оҙон көрәш юлында Геродот әйткән теге илгәҙәк “таҡыр башлы кешеләр”ҙең артабанғы вәкилдәре үҙ-үҙҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡулдарына ҡорал алырға ла мәжбүр булған, тик, бәхеткә күрә, ҡурҡытыу һәм алдау юлы менән башҡаларҙың ҡалъяларын тартып алырға өйрәнмәгән. Шуның өсөн беҙҙә әле лә барлыҡ милләттәрҙең рухи яңырышы, үҫеше буйынса дөйөм программа эшләнде һәм тормошҡа ашырыла. Әгәр мин беҙҙең йортобоҙҙа һан яғынан күпселеккә ышыҡланып, артыҡ нәфсе һәм амбициялар менән ауырыу кешеләр бөтөнләй юҡ тиһәм, был да дөрөҫ үк булмаҫ ине. Әүәлерәк әйткәнемсә, һүҙ айыҡ ҡарашлы, тормошсан аңлы кешеләр хаҡында бармай. Әммә томаналар ҙа йыш ҡына тормош айышына йоғонто яһай.
Ошо айҡанлы атайымдан ишеткән бер кинәйәле әңгәмәне иҫкә төшөрәм.
...Төнгө ыжғыр буранда өшөгән, талсыҡҡан, асыҡҡан юлаусылар тәҙрәһендә ут күренгән өйгә тап була. Ишек шаҡыйҙар. Эстән ҡарсыҡ менән ҡарттың тауышы ишетелә: “Ишек асыҡ, тура инегеҙ!” Юлаусылар аттарына ышыҡ, үҙҙәренә ризыҡ һәм йылы урын таба. Беҙҙең дала яҡтарында буран бер башланһа, оҙаҡҡа һуҙыла. Тәү мәлдә фатир төшөүселәр үҙҙәрен инсафлы тота. Тора-бара иркенләй башлайҙар. Хужаларға тел тейҙерәләр, ризыҡҡа, кәрәкяраҡҡа һорауһыҙ тотоналар. Ҡарт юлаусыларҙың бындай баш-баштаҡлығын оҡшатмай, ризаһыҙлыҡ белдерә. Уларҙың береһе – иң наҙаны, йәғни, иң һөмһөҙө: “Тик тор, ҡарт, беҙ һеҙҙән ике тапҡырға күберәк – дүртәүбеҙ, тимәк, һеҙ беҙгә буйһонорға тейешһегеҙ, – тип яуап бирә. – Бөтәһенә лә буранығыҙ ғәйепле”. Ә буран туҡтамай ҙа туҡтамай... Атайым әңгәмәһен ошондай һығымта менән тамамланы: “Көн боҙоғонда үҙ усағы эргәһендә урын биргән кешеләргә ҡарата анау юлаусылар кеүек ҡыланма...” Беҙгә нимәләр уйларға һәм тормошобоҙҙо нисек итеп ҡорорға өйрәтеп, мәсьәләләрҙе беҙ­ҙең өсөн хәл итергә маташып, Мәскәү һәм башҡа урындағы ҡайһы бер сәйәсмәндәр ныҡышмалылыҡ күрһәтә. Беҙҙе, милли республикаларҙың төп халыҡтарын, ҡайһы берәүҙәр титул битенә яҙылған милләт тип кенә атай, улар беҙҙең тарихи тамырҙарыбыҙҙы, үҙаңыбыҙҙың сығанаҡтарын, әхлаҡи ҡанундарыбыҙҙың ҡиблаһын белмәй, бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең бар булмышыбыҙҙың, көн күрмешебеҙҙең асылын төшөнмәй. Титул биттәрен йыртып ырғыттыңмы, шунда уҡ губерналар хасил була, ә унан һуң бер униформа кейгән берҙәм һәм бүленмәҫ Рәсәй килеп сыға. Шулай бик ябай ғынамы? Ә тормош башҡа һабаҡтар бирә. Ана, Чечняны ғына алайыҡ... Был йәһәттән билдәле урыҫ яҙыусыһы Александр Солженицындың вәғәҙәләре кәм тигәндә ғәжәп­ләнеү уята, ул берҙәм Рәсәйҙе яҡлап, милли дәүләтселектәрҙе губерна сик­тәрендәге резервацияларға индерер­гә тәҡдим итә. Йәнәһе, шунда “үҫ­һендәр һәм сәскә атһындар”. Сәскә атырһың ситлектә! Был күрәҙәлек ҡылырға маташыусы әҙиптән алдараҡ – ХIХ быуатта һәм ХХ быуат башында ижад иткән яҙыусылар, ҡабатлап әйтәм, башҡорт юғалмаһын өсөн үҙҙәренең абруйлы тауыштарын ишеттергән. Һәләкәт янауын киҫәт­кән. Ә беҙҙең замандашыбыҙ үҙ илдәребеҙҙә аҙсылыҡта ҡалған өсөн генә беҙҙе һәм беҙҙең ишеләрҙе бер һелтәүҙә юҡҡа сығарырға саҡыра. Ниндәйҙер “нацмендар”, имеш... Титулды йыртып ырғыт та, эш тә бөттө. Юҡ инде! Шуныһын да әйтергә кәрәк: Александр Исаевичтың йөрәгендә үҙенең урыҫ халҡына ҡарата ла мөхәббәт һәм тоғролоҡ тойғолары ташып бармай. Ғөмүмән, мин бер сәйер нәмә күҙәтәм: Рәсәйҙәге бәғзе вәғәзселәр беҙҙе башыбыҙҙы артҡа борған килеш алға барырға саҡыра, берәүҙәрҙең ҡараштарын “домостройға”, икенселәренекен хан әләменә йүнәлтергә өндәй. Йылғаның кирегә боролоуы ихтимал, ә ваҡыт бер ҡасан да кирегә аҡмай.
Бөгөнгө ысынбарлыҡ бар. Өмөт­тә­ребеҙҙең реаль кәүҙәләнеше – Башҡортостан халыҡтарының үҙҙәре өл­гәш­кәндәрҙе һаҡлап ҡалырға ла, артабан нығытырға ла ҡулдарынан килер.
* * *
Үҙ-үҙеңде энәһенән-ебенә тиклем тикшереү, хәүефле юрауҙар, үткәндәрҙе ғәйепләүҙәр, зарланыуҙар, изге йәки яуыз тарихи иҫтәлектәрҙе барлау юлдарын үтеп, милләт әкренләп үҙендә күңел бөтөнлөгө таба, үҙен егәрле хеҙмәткә көйләй. “Үҙгәртеп ҡороу һәм тиҙләнеш” болғанышында (унан һуң да) “Бөтәбеҙ! Үләбеҙ!” тигән шыңшыуҙар ишетелгәндә лә халыҡ төшөнкөлөккә бирелмәне. Мин үҙ халҡымдағы бөтә нәмәне ҡабул итәм – юғалтыуҙар әрне­үен, рәнйештәрҙе, шатлыҡтарҙы, күңел кителеүҙәрен, өмөттәрҙе, шикләнеүҙәрҙе – йәғни, барыһын да ҡабул ҡылам. Тик милли өмөттөң өҙөлөүен, уның бөтәсәген күрәҙәләүҙәрҙе бер ҡасан да иманыма алмаясаҡмын. Сөнки ышанам, минең тупраҡташтарым тамырҙарында тыуған ерҙең татлы һәм әсе һуттарынан барлыҡҡа килгән ҡан аға. Ул ҡан һис ҡасан да һыуынмаҫ һәм ойошмаҫ. Шуға күрә улар был ергә бер ҡасан да хыянат итмәне, итмәйәсәк.
Беҙ Рәсәй менән бергә булғанға көс­лөбөҙ, беҙ Рәсәйҙә булғанға ныҡлыбыҙ. Беҙҙең Бөйөк Ватаныбыҙ ҙа күктән яу­ған ниғмәттәр менән туйынмай, әкиәттәрҙәге ҡөҙрәттәргә таянмай. Ул үҙенең ныҡлы нигеҙҙәре, терәктәре арҡаһында ҡаҡшамаҫ ҡеүәткә эйә. Киләсәктә лә шулай буласаҡ. Ағас ҡуңыҙҙары ғына уның имән терәктәрен кимермәһен ине. Йыртҡыс тырнаҡтары ғына етешкән лимондың һутлы өлөштәрен соҡоп сығарып, уларҙы кибеп бөткән иҫке ҡабыҡҡа – губерна ҡабығына тығырға маташмаһын ине. Ул саҡта барыбыҙға ла насар буласаҡ.

1995 йыл, ноябрь.

Мостай КӘРИМ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook