Тәҡдир һәм сабый

Әсәй менән атай сабыйын нисек кенә ҡурсаламаһын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъяға тыуған һәр бәндәнең Юғары көс тарафынан билдәләнгән үҙ тәҡдире була. Баланы яҙмыш ҡаршылыҡтарынан һаҡлап булмай. Әммә үҙ аллы ҡарар ҡабул итеү, яҙмыш һынауын үтеү, ауырлыҡтарҙа сынығыу, маҡсатҡа ынтылыу оҫталығына өйрәтеү мөмкин. Ә ҡайһы берҙә артҡа сигенеү, фекер төйнәп, көс туплап алыу ҙа файҙаға ғына икәнен аңлатырға тура килә.
Психологтар ни өсөн сабый­ға ваҡыт бүлеүҙе, бергәлә­шеп уйнауҙы һыҙыҡ өҫтөнә ала? Баҡтиһәң, баланы уртаҡ эшмәкәрлек ярҙамында ғына тормош һабаҡтарына төшөндөрөп була. Өлкәндәр менән бергәләшеп башҡарылған кескәй генә шөғөл дә, сабыйҙы көслө мәғлүмәт, ҡөҙрәт менән һуғарып, тәҡдирҙе еңеү, үҙгәртеү мөмкинлеге бирә.
Карма – бурысты түләү генә түгел. Кармаһын таҙартыу юлында әҙәм заты үҙенә етмәгән күңел һыҙаттарын үҙләштерә һәм шәхес булараҡ камиллаша.
Мәҫәлән, бер бала изге күңелле лә, ярҙамсыл да, әммә үҙен яҡлар­ҙай һәм яманлыҡҡа ҡаршы торор­ҙай ихтыяр көсө һәм рух ныҡлығы етмәй. Яҙмыш уға ошо сифаттарҙы үҙләштерерҙәй мөхит тыуҙыра. Аң­лағыҙ: асыу, нәфрәт, үс алыу түгел, ә рух ныҡлы­ғына өлгәшеү өсөн!
Икенсе сабый артыҡ ныҡышмал, ҡыҙыу һәм үҙ һүҙле. Унда тирә-яҡтағы кешеләрҙе тойомлау, йәлләү һәләте юҡ. Үҙе түбәнһетелеп, ҡыйыр­һытылып, ғәҙелһеҙлек кисереп, көс­һөҙлөктән күҙ йәштәренә быуылып, ул донъяның ысынбарлығын ҡабул итергә, кешеләрҙең хәлен аңларға өйрәнә.
Яҙмыш һынауының ҡайҙа һәм ҡасан һағалауын беребеҙгә лә алдан белергә яҙмаған шул. Ниндәй кешеләрҙе үҙебеҙгә тартабыҙ һәм улар менән ниндәй мөнәсәбәт ҡорабыҙ, аҡсаһыҙлыҡты йәки яҡын кешеләребеҙҙең хыянатын кисерә­беҙме – быларҙың барыһы ла эске донъябыҙ торошона һәм килеп тыуған мәсьәләне төпкә төшөрмәй, юғал­тыуһыҙ хәл итә белеүебеҙгә бәйле.
Астрологтар күк есемдәре, улар­ҙың хәрәкәте аша кемгә ниндәй ҡаршылыҡтар юралған һәм холҡондағы ҡайһы һыҙаттарҙы еңергә йәки үҙгәр­тергә тура киләсәген әйтеп бирә ала. Был да, үҙ сиратында, тәҡдирҙе таҙарта, еңелләштерә. Ә сихырсылар, күрә­ҙәселәр йыш ҡына хаталы кәңәше менән тәҡдирҙе ҡатмарлаштыра.
Әгәр яҙмыш өндәүен, уның фәһемле һабаҡтарын аңлап, һығымталар яһамайбыҙ икән, тәҡдир иң ауыртҡан яҡтан килтереп һуға.
Баланы ауыр яҙмыш һынауына дусар иткәнсе, аҡыллы атай-әсәй, уға ниндәй мөһим һыҙаттар етмәүен күреп, дөрөҫ йүнәлеш биреүҙе маҡсат итеп ала. Бәләкәйҙән тәрбиә алған кешегә киләсәктә еңелерәк, ул башҡаларҙың һәм үҙенең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа бирергә, теге йәки был ваҡиғала юғалып ҡалмаҫҡа өйрәнә.
Өлкәндәр үҙҙәре сабырлыҡҡа һәм ыңғай хис-тойғоларға эйә булғанда ғына тиктормаҫ һәм үтә хәрәкәтсән сабыйҙа түҙемлек һәм иғтибарлыҡ сифаттары тәрбиәләй ала. Әйтеүе генә еңел, быны нисек тормошҡа ашырырға һуң?
Бәләкәсегеҙ менән пластилиндан нәмәлер әүәләргә йыйындығыҙ. “Улым йәки ҡыҙым, ҡара әле, нимә килеп сығыр икән?” – тинегеҙ ҙә, һәр хәрәкәтегеҙгә баһа биреп, үҙегеҙ ниндәйҙер хайуан йәки сәскә һынын яһарға керештегеҙ. “Был тирәлә матурыраҡ, тигеҙерәк килеп сыҡһын өсөн ошолайтыбыраҡ итәйек”, – тип, баланан кәңәш һорағандай, өндәшәһегеҙ.
Әйтерһең дә, үҙегеҙҙе өйрәтәһегеҙ. Һын матур килеп сыҡһын өсөн бәләкәс тә үҙ өлөшөн индерергә теләйәсәк: кескәйҙең йомарламдарҙы әүәләп йәки нәмәлер алып биреп тороуы ла яҡшы. Әгәр уның эше килеп сыҡмаһа, бер үк яманламайһығыҙ. “Бынау тирәһе матур уҡ булмаған, әйҙә, бер аҙ төҙәтеп ебәрәйек”, – тип ҡәнәғәт йөҙ, яғымлы тауыш менән йөпләп ебәрәһегеҙ.
Ошо ярты сәғәт эсендә нимә булды һуң? Әллә ни ваҡытығыҙ ҙа, көсөгөҙ ҙә сарыф ителмәне, әммә ошо хеҙмәтегеҙ менән балаға киләсәккә бәләкәй генә аҙым яһарға ярҙам иттегеҙ. Уның күңел һандығын байытыуға, матурлыҡҡа һәм хеҙмәткә һөйөү уятыуға булышлыҡ иткән бәләкәй генә “кирбес» артабанғы яҙмышына сафлыҡ, мәғәнә, ныҡлыҡ өҫтәп торасаҡ.
Ҡайһы берәүҙәр балаһының өйгә эшен үҙҙәре башҡара. Эйе, хәстәрлекле әсә сабыйын күңел йылыһы, ышаныс, көс менән һуғара. Ләкин артабан бала үҙенә яуаплылыҡ алырға, көс тупларға өйрәнерме һуң? Сабыйҙың үҙ аллы булыуын, ирекле фекер йөрөтөүен, саф күңел менән ижад итеүен тойоп, Йыһан үҙе уға ҡеүәт бирәсәк бит! Өлкәндәрҙең ышанысы һәм ҡеүәтләүе, Йыһандың ҡөҙрәте аша бала ныҡлыҡҡа ирешә һәм тормошондағы мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итергә өйрәнә.
Ярҙам иткәндә лә, әсә сабыйын дәртләндереп, үҫергә мөмкинлек бирерҙәй шарттар ҡуя. Ярай, ниндәйҙер фән ҡулынан килмәй икән ти, тимәк, иғтибарын башҡа фәнгә йәки шөғөлгә йүнәлтеү мөмкин. “Ул бер нәмә лә белмәй, башҡалар кеүек һәләтле йәки отҡор түгел”, – тип бер ҡасан да әйтмәгеҙ. Әсәй йәки атай ауыҙынан сыҡҡан яман һүҙ сабыйҙың күңел донъяһын тарайта, тәҡдирен ауырлаштыра.
Бәләкәстең һәләтен асыу өсөн өлкәндәр көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәҫкә тейеш. Әгәр спортҡа һәләте юҡ икән, тимәк, йыр-моңда, бейеүҙә, математикала йәки һүрәт төшөрөүҙә үҙен таба алыр.
“Атай, мин синыфта иң шәп математик”, – ти улы. Тормош ҡанунын яҡшы белгән атай улының маһайыуын йомшаҡ һәм ипле генә итеп кисектерә. “Һинең өсөн бик шатмын, улым, әммә маһайыуың арҡаһында тырышлығың һүрелеп ҡуймаһын. Уңыш маҡтансыҡтарҙы түгел, ә тырыштарҙы ярата”, – тип әйтеү отошлораҡ. Бала, бәлки, ул һүҙҙәргә ышанмаҫ та, әммә хәтерендә һаҡлар. Ул инде тәүге уңышһыҙлыҡ алдында ҡаушап ҡалмаясаҡ һәм ҙурыраҡ уңыш хаҡына тағы ла тырышып эшләйәсәк.
“Һин иң яҡшыһы, һин ҡайҙа ла беренсе булырға тейеш”, – ти олатай ейәненә. Ейәне “5”-ле алыр өсөн ер тырнап тырыша. Был дөрөҫмө? Малайҙың мәктәптә өлгөлө уҡыуы киләсәктә унан яҡшы кеше, хәстәрлекле тормош иптәше йәки ярата белгән атай сығасаҡ тигәнде аңлатмай бит әле. Әҙәми затҡа йәмғиәттә йәшәр, Йыһан менән бер һулышта булыр өсөн тәүҙә кешелек сифаттарына өлгәшеү мөһим.
Балала еңеүсе рухын тәрбиәләү, әлбиттә, яҡшы. Эйе, генерал булырға хыялланмаған һалдат насар һалдат, тиҙәр. Әммә әсе һалдат һурпаһын татымаған, һалдат шинелен хөрмәт итмәгән, дуҫтарын һанға һуҡмаған әҙәм затының ниндәй генерал буласағын аныҡ ҡына күҙ алдына килтереүе ауыр. Бөйөк ғәскәр башлыҡтарының оло еңеү хаҡына еңелеүгә барған осраҡтары ла аҙ түгел. Күкрәк киреп, алға, тип ҡысҡырыуҙан фәтеүә юҡ. Бар ниәттең, тормош ҡанундарына ярашлы, алдан күҙалланыуы шарт. Маҡсаттарҙы дөрөҫ билдәләү, кешелек мәнфәғәтен ҡайғыртыу, изгелек сәсеү йәшәү көсөн арттыра, камиллашыу мөмкинлеге бирә.
Кескәй йән тирә-яҡты өйрәнә, белем туплай, йәшәү ҡиммәттәрен һәм быуындан-быуынға күскән ғө­рөф-ғәҙәттәрҙе үҙләштерә, уларға таяна. Тимәк, ул шәхес булараҡ үҫә. Балаға дуҫтар табыу, уңыш яулау һәм бәхет өсөн ниндәй сифаттар етмәүен һиҙгер атай-әсәй йәки уҡытыусы яҡшы төҫмөрләй. Был тәңгәлдә уға ярҙам итеү өсөн өлкән кеше үҙе тигеҙ тормош көтөүгә, миһырбанлыҡҡа, аҡыл туплауға, күңел камиллығына ынтыла.
Атай-әсәйҙең битарафлығы донъяға тыуған изге йәндең тормошона кәртә ҡуя, тәҡдирен ҡатмарлаштыра. Эскегә, ялҡаулыҡҡа һалышҡан йәки ҡаты бәғерле бюрократтың тормош рәүешен инҡар иткән сабый башҡа ҡиммәттәргә тартыла. Тиҫкәре йәки ыңғай миҫал буламы ул – билдәһеҙ. Бәлки, ейәнсәрен өҙөлөп яратҡан, изге күңелле өләсәй йәки нәфис китаптар уҡыған яғымлы уҡытыусы балала матур киләсәккә өмөт уята алыр. Спорт түңәрәген алып барған тренер уҡыусыла ныҡлыҡ, үҙ көсөнә ышаныс тәрбиәләргә мөмкин. Хатта урамдағы ябай үткенсе лә кескәйҙең йөрәгендә һүнмәҫ йәшәү нуры ҡабыҙырға һәләтле.
Шуға урамда һыра эсеп, тәмәке тартып торған үҫмерҙәргә һынсыл йәки мыҫҡыллы ҡараш ташларға ашыҡмағыҙ. Бәлки, һеҙҙең йылы ҡараштан берәйһенең йөрәгендә кешеләрҙең яҡшылығына, тормоштоң матурлығына ышаныс бөрөһө яралыр.
Баланың сире – бәхеткә аяҡ салыусы, ауыр тәҡдир. Тик атай-әсәйҙең ихлас һөйөүе генә сабыйҙың торошон еңеләйтә ала. Табиптарҙың тәҡдимдәрен үтәүҙән бигерәк, әсәйҙең тойомлауы, һөйөүе, мөләйемлеге ифрат оло әһәмиәткә эйә. Ғаиләлә сиргә түгел, ә сәләмәтлеккә, тәбиғәттәге уйындарға, көр кәйефкә, бәхеткә төп иғтибар йүнәлтелергә тейеш.
Иң мөһиме – һөйөү көсө! Әсә бәләкәсе өсөн нәмә генә эшләмәһен: саф һауала йөрөтәме, арҡаһынан һыпырамы, үлән сәйе менән һыйлаймы, ашарына әҙерләйме – бар эште күңел йылыһы, дәрт, яҡты өмөт һәм ышаныс менән башҡара.
Ғаләмгә гел яҡты теләктәр менән мөрәжәғәт итеү ғаиләнең сәскә атыуына, балаларҙың уңышына, сәләмәтлегенә йоғонто яһай. Күктәрҙең мөғжизәле көсөнә таянып, беҙ күңел тигеҙлегенә өлгәшәбеҙ, уларҙың яҡты нурын йөрәктәребеҙҙә тоябыҙ, ҡеүәт туп­лайбыҙ.
Эшләгән ата-әсәнең балаға һөйөүе, иғтибары етмәҫкә лә мөмкин. Ҡайһы ваҡыт бәләкәс үҙен яратыуҙарын белмәй, тоймай үҫә. Әгәр уның менән аралашыуға, бергәләшеп ваҡыт уҙғарыуға форсатығыҙ юҡ икән, “Йән өсөн дауа” тигән китапта тәҡдим ителгән күнегеүҙе файҙалана алаһығыҙ.

Балаға һөйөүегеҙҙе күсереү өсөн күнегеү

Усығыҙҙы бер-береһенә ышҡы­ғыҙ. Уларҙың йылыныуын, йомшарыуын, ауырайыуын тойоғоҙ.
Күкрәк тәңгәлендә балаға булған һөйөү хисегеҙҙе туплағыҙ. Ярҙам итергә, көс бирергә теләп, бөтә наҙығыҙҙы, күңел йылығыҙҙы уға йүнәлтегеҙ. Күңелегеҙҙә яҡты, йылы нур булып, балаға ҡарата мөхәббәтегеҙ урғылыуын тойоғоҙ. Был ваҡытта һеҙ тик яҡшылыҡ хаҡында ғына уйларға тейеш. Кәйефегеҙ насар, асыулы йәки ауырыған саҡта ярамай. Дәрт, изге уй, ышаныс аша ғына балаға матур тойғоларҙы күсереү мөмкин.
Йоҡоға талған сабыйығыҙ янына ултырығыҙ ҙа тыныс, тигеҙ итеп тын алығыҙ. Усығыҙҙы асып, тубыҡҡа һалығыҙ. Тын алған арала эстән генә ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлағыҙ: “Балам, мин һиңә ярҙам иткем килә, мин һинең яҡлы, мин һине яратам, ошо һөйөүем күңел бошонҡолоғонан, ҡайғыларҙан аралаһын...”
Тын алғанда, күкрәгегеҙҙән, усығыҙҙан сыҡҡан ҡөҙрәтле йылылыҡтың бәләкәсегеҙгә ағылғанын һәм уны һөйөү нурына сорнағанын тойорһоғоҙ. Ҡара, ҡарағусҡыл төҫтәрҙең яйлап юғала барыуын, улар урынына яҡты сатҡылар хасил булыуын күҙ алдына килтерегеҙ. Бар кәүҙәһе, аҡ болоттай, әсә һөйөүенә сорналһын.
Һуңынан ҡулығыҙ менән сәғәт йүнәлеше буйынса хәрәкәттәр яһап, уны ошо тылсымлы аҡ бөркәнсеккә төрөгөҙ. Аҙағында белгән доғаларығыҙҙы йәки теләктәрегеҙҙе әй­тегеҙ.

Альбина ҒӨБЄЙҘУЛЛИНА
әҙерләне.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook